Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өйрәтәм тиһәң, аҡса табыла
Өйрәтәм тиһәң, аҡса табыла Илебеҙҙә һуңғы йылдарҙа шундай тәҡдим йыш яңғырай: Совет осорондағы уҡытыу-етештереү комбинаттарын тергеҙергә кәрәк. Күптәр мөһим эште йәнләндереп ебәреүҙең ысулдары хаҡында баш ватһа, бурысты тормошҡа ашырыуға тотонған тәүәккәлдәр ҙә байтаҡ.
Туймазы индустриаль колледжы коллективы 2011 йылда республика Хөкүмәте грантын яулап, уҡыу кабинеттары һәм оҫтаха­налар өсөн заманса йыһаздар алыуға өлгәшә. Ошо аҡса ярҙа­мында бер аҙҙан балаларҙы эшсе һәм техник һөнәр нигеҙ­ҙәренә өйрәтеү буйынса “Мастер-ОК” тип аталған проект эшләй башлай.
– Унан алда республика Баш­лығы Рөстәм Хәмитов менән осрашып кәңәшләштем, – ти программаның авторы һәм координаторы, колледж директоры урынбаҫары Олег Ғайсин. – Етәксе тәҡдимде хуплағас, дәртләнеп эшкә тотондом.
Олег Альберт улына тәүҙә ҡаланың мәктәптәре буйлап йөрөп, профилгә тиклемге әҙер­лек дәресен колледжға биреүҙе үтенергә тура килә. Улары ҡаршы килмәй, тик хуплай ғына.
Тәүге йыл, проектҡа ярашлы, “Евроремонт нигеҙҙәре” йүнә­лешенән башлана. Колледж уҡытыусыларының “Балаларҙы йыя алырбыҙмы икән?” тип шикләнеүе бушҡа була: теләү­селәрҙән сират йыйыла. Һөҙөмтәлә әлеге йүнәлеш буйынса 200-ҙән ашыу үҫмер белем алып сыға. Артабан тағы ла дәртләнеп эшкә тотона педагогтар: йүнәлештәрҙе туғыҙға етке­рәләр. Әле колледждағы өлкән класс уҡыусылары электр тех­никаһы, электр иретеп-йәбеш­тереүе, 3D моделен әҙер­ләү, санитар-техника системаһын монтажлау, ғаилә бюджеты һәм башҡа ғилемдәрҙе үҙләштерә.
– Һәр төркөмдә унар кеше, шунан арттырмайбыҙ, – ти Олег Альберт улы. – Балалар иретеп-йәбештереү аппараттарында түгел, ә немец тренажерҙарында эшләй. Әммә уларҙың дуғаһы ла ысынынан бер ни менән айырылмай. “Аҡыллы” техника баланың эшен үҙе үк тикшереп баһа ҡуя.
Шулай ҙа проблемаларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Уларҙың иң ҡырҡыуы – финанслауҙың етешмәүе. Былтыр 500 самаһы баланы уҡытып сығарҙыҡ, киләсәктә лә ошо кимәл һаҡланыр, хатта артыр тип уйлайбыҙ.
Был мәсьәләне педагог социаль селтәр аша яйға һала. Әүҙем блогер булараҡ, тәүге йылда ҡеүәтле төҙөлөш компанияһы вәкиле менән яҙыша. Башланғыс хаҡында һөйләй, хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим яһай. Компа­ния­лағылар ҡыҙыҡһыныу белдерә. Туймазыға килеп, проектты төрлө яҡлап өйрәнәләр һәм килешеү төҙөйҙәр. Һөҙөмтәлә өс йыл инде колледжға бушлай махсус кейем, эш ҡоралдары, төрлө материал ебәреп торалар. Тимәк, колледж уҡыусылары бәләкәйҙән ошо компанияның төҙөлөш өсөн кәрәк-ярағын күрә, файҙалана, киләсәктә лә ҡулланырына ышаныс ҙур.
Проекттың бағыусылары ара­һында Туймазының бер нисә заводы, фабрикаһы, төҙөлөш компаниялары, Октябрьскийҙан ике фирма бар. Ә күптән түгел ныҡышмал педагог тағы бер эшҡыуарҙы тапҡан. Ул Швейцарияла йәшәй, һуңғы ике йылда Рәсәйҙәге 300-гә яҡын социаль проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән.
– Йүнселдән алынған ярҙам ошо уҡыу йылы тамамланғансы етәсәк әле, – ти Олег Ғайсин. – Ғөмүмән, башланған юлда туҡтап ҡалыу уйы юҡ, һәр саҡ алға ын­тылабыҙ. Малайҙарҙың күпсе­легенең беҙҙә үҙләштергән һөнәре буйынса артабан камиллашыуына сикһеҙ һөйөнәбеҙ. Әйтеүҙәренсә, уларға ваҡытында дөрөҫ юлды күрһәткәнбеҙ. Эшсе һөнәрҙәренең кәрәклегенә ғәмәл­дә инандырыуға өл­гәшкәнбеҙ. Ошондай ихлас, рәхмәтле һүҙ­ҙәрҙе ишетеү яңынан-яңы үрҙәргә этәрә.
“Мастер-ОК” проекты буйынса хәҙер ҡыҙҙар ҙа белем ала башлаған. Киләһе уҡыу йылынан иһә “Робот техникаһы нигеҙҙәре” тигән йүнәлеш тә индереләсәк. Уның өсөн махсус ҡорамалдар алынған да инде. Берәүҙәр өсөн был шөғөл мауыҡтырғыс уйын ғына булып ҡалһа, икенселәр һайлаясаҡ һөнәренә табан тәүге аҙымын яһаясаҡ.


Автор: В. ӘШИРОВА. Район: Туймазы ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә