Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ҒӘЖӘП ДОНЪЯ БИТ УЛ ТӘРЖЕМӘ!
“Урал батыр”ҙың иврит теленә тәржемәһе тураһында ысын мәғәнәһендә ғәжәпләнеп уҡыным. Билдәле яҙыусы Спартак Ильясовтың “ни сыҡһа, Көҙөй ҡыҙынан сыға” тигән лаҡабындағыса, “ни сыҡһа, Ларисанан сыға” (яҡшы мәғәнәлә, әлбиттә) тигән уй үтеп китте баштан, “Башҡортостан”дың былтырғы 27 декабрь һанында баҫылған мәҡәләһен уҡығас.
Ғәжәп итмәҫлекме ни, Израиль тиклем Израилдә “Урал батыр” тиклем үҙенсәлекле, шиғри юл менән яҙылған күләмле эпосты тәржемә иткән Израиль башҡортон тапһын әле кеше! Етмәһә, уның менән әңгәмә эшләргә лә өлгөргән дәһә ул.
Бында бигерәк тә Рауил Садиҡов әфәнденең иҫ киткес батырлығы, уның рух юға­ры­лығы, сит илдә йәшәп тә, туған теленә, туған халҡына бирел­гәнлеге һоҡландырҙы ла, шатландырҙы ла. Етмәһә, ул филолог йә иһә бүтән гуманитар фән эйәһе лә түгел бит әле. Һөнәре менән техникаға бәйле. Тәржемәсенең үҙе әйте­үенсә, ул шиғри юл менән тәржемә итергә йөрьәт итмәүе хаҡында иҫкә ала, ләкин уны сәсмә юл менән тәржемә итеүе лә был хеҙмәттең баһаһын һис кенә лә кәметмәй, тип уйлайым. Үҙебеҙҙең башҡорттар араһында ла бит эпосты сәсмә әҫәр рәүешендә бәйән итеүсе­ләр бар. Әйтәйек, ғалимә, сә­сәниә Розалия Солтангә­рәеваның “Башҡорт сәсән мәктәбе” китабында (Өфө, 2012 йыл) Әсмә Мәүләнбирҙе ҡыҙы Усманова әҫәрҙең шаҡтай өлөшөн сәсмә юл менән хикәйәләй. Быға һис тә аптырарға түгелдер. Ә Рауил әфәнденең эпосты сәсмә юл менән тәржемәләүенең, бәлки, ыңғай яҡтары ла барҙыр. Берҙән, ул хаталаныуҙан ҡас­һа, икенсенән, уның аңла­йышлылығын еткереү маҡсаты булғандыр, тип уйларға кәрәк. Нисек кенә булмаһын, был олоғара изге эште уңышлы атҡарып сыҡҡан авторға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең!
Мәҡәләне артабан уҡый торғас, минең өсөн тағы ла ҡыҙыҡлы бер асыш пәйҙә булды. Ул да булһа, Рауил Са­ди­ҡовтың әсәһе Мәхмүзә Хисаметдин ҡыҙы (беҙ уға Мәхмүзә Хисаевна тип өндәшә инек) минең элекке коллегам, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бергә эшләгән билдәле археолог ғалимә булып сыҡты. Шунан миңә Израиль башҡортоноң патриотизмы нығыраҡ аңла­шылғандай булды. Мәхмүзә Хисаметдин ҡыҙын беҙ күре­некле фән белгесе, оло иптәш, кәңәшсе, саф күңелле, ихлас кеше булараҡ ярата инек.
Әле бына ошо хөрмәтле ханымдың улы башҡорт хал­ҡы­ның мәшһүр әҫәрен иврит теленә тәржемә итеүе ысын-ысындан ғәжәп­ләндергес тә, тәбиғи ҙә кеүек булды. Ул бит төрки теле түгел, еңелме ни был тәржемә?!
Киләсәктә Рауил яҡта­шы­быҙ башҡорт халыҡ әкиәт­тәрен дә тәржемә итергә то­тонмаҡсы икән. Бик хуп. Хоҙай уға ярҙа­мын бирһен, үҙенә, ғаиләһенә һаулыҡ-сәләмәтлек, зиһененә асыҡлыҡ насип итһен.


Автор: Сәнә САБИРЙӘНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә