Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлда йөрөйһөңмө? Түлә!
Юлда йөрөйһөңмө? Түлә!
Ун йылдан барлыҡ үҫешкән илдәрҙә лә юлдарҙың төҙөклөгө өсөн тотонолған һалым йүнәлешендә етди үҙгәрештәр көтөлә. Уларҙа йөҙ йыл элек бензинға индерелгән акциздан баш тартып, уны һәр километр үткән юл өсөн түләү менән алмаштырасаҡ, тип белдерә белгестәр.
Әйтеүҙәренсә, һәр юлдың үҙ тарифы буласаҡ. Әгәр ул ҡала үҙәгендә икән — ҡыйбатыраҡ, ә провинцияла — түбәнерәк. Автомобиль хужалары “ҡорос ат”тарына махсус прибор ҡуясаҡ. Ул һәр ай һайын юл йөрөү тарихын яҙып бара. Бөгөн тотонолған электр энергияһы йәки газ өсөн түләгән кеүек, водителдәр юл өсөн ай һайын иҫәпләшеп барасаҡ.
Әле күпселек илдәрҙең шоферҙары юлдарҙы тәртиптә тотоу һәм төҙөклән­дереү өсөн туранан-тура түгел, ә яғыу­лыҡҡа өҫтәлгән акциз менән түләй. Был система бер быуат элек юлдарҙа машиналар күбәйә башлағас, үтелгән саҡрым­ды үлсәп булмағанлыҡтан барлыҡҡа килгән.
Әлбиттә, был осраҡта акциз систе­маһы камиллашты һәм универсалға әйләнде. Әммә ауыл урамдарында йөрөгәндәр ҙә, ҙур ҡалаларҙың үҙәк урындарында теттергәндәр ҙә бензиндың һәр литрына бер үк күләмдәге акциз түләне.
Әлбиттә, акцизды алып ташларға был ғына етди сәбәп түгел. Нимә генә тимә, бензинға акциз да, транспорт һалымы ла, машиналарҙы ҡуйған өсөн түләүле туҡталҡалар ҙа юлды ремонтлау, ҙур ҡалаларҙа юлдарҙы тәртиптә тотоу сығымдарын ҡапламай. Киләсәктә Юл фондына килем йәнә күберәк кәмейәсәк тип көтөлә. Автомобилдәр экологик йәһәт­тән таҙараҡ буласаҡ: яғыулыҡ ҡулланыу кәмей, ә уларҙың хәрәкәте артасаҡ, тиҙәр. Ә электромобилдәр акциз һалымынан бөтөнләй азат ителәсәк.
Транспорт сараларының ауырлығына ҡарап, юлға түләү төрлөсә булыр тип күҙаллана. Йөк машиналарынан — күбе­рәк, ә еңел автомобилдәрҙән аҙыраҡ алынасаҡ. Заман технологиялары юлды, транспорт саралары төрөн, уларға тариф­ты тулыһынса аныҡ ҡына үҙе билдә­ләй. Йәмәғәт транспортын бындай түләүҙән тулыһынса азат итеүҙәре лә ихтимал.
Был йәһәттән сит илдәр тәжрибәһе нисек һуң? Мәҫәлән, Сингапурҙа ошондай алымға күскәндәр. “Автодор” етәксеһе Сергей Кельбах был хаҡта: “Улар юлды иҫәпләй торған ҡоролмаға банк картаһын ҡуя ла тиҙлеккә баҫа, үҙенә ҡулайлы маршрутты билдәләй. Хәрәкәт барышында автоматик рәүештә иҫәптән аҡса алына”, — ти. Ошоға оҡшаш тәжрибәләр АҠШ-тың ҡайһы бер штаттарында уҙғарыла. Волонтерҙар махсус ҡоролма ярҙамында үҙҙәренең күпме юл үткән­леген билдәләй һәм бер миль өсөн 1,5 цент түләй (яҡынса алты һум 46 тин). Аҙаҡтан уларға бензин өсөн артыҡ түләнгән аҡсаны кире ҡайтаралар.
Рәсәйҙең ҡасан яңы системаға күсә­сәге әлегә билдәле түгел. Бының өсөн тәүҙә барлыҡ водителдәрҙе банк карталары менән тәьмин итергә кәрәк. Ә бына үҙебеҙҙә етештерелгән машиналарға үткән юлды билдәләү өсөн махсус ҡоролма ҡуйып булыу-булмауы — үҙе ҙур мәсьәлә.
Транспорт министрлығында барлыҡ федераль трассаға түләү индереү мәсьә­ләһенә ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар. Әммә улар, яҡындағы ун йыл эсендәге перспек­тивалар хаҡында ғына аныҡ әйтә алабыҙ, ти. Баҡтиһәң, 2014 йылда Рә­сәйҙең 2030 йылға транспорт страте­гияһының яңы редакцияһы раҫланған. Унда алыҫлығы ете меңдән ашыу булған тиҙлектәге автомагистралдәр селтәрен түләүле итеү хаҡында һүҙ бара. Улар был юҫыҡта тап ошо документҡа йүнәлеш тота. Әгәр стратегияға үҙгәреш инде­релмәһә, ул сағында барлыҡ төр юлдарға ла яҡын­дағы 15 йылда түләү индереү хаҡында һүҙ ҙә булмаясаҡ.
Миңнулла ҠАСИМОВ, автоэксперт:
— Юлдарҙа йөрөгән өсөн түләү, әлбиттә, кәрәк. Ул ҡалаларҙа автотранспортты кәметеүгә булышлыҡ итәсәк, сөнки барлыҡ донъяла машиналар һаны арта бара. 1980 йылдарҙа Миланда, мәҫәлән, мең кешегә 850 автомобиль тура килһә, хәҙер был һан — 460. Киләсәктә уның 300-гә ҡалыуы ла ихтимал.
Рәсәйҙә мең кешегә 285 мең машина тап килә. Ә Европала уртаса ике тапҡырға күберәк, хәҙер унда ла машиналар һаны кәмей бара. Рәсәйҙә лә шундай уҡ хәл күҙаллана. Ҙур ҡалаларҙа йәшәгәндәрҙең бер ғаиләлә ике машина тотоуҙан баш тартыуы күҙәтелә. Ә инде юлда йөрөгән өсөн түләү башланған осраҡта улар тағы ла артасаҡ. Иң мөһиме — йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеген көйләү кәрәк.
Иван СИДОРОВ, шофер:
— Билдәле булыуынса, бөгөн водителдәр һалымды бензинды һатып алғанда түләй. 100 километр өсөн уртаса 10 литр бензин сарыф ителә, йәғни беҙ һәр километр өсөн ике-өс һум түләйбеҙ. Әгәр башҡа һалымдарҙы бөтөрөп, юлда йөрөгән өсөн түләү индерелһә, мин хатта аҙыраҡ аҡса тотонасаҡмын, сөнки үҙемдең машинамда күп йөрөмәйем. Әле автомобилдәр ағымын кәметеү өсөн парковкаларҙы түләүле итәләр. Ә һәр километр өсөн аҡса алыу отошлораҡ булыр ине.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә