Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Имамдарыбыҙҙы хөрмәт итәйек
Ауылда беҙ уҡыған башланғыс мәктәп бинаһында борон мәсет булған икән, тигәнде генә ишетеп үҫкән беҙҙең быуын. Хәтерләйем, ғәйет намаҙҙарын ололар беҙҙең күршелә йәшәгән Солтанхәмит олатайҙарҙың өйөндә йыйылышып уҡыйҙар ине. Ә һәр ир затынан булған мосолман кешеһе өсөн фарыз һаналған йома намаҙын мулла олатай Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән кемдәргәлер барып уҡый торғайны.
Олоғая төшөп, һәммә кешегә Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан биш намаҙҙың мотлаҡлығын аңлап, үҙем намаҙға баҫҡас та, бәғзе ауылдарҙа ҡасандыр клуб йә иһә мәктәп булып киткән мәсеттәр иҫемә төшә. Һуңғы йылдар­ҙа республикабыҙҙың ауыл һәм ҡалаларында бер-бер артлы яңы мәсеттәр асылыуы һөйөндөрә. Унда йәш дин белгестәре имам булып ҡайтыуы – ҡыуаныслы күренеш. Тик ана шул ғибәҙәт йортона кешеләрҙең башлыса тик ваҡ-төйәк йомош менән генә килгеләүе күңелде ҡыра. Һаман да күптәрҙә “боронғо ата-бабала­рыбыҙ наҙан булған, намаҙ, ураҙа һымаҡ буш нәмә менән булашып йөрөгән” тигән, үкенескә ҡаршы, хаталы фекер йөрөүен дауам итә.
Хәҙер күп яҡташтарыбыҙ, донъяуи ғилемде белгән кеше генә белемле, тип фекерләй. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, тап киреһенсә, беҙҙең ола­тайҙар белемле булған. Һәр әҙәм балаһы белергә тейешле оло хәҡи­ҡәтте – Ҡөръән Кәримдәге Аллаһ Тәғәлә талабын улар яҡшы үҙләш­тергән. Ҡайһы берәүҙәр һаман әкиәт­тән дә артыҡ күрмәгән изге Ҡөрь­әндәге “Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем” (51-се сүрә, 56-сы аят) тигән Аллаһ һүҙҙәрен ата-бабаларыбыҙ йәне-тәне менән аңлаған һәм уларҙы үтәп йәшәгән. Аллаһ Тәғәлә теләгән кешеһенең йөрәгенә иман күндерә. Киләсәктә, иншаллаһ, халҡыбыҙ ошо хәҡиҡәтте аңлар, тигән өмөттәмен.
Бөгөнгө һүҙем юғарыла әйткән­дәргә бәйле, әммә бер аҙ ғына баш­ҡасараҡ юҫыҡта. Эйе, мәсет булыу – ауыл халҡы өсөн оло бәхет. Тик мәсеткә унда-бында йөрөштөргән бәғзе бер кешеләр, бер-береһенең күпме саҙаҡа һалғанын тикшерергә яратыуы – насар күренеш.
Шундай хәбәрҙәрҙе йыш ҡына ишетергә тура килә. “Мин мәсеткә шунса һалдым, ә фәлән кеше ун һум ғына төшөрҙө, ә ҡайһы берәү бөтөнләй бер нәмә лә һалмай” тигән һүҙҙәр йөрөй. Йә булмаһа, берәй Ҡөрьән уҡыу мәжлесендә “фәлән мулла үҙе бер ҡасан да саҙаҡа таратмай, йыйып ҡына тик ултыра” тип һөйләйҙәр. Бындай хәбәрҙәр халҡы­быҙҙың дини наҙанлығынан килеп сыға.
Ихлас күңелдән саҙаҡа биргән кеше үҙенең ҡасан, кемгә һәм күпме биргәнлеген башҡаларҙан мөмкин тиклем йәшерергә тырыша. Шунлыҡ­тан ундайҙарҙың хәйер-саҙаҡа бир­гәнен күптәр күрмәй. Динде өйрәнгән һәр кеше был хаҡта белә. Башҡалар күрһен тигән маҡсат менән хәйер биреү риә (маҡтаныу) тип атала. Изге ғәмәл фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн генә атҡарылырға тейеш. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм “Уң ҡулың биргәнде һул ҡулың бел­мәһен” тигән. Бына ошо хаҡта яҙып ултырғанда, гәзиттең йома һанында баҫылған мәҡәләгә юлығып шатландым, сөнки унда үҙемә һәм башҡа­ларға ҡуйған һорауыма ифрат тулы яуап таптым (“Башҡортостан” гәзите, 2017 йыл, 20 ғинуар). Аҙна һайын мөфтөй хәҙрәттең динебеҙ ҡанун­дарына таянып, төрлө һорауҙарға биргән яуаптарын һәр кемебеҙ даими уҡып барһаҡ, бына шулай бик күп кенә ҡиммәтле мәғлүмәт табасаҡбыҙ, иншаллаһ. Динебеҙҙе һәр кемебеҙ белергә тейеш.
Киләһе һүҙем ауыл имамдарына ҡарата булырға тейешле мөнәсәбәт хаҡында. Ауыл мәсетенә мәҙрәсә тамамлап, белемле, йәш имамдар­ҙың килеүе – яҡшы күренеш. Тик ана шул йәш муллаларыбыҙҙың төп тәғәйенләнешен аңлаһаҡ ине. Ауыл халҡына дин белеме биреү уларҙың иң мөһим бурыстарының береһе икәнен аңлау кәрәк. Мәсеткә инеп, сабыйға исем ҡуштырып, Ҡөрьән уҡытып ҡына ҡайтып китеү менән сикләнмәй, дин өлкәһендә имамдарға һәр төрлө һорауҙар бирергә кәрәк. Йәш белгес, әлбиттә, Ҡөрьән Кәримгә һәм Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм сөннәтенә таянып, һәр һорауығыҙға һис шикһеҙ яуап бирәсәк.
Икенсенән, уны мөмкин тиклем хөрмәт итеү, дин өлкәһендә әйткән кәңәштәрен тотоу мотлаҡ. Шулай уҡ матди ярҙамға ла мохтаж беҙҙең имамдар. Белеүемсә, уларға эш хаҡы түләнмәй. Хәҙрәттәрҙе оло йәштәге бәғзе бер “штаттан тыш” пенсионер муллалар менән бутарға ярамай. Һәр ауыл кешеһе хәленән килгәнсә уларға ярҙам итһен ине. Мәсеткә һәр төрлө йыһаз, китаптар алыу, уны йылытыу, ремонтлау, электр энергияһы өсөн, һалым түләүҙәр – барыһы ла ошо имам иңендә. Ә бәғзеләр нимә менән булаша: әйтәйек, кәрәк-ярағына йөрөр өсөн берәй имамдың иҫке генә “шестерка” һатып алыуы була, шунда уҡ “ана, күрҙегеҙме, хәйер аҡсаһына машина алып, байып ята” тигән ғәйбәт йөрөй башлай ауылда. Юҡ-бар, ғәйбәт һөйләп сығарыу, кемдең күпме хәйер һалғанын тикшереү менән булаш­ҡансы, тап ана шул ғәйбәт һөйләүҙең ниндәй оло гонаһ икәнлеген белергә тырышһа ине яҡташтарыбыҙ.
Унан тыш, һәр төрлө башҡа гонаһ ҡылған өсөн Аллаһ Тәғәлә ахирәттә һәм был донъяла ниндәй ғазаптар вәғәҙә иткәнлеге хаҡында ла шул имамдан һорашып белергә кәрәк. Раббыбыҙға ғибәҙәт ҡылыуҙы инҡар итеүҙең оло гонаһ икәнлеген дә имам һәммәбеҙгә аңлатып бирә ала. Мин, мәҫәлән, ауылға килгән һәр йәш имамдың мәҙрәсәлә төплө белем алып ҡайтыуына һис шикһеҙ ышанам. Имамдарыбыҙҙың да, үҙ нәүбә­тендә, ошо юҫыҡта әүҙем эшләүҙәрен теләр инем. Уларҙың еңел булмаған эштәрендә Аллаһ Тәғәлә уңыштар насип итһен, тип доғалар ҡылам.


Автор: Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә