…Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында дәртле көй яңғырай. Юҡ, сираттағы сәхнә йондоҙо концерт менән килмәгән бында. Стәрлетамаҡтың төрлө уҡыу йорттарында белем алған бер төркөм егет-ҡыҙҙар флэшмоб үткәрә. Сатлама һыуыҡ көн тип тормай, бейеү-хәрәкәт аша үҙҙәренең ташып торған күңел хистәрен белдерә улар.Шаҡылдата баҫып бейеүҙәре, дәртле яңғыраған ауаздары, һәр хәрәкәттәре, әйтерһең дә, “Беҙҙең ҡулдан килә!” ти. Тик ағай-апайҙары ярҙамдан, кәңәштән, тәжрибә уртаҡлашыуҙан ҡалдырмаһын ғына.
Ярҙам тигәндәй, уныһы артынан да йыраҡ барырға түгел. Гөрләгән флэш-мобтан бер нисә йөҙ метрҙа ғына, атап әйткәндә, Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында нәҡ шул минуттарҙа был йәһәттән ҙур сара уҙа. Республика вуздары ректорҙары, район-ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, сәнәғәт берәмектәре етәкселәре ҙур кәңәшмәгә йыйылған. Фекер алышыуҙың темаһы ла ябай түгел – йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреүҙәге проблемалар, йәш белгесте хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү. Шул ярҙам түгелме ни? Һәр хәлдә, боҙ ҡуҙғала бит.
Бөгөн белем алыу мең мәшәҡәт булһа, эш табыу мәсьәләһе йәнә шул саҡлы бәлә өҫтәй. Бының сәбәптәрен дә асыҡлап китеү зарурҙыр: иҡтисади көрсөк арҡаһындағы юғалған хеҙмәт урындары, тәжрибә юҡлыҡ, аҙ кимәлдәге эш хаҡы һ.б. Шуныһы бигерәк үкенесле: яҡшы белгестәр “майлы ҡалъя” артынан ситкә китә.
– Йәш кадрҙар урында ҡалмай, – тип билдәләне, мәҫәлән, үҙенең сығышында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Тимур Мырҙағәлин. – Шул уҡ ваҡытта ситтә белем алған йәштәр уҡыған ҡалаһында һөнәре буйынса булмаһа ла эшкә урынлаша, — тине ул, үкенес белдереп.
Ысынлап та, хәҙерге йәштәр сит ерҙә хатта олтан булып йәшәргә лә риза. Билдәле, Мәскәү, Санкт-Петербург һымаҡ мегаполистарҙа тормош мауыҡтырғыс. Тик тыуған ҡалаң йәки ауылың да һинең һымаҡ әҙерлекле кадрға мохтаж икәнен оноторға ярамай.
— Үҙеңдең киләсәгеңде билдәләү, хатта аныҡ пландар ҡороу йәш кеше вуз эскәмйәһенә ултырғас ҡына башланырға тейеш түгел, ә мәктәптән үк шытым алыу фарыз, — тине Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры Рөстәм Дәминев, әлеге мәсьәләгә бер аҙ асыҡлыҡ индереп.
Әйтелгәндәргә иш булып, филиал бүлмәләрендә мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашлығында саралар бара ине. Уларҙа БДИ имтихандарына әҙерлек, балаларҙа һәләтте үҫтереү, ата-әсәләр менән эш һымаҡ мәсьәләләр алғы планға сыҡты. Йәш быуын техник һәләттәрен күрһәтте.
Эйе, йәмғиәт белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә ҡайһы бер етди хаталарҙы таный башланы, буғай. Йәштәр, ҡулына диплом алғас, урамда ҡалмаһын өсөн ил етәкселеге кимәленән алып урындағыларға тиклем эш алып барыла, яңылыҡтар индерелә. Яңылыҡ тигәндән, был алым, киреһенсә, иҫке күренеш, минеңсә. Совет заманында мәктәп уҡыусыларының үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарауҙары, “йәш токарь”, “йәш төҙөүсе”, “штаттан тыш йәш хәбәрсе” танытмаларын ҡуйында һаҡлап йөрөү – ғорурлыҡ, киләсәккә бер ни тиклем төҫмөрләү түгелме ни?
Мәктәптә кем буласағыңды билдәләү — бер, аҙаҡ төплө белем алырға кәрәк бит әле. Был йәһәттән уҡыу йорттарына ҡарата талаптар, уларҙың белем биреү өлкәһендәге абруйҙары абитуриентҡа ла, уның ата-әсәһенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. “Иҙән аҫтында” урынлашҡан вуздарҙы тамамлау менәнме ни, аҙаҡ ярҙамсының ярҙамсыһы булып та эшкә урынлаша алмағас. Дөрөҫөн әйткәндә, кемдең ҡулынан килә, шул ғына белгес әҙерләргә хоҡуҡлы. Әлеге йәһәттән фекер алышыу мәлендә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры Алексей Ковальскийҙың һүҙҙәре иҫтә ҡалды:
— Юристар, иҡтисадсылар быуа быуырлыҡ, улар эш таба алмай тиһегеҙ, ә бына беҙҙең уҡыу йортон тамамлағандарға ундай проблема янамай, сөнки төплө белем биреүебеҙ күп предприятие-ойошмаға билдәле. Бынан тыш, әлеге факультеттарға килгәндәр үҙҙәре лә аныҡ маҡсаттар менән тупһаны аша атлай. Юрист һәм иҡтисадсы дипломын алған кисәге студенттарыбыҙ һанының 80 проценттан ашыуы хеҙмәт урыны таба.
Ысынлап та, ҡайһы бер һөнәр эйәләренә ҡытлыҡ булып та, шул өлкәлә эшләй алырҙай белгестәр эшһеҙ ята. Бында хеҙмәт хаҡы, йәштәрҙең иртән уяныуға түрә булып китергә хыялланыуҙары тураһында ғына һүҙ бармай. Әлеге йәһәттән йәнә совет заманы һағындырып китә: йүнәлтмә буйынса эшкә барыу, уҡыу мәлендә ойошма-предприятие, учреждениеларҙа тәжрибә туплау (белемде ғәмәлдә камиллаштырыу). Хәйер, был йүнәлештә лә яңылыҡтар бар икән. Мәҫәлән, сәнәғәт берәмеге Стәрлетамаҡ инженерҙарға ҡытлыҡ кисерә. Урындағы вуздар уларға белгестәр әҙерләп өлгөрмәгән, тимәк. Ә кәрәкле һөнәр артынан йәнә Мәскәү йәки Санкт-Петербургка сығып киткән егет йәки ҡыҙ ҙур ҡалаларҙан башы әйләнеп кире ҡайтмаҫмы? Ғөмүмән, әлеге сара барған белем усағында, БДУ-ның урындағы филиалында, был тәңгәлдә ҡыуанырлыҡ ваҡиғалар бар: уҡыу йорттары урындағы предприятиелар менән килешеү нигеҙендә уларға белгестәр әҙерләй. Әйткәндәй, башҡа төбәк-ил вуздары менән дә хеҙмәттәшлек булдырылған: бер ыңғайҙан ике диплом алырға мөмкин. Тимәк, бер нисә йылдан йәнә фекер алышырға йыйылғанда әлеге ҡунаҡтар бөгөнгө сетерекле мәсьәләне күтәреү урынына тыуған төбәгендә ҡалған йәштәрҙең инде башҡа проблемаларын хәл итеү тураһында һүҙ ҡуҙғатыр. Йәштәрҙең ҡулынан килә, ярҙамдан ғына ҡалмаһындар…