Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәктәп алмаштырыу баш ауыртыуына әйләнмәһен
Ил төбәктәре араһында Башҡортостан күп милләтле булыуы менән айырылып тора. Беҙҙең мәктәптәрҙә дәрестәр алты телдә алып барыла, 14 тел айырым предмет булараҡ өйрәнелә. Ошондай ҡаҙанышҡа өлгәшкән төбәктең “Дөйөм мәғарифтың федераль белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу: этномәҙәни һәм милли үҙенсәлектәр иҫәпкә алынған идаралыҡ аспекты” темаһы буйынса үткәрелгән Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһенең майҙансығы тип һайланыуы, әлбиттә, осраҡлы түгел.


Төрлө милләт вәкилдәре ғүмер иткән, шул уҡ ваҡытта уларҙың берәүҙәре – ҡалала, икенселәре ауылда йәшәгән осраҡта уҡытыу-тәрбиә эшен нисек ойошторорға? Бындай үҙенсәлеккә эйә төбәктә дөйөм белем биреү стандарттары ниндәй шарттарға нигеҙләнергә тейеш? Берәй балаға икенсе мәктәпкә күсергә тура килһә, ул уҡыуын шул уҡ программа буйынса дауам итә аламы? Дәреслектәр бер үкме?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө мәға­рифта ошо йәһәттән ҡатмарлыҡтар бар. Сәбәбе – илдә этномәҙәни һәм милли үҙенсәлектәр иҫәпкә алынған дөйөм белем биреү стандарттары юҡ кимәлдә. Педагогик йәмғиәт ошо мәсьәләне бергәләп яйға һалмаҡсы. Шулай итмәйенсә һәр милләттең мән­фәғәттәрен яҡлау мөмкин булмаясаҡ.
Уҡытыу программаһы үҙгәргән хәлдә, әлбиттә, дәреслектәр элеккесә ҡала алмай. Уларҙың яңы федераль исемлеген төҙөүҙе ошо арала башлау планлаштырыла. Әсбаптар йөкмәт­кеһе, стандарттарға, яҡынса про­граммаларға ярашлылығы буйынса һайланасаҡ. Юғиһә әле уларҙың иҫәп-хисабына сығырлыҡ түгел. Әйтәйек, ил буйынса башланғыс мәктәптәрҙә 434 дәреслек ҡулланыла. Улар араһында технологиянан һәм физкультуранан – алтмышар әсбап. Ошондай хәлдә мәғарифта дөйөм маҡсатҡа ынтылыш тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкинме? Мәктәптәрҙә берҙәм йүнәлеш юҡ икән, киләсәктә мөһим тармаҡтар нисек үҫешер, төрлө яҡҡа тартҡыланыуҙан үтә алырмы?
Әлеге мәсьәлә тәрбиәгә лә ҡағыла. Рәсәй Мәғариф һәм фән министр­лығының дөйөм белем биреү өлкә­һендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Алексей Благинин белдереүенсә, был йәһәттән яңыртылған программа тиҙҙән барлыҡ мәктәптәргә индереләсәк. Башланғыс кластарҙың яңы стандарттарға тулыһынса күсеүен күҙ уңында тотоп, улар өсөн берҙәм тәрбиә йүнәлешен быйыл уҡ булдырыу планлаштырыла. 2018 йылға дөйөм программа әҙерләнәсәк. Эштә төп маҡсат шул: яңы стандарт балаларға ла, уҡытыу­сыларға ла, ата-әсәгә лә аңлайышлы, уртаҡ бурыстарға йүнәлтелгән булырға тейеш. “Юғиһә әле, мәҫәлән, хеҙмәт йәки әхлаҡи тәрбиә тураһында күп һөйләйбеҙ, ә уларҙың йөкмәткеһе, нисек тормошҡа ашырылырға тейешлеге хаҡында аныҡ тәҡдим-белеш­мәләр юҡ. Ошо йүнәлештәрҙе йөкмәт­ке менән тулыландырыу эшен алып барабыҙ”, – тип белдерҙе департамент директоры урынбаҫары.
Уҡытыу һәм тәрбиә эшендә берҙәм федераль стандарттар булдырыу, һис шикһеҙ, йәш быуын күңеленә берҙәм милләт рухы һалыу йәһәтенән дә отошло, тип билдәләй педагогик йәмғиәт вәкилдәре. Ләкин уларҙы булдырғанда, алда әйтелгәнсә, илдең төрлө милләткә ҡараған тулы хоҡуҡлы граждандарының этномәҙәни үҙенсә­лектәре иҫәпкә алынырға тейеш. Юҡһа башланғыстың һөҙөмтә бирмәҫе, мәғариф тармағына яңы проблема, “баш ауырыуы” өҫтәлере көн кеүек асыҡ.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә