Яңы йылды үҙенең 75 йәшен тултырып ҡаршыланы Роза Әбүбәкер ҡыҙы Абдуллина. Өй тулып бөтә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары йыйылды. Изге теләктәр, матур бүләктәр күп булды. Бар ғүмерен яңғыҙ килеш өс балаһын тәрбиәләп үҫтереүгә арнаған, алсаҡ, шаян, уңған, тормошто яратып йәшәгән Роза апай бындай ҡәҙер-хөрмәткә мең мәртәбә лайыҡ.
— Әйттем бит, беҙгә тағы киләһегеҙ әле, тип. Бына осраштыҡ та.
Шулай ҡаршы алды беҙҙе Роза апай. Ә мин уның теге саҡта әйткән һүҙҙәрен хәтеремдә лә ҡалдырмағанмын. Университетты тамамлап, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эш башлаған мәлем. Үҙем ошо баҫмаға бишенсе кластан яҙышҡан кеше булараҡ, редакцияға йыш хат ебәргән балаларға айырыуса иғтибар итәм. Араларында бик әүҙемдәре бар. Уларға “Йәш хәбәрсе” тигән маҡтаулы исемдәр ҙә бирәбеҙ, бүтәндәргә һөйләү маҡсатында гәзиткә һүрәтләмәләр яҙабыҙ. Ошондай йәш хәбәрселәребеҙҙең береһе Рәйсә Абдуллина менән танышыу ниәтенән Шишмә районының Сыуалкип ауылына юл тоттоҡ. Мәктәбендә лә, өйөндә лә булдыҡ. Тәү ҡарауға оялсан һәм ҡыйыуһыҙ ғына күренгән ҡыҙ гәзиткә көнүҙәк темаларға йыш хаттар яҙып ебәреүе менән һоҡландырғайны. Үҙе менән күрешеп, уҡытыусылары менән һөйләшкәс, “йәш хәбәрсе” исеме юҡҡа ғына бирелмәгәненә тағы бер тапҡыр ҡыуандыҡ. Шул саҡта әсәһе Роза апай: “Һеҙ беҙгә тағы киләһегеҙ әле”, – тигән икән. Нимәне күҙ уңында тотоп әйтте икән был һүҙҙәрҙе, әллә ҡыҙының киләсәктә билдәле шәхес булып китерен белеп, әүлиәлек ҡылдымы – шуға әле лә аптырайым.
Ә бит, ысынлап та, йәнә осраштыҡ. Шул уҡ өйҙә. Тик дүрт тиҫтә йыл самаһы һуңыраҡ. Хәҙер инде балалар баҫмаһының элекке йәш хәбәрсеһе Рәйсә Абдуллина – республикабыҙҙың күренекле журналисы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләй. Беҙҙең халыҡта “Әсәһен ҡара ла ҡыҙын ҡос” тигән бик тапҡыр әйтем бар. Бөгөн Роза апайҙың ниндәйлеген ҡыҙы Рәйсәгә ҡарап беләм. Ҡасандыр үҙе тураһында гәзиткә мәҡәлә яҙып, бөгөн килеп, уның менән бергә хеҙмәттәшлек итергә насип әйләне яҙмыш.
Бер йыл элек Рәйсә Абдуллина, йәмәғәтем Нияз Мәһәҙиев менән икебеҙҙе урамда осратып, “Бай баҡса” тапшырыуын алып барырға ризалатты. Кешене белгең килһә, бергә юлға сыҡ, тигәнгә күпме тапҡыр ышанырға тура килде. Ошо бер йыл эсендә Рәйсә менән нисә мәртәбә юлға сыҡтыҡ, шөкөр, бала саҡтағы бөтәһен дә һоҡландырған ҡыҙыҡайҙы бөгөн дә юғалтмауыбыҙға һоҡланып бөтә алмайым. Юғиһә тормош бит күптәрҙе, ай-һай, ныҡ үҙгәртә. Хәйер, тормошмо икән? Әллә бөтә ғиллә ғаилә тәрбиәһендәме? Моғайын, һуңғыһындалыр. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр.
Рәйсә Абдуллина берәй нәмә вәғәҙә итһә, таш яуһа ла үтәй торған кеше. Әйттеме – бөттө. Эштә һәр нәмәне үҙ иңенә алыуы бүтәндәргә ышанмауҙан түгел, ә тотонған ниәтенә үтә яуаплы ҡарауҙан, тынғыһыҙлығынан. Уңғанлығы ла хаттин ашҡан уның. Республикабыҙҙың күренекле шәхестәренең тормошо, ижады хаҡында әҙерләгән “Автограф”, тарих төпкөлдәрен айҡаған, ваҡыт һынауын уҙған ваҡиғалар, билдәле кешеләр яҙмышына бөгөнгө күҙлектән байҡау яһаған “Үткән ғүмер”, беҙгә санкция иғлан иткән илдәргә яуап итеп, ситтән килтерелгән йәшелсә-емешһеҙ ҙә еребеҙҙә үҫтерелгән ризыҡтар менән үҙебеҙҙе аҫрай алабыҙ тигән фекерҙе иҫбатлаған, егәрле, тырыш ауыл, ҡала кешеләрен күрһәткән “Бай баҡса” һәм башҡа бик күп тапшырыуҙар авторы ул.
Сценарийын да үҙе яҙа, режиссер булараҡ, бер генә мөһим деталде лә күҙ уңынан ысҡындырмай, бөтә тапшырыуҙы тулыһынса күҙ алдына килтереп эш итә. Аҙаҡ әллә нисә сәғәт төшөрөлгән материалдан утыҙ минутлыҡ тапшырыу яһар өсөн үҙе оҫта итеп монтажлай. Һөҙөмтәлә халыҡ яратып ҡарарлыҡ, иҫ китмәле тапшырыуҙар килеп сыға. Быға ышаныр өсөн бер генә эшен миҫалға алыу ҙа етә. Рәйсә Абдуллина беҙҙең “Йәншишмә” гәзитенең юбилейына арналған “Үткән ғүмер” тапшырыуын әҙерләр өсөн шул тиклем бай материал тупланы, ғүмер буйы үҙебеҙ шул баҫмала эшләгән журналистар ҙа, уны ҡарағас, аптырап ултырҙыҡ. 1930 йылда сыҡҡан “Йәш төҙөүсе”нең тәүге һаны булһынмы, һуғыш осоронда республика балаларының фронтҡа ярҙамымы, Белорет – Шишмә тимер юлына металл һыныҡтары йыйыумы – бөтәһе тураһында ла документаль таҫмаларҙан өҙөктәр килтергән. Бының өсөн күпме мәғлүмәт эҙләргә, табырға, фильмдар ҡарарға, уңышлы урындарын һайлап алырға кәрәк. Күпме аҡыл һәм физик хеҙмәт талап иткән эш. Тәүлегенә ҡайһы саҡта өсәр сәғәт кенә йоҡлап, ижад менән янып йәшәй ул.
Юлға сыҡҡанда Рәйсә Абдуллина барлыҡ ижади төркөм өсөн хәстәрлекле әсәйгә әйләнә. Үҙенән күпкә өлкән йәштәге водитель булһынмы, оператормы, техникмы – бөтәһенә лә йылы һүҙен таба, күңелдәрен күтәрә, эш кәйефе тыуҙыра. Юлға мотлаҡ барыһына ла етерлек кәтлиттәрен дә, термосҡа ҡайнар кофеһын да һалып ала. Хеҙмәттәштәре белеп бөткән: Рәйсә Абдуллина менән юлға сыҡһаң, ас та ҡалмаҫһың, өшөмәҫһең дә, үҙенә алған быйма, бейәләй, башлыҡ кеүек йылы кейемдәрен дә бирер, бер нисә көнгә командировкаға барһаң, ҡунып сығырға урынын да хәстәрләр. Етәкселәр менән дә, ябай ауыл кешеһе менән дә бер кимәлдә тороп һөйләшә, уртаҡ тел таба белә. Өйҙә ҡалған өс ир-егеткә – иренә һәм ике улына – өс көнлөк ризыҡтарын бешереп, һыуытҡыста ҡалдырып китә ул.
...Һүҙемде әсәһе тураһында башланым да ҡыҙы хаҡында һөйләүгә күстем дә киттемме? Сере ябай: балалар бит – әсәйҙәрҙең көҙгөһө. Әсәй тәрбиәһе балаларҙа сағыла. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмер үткәндән һуң Рәйсә Абдуллинаның әсәһе Роза апай менән осрашырға барғанда уҡ уның ниндәй кеше икәнен төҫмөрләй инем инде. Ә Сыуалкип ауылына барыуыбыҙҙың сәбәбе лә көтөлмәгәнсәрәк килеп сыҡты. “Бай баҡса” тапшырыуында Өфөгә яҡын бер ауылдағы кешеләр менән картуф буйынса тәжрибә эшләп күрһәтергә тейеш инек. Бергәләп сәстек. Хәҙер күмгәнде, колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәште төшөрөргә тейешбеҙ. (Аҙаҡ, көҙ еткәс, ҡаҙып та алдыҡ). Иртәгә барабыҙ тигән көндә бер нисә сәғәт буйына ҡойма ямғыр яуҙы. Шул тиклем ныҡ ҡойҙо, хатта машиналар “йөҙөп” йөрөнө. Әммә телевидениеның үҙ тәртибе. Камера бирелгән икән, төшөрөргә кәрәк. Тапшырыу программала тора. Иртән юлға сығырға йыйындыҡ. Теге кешеләр: “Ямғырҙан һуң баҡсабыҙҙы тапатмайбыҙ”, – тип ҡырҡа кире ҡаҡты ла ҡуйҙы. Нимә эшләргә? Аптырап ҡалдыҡ. Шул саҡ Рәйсә әсәһенә шылтыратып: “Беҙ хәҙер һиңә киләбеҙ”, – тине лә юлға сығып та киттек. “Әсәйем беҙҙе шундай сетерекле хәлдәрҙә беренсе тапҡыр ғына ҡотҡармай инде”, – тип тә өҫтәне аҙаҡ Рәйсә.
Бына шулай булды беҙҙең ҡырҡ йылдан һуң осрашыуыбыҙ. Роза апай ҡапҡа төбөнә сығып уҡ ҡаршы алды. Сәйе ҡайнаған, ашы бешкән. Өфөнән 80 саҡрым араны үтеп килеүебеҙгә бөтәһенә лә өлгөргән. Ә йорто һуң! Ҡурсаҡ өйө кеүек. Ишек төбөнән үк үҙе бәйләгән түшәктәр йәйелгән, карауатҡа, диванға, ултырғыстарға төрлө биҙәктәр яһалған йәймәләр түшәлгән, аяҡҡа тәпешкә урынына кейергә матур ойоҡбаштар әҙерләп ҡуйылған, өҫтәлдәрҙә йөндән, ынйы-мәрйендәрҙән эшләнгән сәскәләр! Донъяһына иҫең китерлек: бөтә ерҙә тәртип, таҙалыҡ, өйө гөлдәргә күмелгән.
“Баҡсаһында бер сүп үләне күрһә, донъяны сүп баҫты, ти әсәйем”, – тип Рәйсәнең һөйләгәне ҡылт итеп иҫкә төштө. Ысынлап та, беҙгә, тапшырыуҙы алып барыусыларға, картуф баҡсаһында әллә ни эш тә ҡалмағайны. Шулай ҙа япраҡ аҫтына йәшеренгән эт әрһеҙе ҡуңыҙҙар табылды, уларҙы сүпләп, ағыу һибеп, картуф төптәрен күмеп күрһәттек. Беҙ ни, килдек тә киттек. Ә 24 сутый ер Рауза апай ҡарамағында ҡалды. Унда картуф ҡына түгел, бөтә йәшелсә, еләк-емеш үҫә. Баҡса еләге, ҡурай еләге өлгөргән. Уларҙан ҡайнатмалар яһап, өсәр литрлыҡ банкаларға тултырып ҡуйған. Сиратта – сейәһе, грушаһы, алмаһы, ҡарағаты, крыжовнигы, сливаһы... Хәйер, Рауза апай үҫтергән емештәрҙе һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Һуған, һарымһаҡ, йәшел тәмләткестәр, помидор, ҡыяр, кишер, сөгөлдөр – ни генә юҡ баҡсаһында. 75 йәшендә лә, шөкөр, йүгереп йөрөй. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” – уның яратҡан һүҙе. Бер ҡасан да эшһеҙ ултырмай. Үҙенә яңынан-яңы шөғөлдәр табып тора. Юҡҡа ғынамы ни ҡырҡ йыл дауамында мәктәптә лаборатория мөдире лә булған, тәфсирләп-төпсөнөп документтар менән дә эшләгән, технология дәрестәренән дә уҡытҡан. Аш-һыуға, тегеүгә, бәйләүгә күпме баланы өйрәткән ул. Әле лә рәхмәт әйтеп китә уҡыусылары. Тырыш хеҙмәте Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнгән.
...Роза апай Шишмә районының Тәпәреш ауылында тыуған. Әсәһе Сәлимә апай һәм атаһы Әбүбәкер ағай Рамазановтарҙың һигеҙ балаһы араһында Роза дүртенсе шатлыҡтары булып донъяға килә. Бәләкәйҙән етеш тормошто күреп үҫкән ҡыҙ үҙ донъяһында ла атай-әсәй юлын ҡыуа. Атаһы умарталар ҙа тотҡан, күпләп мал да аҫраған, оҫта мейес сығарыусы ла булған... Әсәһе матур йырлаған. Шуға бөтә балалары ла йырға оҫта, гармунсы. Уҡырға яҙһа, әллә ниндәй һөнәрҙәргә эйә булыр ине Роза апай. Мәктәптә мөдир булғанда ла химиянан, физиканан бөтә лаборатор эштәрҙе башта үҙе башҡарып ҡараған, шунан ғына уҡытыусыға күрһәтеп, ул үҙ сиратында дәрестә балалар алдында ҡулланған.
Әммә Роза апай өсөн уҡыу хыял ғына булып ҡала. Урта мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙы... урлайҙар. Шулай итеп, 18 йәше саҡ тулған ҡыҙ ир ҡатыны булып китә. Әммә яҙмыш уларға ике йыл ғына бергә йәшәргә насип ҡыла. Улдары Илгизәр тыуыуға ҡатын тол ҡала.
Тормош һынауҙары бының менән генә бөтмәй әле. Икенсе тапҡыр ғаилә бәхете татып, ике ҡыҙҙары тыуып, матур ғына йәшәп ятҡанда 32 йәшендә тағы тол ҡала Роза. Шунан бирле бар ғүмерен балаларына бағышлай, уларға әсәй ҙә, атай ҙа була. Өсөһөнә лә юғары белем алырға мөмкинлек бирә, төндәр буйы шәл бәйләп, һатып, шул аҡсаға балаларын уҡыта. Өйләндереп, кейәүгә биреп, барыһына ла бына тигән итеп туйҙар үткәреп, башлы-күҙле итә. Бөгөн Илгизәренә лә 55 йәш булып китте, Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, әле төҙөлөш буйынса эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, биш бала тәрбиәләй.
Рәйсә, әйтеп үтеүебеҙсә, тележурналист, Башҡорт дәүләт университетын бөтөргән. Ике егет үҫтергән. Икеһе лә Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыған.
Рәүзиләһе лә БДУ-ның химия факультетында белем алған, бер ҡыҙ, бер малай үҫтерә. Һөнәре буйынса эшләп, химик препараттарға аллергия булғас, эшҡыуарлыҡҡа күскән. Байрамдарҙа, ялдарҙа, йәйге каникулдарҙа Роза апайҙың өйө балалар тауышынан шау-гөр килеп тора. Бына ҡайҙа ул бәхет! Туғыҙ ейән-ейәнсәр ҡайтып тулһын әле. Йәш саҡ нисек тә үткән инде, Хоҙай ҡартлыҡ бәхете биргән уға, шөкөр.
Донъяның ауырлыҡтарын, әсәһе шикелле, йыр менән үткәреп ебәрергә өйрәнгән Роза апай. Уға бер һүҙ әйтһәң, шуға йыр сығарып, көйләп тә ебәрә. Күршеләре, һоҡланып: “Роза апайҙың картуфы ниңә уңмаһын, ул бит һәр төбөнә йырлап, доға уҡып йөрөй”, – тип әйтәләр икән. Әҙерәк кенә тауышы сыҡмайыраҡ торһа: “Әллә ауырып киткәнме Роза апай, ниңәлер йырлағаны ишетелмәй”, – тип борсолалар, ти.
Роза апай күңелһеҙләнеп ултырыуҙың ни икәнен белмәй. Тормошто яратып йәшәй, шундай оптимист, һәр һүҙендә юмор, шаяртыу.
– Бөтә туғандары бергә йыйылып, көлкөлө хәбәрҙәр һөйләй башлаһа, көлә-көлә ауыҙ арып бөтә, – ти Рәйсә Абдуллина. – Тормошомда ныҡ ҡыйын саҡтарҙа, ни эшләргә белмәй аптырағанда әсәйемде күҙ алдына килтереү ҙә, уның тураһында уйлау ҙа етә, шунда уҡ барыһы ла онотола. Әсәйем күргән-кисергәндәр алдында минекеләр сүп кенә кеүек тойола, үҙемә оят булып китә. Йәшәүгә көс бирә ул беҙгә.
Дүрт тиҫтә йылдан ашыу яңғыҙ йәшәһә лә, Роза апайҙың донъяһына күп ирҙәр ҡыҙығырлыҡ. Ауылда беренсе булып ихатаһын профнастил менән уратып ҡуя. Үҙендә көнсөллөк тигән нәмәнең остоғо ла булмағас, ҡайһы берәүҙәрҙең көнләшеберәк ҡарауына ла иҫе китмәй уның. Донъя көтәм тигән кешенең барыһы ла үҙ ҡулында. Ата-әсәһенең юбилейында Роза апай: “Бөтә эшкә лә өйрәткәнһегеҙ, эсергә генә өйрәтмәгәнһегеҙ. Шуның өсөн рәхмәт һеҙгә”, – тип улар алдында баш эйә. Бер ата-әсә лә үҙ балаларын махсус рәүештә эсергә өйрәтмәйҙер инде ул. Әммә өйҙәге күңел асыуҙар, өҫтәлгә ҡуйылған шешәләр үҙе үк эскелекте ғәҙәти күренеш булараҡ ҡабул итергә бәләкәйҙән бала күңеленә һеңдерә түгелме? Ана шул нәмә булмаған Сәлимә апай менән Әбүбәкер ағайҙарҙың ғаиләһендә. Ошо айыҡ тормош өлгөһө Роза апайҙың балаларына ла күскән. Кешенән кәм-хур булып йәшәмәҫкә, намыҫ менән донъя көтөргә, үҙ хәләл көсөң менән мал табырға өйрәнгән өс балаһы ла. Инде өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Роза апай һаман да ҡош-ҡорт аҫрай, балаларына ярҙам итә. “Ауырып ятырға ваҡыт юҡ”, – ти ҙә, әҙерәк сырхап тороуына ҡарамаҫтан, эшенә тотона. Буш ваҡыттарында гәзит-журналдар уҡый, ил, донъя хәлдәрен белеп тора, телевизор ҡарарға ярата, бөтә артистарҙы, йырсыларҙы таный, ижадтары менән ҡыҙыҡһына.
Бөгөн үҙенең 75 йәшен билдәләгән Роза апайҙың тормоштағы иң ҙур ҡыуанысы – балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре. Яңғыҙы, атайһыҙ үҫтерһә лә, улына һәм ике ҡыҙына тормошта иң ҙур һабаҡты һәм тәрбиәне биргән — намыҫлы йәшәргә, хеҙмәт һөйөргә, үҙ көсөң менән донъя көтөргә.
...Беҙ йыш ҡына күренекле шәхестәр тураһында яҙғанда уларҙың тормоштағы ҡаҙаныштарының нигеҙе тыуған йортта, атай-әсәй тәрбиәһендә икәнлегенә иғтибар итеңкерәмәйбеҙ кеүек. Әле билдәле тележурналист Рәйсә Абдуллинаның әсәһе Роза Әбүбәкер ҡыҙы менән танышҡас та, тағы ла ошо хаҡта уйлап ҡуйҙым. Шундай ҡыҙ үҫтергән әсә һоҡланыуға һәм маҡтауға лайыҡ түгелме ни?! Шундай әсәнең ҡыҙы булыу Рәйсәгә лә тормошта ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Шәхестәрҙең, күренекле кешеләрҙең әсәйҙәре, атайҙары, ғөмүмән, уларҙың тәрбиә өлгөһө хаҡында йышыраҡ һөйләйек. Беҙҙәге бар изгелек, яҡшылыҡ уларҙан бит.