Бына тағы юл төштө Учалы яҡтарына. Ә юлдар һуң! Елеп кенә үтерлек. Был төбәккә Өфөнән Белорет районы аша барып була. Ошо ике район еренән үткәндә, бала саҡ хәтирәләрем иҫкә төшә. Ауыр, ләкин минең быуын өсөн бик ҡәҙерле осор. Былтыр көҙ Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Фәтих улы Дәүләтгәрәев исеменә хат ебәргәйнем: Илсеғол (Мулдаҡай) ауылындағы 90 йәшлек ағайым — ветеран-уҡытыусы Әғзәм Ғафүр улы Ғилмановҡа ярҙам итеүҙе һораным. Шул мөрәжәғәтемде алғандың икенсе көнөндә үк хакимиәттән, миңә шылтыратып, уның тураһында өҫтәмә мәғлүмәт һоранылар һәм, аҙна үттеме-юҡмы, хакимиәт башлығы исеменән бик ентекле хат килеп тә төштө. Унда ағайымдың көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға ниндәй ярҙам күрһәтә алыуҙары асыҡлап яҙылғайны. Үҙҙәренә таныш булмаған кешенең мөрәжәғәтенә шундай иғтибарлылыҡ мине бик шатландырҙы, әлбиттә. Рәхмәт уларға.
Бына тағы Учалыға юлландым. Ни тиһәң дә, Өфөнән алыҫта йәшәгән оло йәштәге ағайымды йышыраҡ күреү теләге ҙур. Ә был район минең өсөн икенсе тыуған еремә әйләнгән, сөнки тыуған Салауат районында Арҡауыл урта мәктәбен тамамлағас та, тәүге хеҙмәт юлымды Учалы төбәгендә башлап ебәргәйнем, ә ағайым унда мәғариф бүлеге инспекторы булып эшләне.
1957 йыл… Әле һуғыштан һуң күп тә уҙмаған, илдә тормош етеш тип әйтеп булмай, шулай ҙа юғары уҡыу йортона инеү хыялы ҙур, аҙ булһа ла аҡса эшләп өҫ-башты бөтәйтеп алырға ла уй бар. Район судына сәркәтип итеп эшкә алдылар. Элек суд ауылдарға барып үткәрелә ине. Шунда протокол яҙып, ҡайтҡас бөтә документтарҙы тәртипкә килтереп, тейешле папкаларға урынлаштырыу һәм артабан ҡараласаҡ эштәрҙе барлап, уларҙы сиратҡа ҡуйыу кеүек ваҡ эштәр секретарь ғәмәлендә булды. Мин уларҙы күңел биреп, ауыр яҙмышҡа тарығандарға бик ҡайғырып (йәш саҡта бигерәк нескә күңелле булаһың бит инде), бик иғтибар менән башҡара инем.
Үҙем кеүек уҡырға инергә әҙерләнгәндәр менән махсус курсҡа йөрөргә лә ваҡыт булды, унда ғүмерлек әхирәттәр табылды. Яҙ улар менән бергәләп Өфөгә уҡырға юлландыҡ. Лилиә Богданова тигән әхирәтем медицина институтына йыйына (ул ошо вузды уңышлы тамамлап, бик абруйлы врач булды), үҙе менән димләй, ә мин БДУ-ның филология факультетына ынтылам. Икебеҙ ике юғары уҡыу йортонда булһаҡ та, гел аралашып, осрашып йәшәнек. Ғөмүмән, был районды бик яраттым, үҙ иттем, тыуған төйәгемдәй яҡын булып ҡалды.
Белорет районында етенсе класта Арышпар ауылында уҡырға насип булғайны. Ул Инйәр ҡасабаһынан 25 саҡрым ары. Бында беҙҙең Арҡауыл ауылынан ғына өс педагог – районыбыҙҙа уҡытыусылар династияһынан булып танылған Зараб ағай Ғәлимов, оҫта шиғырҙары менән билдәле йәш уҡытыусы Әлтәф ағай Ғәлимов һәм минең ағайым Әғзәм Ғилманов белем бирҙе. Шулай уҡ ҡыҙҙарҙан Урия Ҡәйүмова (Яруллина) – Сермәндә, ә Арышпар ауылында Һылыу апай бар. Улар икеһе лә Салауат районының Ҡалмаҡ ауылы ҡыҙҙары. Береһе Арышпар егете Нуретдин ағайға (ул мәктәп директоры ине) тормошҡа сыҡҡан. Шул мәктәптә төшкән, хәҙер инде тарихиға әйләнгән бер фотоны ла тәҡдим итергә булдым гәзит уҡыусыларға. Был фотола күптәр үҙҙәрен, кемдер атай-әсәһен таба алыр, тип өмөтләнәм инде. Бында етенсе класс уҡыусылары. Беренсе рәттә уҡытыусылар: һулдан өсөнсө — Әғзәм ағайым, дүртенсе — рус теле уҡытыусыһы Һылыу апай, уртала Нуретдин ағай, уның уң яғында — математика уҡытыусыһы Мәрйәм Хажина. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, шағирә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованың атаһы ла бар ошо һүрәттә.
Ул йылдарҙа бер ниндәй ҙә юл юҡ ине. Ауылдар араһында — фәҡәт йәйәү, алыҫыраҡ ерҙәргә һыбай ғына йөрөлдө. Хәтерҙә, Йөйәк ауылына мәктәптән экскурсияға алып барҙылар. Барыбыҙ ҙа һыбай. Йөйәк — иҫ киткес матур ауыл. Инйәр йылғаһының ике ярына тигеҙ генә итеп һалынған йорттар. Тирә-яҡта шундай һоҡланғыс тауҙар. Хоҙайҙың бер ожмахы булып күңелдә ҡалды. Хәҙер Белорет районында ла, Учалы яҡтарында ла юлдар, ауылдар иҫ китмәле. Ҡайһы ғына ауыл аша үтһәң дә, таҙалыҡ, тәртип күҙгә ташлана. Һәр береһендә тиерлек бына тигән итеп һалынған мәсеттәрҙе күреп ҡыуанаһың.
Бына Учалы районында легендар комбриг Муса Мортазиндың тыуған ауылы Көсөк-Маяҡтабыҙ. Уның аша геройҙың музейына инмәй үтеү мөмкин түгел. Күркәм йортта урынлашҡан музей бик ҡаралған, уны бөтә ихласлығын һалып тәрбиәләп тотҡан Алия һылыу Ғатауллина (ул Көсөк ауылына Сорамандан килен булып төшкән) бик яғымлы, үҙе экскурсовод, үҙе ойоштороусы. Бик бай экспонаттар, Муса Лут улының Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң Башҡортостан тарихындағы хәтәр ҡатмарлы ваҡиғаларҙағы хәрби етәкселеге, ғаиләһе, уның билдәле сәнғәт белгесе — ҡыҙы Шәүрә Мортазина тураһында мәғлүмәттәр тупланған.
Артабан ағайым йәшәгән Мулдаҡай ауылына йүнәләбеҙ. Был ауыл да күркәм. Урта мәктәп, клуб, магазин, медпункт. Ауыл Советы рәйесе Маргарита Ишбулды ҡыҙы беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Миңә Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығын билдәләгән көндә лә унда булырға насип иткәйне. Урта мәктәп һәм ауыл Советы ойошторған тантанала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, педагогия ветерандарын ҙур хөрмәт менән тәбрикләп, улар өсөн матур концерт, һый-хөрмәт әҙерләгәндәр. Әғзәм ағайым – улар араһында иң олпат ветеран. Оло хөрмәткә лайыҡ шул кешеләр өсөн бик шатланып ултырҙым.
Ғөмүмән, Учалы районы һәм ҡалаһы, ундағы йәшәү өлгөһө, етәкселәре һәр саҡ бик йылы тәьҫир ҡалдыра. Киләсәктә лә был алтын тамырлы ерҙә йәшәгән халыҡҡа, уларҙың намыҫлы етәкселәренә бәхетле тормош насип итһен Хоҙай, тип теләге килә.