Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балыҡ тотҡан туҡ булыр...
Балыҡ тотҡан туҡ булыр...
Балыҡ тотҡан туҡ булыр...
Бынан бер нисә йыл элек Асҡын районына юл төшкәйне. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ҡатнаштыҡ. Сара тау битләүендә үтте, һөҙәктә ауыл ята. Өҫтән ҡарап торһаң, эй матур инде. Ауылда быуаларҙың күплегенә иғтибар иттем. Һәр йорттоң ихатаһы, уның янында картуф баҡсаһы бар, унан һуң инде ялтырап быуалар теҙелгән. Улар әллә ни ҙур ҙа түгел, әммә һәр шәхси ихатала тиерлек быуа булыуы аптыратты.
Алсаҡ ҡына Асия апайҙан бының сәбәбен дә һораным. “Бөтмөрөрәк ауылдаштарыбыҙ балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Беҙҙә урыны шулайыраҡ, уйһыулыҡтар күп. Шуларҙан быуа яһап, һыу тултырып, балыҡ ебәрәбеҙ. Бынан бер нисә йыл элек минең дә ирем быуа быуып ҡуйҙы. Әйҙә барып күрәйек”, – тип апай мине йорттарына алып ҡайт­ты. Ваҡыт тар ине, иркенләп һөйләшеп тә булманы. Шулай ҙа уларҙың бы­уаһын әле ун йыллап ваҡыт үтһә лә, һаман онота алмайым.
– Балыҡ өйрәк һымаҡ инде ул, дөрөҫөн генә әйткәндә. Шул ҡош-ҡортҡа тип бешергән ярма, картуф ҡабығын ашатабыҙ. Ашар­ға алып килгәнде әллә ҡайҙан беләләр. Һыуҙан морондарын сығарып быж­ҡылдап торалар. Яҙғыһын ебәргән селбәрәләрҙе йәй уртаһында тотоп, баҙарға сығарып һата баш­лайбыҙ. Үҙебеҙҙең өҫтәлдән дә балыҡ өҙөлмәй. Тәүҙә төрлө балыҡ алып ҡарағайныҡ, хәҙер һаҙанға өҫтөнлөк бирәбеҙ, сөнки әрһеҙ, ите лә тәмле. Биш килограмға тиклем ҙураялар, – тип һөйләне Асия апай.
Ысынлап та, шәхси ихатаһы менән йәшәгән ауыл кешеһенә өҫтәлдәге ризығын төрләндереү, бер аҙ килем алыу өсөн ҡайһылай ҙа уңайлы ысул ул балыҡ үрсетеү! Шуға ла Баш­ҡортостанда балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны һуңғы йылдарҙа артҡандан-арта. 2015 йылда балыҡ етештереү күләме 1620 тоннаға еткән. Мәҫәлән, 2006 йылда был һан 1,5 тап­ҡырға кәмерәк булған.
Балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн республикала меңдән ашыу йылға, 456 күл, 16 һыу һаҡлағыс һәм 142 быуа файҙаланыла. Волга буйы федераль округында республикабыҙ, Һарытау һәм Пенза өлкәләренән генә ҡалышып, балыҡ етештереү буйынса өсөнсө урында килә.
Был өлкәлә ныҡлап аяҡҡа баҫҡан һәм төбәктә балыҡсылыҡтың үҫешенә йоғонто яһаған дүрт ойошма бар:
– Краснокама районындағы “Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы” Ҡарман ГЭС-ының йылы һыулы яғында балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Йыл һайын 1000 – 1200 тонна балыҡ һәм 100 – 150 тонна үрсетер өсөн селбәрә етештерә;
Федоровка районында “Балыҡ” ойош­маһы йылына 100 – 120 тонна ба­лыҡ һәм 20 – 30 тонна селбәрә үҫтерә;
– “Башҡорт балығы хужалығы” 50 – 70 тонна балыҡ һәм 20 тоннаға тиклем селбәрә етештерә;
– Әбйәлил районында “Балыҡ” ойошмаһы 30 – 40 тонна балыҡ үрсетә.
Әлбиттә, башҡа райондар ҙа балыҡ етештереүгә ныҡлап тотона ала. Ни генә тимә, республикабыҙ – һыу ятҡылыҡтарына бай төбәк. Был эш өсөн 510 берәмек һыу һаҡлағыс һәм быуа, 150-гә яҡын гидротехник ҡорол­маны файҙаланырға була. Әле фай­ҙаланылмаған быуаларҙың дөйөм майҙаны ете мең гектар тәшкил итә. Уларҙа йылына биш мең тоннанан ашыу балыҡ етештереп булыр ине. Тик крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәрен, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе закондар­ҙың камил булмауы шөрләтә. Гидротехник ҡоролмаларҙың техник доку­ментацияһы юҡ, уларҙы ҡуртымға алыу үҙе бер баш бәләһенә әүерелеүе ихтимал. Был мәсьәләне хәл итер өсөн ҡуртымға биреү шарттарын бер аҙ йомшартыу ҙа һөҙөмтә бирер ине. Бынан тыш, балыҡсылыҡ тармағын киңәйтеү өсөн уларға ем етештереүҙе хәстәр­ләргә кәрәк. Сөнки үрҙә телгә алынған быуа һәм гидротехник ҡоролмаларҙа балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә башлаһалар, балыҡ өсөн махсуслаш­тырылған аҙыҡты 10 тоннанан ашыу етештерергә кәрәк. Әлегә был эш менән бары тик “Дәүләкән икмәк ризыҡтары комбинаты” һәм Яңауыл­дағы ҡатнаш мал аҙығы заводы шөғөл­ләнә. Улар үрҙә телгә алынған кимәлдә балыҡ өсөн ем етештерә алмаясаҡ. Әлегә иһә балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү­селәр аҙыҡты күпләп ситтән һатып алырға мәжбүр.
Быйылға тиклем балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе Хөкүмәт махсус программа ярҙамында дәртләндереп килде. Әлеге программаның мөҙҙәте үткәс, 2020 йылғаса ауыл хужалығы тармаҡтарын үҫтереүгә дәүләт ярҙамы тураһында Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары сыҡты. Ошо документ ниге­ҙендә өс йүнәлеш буйынса субсидия алыу мөмкинлеге бар. Киләһе йылда ошо йүнәлештәргә 25 миллион һум күләмендә бюджет аҡсаһы һалынған. Ә төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғын үҫтереү программаһына ярашлы, был төбәктәрҙә балыҡсылыҡты үҫтереү ҡаралған. Мәҫәлән, Нуриман районында йылына мең тоннанан ашыу бағры балығы үрсетеүгә инвестициялар бүленәсәк. Был эшкә тотонған ойошма 22 понтонлы һыҙат, селбәрә үрсетеү цехы, продукцияны һатыу өсөн өс баҙар төҙөргә йыйына. Әлеге мәлдә эшҡы­уарҙар ер биләмәләрен рәсмиләштереү, һыу объекттары менән файҙаланыуға рөхсәт алыу эше менән шөғөлләнә. Ә бына Әбйәлил районында йылына 20 тонна бағры балығы етештереү хужа­лығына нигеҙ һалынды. Тиҙҙән тәүге һөҙөмтәләр ҙә күренә башлаясаҡ, ти белгестәр.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре билдәләүенсә, балыҡсылыҡты үҫтереү программаһы 2020 йылға тиклем төбәктә был өлкәлә эшләйәсәк эшҡыуарҙар һанының арты­уына килтерәсәк. Дәүләт ярҙамы, әле планлаштырылғанса, йылына 25 миллион һум самаһы бүленеп торһа, 2020 йылға балыҡ етештереүҙе 4 200 тоннаға еткерергә самалайҙар. Ул ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгән балыҡ өҫтәл­дәребеҙҙә ике тапҡырға йышыраҡ буласаҡ.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә