Аҡҡолай туғайҙары22.11.2016
Күптән түгел Иҫке Аҡҡолай ауылында шәжәрә байрамы үткәрелде. Сараға төрлө яҡта йәшәгән, ошо ауылда тыуып үҫкән кешеләр ҡайтты.
Ауыл 1786 йылда Әлшәй менән Дәүләкән райондары араһында, Дим һәм Төйлән йылғалары туғайында барлыҡҡа килгән. 230 йыл элек был ергә ҡырҙан башҡорт егете Аҡҡолай Бикташев күсеп килгән. Ауыл бик тиҙ ҙурайған. Сотник Аҡҡолай Бикташевтың бер улы Бәләкәй Аҡҡолай ауылын, икенсе улы Яңы Аҡҡолай ауылын нигеҙләгән. 1812 йылда Аҡҡолай егеттәре башҡорт полктары сафында Парижды ла алған.
Төйлән йылғаһында тирмән, ауылда ҙур мәсет булған. Йәйләүҙә йылҡы тотҡандар. 1901 йылда “Раевка” станцияһынан ат тырантасына ултыртып, донъяның иң күренекле кешеләренең береһе Владимир Ильич Ленинды Аҡҡолайға ҡымыҙ эсергә, ял итергә алып килгәндәр.
Артабан башҡорт ауылы Аҡҡолай, украин ауылы Казанка, татар ауылы Фән “Завет Ленина” колхозына берләшә һәм миллионер хужалыҡ була. Был колхозда данлыҡлы геройҙар эшләне һәм йәшәне. Улар — Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Сафура Суфиянова, Дмитрий Злыдников, Советтар Союзы Геройы летчик Александр Фролов. Район етәкселәре уларға һәйкәл асыу тураһында ла уйлаһын ине.
Сәхнә әһелдәре лә сыҡҡан был ауылдан. Билдәле артист Альфред Яҡшымбәтов “Аҡҡолай туғайҙары” тигән йыр яҙған. Светлана Хәкимова ла Төйлән, Дим буйҙарын моңло тауышына күмде.
Элек-электән Аҡҡолай халҡы батыр ҙа, егәрле лә булды, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәне. Ә хәҙер тормош нисек? Шәптән түгел. Әлбиттә, ҡоро йыр йырлап ҡына алға китеп булмай. Ауыл халҡына эш урындары кәрәк. Булған малсылыҡ фермалары, оҫтаханалар ябылған. Йәштәр эш эҙләп Себергә китә. Әгәр ҙә клубты, мәктәпте, магазинды, медпунктты япһалар, тормош һүнә, шуға күрә ауылды тергеҙеү тураһында уйларға ине.


Вернуться назад