Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шәшке тигәнең ҡуян түгелме?
Шәшке тигәнең ҡуян түгелме? Һуңғы осорҙа йәнлек тиреһенән тегелгән кейем менән сауҙа итеү бизнестың иң төшөмлө йүнәлештәре иҫәбенә инә бара. Йыл да, тәүге ҡар яуып өлгөрмәй, телевизорҙан йылҡылдап торған тундарҙы, бүректәрҙе ярты хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге тураһында реклама бирергә керешәләр. Хәйер, ундай тауарҙы маҡтау нимәгә – заман ҡатын-ҡыҙҙары араһынан бик һирәктәр генә модаға ярашлы кейенеүгә әллә ни әһәмиәт бирмәйҙер.
Тик, баҙарҙың һәр тармағындағы һымаҡ, тун алыусыларҙы ла һемәйеү хәүефе һағалай. Йорт ҡуяны тиреһенән тегелгән әйберҙәрҙе “шиншилла”, “шәшке” тип алдап һатыу осраҡтары хаҡында, йыш булмаһа ла, ишетергә тура килә. Тап шундай мутлашыуҙарға юл ҡуймау маҡсатында илебеҙ етәксе­леге яңы система ҡулланырға ҡарар итте лә инде.

Рәсәйҙә йәнлек тиреһенән яһалған әйберҙәрҙе маркалау 2016 йылдың 12 авгусынан мотлаҡ та­лапҡа әйләнде. Етештереүселәр проектты тормошҡа ашырыуға алдан әҙерләнә торһон тип, 1 апрелдән унда ирекле ҡатнашыу мөмкин­леге булдырғайнылар. Илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров әйтеүенсә, беҙҙең башланғысҡа Белоруссия, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан да ҡушылырға тейеш. Был турала килешеү 2015 йылдың сен­тябрен­дә үк төҙөлгән.
Маркалау талабы ҡуйылғанға тиклем илдә йәнлек тиреһенән яһалған әйберҙәр менән сауҙа итеүселәрҙең һәр бишенсеһе законды урап үтергә тырышҡан, йәғни һалым түләмәгән. Тимәк, тауарҙарҙың сифатында шиклә­нерлек сәбәптәр ҙә күп булған. “Яңы система ғәмәлгә индерелә башлағас, был баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе ҡануниәткә ярашлы эшләүҙән дә уңайлыраҡ юл ҡалмауын аңланы, – ти Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин. – Маркалау беҙгә сау­ҙалағы тәртипте көсәйтеү, алдашыу­ҙарҙы кәметеү, тауар әйләнешен контролдә тотоу мөмкинлеген бирә”.
Хәҙер тун, бүрек һәм йәнлек тиреһенән тегелгән башҡа әйбер һатып алғанда махсус ярлығы бармы-юҡмы икәнлегенә иғтибар итергә кәрәк. Унда тауарҙың бөтөн “шәжәрә”һе күрһәтелә: ҡайҙа һәм кем тарафынан етештерел­гәне, ниндәй илдәрҙең сиге аша үткәне һ.б. Проектты алып барыусылар әйтеүенсә, маркаланған икән – сифатында шикләнеү урынһыҙ.
Проектты тормошҡа ашырыу буйынса оператор – Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте. Эште автоматлаштырыу маҡса­тында был ведомствоның сайтында йәнлек тиреләре баҙарында ҡатнашыу­сыларҙы теркәү, тауар маркалары алыу бүлеге асылған. Ресурсты файҙаланыу ҡатмарлы түгел, “шәхси кабинет” асыуҙан маркалар алыуға тиклемге барлыҡ ғәмәлдәр бер нисә көн генә талап итә.
Тундарға ҡарата шундай талап булдырылыуы, икенсе яҡтан, законға ярашлы эшләгән ойош­маларға баҙарҙағы намыҫһыҙ көнәркәшлектән һаҡланырға мөмкинлек тыуҙыра. Бығаса һалым түләүҙән ҡасыусылар һәм насар сифатлы әйбер һатыусылар тауарына хаҡты түбәнерәк итеп билдәләй алған, шул рәүешле йыш ҡына ғәҙел эшҡыуарҙар­ҙың клиенттарын үҙҙәренә ылыҡ­тырған.
Яңы система, әйткәндәй, Рәсәйҙең йәнлек тиреләре баҙарының ысын күләмен баһаларға ярҙам итә икән. Баҡһаң, тауар ассортименты, сауҙа әйләнеше тураһындағы мәғлүмәттәр бығаса дөрөҫ бирелмәгән, хатта ҙур тайпылышҡа юл ҡуйылған. Мәҫәлән, рәсми һандар буйынса, илгә 240 мең берәмек продукция индерелгән, тағы ла 70 меңе үҙебеҙҙә тегелгән, тип иҫәпләгәндәр. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙең йәнлек тиреләре баҙары 300 мең тирәһе берәмек тауарҙан ғибәрәт килеп сыға. Ә инде маркалау башланғас, сентябрь аҙағына уҡ күләмдең 5,6 миллиондан ашып китеүе теркәлгән. Уныһы ла сик түгел, сөнки магазиндарҙа алдағы йылдарҙан күпме тун ҡалғаны билдәле булмаған.
Бынан тыш, илебеҙҙә тегелгән тауар­ҙарҙың һанына бәйле хаталар барлығы асыҡланған. Сәнәғәт һәм сауҙа министр­лығының элекке мәғлүмәттәре буйынса ватан тундары баҙарҙа ни бары сирек өлөштө тәшкил итә тип иҫәпләнгән, ә система Рәсәй етештереүселәренең тауары ике тапҡырға күберәк икәнлеген асыҡлаған.
Федераль һалым хеҙмәте киләсәктә тундарҙы маркалауҙы контроль-касса техникаһы системаһына тоташтырырға ниәтләй. Ул сағында магазиндарҙағы сауҙа тураһында мәғлүмәт һалым инспекцияһына туранан-тура килеп торасаҡ, тимәк, ялған тауар һатыу, ҡаҙнаға түләүҙән ҡасыу мөмкинлеге сикләнәсәк. Артабан маркалау проекты һалым системаһы менән бик тығыҙ бәйләнештә алып барылырға тейеш, ти ведомство вәкилдәре.
Быйылдан башҡа категория тауар­ҙарын да маркалау башланасаҡ. Сәнәғәт һәм сауҙа министры әйтеүенсә, сиратта – дарыу препараттары. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тәүҙәрәк был проектҡа 1 ғин­уарҙан уҡ тотоноу хаҡында һүҙ йөрөтә ине, әммә аҙаҡ эште кисектерергә ҡарар иттеләр. Шулай уҡ быйыл Иркутск өлкәһендә ҡырҡып әҙерләнгән ағасты маркалау буйынса пилот проектын иғлан итергә уйлайҙар.


Автор: Даян МӘЖИТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә