Былтыр Башҡортостандың һигеҙ шәхси балалар баҡсаһы белем биреү эшмәкәрлегенә лицензия алған. Республиканың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығы етәксеһе Айбулат Хажин әйтеүенсә, әле төбәктә дәүләткә ҡарамаған ошондай 25 ойошма бар, әммә үҫеш тиҙлектәрен ике йыл элекке менән сағыштырырлыҡ түгел.“Түңәрәк өҫтәл” рәүешендә уҙғарылған сара барышында, “Ни өсөн шәхси балалар баҡсаларының күбеһе махсус рөхсәтһеҙ эшләргә мәжбүр һәм, бәләкәстәрҙе ҡарау, ашатыу-эсереү менән генә сикләнеп, мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырмай?” тигән һорауға яуап итеп, ведомство башлығы бер нисә сәбәпте атаны.
–Тәү сиратта, әлбиттә, бындай ойошмаларға муниципаль власть тарафынан тәҡдим ителерлек биналарҙың аҙлығын билдәләргә кәрәк. Булғандарының да санитария-гигиена һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап биреүе мөһим бит әле, – тине Айбулат Хажин. – Проблема бик етди, сөнки эре инвесторҙарҙа мәктәпкәсә белем биреү тармағына аҡса һалыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу юҡ. Шулай уҡ лицензия юлларға йыйынған шәхси балалар баҡсалары етәкселәре ҡануниәт талаптары тураһында тейешенсә хәбәрҙар түгел, финанс-ойоштороу йәһәтенән дә ауырлыҡ кисерәләр.
Башҡортостан Мәғариф министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге етәксеһе Альбина Миңнуллинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, республика һәм ҡала-райондар кимәлендә шәхси балалар баҡсаларына даими ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, махсус лицензия алып, фәҡәт үҙ йүнәлешенә ярашлы хеҙмәтләндергән бындай ойошмалар муниципаль милекте бина итеп файҙаланған өсөн ҡуртым хаҡының ни бары 25 процентын түләй. Белем биреү эшмәкәрлегенә рөхсәте булғандар шулай уҡ төрлө субсидиялар йүнләргә хоҡуҡлы: хеҙмәт хаҡы буйынса сығымдарҙы ҡаплауға – һәр педагог өсөн айына уртаса 5 мең һум күләмендә; китаптар, уҡыу әсбаптары, дәрес кәрәк-ярағы, уйынсыҡтар алыуға – һәр балаға йылына 500 һум иҫәбенән. Өҫтәүенә шәхси милектәге мәктәпкәсә мәғариф ойошмаларына дәүләт ярҙамы менән ата-әсәләр түләгән хаҡты кәметеү мөмкинлеге бирелә: тәүге балаға – 20, икенсеһенә – 50, өсөнсөһөнә һәм артабанғыларына 70 процентлыҡ ташлама яһала.
Сарала бүтән һорауҙарға ла асыҡлыҡ индерелде. Атап әйткәндә, унда ҡатнашыусылар мәктәпкәсә белем биреү программалары буйынса эшләгән социаль йүнәлешле шәхси ойошмаларҙың яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеүе өсөн шарттар тыуҙырыу зарурлығы тураһында кәңәшләште. Дәүләт ҡарамағында булмаған балалар баҡсаларын республика халҡын хеҙмәтләндереү йәһәтенән төрлө сикләүҙәрҙән азат итеү, ыңғай тәжрибәләрҙе киң таратыу, алдынғы социаль технологияларҙы ҡулланыу, шулай уҡ был өлкәнең үҫешен күҙаллаған ярҙам механизмдарын көсәйтеү хаҡында һүҙ барҙы. Айбулат Хажиндың әйтеүенсә, мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе коммерция нигеҙендә тәрбиәләү менән мәшғүл ойошмалар етәкселәренә методик һәм мәғлүмәти-ҡулланма ярҙам күрһәтелгән.
Дәүләт милкендә булмаған белем биреү ойошмаларының “Башҡортостан Республикаһы балалары” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы директоры Олеся Некрасова үткәргән әлеге эшлекле һөйләшеүҙең әһәмиәте шаҡтай ҙур.
– Эште ойоштороу өсөн рөхсәт биргән документтарҙы туплау, мөлкәткә хоҡуҡ, “Роспотребнадзор” һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан ҡуйылған талаптарҙы үтәү, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүсе республика программаларында ҡатнашып, субсидия юллау кеүек мәсьәләләргә арналған өлөштә шәхси балалар баҡсалары вәкилдәре үҙҙәрен борсоған һорауҙарға төплө яуап ишетте. Был киләсәктә мәктәпкәсә тәрбиә йүнәлешендә социаль хеҙмәтләндереү буйынса артабанғы аҙымдарыбыҙҙы билдәләргә, эшебеҙҙе хоҡуҡи нигеҙҙә ҡорорға ярҙам итәсәк, – тине ул. – Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ тарафынан методик материалдар тәҡдим ителеүе – беҙҙең өсөн бик тос ярҙам.