Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Компьютер менән “дуҫлаш”
Компьютер менән “дуҫлаш” Беҙҙең балаларға телевидение һәм компьютер нисек тәьҫир итә? Кеше-үрмәкселәр, киборгтар бәләкәстәрҙең аңына насар йоғонто яһамаймы? Психологтар иҫбатлауынса, самаһын белгән хәлдә бынан ҡурҡаһы түгел. Әгәр телевизор һәм компьютер көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән икән, улар менән үҙебеҙҙең арала дөрөҫ мөнәсәбәт урынлаштырыу талап ителә.
Уҡығанда мейе секундына 14 – 40 тапҡыр һуҡһа, телевизор ҡарағанда уның тиҙлеге 8 – 13-кә тиклем төшә. Был иғтибар кәмеүе, һүлпәнлек менән аңлатыла. Шунлыҡтан кеше, гипнотик транс мәлендәге кеүек, бар мәғлүмәтте берҙәй тәнҡитһеҙ ҡабул итеп, аңына һеңдерә. Бәләкәйҙәрҙең мейеһе, әлегә нығынып бөтмәгәс, икеләтә зыян күрә. Баланың һәр нәмәгә физик хәрәкәт, манипуляциялар аша өйрәнеүе тураһында оноторға ярамай. Компьютер алдында ултырыусылар, ҡулдарын ғына ҡыбырҙатып, бар эште программанан башҡарттыра бит.
Ысынбарлыҡтан айырылып, ылыҡтырғыс яһалма донъяла “йәшәүсе” бала яңынан ерҙәге шарттарға яраҡлаша алмай ыҙа сигә. Виртуаль тормошта аяҡтарын юғары күтәреп йүгергән, ярылып юҡҡа сыҡҡандан һуң да тороп, юлын дауам итә алған уйынсыға үҙе алдында аша атлап үтмәҫлек нәмәләр юҡ һымаҡ тойола башлай. Уның хәрәкәте боҙола: ысын тормошҡа “ҡайтҡас”, һауанан төшкәндәй атлауы, алдындағы әйберҙәрҙе, кешеләрҙе күрмәй төкөп үтеүе, ҡулына тотҡан нәмәне төшөрөп ебәреүе ихтимал. Төрлө тауыштарҙың ҡайҙан килгәнен аңламай тороуы ла бар.
Уйын менән мауығып, ваҡытының күп өлөшөн монитор алдында үткәргән бала ныҡ арый, һәр нәмәгә асыуы сыға башлай йә, киреһенсә, бөтөнләй вайымһыҙға әйләнә. Бер урында хәрәкәтһеҙ оҙаҡ ултырыуҙан тән ауырлығының саманан артыуы мөмкин. Электромагнит нурҙары тәьҫирендә хәтһеҙ ваҡытын үткәреүсенең организмында гормондар бүленеү менән бәйле үҙгәрештәр башланыуы ихтимал.
Экрандан айырыла алмаған бала үҙаллылыҡҡа өйрәнмәйәсәк. Ҡайһы саҡта ҡурҡыуҙы еңеү өсөн бәләкәстәргә яңғыҙ ҡалырға күнегеү мөһим. Тик ата-әсәһе өйҙә юҡта виртуаль тормошта йәшәүселәр тойғоларын үҙ көсө менән түгел, ә мониторҙа сағылған сит образдар ярҙамында ауыҙлыҡлай. Һағыныуҙың да барлығын оноторға ярамай. Нәҡ ошо хис кешеләр араһында йылы мөнәсәбәт һаҡланыуына булышлыҡ итә бит. Ә телевизор һәм компьютер, үҙҙәренә генә йәлеп иттереп, баланың туғандарына, яҡындарына ҡарата матур тойғоларын һүрелтә.
Видеоперсонаждар менән генә мауыҡҡандар ер кешеләре араһында үҙ урынын таба алмай интегә. Улар тиҫтерҙәре менән аралаша һәм уйнай алмай, үҙ шөғөлө хаҡында ғына әңгәмә ҡороуы мөмкин. Виртуаль тормошта бар кешелек донъяһы һәм стихиялар өҫтөнән хакимлыҡ итергә өйрәнгән сабый ябай тиҫтерҙәре алдында көсһөҙлөгөн күтәрә алмай, ошо сәбәпле нервы ауырыуына һабышыуы ла ихтимал. Заман техникаһында үтә сағыу итеп һүрәтләнгән образдар һәм персонаждар күңелде ныҡлап арбағанлыҡтан, балаға ысын донъя шундай тоноҡ, күңелһеҙ булып күренә башлай.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, яңы электрон ҡорамалдар кешенең интеллекты үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр ҙә аса. Уларҙа иғтибарҙы, логик фекерләү ҡеүәһен, күреп иҫтә ҡалдырыу һәләтен, тиҙлекте үҫтереүсе уйындар байтаҡ. Өлкән класс уҡыусыларына компьютер, Интернет кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ арала табыу йәһәтенән ифрат уңайлы.
Заман технологияларының кире һәм ыңғай яҡтарын иҫәпкә алып, уларҙы сама белеп ҡулланыу кәңәш ителә. Белгестәр әйтеүенсә, биш йәшкә тиклемгеләрҙе компьютерға бөтөнләй яҡын юлатмау хәйерле, алты-ете йәшлектәргә көнөнә 20 минут бүлергә, ә мәктәпкә йөрөгәндәргә, тәнәфестәр яһап, тәүлегенә ике-өс сәғәт шөғөлләнеүҙе рөхсәт итергә мөмкин.
Монитор йәки телевизор алдында оҙаҡ ултырыуҙан аралау өсөн ата-әсәләргә балаларын башҡа төрлө нәмәлә һынап ҡарау тәҡдим ителә. Әҙәби әҫәрҙәр, спорт, саф һауа, йәнле аралашыу кешенең аң-белем даирәһе киңәйеүе өсөн шаҡтай ҙур әһәмиәткә эйә. Улар менән аралаштырып барған хәлдә заман технологияларының зарарынан әллә ни ҡурҡмаһаң да була, ти белгестәр.
Баланы “образ” һәм “ысынбарлыҡ” төшөнсәләре хаҡында уйландырыу зарур. Бының өсөн экрандағы образдың техник төҙөлөшөн бергәләп ҡарап, анализлау кәрәк. Мәҫәлән, паузаға баҫаһың да, кадрҙы ныҡлап тикшереп, сюжеттарҙың нисек ҡоролоуы тураһында фекер алышаһың. Шулай уҡ бала менән бергә фотоаппарат, видеокамера ярҙамында экрандағыға оҡшаш образ тыуҙырып ҡарау виртуаль донъя фанатының геройына булған һоҡланыуын бер ни тиклем кәметер. “Мониторҙа сағылған күренештең ысын тормошта булыуы мөмкинме?” тигән һорауға йыш фекер алышып тороу мөһим. Әйтәйек, тар ғына тау юлында машинаны сәғәтенә 200 километр тиҙлек менән ҡыуыуҙың һәм бер нәмәнән дә хәүефләнмәүҙең ни менән тамамланыуы ихтималлығы тураһында һорашығыҙ.
Тәнҡитләмәй генә баланың экрандан алған уй-кисерештәрен һүҙ, һүрәт, уйындар аша аңлатып биреүен үтенергә кәрәк. Был ысул уның заман техникаһы менән ниндәй кимәлдә “ауырыуын” асыҡларға ярҙам итер. Әгәр экранда күргәндәребеҙҙе һүҙ менән аңлата алабыҙ икән, беҙҙең психикаға визуаль образдарҙың зыяны теймәгән тип әйтергә мөмкин.


Автор: Я. УСМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә