Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заман елдәре иҫкәндә...
Донъя хәҙер шул тиклем тиҙ алышына, әйтерһең, Ер шары ла үҙ күсәре тирәләй әйләнеп өлгөрмәй. Ә үҙгәрештәре иһә кешеләрҙә, иң әүәл йәштәрҙә барлыҡҡа килә. Был йәһәттән шул йәштәрҙең проблемаларына ҡарап, йәмғиәттең етешһеҙлектәрен дә билдәләргә мөмкин. Шуға ла был ҡатмарлыҡтарҙы хәл итеү социумға ла ыңғай тәьҫир итәсәк.
Йәштәргә ҡағылышлы иң тәүге проб­леманан эшһеҙлекте һанай белгестәр. Быны илдә барған иҡтисади хәлгә лә, эш биреүселәрҙең урындар менән тәьмин итә алмауына, тәжрибәһеҙ хеҙмәткәрҙәрҙе алғыһы килмәүҙәренә лә бәйләйҙәр. Проблема шулай уҡ йәштәрҙең ҙур аҡса артынан ҡыуыуына ла килеп төртөлә, ти улар. Ләкин ошо урында тағы ла ҡатмарлыҡтар өҫтәлә бирә, сөнки эш таба алмаған кешегә үҙ көнөн үҙе күреү ҡатмарлаша, һәм ул артабан аҡса эшләүҙең рәсми булмаған алымдарын ҡуллана башлай. Был аҙымдан енәйәткә, наркоманияға ла йыраҡ ҡалмай, йәнә йәштәр пробле­маһына фәҡирлек, торлаҡһыҙлыҡ мәсьәләләре килеп ҡушыла. Өҫтәүенә баш өҫтөндә ҡыйығы булмаған, үҙ хәлен үҙе генә белгән ошо кешегә ғаилә ҡороп, уны ҡарарға ла кәрәк бит әле...
Әйтелгән фекерҙәрҙе психологтар ҙа раҫлай. Был йәһәттән тормош йәмен юғалтҡан кеше йәшәү түгел, иҫән ҡалыу яғын хәстәрләргә мәжбур була, тип белдерә улар. Әйтеүҙәренсә, күп кенә йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр шул рәүешле криминаль донъяға инеп китә, уҡыуҙан, рухиәттән алыҫлаша. Ундай кеше эскелек, наркомания шауҡымына ла тиҙ бирешеүсән, ти психологтар. Ә йәштәр араһындағы алкоголизмдың киң йәйе­леүе иһә борсоуға һала. Әммә шуны ла әйтергә кәрәк: ярлы ғаиләлә тыуып үҫкәндәр генә түгел, ә уңышлы ата-әсәнең балаһы ла наркоманияға бирелә.
Белгестәр иҫәпләүенсә, йәшәү кимә­ленең төшөүе һөҙөмтәһендә үҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндерергә ынтылған йәштәр күбәйә. Әйтәйек, аҡса, мода артынан ҡыуыу. Был йәһәттән кеше матди байлыҡ менән мауыға башлай, күңел асыу төп шөғөлгә әүерелә.
Ошоларҙың һөҙөмтәһендә йәшәү мәғәнәһе юғалғандай була, маяҡтар ҡыйрала, ти психологтар. Ә тормош ҡанундары менән ата-әсәләр, мәктәп кенә түгел, урам, киң мәғлүмәт саралары, үҙ тәжрибәләре лә таныштыра. Йәмәғәтселек быға күҙен йомһа инде, хөкөмһөҙлөк өҫкә ҡалҡһа, быларына йәнә йәшлек максимализмы килеп ҡушылһа, бөтөнләй бөттө баш, тиергә мөмкин, күңелдәрҙә вайымһыҙлыҡ, агрессия оялаясаҡ. Йәштәр эркелеп тороп формаль булмаған ойошмаларға ла ылығыр был осраҡта. Төрлө өлкә белгестәренең дә был йәһәттән фекерҙәре уртаҡ.
Бынан тыш, әйтеүҙәренсә, йәшлек осоронда кешегә йәнә әллә күпме мәсьәләләрҙе лә хәл итергә кәрәк. Мәҫәлән, һөнәр, йәр һайларға, тормош юлын билдәләргә, донъяға ҡарашты аныҡларға. Ә быларҙы хәл итеү иһә дәүләттең маҡсатлы, системаға һалын­ған сәйәсәтенән тора, тип белдерәләр.
Күптән түгел уҙған “2016 йылда бойомға ашҡан йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт һөҙөмтәләре, 2017 йылға төп маҡсаттар” тигән темаға киңәйтелгән кәңәшмәлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ошо юҫыҡта сығыш яһағайны. Бер осорҙан икенсеһенә күсеү бигерәк тә йәштәргә, нығынып өлгөрмәгәстәре, ауыр бирел­гәнен белдерҙе. Был йәһәттән уларға ярҙам итеү маҡсатын ҡуйыуҙа­рын хәбәр итте. Һанап киткән проблемаларҙа иһә шул уҡ уҡыуҙа тыуған ҡатмарлыҡтар, эш табыу, ғаилә ҡороу мәсьәләләре әйтелде. “Әгәр беҙҙең миллионлаған йәштәребеҙ бар икән, был – бик ҙур энергия. Уға дөрөҫ һәм ыңғай йүнәлеш бирергә кәрәк”, – тине ул.
Был юҫыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү әлегәсә лә ҡаралғанын, ошо өлкәлә эштәр алып барылғанын да белдерҙе Рөстәм Хәмитов. Төрлө өлкәлә гранттар бирелеүе, “Һин – эшҡыуар”, “Йәш ғаилә”, “Йәштәр өсөн торлаҡ” программалары, йәштәр хәрәкәтенә булышлыҡ итеү – быға асыҡ миҫал. Был йәһәттән “Йәш ғаиләләргә тәүге осорҙа аяҡҡа баҫырға ярҙам итергә тейешбеҙ”, тине Рөстәм Хәмитов. Әммә шул уҡ ваҡытта кеше үҙ-үҙен ҡарау мәсьәләһен дә хәстәр­ләһен, тине ул. Ә эштәр артабан ошо юҫыҡта барһа, заман елдәре йәштәргә артыҡ уҫал ҡағылмаҫ тигән ышаныс тыуа.


Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә