Ун йылдан барлыҡ үҫешкән илдәрҙә лә юлдарҙың төҙөклөгө өсөн тотонолған һалым йүнәлешендә етди үҙгәрештәр көтөлә. Уларҙа йөҙ йыл элек бензинға индерелгән акциздан баш тартып, уны һәр километр үткән юл өсөн түләү менән алмаштырасаҡ, тип белдерә белгестәр.Әйтеүҙәренсә, һәр юлдың үҙ тарифы буласаҡ. Әгәр ул ҡала үҙәгендә икән — ҡыйбатыраҡ, ә провинцияла — түбәнерәк. Автомобиль хужалары “ҡорос ат”тарына махсус прибор ҡуясаҡ. Ул һәр ай һайын юл йөрөү тарихын яҙып бара. Бөгөн тотонолған электр энергияһы йәки газ өсөн түләгән кеүек, водителдәр юл өсөн ай һайын иҫәпләшеп барасаҡ.
Әле күпселек илдәрҙең шоферҙары юлдарҙы тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү өсөн туранан-тура түгел, ә яғыулыҡҡа өҫтәлгән акциз менән түләй. Был система бер быуат элек юлдарҙа машиналар күбәйә башлағас, үтелгән саҡрымды үлсәп булмағанлыҡтан барлыҡҡа килгән.
Әлбиттә, был осраҡта акциз системаһы камиллашты һәм универсалға әйләнде. Әммә ауыл урамдарында йөрөгәндәр ҙә, ҙур ҡалаларҙың үҙәк урындарында теттергәндәр ҙә бензиндың һәр литрына бер үк күләмдәге акциз түләне.
Әлбиттә, акцизды алып ташларға был ғына етди сәбәп түгел. Нимә генә тимә, бензинға акциз да, транспорт һалымы ла, машиналарҙы ҡуйған өсөн түләүле туҡталҡалар ҙа юлды ремонтлау, ҙур ҡалаларҙа юлдарҙы тәртиптә тотоу сығымдарын ҡапламай. Киләсәктә Юл фондына килем йәнә күберәк кәмейәсәк тип көтөлә. Автомобилдәр экологик йәһәттән таҙараҡ буласаҡ: яғыулыҡ ҡулланыу кәмей, ә уларҙың хәрәкәте артасаҡ, тиҙәр. Ә электромобилдәр акциз һалымынан бөтөнләй азат ителәсәк.
Транспорт сараларының ауырлығына ҡарап, юлға түләү төрлөсә булыр тип күҙаллана. Йөк машиналарынан — күберәк, ә еңел автомобилдәрҙән аҙыраҡ алынасаҡ. Заман технологиялары юлды, транспорт саралары төрөн, уларға тарифты тулыһынса аныҡ ҡына үҙе билдәләй. Йәмәғәт транспортын бындай түләүҙән тулыһынса азат итеүҙәре лә ихтимал.
Был йәһәттән сит илдәр тәжрибәһе нисек һуң? Мәҫәлән, Сингапурҙа ошондай алымға күскәндәр. “Автодор” етәксеһе Сергей Кельбах был хаҡта: “Улар юлды иҫәпләй торған ҡоролмаға банк картаһын ҡуя ла тиҙлеккә баҫа, үҙенә ҡулайлы маршрутты билдәләй. Хәрәкәт барышында автоматик рәүештә иҫәптән аҡса алына”, — ти. Ошоға оҡшаш тәжрибәләр АҠШ-тың ҡайһы бер штаттарында уҙғарыла. Волонтерҙар махсус ҡоролма ярҙамында үҙҙәренең күпме юл үткәнлеген билдәләй һәм бер миль өсөн 1,5 цент түләй (яҡынса алты һум 46 тин). Аҙаҡтан уларға бензин өсөн артыҡ түләнгән аҡсаны кире ҡайтаралар.
Рәсәйҙең ҡасан яңы системаға күсәсәге әлегә билдәле түгел. Бының өсөн тәүҙә барлыҡ водителдәрҙе банк карталары менән тәьмин итергә кәрәк. Ә бына үҙебеҙҙә етештерелгән машиналарға үткән юлды билдәләү өсөн махсус ҡоролма ҡуйып булыу-булмауы — үҙе ҙур мәсьәлә.
Транспорт министрлығында барлыҡ федераль трассаға түләү индереү мәсьәләһенә ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар. Әммә улар, яҡындағы ун йыл эсендәге перспективалар хаҡында ғына аныҡ әйтә алабыҙ, ти. Баҡтиһәң, 2014 йылда Рәсәйҙең 2030 йылға транспорт стратегияһының яңы редакцияһы раҫланған. Унда алыҫлығы ете меңдән ашыу булған тиҙлектәге автомагистралдәр селтәрен түләүле итеү хаҡында һүҙ бара. Улар был юҫыҡта тап ошо документҡа йүнәлеш тота. Әгәр стратегияға үҙгәреш индерелмәһә, ул сағында барлыҡ төр юлдарға ла яҡындағы 15 йылда түләү индереү хаҡында һүҙ ҙә булмаясаҡ.
Миңнулла ҠАСИМОВ, автоэксперт:
— Юлдарҙа йөрөгән өсөн түләү, әлбиттә, кәрәк. Ул ҡалаларҙа автотранспортты кәметеүгә булышлыҡ итәсәк, сөнки барлыҡ донъяла машиналар һаны арта бара. 1980 йылдарҙа Миланда, мәҫәлән, мең кешегә 850 автомобиль тура килһә, хәҙер был һан — 460. Киләсәктә уның 300-гә ҡалыуы ла ихтимал.
Рәсәйҙә мең кешегә 285 мең машина тап килә. Ә Европала уртаса ике тапҡырға күберәк, хәҙер унда ла машиналар һаны кәмей бара. Рәсәйҙә лә шундай уҡ хәл күҙаллана. Ҙур ҡалаларҙа йәшәгәндәрҙең бер ғаиләлә ике машина тотоуҙан баш тартыуы күҙәтелә. Ә инде юлда йөрөгән өсөн түләү башланған осраҡта улар тағы ла артасаҡ. Иң мөһиме — йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеген көйләү кәрәк.
Иван СИДОРОВ, шофер:
— Билдәле булыуынса, бөгөн водителдәр һалымды бензинды һатып алғанда түләй. 100 километр өсөн уртаса 10 литр бензин сарыф ителә, йәғни беҙ һәр километр өсөн ике-өс һум түләйбеҙ. Әгәр башҡа һалымдарҙы бөтөрөп, юлда йөрөгән өсөн түләү индерелһә, мин хатта аҙыраҡ аҡса тотонасаҡмын, сөнки үҙемдең машинамда күп йөрөмәйем. Әле автомобилдәр ағымын кәметеү өсөн парковкаларҙы түләүле итәләр. Ә һәр километр өсөн аҡса алыу отошлораҡ булыр ине.