Имамдарыбыҙҙы хөрмәт итәйек28.02.2017
Ауылда беҙ уҡыған башланғыс мәктәп бинаһында борон мәсет булған икән, тигәнде генә ишетеп үҫкән беҙҙең быуын. Хәтерләйем, ғәйет намаҙҙарын ололар беҙҙең күршелә йәшәгән Солтанхәмит олатайҙарҙың өйөндә йыйылышып уҡыйҙар ине. Ә һәр ир затынан булған мосолман кешеһе өсөн фарыз һаналған йома намаҙын мулла олатай Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән кемдәргәлер барып уҡый торғайны.
Олоғая төшөп, һәммә кешегә Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан биш намаҙҙың мотлаҡлығын аңлап, үҙем намаҙға баҫҡас та, бәғзе ауылдарҙа ҡасандыр клуб йә иһә мәктәп булып киткән мәсеттәр иҫемә төшә. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың ауыл һәм ҡалаларында бер-бер артлы яңы мәсеттәр асылыуы һөйөндөрә. Унда йәш дин белгестәре имам булып ҡайтыуы – ҡыуаныслы күренеш. Тик ана шул ғибәҙәт йортона кешеләрҙең башлыса тик ваҡ-төйәк йомош менән генә килгеләүе күңелде ҡыра. Һаман да күптәрҙә “боронғо ата-бабаларыбыҙ наҙан булған, намаҙ, ураҙа һымаҡ буш нәмә менән булашып йөрөгән” тигән, үкенескә ҡаршы, хаталы фекер йөрөүен дауам итә.
Хәҙер күп яҡташтарыбыҙ, донъяуи ғилемде белгән кеше генә белемле, тип фекерләй. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, тап киреһенсә, беҙҙең олатайҙар белемле булған. Һәр әҙәм балаһы белергә тейешле оло хәҡиҡәтте – Ҡөръән Кәримдәге Аллаһ Тәғәлә талабын улар яҡшы үҙләштергән. Ҡайһы берәүҙәр һаман әкиәттән дә артыҡ күрмәгән изге Ҡөрьәндәге “Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем” (51-се сүрә, 56-сы аят) тигән Аллаһ һүҙҙәрен ата-бабаларыбыҙ йәне-тәне менән аңлаған һәм уларҙы үтәп йәшәгән. Аллаһ Тәғәлә теләгән кешеһенең йөрәгенә иман күндерә. Киләсәктә, иншаллаһ, халҡыбыҙ ошо хәҡиҡәтте аңлар, тигән өмөттәмен.
Бөгөнгө һүҙем юғарыла әйткәндәргә бәйле, әммә бер аҙ ғына башҡасараҡ юҫыҡта. Эйе, мәсет булыу – ауыл халҡы өсөн оло бәхет. Тик мәсеткә унда-бында йөрөштөргән бәғзе бер кешеләр, бер-береһенең күпме саҙаҡа һалғанын тикшерергә яратыуы – насар күренеш.
Шундай хәбәрҙәрҙе йыш ҡына ишетергә тура килә. “Мин мәсеткә шунса һалдым, ә фәлән кеше ун һум ғына төшөрҙө, ә ҡайһы берәү бөтөнләй бер нәмә лә һалмай” тигән һүҙҙәр йөрөй. Йә булмаһа, берәй Ҡөрьән уҡыу мәжлесендә “фәлән мулла үҙе бер ҡасан да саҙаҡа таратмай, йыйып ҡына тик ултыра” тип һөйләйҙәр. Бындай хәбәрҙәр халҡыбыҙҙың дини наҙанлығынан килеп сыға.
Ихлас күңелдән саҙаҡа биргән кеше үҙенең ҡасан, кемгә һәм күпме биргәнлеген башҡаларҙан мөмкин тиклем йәшерергә тырыша. Шунлыҡтан ундайҙарҙың хәйер-саҙаҡа биргәнен күптәр күрмәй. Динде өйрәнгән һәр кеше был хаҡта белә. Башҡалар күрһен тигән маҡсат менән хәйер биреү риә (маҡтаныу) тип атала. Изге ғәмәл фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн генә атҡарылырға тейеш. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм “Уң ҡулың биргәнде һул ҡулың белмәһен” тигән. Бына ошо хаҡта яҙып ултырғанда, гәзиттең йома һанында баҫылған мәҡәләгә юлығып шатландым, сөнки унда үҙемә һәм башҡаларға ҡуйған һорауыма ифрат тулы яуап таптым (“Башҡортостан” гәзите, 2017 йыл, 20 ғинуар). Аҙна һайын мөфтөй хәҙрәттең динебеҙ ҡанундарына таянып, төрлө һорауҙарға биргән яуаптарын һәр кемебеҙ даими уҡып барһаҡ, бына шулай бик күп кенә ҡиммәтле мәғлүмәт табасаҡбыҙ, иншаллаһ. Динебеҙҙе һәр кемебеҙ белергә тейеш.
Киләһе һүҙем ауыл имамдарына ҡарата булырға тейешле мөнәсәбәт хаҡында. Ауыл мәсетенә мәҙрәсә тамамлап, белемле, йәш имамдарҙың килеүе – яҡшы күренеш. Тик ана шул йәш муллаларыбыҙҙың төп тәғәйенләнешен аңлаһаҡ ине. Ауыл халҡына дин белеме биреү уларҙың иң мөһим бурыстарының береһе икәнен аңлау кәрәк. Мәсеткә инеп, сабыйға исем ҡуштырып, Ҡөрьән уҡытып ҡына ҡайтып китеү менән сикләнмәй, дин өлкәһендә имамдарға һәр төрлө һорауҙар бирергә кәрәк. Йәш белгес, әлбиттә, Ҡөрьән Кәримгә һәм Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм сөннәтенә таянып, һәр һорауығыҙға һис шикһеҙ яуап бирәсәк.
Икенсенән, уны мөмкин тиклем хөрмәт итеү, дин өлкәһендә әйткән кәңәштәрен тотоу мотлаҡ. Шулай уҡ матди ярҙамға ла мохтаж беҙҙең имамдар. Белеүемсә, уларға эш хаҡы түләнмәй. Хәҙрәттәрҙе оло йәштәге бәғзе бер “штаттан тыш” пенсионер муллалар менән бутарға ярамай. Һәр ауыл кешеһе хәленән килгәнсә уларға ярҙам итһен ине. Мәсеткә һәр төрлө йыһаз, китаптар алыу, уны йылытыу, ремонтлау, электр энергияһы өсөн, һалым түләүҙәр – барыһы ла ошо имам иңендә. Ә бәғзеләр нимә менән булаша: әйтәйек, кәрәк-ярағына йөрөр өсөн берәй имамдың иҫке генә “шестерка” һатып алыуы була, шунда уҡ “ана, күрҙегеҙме, хәйер аҡсаһына машина алып, байып ята” тигән ғәйбәт йөрөй башлай ауылда. Юҡ-бар, ғәйбәт һөйләп сығарыу, кемдең күпме хәйер һалғанын тикшереү менән булашҡансы, тап ана шул ғәйбәт һөйләүҙең ниндәй оло гонаһ икәнлеген белергә тырышһа ине яҡташтарыбыҙ.
Унан тыш, һәр төрлө башҡа гонаһ ҡылған өсөн Аллаһ Тәғәлә ахирәттә һәм был донъяла ниндәй ғазаптар вәғәҙә иткәнлеге хаҡында ла шул имамдан һорашып белергә кәрәк. Раббыбыҙға ғибәҙәт ҡылыуҙы инҡар итеүҙең оло гонаһ икәнлеген дә имам һәммәбеҙгә аңлатып бирә ала. Мин, мәҫәлән, ауылға килгән һәр йәш имамдың мәҙрәсәлә төплө белем алып ҡайтыуына һис шикһеҙ ышанам. Имамдарыбыҙҙың да, үҙ нәүбәтендә, ошо юҫыҡта әүҙем эшләүҙәрен теләр инем. Уларҙың еңел булмаған эштәрендә Аллаһ Тәғәлә уңыштар насип итһен, тип доғалар ҡылам.