Илебеҙҙә һуңғы йылдарҙа шундай тәҡдим йыш яңғырай: Совет осорондағы уҡытыу-етештереү комбинаттарын тергеҙергә кәрәк. Күптәр мөһим эште йәнләндереп ебәреүҙең ысулдары хаҡында баш ватһа, бурысты тормошҡа ашырыуға тотонған тәүәккәлдәр ҙә байтаҡ.Туймазы индустриаль колледжы коллективы 2011 йылда республика Хөкүмәте грантын яулап, уҡыу кабинеттары һәм оҫтаханалар өсөн заманса йыһаздар алыуға өлгәшә. Ошо аҡса ярҙамында бер аҙҙан балаларҙы эшсе һәм техник һөнәр нигеҙҙәренә өйрәтеү буйынса “Мастер-ОК” тип аталған проект эшләй башлай.
– Унан алда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашып кәңәшләштем, – ти программаның авторы һәм координаторы, колледж директоры урынбаҫары Олег Ғайсин. – Етәксе тәҡдимде хуплағас, дәртләнеп эшкә тотондом.
Олег Альберт улына тәүҙә ҡаланың мәктәптәре буйлап йөрөп, профилгә тиклемге әҙерлек дәресен колледжға биреүҙе үтенергә тура килә. Улары ҡаршы килмәй, тик хуплай ғына.
Тәүге йыл, проектҡа ярашлы, “Евроремонт нигеҙҙәре” йүнәлешенән башлана. Колледж уҡытыусыларының “Балаларҙы йыя алырбыҙмы икән?” тип шикләнеүе бушҡа була: теләүселәрҙән сират йыйыла. Һөҙөмтәлә әлеге йүнәлеш буйынса 200-ҙән ашыу үҫмер белем алып сыға. Артабан тағы ла дәртләнеп эшкә тотона педагогтар: йүнәлештәрҙе туғыҙға еткерәләр. Әле колледждағы өлкән класс уҡыусылары электр техникаһы, электр иретеп-йәбештереүе, 3D моделен әҙерләү, санитар-техника системаһын монтажлау, ғаилә бюджеты һәм башҡа ғилемдәрҙе үҙләштерә.
– Һәр төркөмдә унар кеше, шунан арттырмайбыҙ, – ти Олег Альберт улы. – Балалар иретеп-йәбештереү аппараттарында түгел, ә немец тренажерҙарында эшләй. Әммә уларҙың дуғаһы ла ысынынан бер ни менән айырылмай. “Аҡыллы” техника баланың эшен үҙе үк тикшереп баһа ҡуя.
Шулай ҙа проблемаларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Уларҙың иң ҡырҡыуы – финанслауҙың етешмәүе. Былтыр 500 самаһы баланы уҡытып сығарҙыҡ, киләсәктә лә ошо кимәл һаҡланыр, хатта артыр тип уйлайбыҙ.
Был мәсьәләне педагог социаль селтәр аша яйға һала. Әүҙем блогер булараҡ, тәүге йылда ҡеүәтле төҙөлөш компанияһы вәкиле менән яҙыша. Башланғыс хаҡында һөйләй, хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим яһай. Компаниялағылар ҡыҙыҡһыныу белдерә. Туймазыға килеп, проектты төрлө яҡлап өйрәнәләр һәм килешеү төҙөйҙәр. Һөҙөмтәлә өс йыл инде колледжға бушлай махсус кейем, эш ҡоралдары, төрлө материал ебәреп торалар. Тимәк, колледж уҡыусылары бәләкәйҙән ошо компанияның төҙөлөш өсөн кәрәк-ярағын күрә, файҙалана, киләсәктә лә ҡулланырына ышаныс ҙур.
Проекттың бағыусылары араһында Туймазының бер нисә заводы, фабрикаһы, төҙөлөш компаниялары, Октябрьскийҙан ике фирма бар. Ә күптән түгел ныҡышмал педагог тағы бер эшҡыуарҙы тапҡан. Ул Швейцарияла йәшәй, һуңғы ике йылда Рәсәйҙәге 300-гә яҡын социаль проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән.
– Йүнселдән алынған ярҙам ошо уҡыу йылы тамамланғансы етәсәк әле, – ти Олег Ғайсин. – Ғөмүмән, башланған юлда туҡтап ҡалыу уйы юҡ, һәр саҡ алға ынтылабыҙ. Малайҙарҙың күпселегенең беҙҙә үҙләштергән һөнәре буйынса артабан камиллашыуына сикһеҙ һөйөнәбеҙ. Әйтеүҙәренсә, уларға ваҡытында дөрөҫ юлды күрһәткәнбеҙ. Эшсе һөнәрҙәренең кәрәклегенә ғәмәлдә инандырыуға өлгәшкәнбеҙ. Ошондай ихлас, рәхмәтле һүҙҙәрҙе ишетеү яңынан-яңы үрҙәргә этәрә.
“Мастер-ОК” проекты буйынса хәҙер ҡыҙҙар ҙа белем ала башлаған. Киләһе уҡыу йылынан иһә “Робот техникаһы нигеҙҙәре” тигән йүнәлеш тә индереләсәк. Уның өсөн махсус ҡорамалдар алынған да инде. Берәүҙәр өсөн был шөғөл мауыҡтырғыс уйын ғына булып ҡалһа, икенселәр һайлаясаҡ һөнәренә табан тәүге аҙымын яһаясаҡ.