Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дәүләттеке түгел, тиһәк тә...
Дәүләттеке түгел, тиһәк тә... Былтыр Башҡортостандың һигеҙ шәхси балалар баҡсаһы белем биреү эшмәкәрлегенә лицензия алған. Республиканың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығы етәксеһе Айбулат Хажин әйтеүенсә, әле төбәктә дәүләткә ҡарамаған ошондай 25 ойошма бар, әммә үҫеш тиҙлектәрен ике йыл элекке менән сағыштырырлыҡ түгел.
“Түңәрәк өҫтәл” рәүешендә уҙғарылған сара барышында, “Ни өсөн шәхси балалар баҡсаларының күбеһе махсус рөхсәтһеҙ эшләргә мәжбүр һәм, бәләкәстәрҙе ҡарау, ашатыу-эсереү менән генә сикләнеп, мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырмай?” тигән һорауға яуап итеп, ведомство башлығы бер нисә сәбәпте атаны.
–Тәү сиратта, әлбиттә, бындай ойошмаларға муниципаль власть тарафынан тәҡдим ителерлек биналарҙың аҙлығын билдәләргә кәрәк. Булғандарының да санитария-гигиена һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап биреүе мөһим бит әле, – тине Айбулат Хажин. – Проблема бик етди, сөнки эре инвесторҙарҙа мәктәпкәсә белем биреү тармағына аҡса һалыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу юҡ. Шулай уҡ лицензия юлларға йыйынған шәхси балалар баҡсалары етәкселәре ҡануниәт талаптары тураһында тейешенсә хәбәрҙар түгел, финанс-ойоштороу йәһәтенән дә ауырлыҡ кисерәләр.
Башҡортостан Мәғариф министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге етәксеһе Альбина Миңнуллинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, республика һәм ҡала-райондар кимәлендә шәхси балалар баҡсаларына даими ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, махсус лицензия алып, фәҡәт үҙ йүнәлешенә ярашлы хеҙмәтләндергән бындай ойошмалар муниципаль милекте бина итеп файҙаланған өсөн ҡуртым хаҡының ни бары 25 процентын түләй. Белем биреү эшмәкәрлегенә рөхсәте булғандар шулай уҡ төрлө субсидиялар йүнләргә хоҡуҡлы: хеҙмәт хаҡы буйынса сығымдарҙы ҡаплауға – һәр педагог өсөн айына уртаса 5 мең һум күләмендә; китаптар, уҡыу әсбаптары, дәрес кәрәк-ярағы, уйынсыҡтар алыуға – һәр балаға йылына 500 һум иҫәбенән. Өҫтәүенә шәхси милектәге мәктәпкәсә мәғариф ойошмаларына дәүләт ярҙамы менән ата-әсәләр түләгән хаҡты кәметеү мөмкинлеге бирелә: тәүге балаға – 20, икенсеһенә – 50, өсөнсөһөнә һәм артабан­ғыларына 70 процентлыҡ ташлама яһала.
Сарала бүтән һорауҙарға ла асыҡлыҡ индерелде. Атап әйткәндә, унда ҡатнашыусылар мәктәпкәсә белем биреү программалары буйынса эшләгән социаль йүнәлешле шәхси ойошмаларҙың яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеүе өсөн шарттар тыуҙырыу зарурлығы тураһында кәңәшләште. Дәүләт ҡарамағында булмаған балалар баҡсаларын республика халҡын хеҙмәтләндереү йәһәтенән төрлө сикләүҙәрҙән азат итеү, ыңғай тәжрибәләрҙе киң таратыу, алдынғы социаль технологияларҙы ҡулланыу, шулай уҡ был өлкәнең үҫешен күҙаллаған ярҙам механизмдарын көсәйтеү хаҡында һүҙ барҙы. Айбулат Хажиндың әйтеүенсә, мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе коммерция нигеҙендә тәрбиәләү менән мәшғүл ойошмалар етәкселәренә методик һәм мәғлүмәти-ҡулланма ярҙам күрһәтелгән.
Дәүләт милкендә булмаған белем биреү ойошмаларының “Башҡортостан Республикаһы балалары” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы директоры Олеся Некрасова үткәргән әлеге эшлекле һөйләшеүҙең әһәмиәте шаҡтай ҙур.
– Эште ойоштороу өсөн рөхсәт биргән документтарҙы туплау, мөлкәткә хоҡуҡ, “Роспотребнадзор” һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан ҡуйылған талаптарҙы үтәү, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүсе республика программаларында ҡатнашып, субсидия юллау кеүек мәсьәләләргә арналған өлөштә шәхси балалар баҡсалары вәкилдәре үҙҙәрен борсоған һорауҙарға төплө яуап ишетте. Был киләсәктә мәктәпкәсә тәрбиә йүнәлешендә социаль хеҙмәтләндереү буйынса артабанғы аҙымдарыбыҙҙы билдәләргә, эшебеҙҙе хоҡуҡи нигеҙҙә ҡорорға ярҙам итәсәк, – тине ул. – Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ тарафынан методик материалдар тәҡдим ителеүе – беҙҙең өсөн бик тос ярҙам.


Автор: Даян МӘЖИТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә