Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һандыҡтағы мираҫ
Һандыҡтағы мираҫ Был һандыҡты һатып
алдым
Яҙ үтеп, йәй булғанда.
Алып ҡуяйым, тинем мин,
Ҡулда аҡса булғанда.
Һандыҡ алдым һаҡлыҡҡа —
Нәмә һалдым һаҡларға.
Үҙем үлһәм, йыйынтығым
Мираҫ булыр балаларға.

Өй түрендә ултырған күркәм һандыҡтың ҡапҡасына эс яҡтан ошондай юлдар яҙылған. Аҫтында “ғаилә йондоҙнамәһе” теркәлгән. Ғаиләләге һигеҙ баланың тыуған ваҡытын яҙып, шул көндәге һауа торошона ярашлы, киләсәктә һәр балаһының холоҡ-фиғелен дә юраған әсәйем. Шунда уҡ затлы әйберҙәр араһында беҙ бала саҡта әсәйемдең бер нисә бөхтә дәфтәре лә һаҡлана торғайны.

1990 йылда Самат ағай Ғә­биҙуллин: “Сөләймәновтар нә­ҫеленән ҡәләм тибрәтеүселәрҙең яҙмаларын йыябыҙ. Әсәйеңдең дә шиғыр-бәйеттәрен килтереп бир”, – тигәс, әсәйем Бибикамал Ҡаһарманованың һандыҡта һаҡ­ланған ошо дәфтәрҙәрен шағир ағайыбыҙға тапшыр­ғайным. Баш­ланған эше лә ҙур ине: Нәби ауы­лының сәсән тәбиғәтле кешеһе Мөхәмәтвәли Хәйрулла улы Сө­ләй­мәновтан алып, уның ейәндә­ренең дә ташҡа баҫтырырҙай яҙмаларын туплап, бер китап сығарырға ниәтләгәйне.
Ағай мәрхүм булып ҡалғас, һең­леһе Фәйрүзә материалдар туплана башлаған папка-аманатын миңә бирҙе. Уның эсендә Мө­хәмәткилде Сөләймәновтың яҙмалары, шиғыр дәфтәрҙәре, Мөхәмәтвәли Хәйрулла улы ха­ҡында күргән-ишеткән кешеләр­ҙән яҙып алынған таҡмаҡ, ши­ғыр­ҙар ҙа булған. Самат ағай ҡараламаны әҙерләй башлаған, тик береһен дә машинкала баҫ­тырып өлгөрмәгән. Шулай ҙа папкала һаҡ­ланған бер нисә яҙма авторы араһынан Бибикамал Ҡаһарма­но­ваның (Сөләймәнова­ның) төрлө йылдарҙа яҙылған бә­йет, шиғыр, мөнәжәттәренән өҙөк­тәр менән таныштырып үтмәксемен.
Беҙ “Партизан” ҡыҙҙары
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа
Колхоз “Партизан” ине.
Халҡы эшсән, ашлығы ла
Бигерәк уңа ине.
“Партизан”ды ул ваҡытта
Етәкләй Зәйнәғәле
(Сәфәрғәлин),
Илдәр тыныс, балалар шат,
Һуғыш та юҡ саҡ әле.
Һуғыш ҡаты барған саҡта
Беҙ ятманыҡ тик кенә.
Бер тиҫтер ҡыҙҙар йөрөнөк
Колхоз ҡушҡан эшенә.
Саптыҡ бесән, урҙыҡ ураҡ,
Ятманыҡ күктән һорап,
Утын-бесәнде ташыныҡ,
Үгеҙҙе егеп, һөйрәп.
Күркәтауға ебәрҙеләр
Хәҙисә менән беҙҙе.
Һыу алырлыҡ юл булһын тип,
Уйып ҡайтырға боҙҙо.
Алты ҡыҙ ағас ҡырҡабыҙ
Ашкарка урманында.
Яҙһаң, бик күп һағыш арта
Үткәнде уйлағанда.
Фәриҙә менән Хәбирә,
Ғәйниә һәм Гөлъямал…
Ағас ҡырҡыу – ирҙәр эше,
Ҡыҙҙарға ауыр яман.
Ҡарурманда йүкә һуйһаҡ,
Йөкмәп ҡайттыҡ йәйәүләп.
Ауыр булһа ла түҙгәнбеҙ,
Бер кем торманы йәлләп.
Молотилка менән иген
Һуҡты ана шул ҡыҙҙар.
Беҙ йырлап эштән
ҡайтҡанда,
Яңғырап торҙо ҡырҙар.
Көндөҙ һуғабыҙ игенде,
Төндәр үтә вилкала.
Бер ҙә ҡарышып тормайбыҙ
Тамаҡтар ас булһа ла.
Бер көн башҡарған эшебеҙ
Өс эш көнө яҙырлыҡ.
Беҙ, “Партизан” ҡыҙҙарына,
Түгел былар яңылыҡ.

Ошондай ауыр саҡтарҙа ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә­йенсә, дәртле эш һәм күтәренке рух менән йәшәй белгән ул заман йәштәре.
Кәмселекте күрә белдек, —
Их, беҙҙең тиле саҡтар! – тип яҙып та ҡуйған әсәйем ҡайһы бер бәйеттәрендә. Фермала эш­ләп йөрөгәндәрендә эш хаҡы иҫә­бенән һәр эшсегә 400-әр грамм һарыҡ йөнө ебәрәләр. Таратыл­ған йөндө ҡыҙҙар үлсәп ҡараһа­лар, 100-әр грамм тулмай, имеш. Ке­ше башына 300-әр грамм ебә­реп, мутлашҡан хужалар. Әсәйем шул ыңғайы шиғыр сығарып та ҡуя:
Колхоз беҙгә йөн биргәйне,
Бер ҡаҙаҡ була, тиеп.
Уйлағандарҙыр, моғайын,
Үлсәмәй алыр, тиеп.
Был йөндәрҙе үлсәгәндә,
Булдығыҙмы иҫерек?
Беҙгә биргән йөндәрегеҙ
Булды теүәл өс сирек.
Ошо хаҡта правлени(е)ға
Һуғайыҡмы телеграм?
Ҡуй, һуҡмайыҡ. Оят булыр:
Тулмай бары 100 грамм.
Ошо шиғырҙы айлыҡ табель эсенә һалып, Хәҙисә менән икәү­һе правлениеға тапшыралар. Иртәгәһенә таң менән килеп, партком йыйылышы уҙғарып, ҡыҙҙарҙы бешеп китәләр. Ҡыҙҙар был юлы ла яуапһыҙ ҡалмай:
Кәмселеккә шиғыр яҙып,
Ебәрҙек табель менән.
Беҙҙе партком килеп әрләй
Иртәгәһен таң менән.
МТФ-тың завфермаһы,
Исеме – Йомағужа.
Бер әрләүгә сабыр иттек:
Ул беҙгә бит ҙур хужа.
Был ваҡиғанан һуң күп тә үтмәй йыйылыштарҙың бере­һендә Хәҙисәне һәм әсәйемде яҡшы эшләгәндәре өсөн маҡтап китәләр: “Һеҙгә фиҙакәр хеҙмә­тегеҙ өсөн миҙал тейешле”, – ти партком. Вәғәҙә ителгән миҙал әхирәтенә тапшырыла. Ул ваҡыт­тарҙы иҫкә алып, әсәйем: “Хәҙи­сәгә биреп, миңә булмағас, шул тиклем уңайһыҙ булды икебеҙгә лә. Йыйылыш бөткәнсе, ҡып-ҡы­ҙыл булып, аҫҡа ҡарап ултыр­ҙым”, – ти.
Был хәл күптән онотолоп бөт­кәс, 80-се йылдарҙа Байназар ауы­лында йәшәгән Рамаҙан ағай Ишназаров, әсәй-апайҙары үлгәс, һандыҡтарын ҡутарып ултырған­да, әсәйемдең миҙалының кенә­гәһенә юлыға һәм ауылға килтереп бирә. “За отважный труд” миҙалының ҡағыҙы, йылдар үт­кәс, һуңлап булһа ла, хужаһын эҙләп таба. Ә миҙалдың ҡайҙа булғанлығы хаҡында фараз итер­гә генә ҡала.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа “Пар­тизан” колхозының ике төркөм тана-торпоһон Мәндә­ғолға ебәрә­ләр. Ҡыш көнө Ғәлимә Мөфтәхит­ди­нова менән икәүһе мал ҡарау­сы булып китә. Ғәлимә апай (мәрхүмә инде хәҙер) осраған һайын һөйләп көлөр ине:
– Һай, шаян булды ла инде Би­бикамал йәш сағында. Дәү­ләт­ғәле исемле бик сәйер Мән­дәғол егете була торғайны. Бер ваҡыт был ат менән Бөрйәндән ағас ҡырҡыусыларға аҙыҡ, ҡарал­ты тейәп, ферма янынан ҡыҙҙар йәшәгән йортҡа ҡарай-ҡарай китеп бара. Мәрәкә эҙләп йөрөгән ике ҡыҙ йүгереп сығып, Дәүләт­ғәленең атының башына йәбешә, бороп, йорт янына килтерәләр.
– Дәүләтғәле, мине бисәлеккә ал әле.
– Алмайым, алмайым.
– Ал инде. Минең бирнәм дә ғәләмәт күп.
Әсәйем атты тотоп тора, Ғәли­мә апай йүгереп йөрөп, өйҙән ҡаралты ташый башлай. Үҙҙә­ренең кәрәк-ярағын да санаға өйә, күберәк күренһен тип бесән ташыусы апайҙарҙыҡын да килтереп һала.
— Бына, ҡаралтым да күп. Ал инде мине бисәлеккә.
Ҡото осҡан Дәүләтғәле:
– Кәрәкмәй, кәрәкмәй. Минең Бөрйәндән ала торғаным өсәү, – тип саҡ ҡасып ҡотола. Ҡыҙҙар һындары ҡатып көлә-көлә, түшәк-яҫтыҡтарын ҡосаҡлап, юл буйында ятып ҡала. Шулай ауыр саҡ­тарҙы уйын-көлкө менән еңеләйтә белгәндәр.
Әсәйемә тормоштоң әсе-сөсө­һөн күп татырға тура килә. Бик ҡаты ауырып, 1968 йылда дауа­ханаға эләгә. Ҡатмарлы (ошоғаса медицина практикаһында осра­маған) операцияны Өфө ҡала­һынан килгән профессор яһай. Дауахана койкаһында байтаҡ аунарға тура килә. Түбәндә ошо ваҡыттағы яҙмаларҙан өҙөктәр:
…Минең бында ятыуға
Бер аҙнанан ай була.
Теләһә ни уйлап ятып,
Яҡты көндәр төн була.
Больницаға килгән көндә
Йөҙөм һап-һары булды.
Эсемдә шеш, бөйөр сәнсә,
Саҡ ала инем тынды.
Хирургтар һорашалар:
Нисек йөрөнөң, тиҙәр,
Бер-ике көн килмәй торһаң,
Үлер инең бит, тиҙәр.
Хәҙер инде айға яҡын
Өйҙән берәү ҙә килмәй.
Инде нимә тип әйтерһең,
Төңөлгәндәрҙер, тимәй.
Былай оҙаҡ ятырмын тип
Уйыма ла инмәне.
Минең балнисҡа ингәнде
Фәүриәм дә белмәне.
Больницанан өҫкә сығып,
Юлды ҡарап ултырҙым.
Теләһә ни уйлай торғас,
Йәш менән күҙ тултырҙым.
Кордон яҡтарынан хәҙер
Өмөт итер кешем юҡ.
Килһә килер Гәүһәр генә,
Бүтәндәрҙең эше күп.
Ҡаршытауҙа кәкүк моңо –
Тауышы тоноҡ ҡына.
Тоноҡ тауышлы кәкүктәй,
Ултырам бойоҡ ҡына.
Больницаның баҡсаһында
Үҫә(ме) икән алмалар.
Мине иҫтәренә алып,
Һағына микән балалар.
Бөрйәнде маҡтап йырлайҙар:
Ҡаршыһы – ҡара урман,
Больницанан сығарһалар,
Бер минутҡа ла тормам.
Больницаның тирә-яғын
Йәшел урман ҡаплаған.
Балаларҙы төштә күрәм,
Уйлап ятып йоҡлаһам.
Быҙауына көсө етмәй
Ҡыҙым илап йөрөйҙөр.
Эсеп алһа, атаһы ла
Балаларын әрләйҙер.
Кеше больницаға инмәҫ,
Хәле мөшкөл булмаһа.
Кеше хәлен кеше белмәй,
Үҙ башына килмәһә.

Шулай уҡ 44 йәшендә генә вафат булған ағаһына бағышлаған бәйет тә бар:
Ауырымай ҙа ғына үлеп китте
Бер бөртөк тә генә ағайым.
Ҡайғырып та ултырып йөрәк
тынмай,
Бәйет яҙып, йөрәк баҫайым.
Шул кис әсәй булған ҡунаҡта,
Тыңлағандар Ҡөрьән аятын,
Әсәйемдең өйгә ҡайтыуына
Килтергәндәр ағай мәйетен.

Ошондай ауыр минуттарҙа үҙен үҙе йыуатырлыҡ һүҙҙәр ҙә таба:

лгән арттарынан үлеп булмай,
Ҡалғаныбыҙ һауҙар булайыҡ.
Оҙон ғүмер,
Һаулыҡ, тәүфиҡ теләп,
Хоҙайға бер доға ҡылайыҡ.

Әйткәндәй, ул үҙе йәшерәк са­ғын­да ла, һуңынан да Аллаға һы­йы­нып йәшәне. Беҙҙе, ҡыҙ­ҙарын да, динде һанға һуғып йәшәргә өйрәтте.
Өйҙәге һандыҡта, моҡсайҙарҙа төрлө йылдарҙа төшкән фотолар һаҡлана. Уларҙың һәр береһенең артында ике-өс куплеттан торған шиғырҙар бар. Иң өлкән ағайы­быҙ Фәрғәттең ғаиләһе менән төшкән фотоһының артында ошондай юлдар яҙылған:
Их, балалар! Йәш ғүмерҙең
Үткәнен белмәйһегеҙ.
Туйлап алдыҡ киленде,
Быуып килдең билеңде.
Бала булғас, донъя йыйғас,
Ташлап киттең иреңде.
Бала ла бит ир етер,
Бәлки, бер килеп китер.
Күрһәтермен был фотоны,
Килер ҙә уҡып китер.

***
Алда беҙҙе ниҙәр көтә?
Берәү белмәй хәҙергә.
Алдан күрә белмәгәнгә,
Яҙмай торам әлегә,

тигән хәүефле юлдар менән тамам­лай. Яҙылған ваҡыты – 12.12.1983, төнгө сәғәт 12. Теүәл ике йылдан, ошо төндә, ошо сә­ғәт­тә, ағайыбыҙ аварияға эләгеп, фажиғәле һәләк булып ҡалды...
Эсе тулы ут-хәсрәт булған саҡ­тарҙа ла әсәйем ҡайғыһын эш менән баҫа белде. Өйҙә кистәрен музыка яңғырап торор ине. Ағай­ҙар гармун уйнай, беҙ, бәлә­кәс­тәр, “Үҙән буйы” кеүек күңелле уйындар башҡарабыҙ, бер-бере­беҙгә концерттар ҡуябыҙ. Туй­ҙар­ҙа, юбилейҙарҙа бүләгенә ҡушып, шиғыр яҙып биреү ғәҙәте лә бар ине уның.
Зәки ҡустыһының 60 йәшенә:
Темәскә киттең уҡырға,
Аяғыңда – сабата.
Бер һуңламай бара инең,
Сабата шәп атлата.
Өҫтөңә кейгән кейемең –
Аҡ юлаҡ тула сәкмән.
Уҡырға ла отҡор булдың
Бигерәк кескәй саҡтан.
Үлгән бәрәс тиреһенән
Әсәй текте бүреген.
Һин киткәс тә, ҡайғынан,
Әсәй тотто йөрәген.

Ә инде ҡустыһына аҡ бирсәт­кәләр бәйләһә, шулай тиер ине:
Йылдың булһа дүрт миҙгеле,
Була ике селләһе.
Шул селләнең икеһенең
Береһендә кейерһең.

Бындай шиғыр юлдарына түбәндәге теләк тә ҡушылыр ине:
Таба (а)лманыҡ шәп бүләк,
Теләйбеҙ изге теләк.
Был ғүмерҙең ҡәҙ(е)рен белеп,
Йәшәгеҙ, әйҙә, гөрләп.

Табын-мәжлестәрҙә мә­рә­кәсел булды. Уныңса, йыр менән бейеү табындың төп өлө­шө ине. Әсәйем һәр саҡ кинәйәләп һөйләргә яратты. Хәтеремдә, юл йөрөгәндә берәйһе:
– Әй, һин теге Әхмәт-Зәкиҙәр­ҙең өлкән апайҙарымы ул? – тип һораһа:
– Юҡ, мин Зәкиҙең әсәһенең кинйә ҡыҙының иренең ҡайын­бикәһе, – тип яуап ҡайтара.
Йә булмаһа, “Кордон Мөхәмәт­йәндең ҡатыны түгелме?” тигән һорауға “Мөхәмәтйәндең ҡаты­ны­ның ҡәйнәһенең улының хәләл ефете”, – тип яуаплар була. Зи­һен­лерәктәре баш сайҡап көлә, аң­ламағандары: “Ә-ә-ә”, – тип йөп­ләү менән генә сикләнер ине.
Өлкән апай-ағайымдарға йәш саҡта ауыл клубында рәхәтләнеп күңел асырға мөмкинлектәр булманы – клуб мөдире теләге буйынса: асһа аса, асмаһа – юҡ. Йәштәр клуб һикәлтәһендә “әхритә” (киске уйын-бейеү беҙҙә шулай атала) һуғырға мәжбүр.
Байрам булғас, йәштәр ҡайта
Төрлө яҡтан ауылға.
Көрәк ҙурлыҡ йоҙаҡ тора
Кис к(ы)лубҡа барыуға.
Беҙҙең клубтың ишеге
Ҡиб(ы)лаға ҡараған.
Беҙҙең йәштәргә бейергә
Һикәлтә лә яраған.
Клубыбыҙҙың хужаһы —
Начальник йәмәғәте.
Байрамда ла замок тора,
Был ниндәй ғәләмәт ул,

тип яҙа һалып бирә лә улына тоттора. Ағай мәрхүм кис уйынға сыҡҡанда ишеккә элеп китә. Иртә­гәһенә был яҙыуҙы клуб мөдире һыуға барғанда күреп ҡала.
Әлбиттә, бындай төртмә таҡ­маҡ­тарҙы аңлағаны ла, ҡабул ит­мәгәне лә булғандыр. Ундай таҡ­маҡтарҙан атайымдан алып лес­промхоздың завхоз, мас­терҙа­ры­на тиклем ҡоро ҡалмай торғайны. Шулай ҙа әсәйемдең шаян хол­ҡон мәрәкә итеп әле булһа ла һөйләйҙәр.
…1997 йылдың декабре. Хә­үефләнеп, башта мең төрлө уй сыуалтып, республика онкология дауаханаһының ишеге төбөндә торам. Аҡ халатты иң­дәремә һалып, әкрен генә баҫҡыс буйлап күтәреләм. Әсәйем ятҡан палата янында баҫып ҡалдым: илап ебәрмәһә генә ярар ине. Шул саҡ эстән көлгән тауыштар ишетеп, ғәжәп ҡылып, ишекте асып ебәр­ҙем. Әсәйем палата­лағыларҙың һәр береһенә арнап яҙылған шиғырҙар уҡый, аңлаған баш­ҡорто, татары һындары ҡатып көлә. Шиғыр эстәлеген аңлауҙан мәхрүм удмурт менән мәрйәләр иһә, үҙ исемдәрен ишетеп, йыл­майышҡан була. Иншалла, ауыр саҡтарҙа төшөнкөлөккә бирел­мәйсә, күтәренке рух менән йәшәү, оптимистик ҡараш ғүмер-ғүмергә әсәйемдең айырылғыһыҙ юлдашы булды.
Һандыҡтағы яҙыуҙар бер хазина булһа, әсәйебеҙ үҙе, уның күңел байлығы – беҙгә, балаларына, тағы бер иң оло, иң ҡәҙерле мираҫ. Был һүҙгә башҡа мәғәнә өҫтәү ҙә кәрәкмәйҙер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872