Әгәр бергәләп туплайһың икән...20.12.2016
Башҡортостанда йәшәгән 400 меңдән ашыу кеше үҙенең буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөн дәүләт менән берлектә финанслау мөмкинлегенән файҙалана.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, быйыл республикала был программала ҡатнашыусылар шәхси иҫәптәренә 142 миллион һумдан ашыу күләмдә өҫтәмә страховка иғәнәһе күсергән. Ғөмүмән, дәүләт менән берлектә финанслау башланғандан алып төбәк халҡынан пенсияларҙың тупланма өлөшөн булдырыу өсөн фондҡа 1,726 миллион һумдан ашыу аҡса ингән.
Пенсия фонды белгестәре иҫкәртә: 2016 йыл өсөн өҫтәмә страховка иғәнәһен һаман күсермәгәндәргә был ғәмәлде йыл аҙағына тиклем үтәп өлгөрөргә кәрәк. Юғиһә түләмәй ҡалғандар һәм ике мең һумдан кәмерәк биргәндәр 2016 йыл өсөн берлектә финанслау хоҡуғын юғалта.
Өҫтәмә страховка иғәнәләре, берлектә финансланған күләм пенсия тупланмалары иҫәбенә инә һәм кешенең уны бер тапҡыр бирелә торған түләү, ашығыс түләү йәки тупланма пенсия рәүешендә алыуы мөмкин. Хеҙмәткәр бер тапҡыр бирелә торған түләү рәүешендә өҫтәмә страховка иғәнәләрен алдан тотонһа ла, уның программала ҡатнашыу хоҡуғы һаҡлана. Әммә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе ҡабаттан алыу өсөн Пенсия фондына биш йылдан һуң ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Страховкаланған кеше тупланма пенсия тәғәйенләнгәнгә тиклем вафат булһа ла, шәхси иҫәбендә йыйылған аҡсаһы юғалмай, уны балалары юллап алырға мөмкин.
Пенсияны дәүләт менән берлектә финанслау программаһында 2008 йылдың 1 октябренән 2014 йылдың 31 декабренә тиклем программала ҡатнашыу тураһында ғариза биргән һәм 2015 йылдың 31 ғинуарына ҡәҙәр тәүге иғәнәһен индергән кешеләр ҡатнаша.