Бөйөк немец шағиры Фридрих Шиллер өҫтәлендә серек алмалар торһа ғына илһамланып ижадҡа тотона алған. Башҡаларҙың башын әйләндергән был еҫ Шиллерҙа яңынан-яңы шиғырҙар тыуыуға булышлыҡ иткән. Билдәле шәхес Мерилин Монро: “Хушбуй яратмаған ҡатын-ҡыҙ юҡ, үҙҙәренә тәғәйен еҫте таба алғандар ғына һирәк”, – тип әйтер булған. Һуңғы арала ароматерапия ҙур танылыу яуланы тиһәк, һис яңылыш булмаҫ. Әйткәндәй, еҫтәр кешенең тормошонда ҙур роль уйнай. “Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, беҙ дуҫтарҙы, магазиндарҙы, тормош иптәшен еҫ буйынса һайлайбыҙ” тигән фекерҙә аромастилист Лира Арыҫланова. Уның айырылып торған үҙенсәлеге – еҫтәрҙе нескә тойоу һәләте. Был бала саҡта уҡ һиҙелә. “Килгән ҡунаҡ тәмле еҫле булһа – янына барам, ә еҫе оҡшамаһа, ҡаса инем. Берәйһенең өйөнә барһам, мине иң ҡыҙыҡһындырғаны көҙгө ине. Рөхсәт һорап, шунда булыша торғайным”, – тип хәтерләй Лира. Бөгөн Лира Арыҫланова аромастилист булып уңышлы эшләп йөрөй. Лира кешенең холҡон, күңел торошон тойоп, уға тәғәйен хушбуй һайлап бирә ала. Ҡатын-ҡыҙға уларҙың исемдәрен яҙып, магазинға барып, һатып алырға ғына ҡала.
Төп һөнәре буйынса Лира – табип-инфекционист. Әйткәндәй, уның еҫтәрҙе тойоу һәләте эшендә лә ярҙам итә. Баҡһаң, еҫ ярҙамында диагноз ҡуйған осраҡтары ла булған. “Бер ваҡыт миңә бер баланы килтерҙеләр. Кәйефе шәп, уйнай. Ҡарап тороуға һис ауырыу бала тип әйтмәҫһең. Тик тикшереү барышында, танауыма ацетон еҫе бәрелде. Һуңынан ысынлап та был баланың организмына шыйыҡса етмәүе асыҡланды”, – тип хәтерләй Лира.
Танау һиҙгерлеге ярҙамында ул бер нисә тапҡыр туберкулез сирен дә асыҡлаған. “Бер кеше килеп инде. Еҫен һиҙеп ҡалдым. Туберкулез! Тикшереүгә ебәргәс, диагнозы раҫланды”, – ти табип.
Хушбуйҙар тураһында геройым сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер.
– Йыш ҡына ир-ат, ҡатын-ҡыҙ бүләк ителгән, дуҫтары һайлашҡан, рекламанан күргән, һатыусы кәңәше буйынса һатып алынған хушбуйҙы ҡуллана. Бындай еҫтәрҙе беҙ бер ниндәй ҡәнәғәтлек тойғоһо кисермәйенсә “кейәбеҙ”. Ароматерапия тамырҙары тарихҡа инеп китә. Эфирлы майҙар боронғо ваҡыттарҙа кешеләрҙе төрлө ауырыуҙан дауалауҙа ҡулланылған. Еҫтәр беҙҙе көн һайын биләп ала. Кешенең танауы көнөнә әллә нисә төр еҫ менән осраша. Кеше һәр ваҡыт ҡәнәғәтлек тойғоһона ынтыла. Ә был осраҡта еҫтәр төп ролдәрҙең береһен уйнай. Кеше яҡшы еҫтәр менән үҙен урата, ә алама еҫтәрҙән ҡасырға тырыша. Сәскә атҡан баҡса, яҙғы баҫыу еҫтәре кәйефте күтәрә, урманда йөрөү кешене тынысландыра, ял иттерә. Дөрөҫ һайланмаған хушбуй тормошто, һиңә булған мөнәсәбәтте кирегә үҙгәртә ала. Насар еҫтәр кәйефте ҡырып ҡына ҡалмай, хатта тәндең температураһын күтәреүе, ризыҡҡа ҡарата битарафлыҡ тыуҙырыуы ла ихтимал. Иң мөһиме – хушбуйҙы таҙа тәнгә аҙ ғына һөртөргә кәрәк. Сәскә лә бер аҙ һибергә була, – ти Лира.
Белгестең кәңәштәренә һеҙ ҙә ҡолаҡ һалығыҙ.
Хушбуй һатып алыу ҡағиҙәләре:
• Ниндәй осраҡ өсөн хушбуй һайлағаныңды алдан билдәлә: эшкәме, осрашыуғамы.
• Парфюмерия магазинына иртәнге һәм көндөҙгө ваҡытта йөрөү яҡшыраҡ.
• Бер барғанда дүрт-биш төрлөнән артыҡты еҫкәмәҫкә.
• Еҫте мотлаҡ блоттерҙа “тыңлап” ҡарарға, шунан ғына оҡшаған икәүһен ҡулдың беләҙек тәңгәленә һөртөргә.
• Тәнгә һөртөлгән еҫте саф һауала еҫкәү мөһим йәки өйгә ҡайтҡас.
• Хушбуйҙы көнөндә үк алырға ашыҡмаҫҡа кәрәк. Иртәгәһенә алһағыҙ, уның нескәлеген тойоп өлгөрөрһөгөҙ, бөтә ноталарҙың асылғанын да белерһегеҙ. Иң мөһиме – бары тик үҙ һиҙемләүегеҙгә ышанығыҙ.
Хушбуй һайлағанда беренсе сиратта үҙегеҙҙең холҡоғоҙҙо күҙ уңында тотоғоҙ. Мәҫәлән, романтик осрашыуға барғанда ҡыҙҙар үҙенең нәзәкәтлеген белгерткән хушбуй һөртөргә кәңәш итер инем, ти Лира. Ә бына ир-егеттәрҙең хушбуйы уларҙың көслө заттан булыуын һиҙҙертеп торорға тейеш.
Хушбуйҙың өҫкө (башланғыс) ноталары 5-15 минут эсендә асыла. Бында үлән, цитрустар, сафлыҡ еҫтәре. Йөрәк ноталары (сәскә, емеш-еләк, ағас) киләһе 10-20 минут дауамында асыла һәм өс сәғәткә яҡын һиҙелә. Шлейф ноталары (мисек, амбра, ауыр бальзамдар, ыҫмала, мүк) йөрәк ноталары менән бергә асыла һәм 6-8 сәғәт буйы еҫе сыға.