Тәмләп ашағыҙ!06.12.2016
Баҡсала үҫкән ябай ғына картуф, сөгөлдөр, кишер, ташҡабаҡ, кәбеҫтә, ҡабаҡтан әллә нисә төрлө ризыҡ әҙерләргә була. Үҫтереп алған уңыштарығыҙҙы тәмләп, ҡәҙерен белеп ашарға яҙһын. Ошо маҡсаттан бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Ҡабаҡтан алма менән салат
Кәрәк: 500 г ҡабаҡ, өс алма, бер лимон һуты, өс аш ҡалағы бал, 0,5 стакан ваҡланған сәтләүек.
Ҡабаҡты һәм тышы әрселгән алманы ҡырғыстан үткәрергә йәки ваҡлап турарға. Шуға лимон һутын ҡушырға, бал өҫтәргә. Өҫтөнә ваҡланған сәтләүек һибергә.
Ҡабаҡтан аш
Кәрәк: 0,5 кг ҡабаҡ, 2-3 кишер, ике аш ҡалағы он, ике аш ҡалағы томат-пюре, 0,5 стакан һалҡын һыу, бер-ике стакан һөт.
Дүрткелләп йәки оҙонсалап туралған ҡабаҡ менән кишерҙе ҡайнап торған тоҙло һыуға һалабыҙ һәм йәшелсә йомшарғансы бешерәбеҙ. Шунан иләк йә дуршлаг аша үткәрәбеҙ. Томат-пюре менән һалҡын һыуға ондо ҡушып бутайбыҙ ҙа ашҡа һалабыҙ. Бер аҙ ҡайнатҡандан һуң иң аҙаҡтан кәстрүлгә һөт өҫтәйбеҙ. Табынға ҡуйыр алдынан ашҡа бер киҫәк аҡ май һалырға мөмкин.
Тултырылған ҡабаҡ
Кәрәк: артыҡ ҙур булмаған ҡабаҡ, 2/3 стакан дөгө, ике помидор, бер баш һуған, бер бүлкә һарымһаҡ, бер стакан һурпа, бер аш ҡалағы аҡ май, дүрт аш ҡалағы ҡырғыстан үткәрелгән сыр, тоҙ һәм боросто тәменә ҡарап.
Ҡабаҡтың өҫтөн ҡапҡас итеп ҡырҡып асырға һәм эсендәге орлоҡтарын алырға. Шунан уға алдан ебетеп ҡуйылған дөгөнө, помидор киҫәктәрен, ваҡлап туралған һәм ҡыҙҙырылған һуғанды һалырға, тоҙ, борос һибергә. Ҡырғыстан үткәреп, һарымһаҡ өҫтәргә. Тултырылған ҡабаҡ эсенә һурпа йә ҡайнаған һыу һалырға ла газ мейесендә көслө утҡа ҡуйып бешерергә. Ҡабаҡ әҙер булғас, майлап, өҫтөнә сыр һибергә.