Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәмләп ашағыҙ!
Баҡсала үҫкән ябай ғына картуф, сөгөлдөр, кишер, ташҡабаҡ, кәбеҫтә, ҡабаҡтан әллә нисә төрлө ризыҡ әҙерләргә була. Үҫтереп алған уңыштарығыҙҙы тәмләп, ҡәҙерен белеп ашарға яҙһын. Ошо маҡсаттан бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Ҡабаҡтан алма менән салат

Кәрәк: 500 г ҡабаҡ, өс алма, бер лимон һу­ты, өс аш ҡалағы бал, 0,5 стакан ваҡланған сәтләүек.
Ҡабаҡты һәм тышы әрселгән алманы ҡырғыстан үткәрергә йәки ваҡлап турарға. Шуға лимон һутын ҡушырға, бал өҫтәргә. Өҫтөнә ваҡланған сәтләүек һибергә.

Ҡабаҡтан аш

Кәрәк: 0,5 кг ҡабаҡ, 2-3 кишер, ике аш ҡа­лағы он, ике аш ҡалағы томат-пюре, 0,5 стакан һалҡын һыу, бер-ике стакан һөт.
Дүрткелләп йәки оҙонсалап туралған ҡабаҡ менән кишерҙе ҡайнап торған тоҙло һыуға һалабыҙ һәм йәшелсә йомшарғансы бешерәбеҙ. Шунан иләк йә дуршлаг аша үткәрәбеҙ. Томат-пюре менән һалҡын һыуға ондо ҡушып бутайбыҙ ҙа ашҡа һалабыҙ. Бер аҙ ҡайнатҡандан һуң иң аҙаҡтан кәстрүлгә һөт өҫтәйбеҙ. Табынға ҡуйыр алдынан ашҡа бер киҫәк аҡ май һалырға мөмкин.

Тултырылған ҡабаҡ

Кәрәк: артыҡ ҙур булмаған ҡабаҡ, 2/3 стакан дөгө, ике помидор, бер баш һуған, бер бүлкә һарымһаҡ, бер стакан һурпа, бер аш ҡалағы аҡ май, дүрт аш ҡалағы ҡырғыстан үткә­релгән сыр, тоҙ һәм боросто тәменә ҡарап.
Ҡабаҡтың өҫтөн ҡапҡас итеп ҡырҡып асырға һәм эсендәге орлоҡтарын алырға. Шунан уға алдан ебетеп ҡуйылған дөгөнө, помидор киҫәктәрен, ваҡлап туралған һәм ҡыҙҙырылған һуғанды һалырға, тоҙ, борос һибергә. Ҡырғыстан үткәреп, һарымһаҡ өҫтәргә. Тултырылған ҡабаҡ эсенә һурпа йә ҡайнаған һыу һалырға ла газ мейесендә көслө утҡа ҡуйып бешерергә. Ҡабаҡ әҙер булғас, майлап, өҫтөнә сыр һибергә.


Автор: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә