Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡорт парфюмеры
Башҡорт парфюмеры Бөйөк немец шағиры Фридрих Шиллер өҫтәлендә серек алмалар торһа ғына илһамланып ижадҡа тотона алған. Башҡаларҙың башын әйләндергән был еҫ Шиллерҙа яңынан-яңы шиғырҙар тыуыуға булышлыҡ иткән. Билдәле шәхес Мерилин Монро: “Хушбуй яратмаған ҡатын-ҡыҙ юҡ, үҙҙәренә тәғәйен еҫте таба алғандар ғына һирәк”, – тип әйтер булған. Һуңғы арала ароматерапия ҙур танылыу яуланы тиһәк, һис яңылыш булмаҫ. Әйткәндәй, еҫтәр кешенең тормошонда ҙур роль уйнай. “Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, беҙ дуҫтарҙы, магазиндарҙы, тормош иптәшен еҫ буйынса һайлайбыҙ” тигән фекерҙә аромастилист Лира Арыҫланова. Уның айырылып торған үҙенсәлеге – еҫтәрҙе нескә тойоу һәләте.
Был бала саҡта уҡ һиҙелә. “Килгән ҡунаҡ тәмле еҫле булһа – янына барам, ә еҫе оҡшамаһа, ҡаса инем. Берәйһенең өйөнә барһам, мине иң ҡыҙыҡһындырғаны көҙгө ине. Рөхсәт һорап, шунда булыша торғайным”, – тип хәтерләй Лира. Бөгөн Лира Арыҫланова аромастилист булып уңышлы эшләп йөрөй. Лира кешенең холҡон, күңел торошон тойоп, уға тәғәйен хушбуй һайлап бирә ала. Ҡатын-ҡыҙға уларҙың исемдәрен яҙып, магазинға барып, һатып алырға ғына ҡала.
Төп һөнәре буйынса Лира – табип-инфекционист. Әйткәндәй, уның еҫтәрҙе тойоу һәләте эшендә лә ярҙам итә. Баҡһаң, еҫ ярҙамында диагноз ҡуйған осраҡтары ла булған. “Бер ваҡыт миңә бер баланы килтерҙеләр. Кәйефе шәп, уйнай. Ҡарап тороуға һис ауырыу бала тип әйтмәҫһең. Тик тикшереү барышында, танауыма ацетон еҫе бәрелде. Һуңынан ысынлап та был баланың организмына шыйыҡса етмәүе асыҡланды”, – тип хәтерләй Лира.
Танау һиҙгерлеге ярҙамында ул бер нисә тапҡыр туберкулез сирен дә асыҡлаған. “Бер кеше килеп инде. Еҫен һиҙеп ҡалдым. Туберкулез! Тикшереүгә ебәргәс, диагнозы раҫ­ланды”, – ти табип.
Хушбуйҙар тураһында геройым сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер.
– Йыш ҡына ир-ат, ҡатын-ҡыҙ бүләк ителгән, дуҫтары һайлашҡан, рекламанан күргән, һатыусы кәңәше буйынса һатып алынған хушбуйҙы ҡуллана. Бындай еҫтәрҙе беҙ бер ниндәй ҡәнәғәтлек тойғоһо кисермәйенсә “кейәбеҙ”. Ароматерапия тамырҙары тарихҡа инеп китә. Эфирлы майҙар боронғо ваҡыттарҙа кешеләрҙе төрлө ауырыуҙан дауалауҙа ҡулланылған. Еҫтәр беҙҙе көн һайын биләп ала. Кешенең танауы көнөнә әллә нисә төр еҫ менән осраша. Кеше һәр ваҡыт ҡәнәғәтлек тойғоһона ынтыла. Ә был осраҡта еҫтәр төп ролдәрҙең береһен уйнай. Кеше яҡшы еҫтәр менән үҙен урата, ә алама еҫтәрҙән ҡасырға тырыша. Сәскә атҡан баҡса, яҙғы баҫыу еҫтәре кәйефте күтәрә, урманда йөрөү кешене тынысландыра, ял иттерә. Дөрөҫ һайланмаған хушбуй тормошто, һиңә булған мөнәсәбәтте кирегә үҙгәртә ала. Насар еҫтәр кәйефте ҡырып ҡына ҡалмай, хатта тәндең темпе­ра­тураһын күтәреүе, ризыҡҡа ҡарата битарафлыҡ тыуҙырыуы ла ихтимал. Иң мөһиме – хушбуйҙы таҙа тәнгә аҙ ғына һөртөргә кәрәк. Сәскә лә бер аҙ һибергә була, – ти Лира.
Белгестең кәңәштәренә һеҙ ҙә ҡолаҡ һалығыҙ.
Хушбуй һатып алыу ҡағиҙәләре:
• Ниндәй осраҡ өсөн хушбуй һайлаға­ның­ды алдан билдәлә: эшкәме, осрашыу­ғамы.
• Парфюмерия магазинына иртәнге һәм көндөҙгө ваҡытта йөрөү яҡшыраҡ.
• Бер барғанда дүрт-биш төрлөнән артыҡты еҫкәмәҫкә.
• Еҫте мотлаҡ блоттерҙа “тыңлап” ҡарарға, шунан ғына оҡшаған икәүһен ҡулдың беләҙек тәңгәленә һөртөргә.
• Тәнгә һөртөлгән еҫте саф һауала еҫкәү мөһим йәки өйгә ҡайтҡас.
• Хушбуйҙы көнөндә үк алырға ашыҡмаҫ­ҡа кәрәк. Иртәгәһенә алһағыҙ, уның нескәле­ген тойоп өлгөрөрһөгөҙ, бөтә ноталарҙың асыл­ғанын да белерһегеҙ. Иң мөһиме – бары тик үҙ һиҙемләүегеҙгә ышанығыҙ.
Хушбуй һайлағанда беренсе сиратта үҙе­геҙҙең холҡоғоҙҙо күҙ уңында тотоғоҙ. Мәҫәлән, романтик осрашыуға барғанда ҡыҙҙар үҙенең нәзәкәтлеген белгерткән хушбуй һөртөргә кәңәш итер инем, ти Лира. Ә бына ир-егеттәрҙең хушбуйы уларҙың көслө заттан булыуын һиҙҙертеп торорға тейеш.
Хушбуйҙың өҫкө (башланғыс) ноталары 5-15 минут эсендә асыла. Бында үлән, цитрус­тар, сафлыҡ еҫтәре. Йөрәк ноталары (сәскә, емеш-еләк, ағас) киләһе 10-20 минут дауамында асыла һәм өс сәғәткә яҡын һиҙелә. Шлейф ноталары (мисек, амбра, ауыр бальзамдар, ыҫмала, мүк) йөрәк ноталары менән бергә асыла һәм 6-8 сәғәт буйы еҫе сыға.


Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә