Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡҡолай туғайҙары
Күптән түгел Иҫке Аҡҡолай ауылында шәжәрә байрамы үткәрелде. Сараға төрлө яҡта йәшәгән, ошо ауылда тыуып үҫкән кешеләр ҡайтты.
Ауыл 1786 йылда Әлшәй менән Дәүләкән райондары араһында, Дим һәм Төйлән йылғалары туғайында барлыҡҡа килгән. 230 йыл элек был ергә ҡырҙан башҡорт егете Аҡҡолай Бикташев күсеп килгән. Ауыл бик тиҙ ҙурайған. Сотник Аҡҡолай Бикташевтың бер улы Бәләкәй Аҡҡолай ауылын, икенсе улы Яңы Аҡҡолай ауылын нигеҙләгән. 1812 йылда Аҡҡолай егеттәре башҡорт полктары сафында Парижды ла алған.
Төйлән йылғаһында тирмән, ауылда ҙур мәсет булған. Йәйләүҙә йылҡы тотҡандар. 1901 йылда “Раевка” станцияһынан ат тырантасына ултыртып, донъяның иң күренекле кешеләренең береһе Владимир Ильич Ленинды Аҡҡолайға ҡымыҙ эсергә, ял итергә алып килгәндәр.
Артабан башҡорт ауылы Аҡҡолай, украин ауылы Казанка, татар ауылы Фән “Завет Ленина” колхозына берләшә һәм миллионер хужалыҡ була. Был колхозда данлыҡлы геройҙар эшләне һәм йәшәне. Улар — Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Сафура Суфиянова, Дмитрий Злыдников, Советтар Союзы Геройы летчик Александр Фролов. Район етәкселәре уларға һәйкәл асыу тураһында ла уйлаһын ине.
Сәхнә әһелдәре лә сыҡҡан был ауылдан. Билдәле артист Альфред Яҡшымбәтов “Аҡҡолай туғайҙары” тигән йыр яҙған. Светлана Хәкимова ла Төйлән, Дим буйҙарын моңло тауышына күмде.
Элек-электән Аҡҡолай халҡы батыр ҙа, егәрле лә булды, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәне. Ә хәҙер тормош нисек? Шәптән түгел. Әлбиттә, ҡоро йыр йырлап ҡына алға китеп булмай. Ауыл халҡына эш урындары кәрәк. Булған малсылыҡ фермалары, оҫтаханалар ябылған. Йәштәр эш эҙләп Себергә китә. Әгәр ҙә клубты, мәктәпте, магазинды, медпунктты япһалар, тормош һүнә, шуға күрә ауылды тергеҙеү тураһында уйларға ине.


Автор: Расай ФӘХРЕТДИНОВ Район: Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда көндәр йылына

Башҡортостанда көндәр йылына 06.10.2026 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 0

Башҡорт ауылы Бөтә Рәсәй инициативалар конкурсында иң яҡшыһы булды
9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай

9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай 05.10.2026 // Йәмғиәт

7 октябргә планлаштырылған Бөтә Рәсәй халыҡты иҫкәртеү системаһын комплекслы тикшереү 9 октябргә ......

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы 05.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы...

Тотош уҡырға 3

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған 05.10.2026 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй 05.10.2026 // Йәмғиәт

Был нәҫелдә уҡытыусылар 20 быуат башында уҡ барлыҡҡа килгән....

Тотош уҡырға 3

Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында сикләү оҙайтылды

Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында сикләү оҙайтылды 05.10.2026 // Йәмғиәт

Граждандарға юлдарҙа иғтибарлы булырға һәм юлға сығыр алдынан һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәңәш ......

Тотош уҡырға 2

ӘЙ ЙОЛА төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡты

ӘЙ ЙОЛА төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡты 03.10.2026 // Йәмғиәт

ӘЙ ЙОЛА төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡты...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталды

Өфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталды 02.10.2026 // Йәмғиәт

Байрам һәм тантаналы саралар йома көндө башлана....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда колледж һәм техникум уҡытыусылары тәбрикләнде

Башҡортостанда колледж һәм техникум уҡытыусылары тәбрикләнде 02.10.2026 // Йәмғиәт

Республиканың урта һөнәри белем биреү системаһы 86 йыл эшләй....

Тотош уҡырға 3

Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы

Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы 02.10.2026 // Йәмғиәт

Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә киләһе аҙнанан күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башлай

Өфөлә киләһе аҙнанан күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башлай 02.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә киләһе аҙнанан күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башлай...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә