Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер ҡайтаһы ине йәшлеккә...
Бер ҡайтаһы ине йәшлеккә... Бына тағы юл төштө Учалы яҡтарына. Ә юлдар һуң! Елеп кенә үтерлек. Был төбәккә Өфөнән Белорет районы аша барып була. Ошо ике ра­йон еренән үткәндә, бала саҡ хәтирәләрем иҫкә төшә. Ауыр, ләкин минең быуын өсөн бик ҡәҙерле осор.
Былтыр көҙ Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Фә­тих улы Дәүләтгәрәев исе­менә хат ебәргәйнем: Илсеғол (Мул­даҡай) ауылындағы 90 йәшлек ағайым — ветеран-уҡытыусы Әғзәм Ғафүр улы Ғилмановҡа ярҙам итеүҙе һораным. Шул мөрәжәғәтемде алғандың икенсе көнөндә үк хакимиәттән, миңә шылтыратып, уның тураһында өҫтәмә мәғлүмәт һоранылар һәм, аҙна үттеме-юҡмы, хаки­миәт башлығы исеме­нән бик ентекле хат килеп тә төштө. Унда ағайымдың көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға ниндәй ярҙам күрһәтә алыуҙары асыҡлап яҙылғайны. Үҙҙәренә таныш бул­маған кешенең мөрәжәғәтенә шундай иғтибарлылыҡ мине бик шатландырҙы, әлбиттә. Рәхмәт уларға.
Бына тағы Учалыға юлландым. Ни тиһәң дә, Өфөнән алыҫта йәшәгән оло йәштәге ағайымды йышыраҡ күреү те­лә­ге ҙур. Ә был район минең өсөн икенсе тыуған еремә әйлән­гән, сөнки тыуған Салауат районында Арҡауыл урта мәктәбен тамамлағас та, тәүге хеҙмәт юлымды Учалы төбәгендә башлап ебәргәйнем, ә ағайым унда мәғариф бүлеге инспекторы булып эшләне.
1957 йыл… Әле һуғыштан һуң күп тә уҙмаған, илдә тормош етеш тип әйтеп булмай, шулай ҙа юға­ры уҡыу йортона инеү хыялы ҙур, аҙ булһа ла аҡса эшләп өҫ-башты бөтәйтеп алырға ла уй бар. Район судына сәркәтип итеп эшкә алдылар. Элек суд ауыл­дарға барып үткә­релә ине. Шунда протокол яҙып, ҡайтҡас бөтә документтарҙы тәртипкә килтереп, тейешле папкаларға урынлаштырыу һәм артабан ҡа­ра­ласаҡ эштәрҙе барлап, уларҙы сиратҡа ҡуйыу кеүек ваҡ эштәр секретарь ғәмәлендә булды. Мин уларҙы күңел биреп, ауыр яҙмышҡа тарығандарға бик ҡайғырып (йәш саҡта бигерәк нескә күңелле була­һың бит инде), бик иғтибар менән баш­ҡара инем.
Үҙем кеүек уҡырға инергә әҙерләнгәндәр менән махсус курсҡа йөрөргә лә ваҡыт булды, унда ғүмерлек әхирәттәр табылды. Яҙ улар менән бергәләп Өфө­гә уҡырға юлландыҡ. ­ Лилиә Богданова тигән әхирәтем медицина институтына йыйына (ул ошо вузды уңышлы тамамлап, бик абруйлы врач булды), үҙе менән димләй, ә мин БДУ-ның филология факультетына ынтылам. Икебеҙ ике юғары уҡыу йортонда булһаҡ та, гел аралашып, осрашып йәшәнек. Ғөмүмән, был районды бик яраттым, үҙ иттем, тыуған төйә­гем­дәй яҡын булып ҡалды.
Белорет районында етенсе класта Арышпар ауылында уҡыр­ға насип булғайны. Ул Инйәр ҡасабаһынан 25 саҡрым ары. Бында беҙҙең Арҡауыл ауы­лынан ғына өс педагог – районыбыҙҙа уҡытыусылар ди­нас­тияһынан булып танылған Зараб ағай Ғәлимов, оҫта ши­ғырҙары менән билдәле йәш уҡытыусы Әлтәф ағай Ғәлимов һәм минең ағайым Әғзәм Ғил­манов белем бирҙе. Шулай уҡ ҡыҙҙарҙан Урия Ҡәйүмова (Ярул­лина) – Сермәндә, ә Арыш­пар ауылында Һылыу апай бар. Улар икеһе лә Салауат ра­йонының Ҡалмаҡ ауылы ҡыҙ­ҙары. Береһе Арышпар егете Нуретдин ағайға (ул мәктәп директоры ине) тормошҡа сыҡҡан. Шул мәктәптә төшкән, хәҙер инде тарихиға әйләнгән бер фотоны ла тәҡдим итергә булдым гәзит уҡыусыларға. Был фотола күптәр үҙҙәрен, кемдер атай-әсәһен таба алыр, тип өмөтләнәм инде. Бында етенсе класс уҡыусылары. Беренсе рәттә уҡытыусылар: һулдан өсөнсө — Әғзәм ағайым, дүр­тенсе — рус теле уҡытыусыһы Һылыу апай, уртала Нуретдин ағай, уның уң яғында — математика уҡытыусыһы Мәрйәм Хажина. Билдәле йәмәғәт эш­мәкәре, шағирә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованың атаһы ла бар ошо һүрәттә.
Ул йылдарҙа бер ниндәй ҙә юл юҡ ине. Ауылдар араһында — фәҡәт йәйәү, алыҫыраҡ ер­ҙәргә һыбай ғына йөрөлдө. Хәтерҙә, Йөйәк ауылына мәк­тәптән экскурсияға алып бар­ҙылар. Барыбыҙ ҙа һыбай. Йөйәк — иҫ киткес матур ауыл. Инйәр йылғаһының ике ярына тигеҙ генә итеп һалынған йорттар. Тирә-яҡта шундай һоҡланғыс тауҙар. Хоҙайҙың бер ожмахы булып күңелдә ҡалды. Хәҙер Белорет районында ла, Учалы яҡтарында ла юлдар, ауылдар иҫ китмәле. Ҡайһы ғына ауыл аша үтһәң дә, таҙалыҡ, тәртип күҙгә ташлана. Һәр береһендә тиерлек бына тигән итеп һалынған мәсеттәрҙе күреп ҡыуанаһың.
Бына Учалы районында легендар комбриг Муса Мор­тазиндың тыуған ауылы Көсөк-Маяҡтабыҙ. Уның аша геройҙың музейына инмәй үтеү мөмкин түгел. Күркәм йортта урын­лаш­ҡан музей бик ҡаралған, уны бөтә ихласлығын һалып тәрбиә­ләп тотҡан Алия һылыу Ғатауллина (ул Көсөк ауылына Сорамандан килен булып төшкән) бик яғымлы, үҙе экскурсовод, үҙе ойоштороусы. Бик бай экспонаттар, Муса Лут улының Бөйөк Октябрь рево­люцияһынан һуң Башҡортостан тарихындағы хәтәр ҡатмарлы ваҡиғаларҙағы хәрби етәкселеге, ғаиләһе, уның билдәле сәнғәт белгесе — ҡыҙы Шәүрә Мортазина тураһында мәғлүмәттәр тупланған.
Артабан ағайым йәшәгән Мулдаҡай ауылына йүнәләбеҙ. Был ауыл да күркәм. Урта мәк­тәп, клуб, магазин, медпункт. Ауыл Советы рәйесе Маргарита Ишбулды ҡыҙы беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Миңә Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығын билдә­лә­гән көндә лә унда булырға насип иткәйне. Урта мәктәп һәм ауыл Советы ойошторған тантанала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, педагогия ветерандарын ҙур хөрмәт менән тәбрикләп, улар өсөн матур концерт, һый-хөрмәт әҙер­ләгәндәр. Әғзәм ағайым – улар араһында иң олпат ветеран. Оло хөрмәткә лайыҡ шул кешеләр өсөн бик шатланып ултырҙым.
Ғөмүмән, Учалы районы һәм ҡалаһы, ундағы йәшәү өлгөһө, етәкселәре һәр саҡ бик йылы тәьҫир ҡалдыра. Киләсәктә лә был алтын тамырлы ерҙә йәшәгән халыҡҡа, уларҙың намыҫлы етәкселәренә бәхетле тормош насип итһен Хоҙай, тип теләге килә.


Автор: Сәнә САБИРЙӘНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә