Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бар изгелек беҙҙә — әсәйҙәрҙән
Бар изгелек беҙҙә — әсәйҙәрҙән Яңы йылды үҙенең 75 йәшен тултырып ҡаршыланы Роза Әбүбәкер ҡыҙы Абдуллина. Өй тулып бөтә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары йыйылды. Изге теләктәр, матур бүләктәр күп булды. Бар ғүмерен яңғыҙ килеш өс балаһын тәрбиәләп үҫтереүгә арнаған, алсаҡ, шаян, уңған, тормошто яратып йәшәгән Роза апай бындай ҡәҙер-хөрмәткә мең мәртәбә лайыҡ.
— Әйттем бит, беҙгә тағы киләһегеҙ әле, тип. Бына осраштыҡ та.
Шулай ҡаршы алды беҙҙе Роза апай. Ә мин уның теге саҡта әйткән һүҙҙәрен хәтеремдә лә ҡалдырмағанмын.

Университетты тамамлап, “Баш­ҡортостан пионеры” гәзитендә эш башлаған мәлем. Үҙем ошо баҫмаға бишенсе кластан яҙышҡан кеше бу­ла­раҡ, редакцияға йыш хат ебәргән балаларға айырыуса иғтибар итәм. Араларында бик әүҙемдәре бар. Уларға “Йәш хәбәрсе” тигән маҡтау­лы исемдәр ҙә бирәбеҙ, бү­тәндәргә һөйләү маҡсатында гәзиткә һүрәт­лә­мәләр яҙабыҙ. Ошондай йәш хә­бәрселәребеҙҙең береһе Рәйсә Абдуллина менән танышыу ниәтенән Шишмә районының Сыуалкип ауылына юл тоттоҡ. Мәктәбендә лә, өйөн­дә лә булдыҡ. Тәү ҡарауға оял­сан һәм ҡыйыуһыҙ ғына күренгән ҡыҙ гәзиткә көнүҙәк темаларға йыш хаттар яҙып ебәреүе менән һоҡлан­дырғайны. Үҙе менән күрешеп, уҡы­тыусылары менән һөйләшкәс, “йәш хәбәрсе” исеме юҡҡа ғына бирелмә­гәненә тағы бер тапҡыр ҡыуандыҡ. Шул саҡта әсәһе Роза апай: “Һеҙ беҙгә тағы киләһегеҙ әле”, – тигән икән. Нимәне күҙ уңында тотоп әйтте икән был һүҙҙәрҙе, әллә ҡыҙының киләсәктә билдәле шәхес булып китерен белеп, әүлиәлек ҡылдымы – шуға әле лә аптырайым.
Ә бит, ысынлап та, йәнә осраш­тыҡ. Шул уҡ өйҙә. Тик дүрт тиҫтә йыл самаһы һуңыраҡ. Хәҙер инде балалар баҫмаһы­ның элекке йәш хәбәрсеһе Рәйсә Абдуллина – рес­публикабыҙҙың күренекле жур­на­лисы. Башҡортостан юлдаш теле­видениеһында эшләй. Беҙҙең халыҡ­та “Әсәһен ҡара ла ҡыҙын ҡос” тигән бик тапҡыр әйтем бар. Бөгөн Роза апайҙың ниндәйлеген ҡыҙы Рәйсәгә ҡарап беләм. Ҡасандыр үҙе тура­һында гәзиткә мәҡәлә яҙып, бөгөн килеп, уның менән бергә хеҙмәт­тәшлек итергә насип әйләне яҙмыш.
Бер йыл элек Рәйсә Абдуллина, йәмәғәтем Нияз Мәһәҙиев менән икебеҙҙе урамда осратып, “Бай баҡса” тапшырыуын алып барырға ризалатты. Кешене белгең килһә, бергә юлға сыҡ, тигәнгә күпме тапҡыр ышанырға тура килде. Ошо бер йыл эсендә Рәйсә менән нисә мәртәбә юлға сыҡтыҡ, шөкөр, бала саҡтағы бөтәһен дә һоҡландырған ҡыҙыҡайҙы бөгөн дә юғалтмауыбыҙға һоҡланып бөтә алмайым. Юғиһә тормош бит күптәрҙе, ай-һай, ныҡ үҙгәртә. Хәйер, тормошмо икән? Әллә бөтә ғиллә ғаилә тәрбиәһендәме? Моғайын, һуңғыһындалыр. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр.
Рәйсә Абдуллина берәй нәмә вәғәҙә итһә, таш яуһа ла үтәй торған кеше. Әйттеме – бөттө. Эштә һәр нәмәне үҙ иңенә алыуы бүтәндәргә ышанмауҙан түгел, ә тотонған ниә­те­нә үтә яуаплы ҡарауҙан, тынғы­һыҙ­лығынан. Уңғанлығы ла хаттин аш­ҡан уның. Республикабыҙҙың күре­некле шәхестәренең тормошо, ижады хаҡында әҙерләгән “Автог­раф”, тарих төпкөлдәрен айҡаған, ваҡыт һынауын уҙған ваҡиғалар, билдәле кешеләр яҙмышына бөгөнгө күҙлек­тән байҡау яһаған “Үткән ғүмер”, беҙгә санкция иғлан иткән илдәргә яуап итеп, ситтән килте­релгән йәшел­сә-емешһеҙ ҙә еребеҙҙә үҫтерелгән ризыҡтар менән үҙебеҙҙе аҫрай ала­быҙ тигән фекерҙе иҫбат­лаған, егәр­ле, тырыш ауыл, ҡала кешеләрен күрһәткән “Бай баҡса” һәм башҡа бик күп тапшырыуҙар авторы ул.
Сценарийын да үҙе яҙа, режиссер булараҡ, бер генә мөһим деталде лә күҙ уңынан ысҡындырмай, бөтә тапшырыуҙы тулыһынса күҙ алдына килтереп эш итә. Аҙаҡ әллә нисә сәғәт төшөрөлгән материалдан утыҙ минутлыҡ тапшырыу яһар өсөн үҙе оҫта итеп монтажлай. Һөҙөмтәлә халыҡ яратып ҡарарлыҡ, иҫ китмәле тапшырыуҙар килеп сыға. Быға ышаныр өсөн бер генә эшен миҫалға алыу ҙа етә. Рәйсә Абдуллина беҙҙең “Йәншишмә” гәзитенең юбилейына арналған “Үткән ғүмер” тапшырыуын әҙерләр өсөн шул тиклем бай материал тупланы, ғүмер буйы үҙебеҙ шул баҫмала эшләгән журналистар ҙа, уны ҡарағас, аптырап ултырҙыҡ. 1930 йылда сыҡҡан “Йәш төҙөүсе”нең тәүге һаны булһынмы, һуғыш осоронда республика балаларының фронтҡа ярҙамымы, Белорет – Шиш­мә тимер юлына металл һыныҡтары йыйыумы – бөтәһе тураһында ла документаль таҫмаларҙан өҙөктәр килтергән. Бының өсөн күпме мәғ­лүмәт эҙләргә, табырға, фильмдар ҡарарға, уңышлы урындарын һайлап алырға кәрәк. Күпме аҡыл һәм физик хеҙмәт талап иткән эш. Тәүлегенә ҡайһы саҡта өсәр сәғәт кенә йоҡлап, ижад менән янып йәшәй ул.
Юлға сыҡҡанда Рәйсә Абдуллина барлыҡ ижади төркөм өсөн хәстәр­лекле әсәйгә әйләнә. Үҙенән күпкә өлкән йәштәге водитель булһынмы, оператормы, техникмы – бөтәһенә лә йылы һүҙен таба, күңелдәрен күтәрә, эш кәйефе тыуҙыра. Юлға мотлаҡ барыһына ла етерлек кәт­литтәрен дә, термосҡа ҡайнар ко­феһын да һалып ала. Хеҙмәттәштәре белеп бөткән: Рәйсә Абдуллина менән юлға сыҡһаң, ас та ҡалмаҫ­һың, өшөмәҫһең дә, үҙенә алған быйма, бейәләй, башлыҡ кеүек йылы кейемдәрен дә бирер, бер нисә көнгә командировкаға барһаң, ҡунып сы­ғырға урынын да хәстәрләр. Етәк­селәр менән дә, ябай ауыл кешеһе менән дә бер кимәлдә тороп һөй­ләшә, уртаҡ тел таба белә. Өйҙә ҡал­ған өс ир-егеткә – иренә һәм ике улына – өс көнлөк ризыҡтарын бешереп, һыуытҡыста ҡалдырып китә ул.
...Һүҙемде әсәһе тураһында башланым да ҡыҙы хаҡында һөйләүгә күстем дә киттемме? Сере ябай: балалар бит – әсәйҙәрҙең көҙгөһө. Әсәй тәрбиәһе балаларҙа сағыла. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмер үткәндән һуң Рәйсә Абдуллинаның әсәһе Роза апай менән осрашырға барғанда уҡ уның ниндәй кеше икәнен төҫмөрләй инем инде. Ә Сыуалкип ауылына барыуыбыҙҙың сәбәбе лә көтөлмә­гәнсәрәк килеп сыҡты. “Бай баҡса” тапшырыуында Өфөгә яҡын бер ауылдағы кешеләр менән картуф буйынса тәжрибә эшләп күрһәтергә тейеш инек. Бергәләп сәстек. Хәҙер күмгәнде, колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәште төшөрөргә тейешбеҙ. (Аҙаҡ, көҙ еткәс, ҡаҙып та алдыҡ). Иртәгә барабыҙ тигән көндә бер нисә сәғәт буйына ҡойма ямғыр яуҙы. Шул тиклем ныҡ ҡойҙо, хатта машиналар “йөҙөп” йөрөнө. Әммә телевиде­ние­ның үҙ тәртибе. Камера бирелгән икән, төшөрөргә кәрәк. Тапшырыу программала тора. Иртән юлға сығырға йыйындыҡ. Теге кешеләр: “Ямғырҙан һуң баҡсабыҙҙы тапат­майбыҙ”, – тип ҡырҡа кире ҡаҡты ла ҡуйҙы. Нимә эшләргә? Аптырап ҡалдыҡ. Шул саҡ Рәйсә әсәһенә шылтыратып: “Беҙ хәҙер һиңә киләбеҙ”, – тине лә юлға сығып та киттек. “Әсәйем беҙҙе шундай сетерекле хәлдәрҙә беренсе тапҡыр ғына ҡотҡармай инде”, – тип тә өҫтәне аҙаҡ Рәйсә.
Бына шулай булды беҙҙең ҡырҡ йылдан һуң осрашыуыбыҙ. Роза апай ҡапҡа төбөнә сығып уҡ ҡаршы алды. Сәйе ҡайнаған, ашы бешкән. Өфөнән 80 саҡрым араны үтеп килеүебеҙгә бөтәһенә лә өлгөргән. Ә йорто һуң! Ҡурсаҡ өйө кеүек. Ишек төбөнән үк үҙе бәйләгән түшәктәр йәйелгән, карауатҡа, диванға, ултыр­ғыстарға төрлө биҙәктәр яһалған йәймәләр түшәлгән, аяҡҡа тәпешкә урынына кейергә матур ойоҡбаштар әҙерләп ҡуйылған, өҫтәлдәрҙә йөн­дән, ынйы-мәрйендәрҙән эшләнгән сәскәләр! Донъяһына иҫең китерлек: бөтә ерҙә тәртип, таҙалыҡ, өйө гөлдәргә күмелгән.
“Баҡсаһында бер сүп үләне күрһә, донъяны сүп баҫты, ти әсәйем”, – тип Рәйсәнең һөйләгәне ҡылт итеп иҫкә төштө. Ысынлап та, беҙгә, тапшырыуҙы алып барыусыларға, картуф баҡсаһында әллә ни эш тә ҡалмағайны. Шулай ҙа япраҡ аҫтына йәшеренгән эт әрһеҙе ҡуңыҙҙар табылды, уларҙы сүпләп, ағыу һибеп, картуф төптәрен күмеп күрһәттек. Беҙ ни, килдек тә киттек. Ә 24 сутый ер Рауза апай ҡарамағында ҡалды. Унда картуф ҡына түгел, бөтә йәшелсә, еләк-емеш үҫә. Баҡса еләге, ҡурай еләге өлгөргән. Уларҙан ҡайнатмалар яһап, өсәр литрлыҡ банкаларға тултырып ҡуйған. Сиратта – сейәһе, грушаһы, алмаһы, ҡарағаты, крыжовнигы, сливаһы... Хәйер, Рауза апай үҫтергән емеш­тәрҙе һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Һуған, һарымһаҡ, йәшел тәмләт­кес­тәр, помидор, ҡыяр, кишер, сө­гөл­дөр – ни генә юҡ баҡсаһында. 75 йәшендә лә, шөкөр, йүгереп йөрөй. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” – уның яратҡан һүҙе. Бер ҡасан да эшһеҙ ултырмай. Үҙенә яңынан-яңы шөғөлдәр табып тора. Юҡҡа ғынамы ни ҡырҡ йыл дауамында мәктәптә лаборатория мөдире лә булған, тәфсирләп-төп­сөнөп документтар менән дә эш­ләгән, технология дәрестәренән дә уҡытҡан. Аш-һыуға, тегеүгә, бәйләүгә күпме баланы өйрәткән ул. Әле лә рәхмәт әйтеп китә уҡыу­сы­лары. Тырыш хеҙмәте Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнгән.
...Роза апай Шишмә районының Тәпәреш ауылында тыуған. Әсәһе Сәлимә апай һәм атаһы Әбүбәкер ағай Рамазановтарҙың һигеҙ балаһы араһында Роза дүртенсе шатлыҡ­тары булып донъяға килә. Бәлә­кәйҙән етеш тормошто күреп үҫкән ҡыҙ үҙ донъяһында ла атай-әсәй юлын ҡыуа. Атаһы умарталар ҙа тотҡан, күпләп мал да аҫраған, оҫта мейес сығарыусы ла булған... Әсәһе матур йырлаған. Шуға бөтә балалары ла йырға оҫта, гармунсы. Уҡырға яҙһа, әллә ниндәй һөнәрҙәргә эйә булыр ине Роза апай. Мәктәптә мөдир булғанда ла химиянан, физиканан бөтә лаборатор эштәрҙе башта үҙе башҡарып ҡараған, шунан ғына уҡытыусыға күрһәтеп, ул үҙ сиратында дәрестә балалар алдында ҡулланған.
Әммә Роза апай өсөн уҡыу хыял ғына булып ҡала. Урта мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙы... урлайҙар. Шулай итеп, 18 йәше саҡ тулған ҡыҙ ир ҡатыны булып китә. Әммә яҙмыш уларға ике йыл ғына бергә йәшәргә насип ҡыла. Улдары Илгизәр тыуыуға ҡатын тол ҡала.
Тормош һынауҙары бының менән генә бөтмәй әле. Икенсе тапҡыр ғаилә бәхете татып, ике ҡыҙҙары тыуып, матур ғына йәшәп ятҡанда 32 йәшендә тағы тол ҡала Роза. Шунан бирле бар ғүмерен балаларына бағышлай, уларға әсәй ҙә, атай ҙа була. Өсөһөнә лә юғары белем алырға мөмкинлек бирә, төндәр буйы шәл бәйләп, һатып, шул аҡсаға балаларын уҡыта. Өйләндереп, кейәүгә биреп, барыһына ла бына тигән итеп туйҙар үткәреп, башлы-күҙле итә. Бөгөн Илгизәренә лә 55 йәш булып китте, Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, әле төҙө­лөш буйынса эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, биш бала тәрбиәләй.
Рәйсә, әйтеп үтеүебеҙсә, тележурналист, Башҡорт дәүләт университетын бөтөргән. Ике егет үҫтергән. Икеһе лә Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыған.
Рәүзиләһе лә БДУ-ның химия факультетында белем алған, бер ҡыҙ, бер малай үҫтерә. Һөнәре буйынса эшләп, химик препараттарға аллергия булғас, эшҡыуарлыҡҡа күскән. Байрамдарҙа, ялдарҙа, йәйге кани­кулдарҙа Роза апайҙың өйө балалар тауышынан шау-гөр килеп тора. Бына ҡайҙа ул бәхет! Туғыҙ ейән-ейәнсәр ҡайтып тулһын әле. Йәш саҡ нисек тә үткән инде, Хоҙай ҡартлыҡ бәхете биргән уға, шөкөр.
Донъяның ауырлыҡтарын, әсәһе шикелле, йыр менән үткәреп ебә­рергә өйрәнгән Роза апай. Уға бер һүҙ әйтһәң, шуға йыр сығарып, көй­ләп тә ебәрә. Күршеләре, һоҡланып: “Роза апайҙың картуфы ниңә уңма­һын, ул бит һәр төбөнә йырлап, доға уҡып йөрөй”, – тип әйтәләр икән. Әҙерәк кенә тауышы сыҡмайыраҡ торһа: “Әллә ауырып киткәнме Роза апай, ниңәлер йырлағаны ишетел­мәй”, – тип борсолалар, ти.
Роза апай күңелһеҙләнеп улты­рыуҙың ни икәнен белмәй. Тормошто яратып йәшәй, шундай оптимист, һәр һүҙендә юмор, шаяртыу.
– Бөтә туғандары бергә йыйылып, көл­көлө хәбәрҙәр һөйләй башлаһа, көлә-көлә ауыҙ арып бөтә, – ти Рәйсә Абдуллина. – Тормошомда ныҡ ҡы­йын саҡтар­ҙа, ни эшләргә белмәй аптырағанда әсә­йемде күҙ алдына килтереү ҙә, уның тура­һында уйлау ҙа етә, шунда уҡ барыһы ла онотола. Әсәйем күргән-кисергәндәр алдында минекеләр сүп кенә кеүек тойола, үҙемә оят булып китә. Йәшәүгә көс бирә ул беҙгә.
Дүрт тиҫтә йылдан ашыу яңғыҙ йәшәһә лә, Роза апайҙың донъяһына күп ирҙәр ҡыҙығырлыҡ. Ауылда беренсе булып ихатаһын профнастил менән уратып ҡуя. Үҙендә көнсөллөк тигән нәмәнең остоғо ла булмағас, ҡайһы берәүҙәрҙең көнләшеберәк ҡарауына ла иҫе китмәй уның. Донъя көтәм тигән кешенең барыһы ла үҙ ҡулында. Ата-әсәһенең юбилейында Роза апай: “Бөтә эшкә лә өйрәткән­һегеҙ, эсергә генә өйрәтмәгәнһегеҙ. Шуның өсөн рәхмәт һеҙгә”, – тип улар алдында баш эйә. Бер ата-әсә лә үҙ балаларын махсус рәүештә эсергә өйрәтмәйҙер инде ул. Әммә өйҙәге күңел асыуҙар, өҫтәлгә ҡу­йылған шешәләр үҙе үк эскелекте ғәҙәти күренеш булараҡ ҡабул итергә бәләкәйҙән бала күңеленә һеңдерә түгелме? Ана шул нәмә булмаған Сәлимә апай менән Әбүбәкер ағайҙарҙың ғаиләһендә. Ошо айыҡ тормош өлгөһө Роза апайҙың балаларына ла күскән. Кешенән кәм-хур булып йәшәмәҫкә, намыҫ менән донъя көтөргә, үҙ хәләл көсөң менән мал табырға өйрәнгән өс балаһы ла. Инде өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Роза апай һаман да ҡош-ҡорт аҫрай, балаларына ярҙам итә. “Ауырып ятырға ваҡыт юҡ”, – ти ҙә, әҙерәк сырхап тороуына ҡара­маҫтан, эшенә тотона. Буш ваҡыт­тарында гәзит-журналдар уҡый, ил, донъя хәлдәрен белеп тора, телевизор ҡарарға ярата, бөтә артис­тарҙы, йырсыларҙы таный, ижадтары менән ҡыҙыҡһына.
Бөгөн үҙенең 75 йәшен билдә­ләгән Роза апайҙың тормоштағы иң ҙур ҡыуанысы – балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре. Яңғыҙы, атайһыҙ үҫтер­һә лә, улына һәм ике ҡыҙына тормошта иң ҙур һабаҡты һәм тәрбиәне биргән — намыҫлы йәшәргә, хеҙмәт һөйөргә, үҙ көсөң менән донъя көтөргә.
...Беҙ йыш ҡына күренекле шә­хестәр тураһында яҙғанда уларҙың тормоштағы ҡаҙаныштарының ниге­ҙе тыуған йортта, атай-әсәй тәрбиә­һендә икәнлегенә иғтибар итеңке­рәмәйбеҙ кеүек. Әле билдәле тележурналист Рәйсә Абдуллинаның әсәһе Роза Әбүбәкер ҡыҙы менән танышҡас та, тағы ла ошо хаҡта уйлап ҡуйҙым. Шундай ҡыҙ үҫтергән әсә һоҡланыуға һәм маҡтауға лайыҡ түгелме ни?! Шундай әсәнең ҡыҙы булыу Рәйсәгә лә тормошта ҙур яуап­лылыҡ өҫтәй. Шәхестәрҙең, күре­некле кешеләрҙең әсәйҙәре, атай­ҙары, ғөмүмән, уларҙың тәрбиә өлгөһө хаҡында йышыраҡ һөйләйек. Беҙҙәге бар изгелек, яҡшылыҡ уларҙан бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873