Мәктәп алмаштырыу баш ауыртыуына әйләнмәһен08.11.2016
Ил төбәктәре араһында Башҡортостан күп милләтле булыуы менән айырылып тора. Беҙҙең мәктәптәрҙә дәрестәр алты телдә алып барыла, 14 тел айырым предмет булараҡ өйрәнелә. Ошондай ҡаҙанышҡа өлгәшкән төбәктең “Дөйөм мәғарифтың федераль белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу: этномәҙәни һәм милли үҙенсәлектәр иҫәпкә алынған идаралыҡ аспекты” темаһы буйынса үткәрелгән Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһенең майҙансығы тип һайланыуы, әлбиттә, осраҡлы түгел.
Төрлө милләт вәкилдәре ғүмер иткән, шул уҡ ваҡытта уларҙың берәүҙәре – ҡалала, икенселәре ауылда йәшәгән осраҡта уҡытыу-тәрбиә эшен нисек ойошторорға? Бындай үҙенсәлеккә эйә төбәктә дөйөм белем биреү стандарттары ниндәй шарттарға нигеҙләнергә тейеш? Берәй балаға икенсе мәктәпкә күсергә тура килһә, ул уҡыуын шул уҡ программа буйынса дауам итә аламы? Дәреслектәр бер үкме?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө мәғарифта ошо йәһәттән ҡатмарлыҡтар бар. Сәбәбе – илдә этномәҙәни һәм милли үҙенсәлектәр иҫәпкә алынған дөйөм белем биреү стандарттары юҡ кимәлдә. Педагогик йәмғиәт ошо мәсьәләне бергәләп яйға һалмаҡсы. Шулай итмәйенсә һәр милләттең мәнфәғәттәрен яҡлау мөмкин булмаясаҡ.
Уҡытыу программаһы үҙгәргән хәлдә, әлбиттә, дәреслектәр элеккесә ҡала алмай. Уларҙың яңы федераль исемлеген төҙөүҙе ошо арала башлау планлаштырыла. Әсбаптар йөкмәткеһе, стандарттарға, яҡынса программаларға ярашлылығы буйынса һайланасаҡ. Юғиһә әле уларҙың иҫәп-хисабына сығырлыҡ түгел. Әйтәйек, ил буйынса башланғыс мәктәптәрҙә 434 дәреслек ҡулланыла. Улар араһында технологиянан һәм физкультуранан – алтмышар әсбап. Ошондай хәлдә мәғарифта дөйөм маҡсатҡа ынтылыш тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкинме? Мәктәптәрҙә берҙәм йүнәлеш юҡ икән, киләсәктә мөһим тармаҡтар нисек үҫешер, төрлө яҡҡа тартҡыланыуҙан үтә алырмы?
Әлеге мәсьәлә тәрбиәгә лә ҡағыла. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Алексей Благинин белдереүенсә, был йәһәттән яңыртылған программа тиҙҙән барлыҡ мәктәптәргә индереләсәк. Башланғыс кластарҙың яңы стандарттарға тулыһынса күсеүен күҙ уңында тотоп, улар өсөн берҙәм тәрбиә йүнәлешен быйыл уҡ булдырыу планлаштырыла. 2018 йылға дөйөм программа әҙерләнәсәк. Эштә төп маҡсат шул: яңы стандарт балаларға ла, уҡытыусыларға ла, ата-әсәгә лә аңлайышлы, уртаҡ бурыстарға йүнәлтелгән булырға тейеш. “Юғиһә әле, мәҫәлән, хеҙмәт йәки әхлаҡи тәрбиә тураһында күп һөйләйбеҙ, ә уларҙың йөкмәткеһе, нисек тормошҡа ашырылырға тейешлеге хаҡында аныҡ тәҡдим-белешмәләр юҡ. Ошо йүнәлештәрҙе йөкмәтке менән тулыландырыу эшен алып барабыҙ”, – тип белдерҙе департамент директоры урынбаҫары.
Уҡытыу һәм тәрбиә эшендә берҙәм федераль стандарттар булдырыу, һис шикһеҙ, йәш быуын күңеленә берҙәм милләт рухы һалыу йәһәтенән дә отошло, тип билдәләй педагогик йәмғиәт вәкилдәре. Ләкин уларҙы булдырғанда, алда әйтелгәнсә, илдең төрлө милләткә ҡараған тулы хоҡуҡлы граждандарының этномәҙәни үҙенсәлектәре иҫәпкә алынырға тейеш. Юҡһа башланғыстың һөҙөмтә бирмәҫе, мәғариф тармағына яңы проблема, “баш ауырыуы” өҫтәлере көн кеүек асыҡ.