Заман елдәре иҫкәндә...28.02.2017
Донъя хәҙер шул тиклем тиҙ алышына, әйтерһең, Ер шары ла үҙ күсәре тирәләй әйләнеп өлгөрмәй. Ә үҙгәрештәре иһә кешеләрҙә, иң әүәл йәштәрҙә барлыҡҡа килә. Был йәһәттән шул йәштәрҙең проблемаларына ҡарап, йәмғиәттең етешһеҙлектәрен дә билдәләргә мөмкин. Шуға ла был ҡатмарлыҡтарҙы хәл итеү социумға ла ыңғай тәьҫир итәсәк.
Йәштәргә ҡағылышлы иң тәүге проблеманан эшһеҙлекте һанай белгестәр. Быны илдә барған иҡтисади хәлгә лә, эш биреүселәрҙең урындар менән тәьмин итә алмауына, тәжрибәһеҙ хеҙмәткәрҙәрҙе алғыһы килмәүҙәренә лә бәйләйҙәр. Проблема шулай уҡ йәштәрҙең ҙур аҡса артынан ҡыуыуына ла килеп төртөлә, ти улар. Ләкин ошо урында тағы ла ҡатмарлыҡтар өҫтәлә бирә, сөнки эш таба алмаған кешегә үҙ көнөн үҙе күреү ҡатмарлаша, һәм ул артабан аҡса эшләүҙең рәсми булмаған алымдарын ҡуллана башлай. Был аҙымдан енәйәткә, наркоманияға ла йыраҡ ҡалмай, йәнә йәштәр проблемаһына фәҡирлек, торлаҡһыҙлыҡ мәсьәләләре килеп ҡушыла. Өҫтәүенә баш өҫтөндә ҡыйығы булмаған, үҙ хәлен үҙе генә белгән ошо кешегә ғаилә ҡороп, уны ҡарарға ла кәрәк бит әле...
Әйтелгән фекерҙәрҙе психологтар ҙа раҫлай. Был йәһәттән тормош йәмен юғалтҡан кеше йәшәү түгел, иҫән ҡалыу яғын хәстәрләргә мәжбур була, тип белдерә улар. Әйтеүҙәренсә, күп кенә йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр шул рәүешле криминаль донъяға инеп китә, уҡыуҙан, рухиәттән алыҫлаша. Ундай кеше эскелек, наркомания шауҡымына ла тиҙ бирешеүсән, ти психологтар. Ә йәштәр араһындағы алкоголизмдың киң йәйелеүе иһә борсоуға һала. Әммә шуны ла әйтергә кәрәк: ярлы ғаиләлә тыуып үҫкәндәр генә түгел, ә уңышлы ата-әсәнең балаһы ла наркоманияға бирелә.
Белгестәр иҫәпләүенсә, йәшәү кимәленең төшөүе һөҙөмтәһендә үҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндерергә ынтылған йәштәр күбәйә. Әйтәйек, аҡса, мода артынан ҡыуыу. Был йәһәттән кеше матди байлыҡ менән мауыға башлай, күңел асыу төп шөғөлгә әүерелә.
Ошоларҙың һөҙөмтәһендә йәшәү мәғәнәһе юғалғандай була, маяҡтар ҡыйрала, ти психологтар. Ә тормош ҡанундары менән ата-әсәләр, мәктәп кенә түгел, урам, киң мәғлүмәт саралары, үҙ тәжрибәләре лә таныштыра. Йәмәғәтселек быға күҙен йомһа инде, хөкөмһөҙлөк өҫкә ҡалҡһа, быларына йәнә йәшлек максимализмы килеп ҡушылһа, бөтөнләй бөттө баш, тиергә мөмкин, күңелдәрҙә вайымһыҙлыҡ, агрессия оялаясаҡ. Йәштәр эркелеп тороп формаль булмаған ойошмаларға ла ылығыр был осраҡта. Төрлө өлкә белгестәренең дә был йәһәттән фекерҙәре уртаҡ.
Бынан тыш, әйтеүҙәренсә, йәшлек осоронда кешегә йәнә әллә күпме мәсьәләләрҙе лә хәл итергә кәрәк. Мәҫәлән, һөнәр, йәр һайларға, тормош юлын билдәләргә, донъяға ҡарашты аныҡларға. Ә быларҙы хәл итеү иһә дәүләттең маҡсатлы, системаға һалынған сәйәсәтенән тора, тип белдерәләр.
Күптән түгел уҙған “2016 йылда бойомға ашҡан йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт һөҙөмтәләре, 2017 йылға төп маҡсаттар” тигән темаға киңәйтелгән кәңәшмәлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ошо юҫыҡта сығыш яһағайны. Бер осорҙан икенсеһенә күсеү бигерәк тә йәштәргә, нығынып өлгөрмәгәстәре, ауыр бирелгәнен белдерҙе. Был йәһәттән уларға ярҙам итеү маҡсатын ҡуйыуҙарын хәбәр итте. Һанап киткән проблемаларҙа иһә шул уҡ уҡыуҙа тыуған ҡатмарлыҡтар, эш табыу, ғаилә ҡороу мәсьәләләре әйтелде. “Әгәр беҙҙең миллионлаған йәштәребеҙ бар икән, был – бик ҙур энергия. Уға дөрөҫ һәм ыңғай йүнәлеш бирергә кәрәк”, – тине ул.
Был юҫыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү әлегәсә лә ҡаралғанын, ошо өлкәлә эштәр алып барылғанын да белдерҙе Рөстәм Хәмитов. Төрлө өлкәлә гранттар бирелеүе, “Һин – эшҡыуар”, “Йәш ғаилә”, “Йәштәр өсөн торлаҡ” программалары, йәштәр хәрәкәтенә булышлыҡ итеү – быға асыҡ миҫал. Был йәһәттән “Йәш ғаиләләргә тәүге осорҙа аяҡҡа баҫырға ярҙам итергә тейешбеҙ”, тине Рөстәм Хәмитов. Әммә шул уҡ ваҡытта кеше үҙ-үҙен ҡарау мәсьәләһен дә хәстәрләһен, тине ул. Ә эштәр артабан ошо юҫыҡта барһа, заман елдәре йәштәргә артыҡ уҫал ҡағылмаҫ тигән ышаныс тыуа.