ҒӘЖӘП ДОНЪЯ БИТ УЛ ТӘРЖЕМӘ!03.02.2017
“Урал батыр”ҙың иврит теленә тәржемәһе тураһында ысын мәғәнәһендә ғәжәпләнеп уҡыным. Билдәле яҙыусы Спартак Ильясовтың “ни сыҡһа, Көҙөй ҡыҙынан сыға” тигән лаҡабындағыса, “ни сыҡһа, Ларисанан сыға” (яҡшы мәғәнәлә, әлбиттә) тигән уй үтеп китте баштан, “Башҡортостан”дың былтырғы 27 декабрь һанында баҫылған мәҡәләһен уҡығас.
Ғәжәп итмәҫлекме ни, Израиль тиклем Израилдә “Урал батыр” тиклем үҙенсәлекле, шиғри юл менән яҙылған күләмле эпосты тәржемә иткән Израиль башҡортон тапһын әле кеше! Етмәһә, уның менән әңгәмә эшләргә лә өлгөргән дәһә ул.
Бында бигерәк тә Рауил Садиҡов әфәнденең иҫ киткес батырлығы, уның рух юғарылығы, сит илдә йәшәп тә, туған теленә, туған халҡына бирелгәнлеге һоҡландырҙы ла, шатландырҙы ла. Етмәһә, ул филолог йә иһә бүтән гуманитар фән эйәһе лә түгел бит әле. Һөнәре менән техникаға бәйле. Тәржемәсенең үҙе әйтеүенсә, ул шиғри юл менән тәржемә итергә йөрьәт итмәүе хаҡында иҫкә ала, ләкин уны сәсмә юл менән тәржемә итеүе лә был хеҙмәттең баһаһын һис кенә лә кәметмәй, тип уйлайым. Үҙебеҙҙең башҡорттар араһында ла бит эпосты сәсмә әҫәр рәүешендә бәйән итеүселәр бар. Әйтәйек, ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның “Башҡорт сәсән мәктәбе” китабында (Өфө, 2012 йыл) Әсмә Мәүләнбирҙе ҡыҙы Усманова әҫәрҙең шаҡтай өлөшөн сәсмә юл менән хикәйәләй. Быға һис тә аптырарға түгелдер. Ә Рауил әфәнденең эпосты сәсмә юл менән тәржемәләүенең, бәлки, ыңғай яҡтары ла барҙыр. Берҙән, ул хаталаныуҙан ҡасһа, икенсенән, уның аңлайышлылығын еткереү маҡсаты булғандыр, тип уйларға кәрәк. Нисек кенә булмаһын, был олоғара изге эште уңышлы атҡарып сыҡҡан авторға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең!
Мәҡәләне артабан уҡый торғас, минең өсөн тағы ла ҡыҙыҡлы бер асыш пәйҙә булды. Ул да булһа, Рауил Садиҡовтың әсәһе Мәхмүзә Хисаметдин ҡыҙы (беҙ уға Мәхмүзә Хисаевна тип өндәшә инек) минең элекке коллегам, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бергә эшләгән билдәле археолог ғалимә булып сыҡты. Шунан миңә Израиль башҡортоноң патриотизмы нығыраҡ аңлашылғандай булды. Мәхмүзә Хисаметдин ҡыҙын беҙ күренекле фән белгесе, оло иптәш, кәңәшсе, саф күңелле, ихлас кеше булараҡ ярата инек.
Әле бына ошо хөрмәтле ханымдың улы башҡорт халҡының мәшһүр әҫәрен иврит теленә тәржемә итеүе ысын-ысындан ғәжәпләндергес тә, тәбиғи ҙә кеүек булды. Ул бит төрки теле түгел, еңелме ни был тәржемә?!
Киләсәктә Рауил яҡташыбыҙ башҡорт халыҡ әкиәттәрен дә тәржемә итергә тотонмаҡсы икән. Бик хуп. Хоҙай уға ярҙамын бирһен, үҙенә, ғаиләһенә һаулыҡ-сәләмәтлек, зиһененә асыҡлыҡ насип итһен.