Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әгәр бергәләп туплайһың икән...
Башҡортостанда йәшәгән 400 меңдән ашыу кеше үҙенең буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөн дәүләт менән берлектә финанслау мөмкинлегенән файҙалана.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, быйыл республикала был программала ҡатнашыусылар шәхси иҫәптәренә 142 миллион һумдан ашыу күләмдә өҫтәмә страховка иғәнәһе күсергән. Ғөмүмән, дәүләт менән берлектә финанслау башланғандан алып төбәк халҡынан пенсияларҙың тупланма өлөшөн булдырыу өсөн фондҡа 1,726 миллион һумдан ашыу аҡса ингән.
Пенсия фонды белгестәре иҫкәртә: 2016 йыл өсөн өҫтәмә страховка иғәнәһен һаман күсермәгәндәргә был ғәмәлде йыл аҙағына тиклем үтәп өлгөрөргә кәрәк. Юғиһә түләмәй ҡалғандар һәм ике мең һумдан кәмерәк биргәндәр 2016 йыл өсөн берлектә финанслау хоҡуғын юғалта.
Өҫтәмә страховка иғәнәләре, берлектә фи­нанс­ланған күләм пенсия тупланмалары иҫәбенә инә һәм кешенең уны бер тапҡыр бирелә торған түләү, ашығыс түләү йәки тупланма пенсия рәүешендә алыуы мөмкин. Хеҙмәткәр бер тапҡыр бирелә торған түләү рәүешендә өҫтәмә страховка иғәнәләрен алдан тотонһа ла, уның программала ҡатнашыу хоҡуғы һаҡлана. Әммә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе ҡабаттан алыу өсөн Пенсия фондына биш йылдан һуң ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Страховкаланған кеше туп­ланма пенсия тәғәйенләнгәнгә тиклем вафат булһа ла, шәхси иҫәбендә йыйылған аҡсаһы юғалмай, уны балалары юллап алырға мөмкин.
Пенсияны дәүләт менән берлектә финанслау программаһында 2008 йылдың 1 октябренән 2014 йыл­дың 31 декабренә тиклем программала ҡатнашыу тураһында ғариза биргән һәм 2015 йылдың 31 ғин­уарына ҡәҙәр тәүге иғәнәһен индергән кешеләр ҡатнаша.


Автор: Даян МӘЖИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә