Был һандыҡты һатып
алдым
Яҙ үтеп, йәй булғанда.
Алып ҡуяйым, тинем мин,
Ҡулда аҡса булғанда.
Һандыҡ алдым һаҡлыҡҡа —
Нәмә һалдым һаҡларға.
Үҙем үлһәм, йыйынтығым
Мираҫ булыр балаларға.
Өй түрендә ултырған күркәм һандыҡтың ҡапҡасына эс яҡтан ошондай юлдар яҙылған. Аҫтында “ғаилә йондоҙнамәһе” теркәлгән. Ғаиләләге һигеҙ баланың тыуған ваҡытын яҙып, шул көндәге һауа торошона ярашлы, киләсәктә һәр балаһының холоҡ-фиғелен дә юраған әсәйем. Шунда уҡ затлы әйберҙәр араһында беҙ бала саҡта әсәйемдең бер нисә бөхтә дәфтәре лә һаҡлана торғайны. 1990 йылда Самат ағай Ғәбиҙуллин: “Сөләймәновтар нәҫеленән ҡәләм тибрәтеүселәрҙең яҙмаларын йыябыҙ. Әсәйеңдең дә шиғыр-бәйеттәрен килтереп бир”, – тигәс, әсәйем Бибикамал Ҡаһарманованың һандыҡта һаҡланған ошо дәфтәрҙәрен шағир ағайыбыҙға тапшырғайным. Башланған эше лә ҙур ине: Нәби ауылының сәсән тәбиғәтле кешеһе Мөхәмәтвәли Хәйрулла улы Сөләймәновтан алып, уның ейәндәренең дә ташҡа баҫтырырҙай яҙмаларын туплап, бер китап сығарырға ниәтләгәйне.
Ағай мәрхүм булып ҡалғас, һеңлеһе Фәйрүзә материалдар туплана башлаған папка-аманатын миңә бирҙе. Уның эсендә Мөхәмәткилде Сөләймәновтың яҙмалары, шиғыр дәфтәрҙәре, Мөхәмәтвәли Хәйрулла улы хаҡында күргән-ишеткән кешеләрҙән яҙып алынған таҡмаҡ, шиғырҙар ҙа булған. Самат ағай ҡараламаны әҙерләй башлаған, тик береһен дә машинкала баҫтырып өлгөрмәгән. Шулай ҙа папкала һаҡланған бер нисә яҙма авторы араһынан Бибикамал Ҡаһарманованың (Сөләймәнованың) төрлө йылдарҙа яҙылған бәйет, шиғыр, мөнәжәттәренән өҙөктәр менән таныштырып үтмәксемен.
Беҙ “Партизан” ҡыҙҙарыБеҙ бәләкәй саҡтарҙа
Колхоз “Партизан” ине.
Халҡы эшсән, ашлығы ла
Бигерәк уңа ине.
“Партизан”ды ул ваҡытта
Етәкләй Зәйнәғәле
(Сәфәрғәлин),
Илдәр тыныс, балалар шат,
Һуғыш та юҡ саҡ әле.
Һуғыш ҡаты барған саҡта
Беҙ ятманыҡ тик кенә.
Бер тиҫтер ҡыҙҙар йөрөнөк
Колхоз ҡушҡан эшенә.
Саптыҡ бесән, урҙыҡ ураҡ,
Ятманыҡ күктән һорап,
Утын-бесәнде ташыныҡ,
Үгеҙҙе егеп, һөйрәп.
Күркәтауға ебәрҙеләр
Хәҙисә менән беҙҙе.
Һыу алырлыҡ юл булһын тип,
Уйып ҡайтырға боҙҙо.
Алты ҡыҙ ағас ҡырҡабыҙ
Ашкарка урманында.
Яҙһаң, бик күп һағыш арта
Үткәнде уйлағанда.
Фәриҙә менән Хәбирә,
Ғәйниә һәм Гөлъямал…
Ағас ҡырҡыу – ирҙәр эше,
Ҡыҙҙарға ауыр яман.
Ҡарурманда йүкә һуйһаҡ,
Йөкмәп ҡайттыҡ йәйәүләп.
Ауыр булһа ла түҙгәнбеҙ,
Бер кем торманы йәлләп.
Молотилка менән иген
Һуҡты ана шул ҡыҙҙар.
Беҙ йырлап эштән
ҡайтҡанда,
Яңғырап торҙо ҡырҙар.
Көндөҙ һуғабыҙ игенде,
Төндәр үтә вилкала.
Бер ҙә ҡарышып тормайбыҙ
Тамаҡтар ас булһа ла.
Бер көн башҡарған эшебеҙ
Өс эш көнө яҙырлыҡ.
Беҙ, “Партизан” ҡыҙҙарына,
Түгел былар яңылыҡ.Ошондай ауыр саҡтарҙа ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, дәртле эш һәм күтәренке рух менән йәшәй белгән ул заман йәштәре.
Кәмселекте күрә белдек, —
Их, беҙҙең тиле саҡтар! – тип яҙып та ҡуйған әсәйем ҡайһы бер бәйеттәрендә. Фермала эшләп йөрөгәндәрендә эш хаҡы иҫәбенән һәр эшсегә 400-әр грамм һарыҡ йөнө ебәрәләр. Таратылған йөндө ҡыҙҙар үлсәп ҡараһалар, 100-әр грамм тулмай, имеш. Кеше башына 300-әр грамм ебәреп, мутлашҡан хужалар. Әсәйем шул ыңғайы шиғыр сығарып та ҡуя:
Колхоз беҙгә йөн биргәйне,
Бер ҡаҙаҡ була, тиеп.
Уйлағандарҙыр, моғайын,
Үлсәмәй алыр, тиеп.
Был йөндәрҙе үлсәгәндә,
Булдығыҙмы иҫерек?
Беҙгә биргән йөндәрегеҙ
Булды теүәл өс сирек.
Ошо хаҡта правлени(е)ға
Һуғайыҡмы телеграм?
Ҡуй, һуҡмайыҡ. Оят булыр:
Тулмай бары 100 грамм.
Ошо шиғырҙы айлыҡ табель эсенә һалып, Хәҙисә менән икәүһе правлениеға тапшыралар. Иртәгәһенә таң менән килеп, партком йыйылышы уҙғарып, ҡыҙҙарҙы бешеп китәләр. Ҡыҙҙар был юлы ла яуапһыҙ ҡалмай:
Кәмселеккә шиғыр яҙып,
Ебәрҙек табель менән.
Беҙҙе партком килеп әрләй
Иртәгәһен таң менән.
МТФ-тың завфермаһы,
Исеме – Йомағужа.
Бер әрләүгә сабыр иттек:
Ул беҙгә бит ҙур хужа.
Был ваҡиғанан һуң күп тә үтмәй йыйылыштарҙың береһендә Хәҙисәне һәм әсәйемде яҡшы эшләгәндәре өсөн маҡтап китәләр: “Һеҙгә фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн миҙал тейешле”, – ти партком. Вәғәҙә ителгән миҙал әхирәтенә тапшырыла. Ул ваҡыттарҙы иҫкә алып, әсәйем: “Хәҙисәгә биреп, миңә булмағас, шул тиклем уңайһыҙ булды икебеҙгә лә. Йыйылыш бөткәнсе, ҡып-ҡыҙыл булып, аҫҡа ҡарап ултырҙым”, – ти.
Был хәл күптән онотолоп бөткәс, 80-се йылдарҙа Байназар ауылында йәшәгән Рамаҙан ағай Ишназаров, әсәй-апайҙары үлгәс, һандыҡтарын ҡутарып ултырғанда, әсәйемдең миҙалының кенәгәһенә юлыға һәм ауылға килтереп бирә. “За отважный труд” миҙалының ҡағыҙы, йылдар үткәс, һуңлап булһа ла, хужаһын эҙләп таба. Ә миҙалдың ҡайҙа булғанлығы хаҡында фараз итергә генә ҡала.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа “Партизан” колхозының ике төркөм тана-торпоһон Мәндәғолға ебәрәләр. Ҡыш көнө Ғәлимә Мөфтәхитдинова менән икәүһе мал ҡараусы булып китә. Ғәлимә апай (мәрхүмә инде хәҙер) осраған һайын һөйләп көлөр ине:
– Һай, шаян булды ла инде Бибикамал йәш сағында. Дәүләтғәле исемле бик сәйер Мәндәғол егете була торғайны. Бер ваҡыт был ат менән Бөрйәндән ағас ҡырҡыусыларға аҙыҡ, ҡаралты тейәп, ферма янынан ҡыҙҙар йәшәгән йортҡа ҡарай-ҡарай китеп бара. Мәрәкә эҙләп йөрөгән ике ҡыҙ йүгереп сығып, Дәүләтғәленең атының башына йәбешә, бороп, йорт янына килтерәләр.
– Дәүләтғәле, мине бисәлеккә ал әле.
– Алмайым, алмайым.
– Ал инде. Минең бирнәм дә ғәләмәт күп.
Әсәйем атты тотоп тора, Ғәлимә апай йүгереп йөрөп, өйҙән ҡаралты ташый башлай. Үҙҙәренең кәрәк-ярағын да санаға өйә, күберәк күренһен тип бесән ташыусы апайҙарҙыҡын да килтереп һала.
— Бына, ҡаралтым да күп. Ал инде мине бисәлеккә.
Ҡото осҡан Дәүләтғәле:
– Кәрәкмәй, кәрәкмәй. Минең Бөрйәндән ала торғаным өсәү, – тип саҡ ҡасып ҡотола. Ҡыҙҙар һындары ҡатып көлә-көлә, түшәк-яҫтыҡтарын ҡосаҡлап, юл буйында ятып ҡала. Шулай ауыр саҡтарҙы уйын-көлкө менән еңеләйтә белгәндәр.
Әсәйемә тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татырға тура килә. Бик ҡаты ауырып, 1968 йылда дауаханаға эләгә. Ҡатмарлы (ошоғаса медицина практикаһында осрамаған) операцияны Өфө ҡалаһынан килгән профессор яһай. Дауахана койкаһында байтаҡ аунарға тура килә. Түбәндә ошо ваҡыттағы яҙмаларҙан өҙөктәр:
…Минең бында ятыуға
Бер аҙнанан ай була.
Теләһә ни уйлап ятып,
Яҡты көндәр төн була.
Больницаға килгән көндә
Йөҙөм һап-һары булды.
Эсемдә шеш, бөйөр сәнсә,
Саҡ ала инем тынды.
Хирургтар һорашалар:
Нисек йөрөнөң, тиҙәр,
Бер-ике көн килмәй торһаң,
Үлер инең бит, тиҙәр.
Хәҙер инде айға яҡын
Өйҙән берәү ҙә килмәй.
Инде нимә тип әйтерһең,
Төңөлгәндәрҙер, тимәй.
Былай оҙаҡ ятырмын тип
Уйыма ла инмәне.
Минең балнисҡа ингәнде
Фәүриәм дә белмәне.
Больницанан өҫкә сығып,
Юлды ҡарап ултырҙым.
Теләһә ни уйлай торғас,
Йәш менән күҙ тултырҙым.
Кордон яҡтарынан хәҙер
Өмөт итер кешем юҡ.
Килһә килер Гәүһәр генә,
Бүтәндәрҙең эше күп.
Ҡаршытауҙа кәкүк моңо –
Тауышы тоноҡ ҡына.
Тоноҡ тауышлы кәкүктәй,
Ултырам бойоҡ ҡына.
Больницаның баҡсаһында
Үҫә(ме) икән алмалар.
Мине иҫтәренә алып,
Һағына микән балалар.
Бөрйәнде маҡтап йырлайҙар:
Ҡаршыһы – ҡара урман,
Больницанан сығарһалар,
Бер минутҡа ла тормам.
Больницаның тирә-яғын
Йәшел урман ҡаплаған.
Балаларҙы төштә күрәм,
Уйлап ятып йоҡлаһам.
Быҙауына көсө етмәй
Ҡыҙым илап йөрөйҙөр.
Эсеп алһа, атаһы ла
Балаларын әрләйҙер.
Кеше больницаға инмәҫ,
Хәле мөшкөл булмаһа.
Кеше хәлен кеше белмәй,
Үҙ башына килмәһә.Шулай уҡ 44 йәшендә генә вафат булған ағаһына бағышлаған бәйет тә бар:
Ауырымай ҙа ғына үлеп китте
Бер бөртөк тә генә ағайым.
Ҡайғырып та ултырып йөрәк
тынмай,
Бәйет яҙып, йөрәк баҫайым.
Шул кис әсәй булған ҡунаҡта,
Тыңлағандар Ҡөрьән аятын,
Әсәйемдең өйгә ҡайтыуына
Килтергәндәр ағай мәйетен.Ошондай ауыр минуттарҙа үҙен үҙе йыуатырлыҡ һүҙҙәр ҙә таба:
лгән арттарынан үлеп булмай,
Ҡалғаныбыҙ һауҙар булайыҡ.
Оҙон ғүмер,
Һаулыҡ, тәүфиҡ теләп,
Хоҙайға бер доға ҡылайыҡ.Әйткәндәй, ул үҙе йәшерәк сағында ла, һуңынан да Аллаға һыйынып йәшәне. Беҙҙе, ҡыҙҙарын да, динде һанға һуғып йәшәргә өйрәтте.
Өйҙәге һандыҡта, моҡсайҙарҙа төрлө йылдарҙа төшкән фотолар һаҡлана. Уларҙың һәр береһенең артында ике-өс куплеттан торған шиғырҙар бар. Иң өлкән ағайыбыҙ Фәрғәттең ғаиләһе менән төшкән фотоһының артында ошондай юлдар яҙылған:
Их, балалар! Йәш ғүмерҙең
Үткәнен белмәйһегеҙ.
Туйлап алдыҡ киленде,
Быуып килдең билеңде.
Бала булғас, донъя йыйғас,
Ташлап киттең иреңде.
Бала ла бит ир етер,
Бәлки, бер килеп китер.
Күрһәтермен был фотоны,
Килер ҙә уҡып китер.***
Алда беҙҙе ниҙәр көтә?
Берәү белмәй хәҙергә.
Алдан күрә белмәгәнгә,
Яҙмай торам әлегә,тигән хәүефле юлдар менән тамамлай. Яҙылған ваҡыты – 12.12.1983, төнгө сәғәт 12. Теүәл ике йылдан, ошо төндә, ошо сәғәттә, ағайыбыҙ аварияға эләгеп, фажиғәле һәләк булып ҡалды...
Эсе тулы ут-хәсрәт булған саҡтарҙа ла әсәйем ҡайғыһын эш менән баҫа белде. Өйҙә кистәрен музыка яңғырап торор ине. Ағайҙар гармун уйнай, беҙ, бәләкәстәр, “Үҙән буйы” кеүек күңелле уйындар башҡарабыҙ, бер-беребеҙгә концерттар ҡуябыҙ. Туйҙарҙа, юбилейҙарҙа бүләгенә ҡушып, шиғыр яҙып биреү ғәҙәте лә бар ине уның.
Зәки ҡустыһының 60 йәшенә:
Темәскә киттең уҡырға,
Аяғыңда – сабата.
Бер һуңламай бара инең,
Сабата шәп атлата.
Өҫтөңә кейгән кейемең –
Аҡ юлаҡ тула сәкмән.
Уҡырға ла отҡор булдың
Бигерәк кескәй саҡтан.
Үлгән бәрәс тиреһенән
Әсәй текте бүреген.
Һин киткәс тә, ҡайғынан,
Әсәй тотто йөрәген.Ә инде ҡустыһына аҡ бирсәткәләр бәйләһә, шулай тиер ине:
Йылдың булһа дүрт миҙгеле,
Була ике селләһе.
Шул селләнең икеһенең
Береһендә кейерһең.Бындай шиғыр юлдарына түбәндәге теләк тә ҡушылыр ине:
Таба (а)лманыҡ шәп бүләк,
Теләйбеҙ изге теләк.
Был ғүмерҙең ҡәҙ(е)рен белеп,
Йәшәгеҙ, әйҙә, гөрләп.Табын-мәжлестәрҙә мәрәкәсел булды. Уныңса, йыр менән бейеү табындың төп өлөшө ине. Әсәйем һәр саҡ кинәйәләп һөйләргә яратты. Хәтеремдә, юл йөрөгәндә берәйһе:
– Әй, һин теге Әхмәт-Зәкиҙәрҙең өлкән апайҙарымы ул? – тип һораһа:
– Юҡ, мин Зәкиҙең әсәһенең кинйә ҡыҙының иренең ҡайынбикәһе, – тип яуап ҡайтара.
Йә булмаһа, “Кордон Мөхәмәтйәндең ҡатыны түгелме?” тигән һорауға “Мөхәмәтйәндең ҡатынының ҡәйнәһенең улының хәләл ефете”, – тип яуаплар була. Зиһенлерәктәре баш сайҡап көлә, аңламағандары: “Ә-ә-ә”, – тип йөпләү менән генә сикләнер ине.
Өлкән апай-ағайымдарға йәш саҡта ауыл клубында рәхәтләнеп күңел асырға мөмкинлектәр булманы – клуб мөдире теләге буйынса: асһа аса, асмаһа – юҡ. Йәштәр клуб һикәлтәһендә “әхритә” (киске уйын-бейеү беҙҙә шулай атала) һуғырға мәжбүр.
Байрам булғас, йәштәр ҡайта
Төрлө яҡтан ауылға.
Көрәк ҙурлыҡ йоҙаҡ тора
Кис к(ы)лубҡа барыуға.
Беҙҙең клубтың ишеге
Ҡиб(ы)лаға ҡараған.
Беҙҙең йәштәргә бейергә
Һикәлтә лә яраған.
Клубыбыҙҙың хужаһы —
Начальник йәмәғәте.
Байрамда ла замок тора,
Был ниндәй ғәләмәт ул,тип яҙа һалып бирә лә улына тоттора. Ағай мәрхүм кис уйынға сыҡҡанда ишеккә элеп китә. Иртәгәһенә был яҙыуҙы клуб мөдире һыуға барғанда күреп ҡала.
Әлбиттә, бындай төртмә таҡмаҡтарҙы аңлағаны ла, ҡабул итмәгәне лә булғандыр. Ундай таҡмаҡтарҙан атайымдан алып леспромхоздың завхоз, мастерҙарына тиклем ҡоро ҡалмай торғайны. Шулай ҙа әсәйемдең шаян холҡон мәрәкә итеп әле булһа ла һөйләйҙәр.
…1997 йылдың декабре. Хәүефләнеп, башта мең төрлө уй сыуалтып, республика онкология дауаханаһының ишеге төбөндә торам. Аҡ халатты иңдәремә һалып, әкрен генә баҫҡыс буйлап күтәреләм. Әсәйем ятҡан палата янында баҫып ҡалдым: илап ебәрмәһә генә ярар ине. Шул саҡ эстән көлгән тауыштар ишетеп, ғәжәп ҡылып, ишекте асып ебәрҙем. Әсәйем палаталағыларҙың һәр береһенә арнап яҙылған шиғырҙар уҡый, аңлаған башҡорто, татары һындары ҡатып көлә. Шиғыр эстәлеген аңлауҙан мәхрүм удмурт менән мәрйәләр иһә, үҙ исемдәрен ишетеп, йылмайышҡан була. Иншалла, ауыр саҡтарҙа төшөнкөлөккә бирелмәйсә, күтәренке рух менән йәшәү, оптимистик ҡараш ғүмер-ғүмергә әсәйемдең айырылғыһыҙ юлдашы булды.
Һандыҡтағы яҙыуҙар бер хазина булһа, әсәйебеҙ үҙе, уның күңел байлығы – беҙгә, балаларына, тағы бер иң оло, иң ҡәҙерле мираҫ. Был һүҙгә башҡа мәғәнә өҫтәү ҙә кәрәкмәйҙер.