Һуңғы осорҙа йәнлек тиреһенән тегелгән кейем менән сауҙа итеү бизнестың иң төшөмлө йүнәлештәре иҫәбенә инә бара. Йыл да, тәүге ҡар яуып өлгөрмәй, телевизорҙан йылҡылдап торған тундарҙы, бүректәрҙе ярты хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге тураһында реклама бирергә керешәләр. Хәйер, ундай тауарҙы маҡтау нимәгә – заман ҡатын-ҡыҙҙары араһынан бик һирәктәр генә модаға ярашлы кейенеүгә әллә ни әһәмиәт бирмәйҙер.
Тик, баҙарҙың һәр тармағындағы һымаҡ, тун алыусыларҙы ла һемәйеү хәүефе һағалай. Йорт ҡуяны тиреһенән тегелгән әйберҙәрҙе “шиншилла”, “шәшке” тип алдап һатыу осраҡтары хаҡында, йыш булмаһа ла, ишетергә тура килә. Тап шундай мутлашыуҙарға юл ҡуймау маҡсатында илебеҙ етәкселеге яңы система ҡулланырға ҡарар итте лә инде.Рәсәйҙә йәнлек тиреһенән яһалған әйберҙәрҙе маркалау 2016 йылдың 12 авгусынан мотлаҡ талапҡа әйләнде. Етештереүселәр проектты тормошҡа ашырыуға алдан әҙерләнә торһон тип, 1 апрелдән унда ирекле ҡатнашыу мөмкинлеге булдырғайнылар. Илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров әйтеүенсә, беҙҙең башланғысҡа Белоруссия, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан да ҡушылырға тейеш. Был турала килешеү 2015 йылдың сентябрендә үк төҙөлгән.
Маркалау талабы ҡуйылғанға тиклем илдә йәнлек тиреһенән яһалған әйберҙәр менән сауҙа итеүселәрҙең һәр бишенсеһе законды урап үтергә тырышҡан, йәғни һалым түләмәгән. Тимәк, тауарҙарҙың сифатында шикләнерлек сәбәптәр ҙә күп булған. “Яңы система ғәмәлгә индерелә башлағас, был баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе ҡануниәткә ярашлы эшләүҙән дә уңайлыраҡ юл ҡалмауын аңланы, – ти Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин. – Маркалау беҙгә сауҙалағы тәртипте көсәйтеү, алдашыуҙарҙы кәметеү, тауар әйләнешен контролдә тотоу мөмкинлеген бирә”.
Хәҙер тун, бүрек һәм йәнлек тиреһенән тегелгән башҡа әйбер һатып алғанда махсус ярлығы бармы-юҡмы икәнлегенә иғтибар итергә кәрәк. Унда тауарҙың бөтөн “шәжәрә”һе күрһәтелә: ҡайҙа һәм кем тарафынан етештерелгәне, ниндәй илдәрҙең сиге аша үткәне һ.б. Проектты алып барыусылар әйтеүенсә, маркаланған икән – сифатында шикләнеү урынһыҙ.
Проектты тормошҡа ашырыу буйынса оператор – Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте. Эште автоматлаштырыу маҡсатында был ведомствоның сайтында йәнлек тиреләре баҙарында ҡатнашыусыларҙы теркәү, тауар маркалары алыу бүлеге асылған. Ресурсты файҙаланыу ҡатмарлы түгел, “шәхси кабинет” асыуҙан маркалар алыуға тиклемге барлыҡ ғәмәлдәр бер нисә көн генә талап итә.
Тундарға ҡарата шундай талап булдырылыуы, икенсе яҡтан, законға ярашлы эшләгән ойошмаларға баҙарҙағы намыҫһыҙ көнәркәшлектән һаҡланырға мөмкинлек тыуҙыра. Бығаса һалым түләүҙән ҡасыусылар һәм насар сифатлы әйбер һатыусылар тауарына хаҡты түбәнерәк итеп билдәләй алған, шул рәүешле йыш ҡына ғәҙел эшҡыуарҙарҙың клиенттарын үҙҙәренә ылыҡтырған.
Яңы система, әйткәндәй, Рәсәйҙең йәнлек тиреләре баҙарының ысын күләмен баһаларға ярҙам итә икән. Баҡһаң, тауар ассортименты, сауҙа әйләнеше тураһындағы мәғлүмәттәр бығаса дөрөҫ бирелмәгән, хатта ҙур тайпылышҡа юл ҡуйылған. Мәҫәлән, рәсми һандар буйынса, илгә 240 мең берәмек продукция индерелгән, тағы ла 70 меңе үҙебеҙҙә тегелгән, тип иҫәпләгәндәр. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙең йәнлек тиреләре баҙары 300 мең тирәһе берәмек тауарҙан ғибәрәт килеп сыға. Ә инде маркалау башланғас, сентябрь аҙағына уҡ күләмдең 5,6 миллиондан ашып китеүе теркәлгән. Уныһы ла сик түгел, сөнки магазиндарҙа алдағы йылдарҙан күпме тун ҡалғаны билдәле булмаған.
Бынан тыш, илебеҙҙә тегелгән тауарҙарҙың һанына бәйле хаталар барлығы асыҡланған. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының элекке мәғлүмәттәре буйынса ватан тундары баҙарҙа ни бары сирек өлөштө тәшкил итә тип иҫәпләнгән, ә система Рәсәй етештереүселәренең тауары ике тапҡырға күберәк икәнлеген асыҡлаған.
Федераль һалым хеҙмәте киләсәктә тундарҙы маркалауҙы контроль-касса техникаһы системаһына тоташтырырға ниәтләй. Ул сағында магазиндарҙағы сауҙа тураһында мәғлүмәт һалым инспекцияһына туранан-тура килеп торасаҡ, тимәк, ялған тауар һатыу, ҡаҙнаға түләүҙән ҡасыу мөмкинлеге сикләнәсәк. Артабан маркалау проекты һалым системаһы менән бик тығыҙ бәйләнештә алып барылырға тейеш, ти ведомство вәкилдәре.
Быйылдан башҡа категория тауарҙарын да маркалау башланасаҡ. Сәнәғәт һәм сауҙа министры әйтеүенсә, сиратта – дарыу препараттары. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тәүҙәрәк был проектҡа 1 ғинуарҙан уҡ тотоноу хаҡында һүҙ йөрөтә ине, әммә аҙаҡ эште кисектерергә ҡарар иттеләр. Шулай уҡ быйыл Иркутск өлкәһендә ҡырҡып әҙерләнгән ағасты маркалау буйынса пилот проектын иғлан итергә уйлайҙар.