Бынан тап бер быуат элек Үтәк ауылында хәлле генә донъя көткән Мөкәрәмә менән Мөхәмәтрәхимдең баш балаһы булып донъяға килгән Ғәлиә аслыҡ-яланғаслыҡтың нимә икәнен бәләкәйҙән татып үҫә.
Үҙенең уңғанлығы, хәстәрлеге менән етеш донъя ҡорған атаһы Мөхәмәтрәхимгә кулак мөһөрө тағып төрмәгә оҙатҡан көндө асыҡ хәтерләй Ғәлиә.
— Атайыбыҙҙы алып китеү менән бөтә мал-тыуарҙы, йорт-ҡураны һатып, беҙҙе урамға ҡыуып сығарҙылар. Мин, ике һеңлем, әсәйем менән йортһоҙ ҡалдыҡ. Ас килеш кеше мунсаһында, өй баштарында ҡунған саҡтар күп булды. Күпмелер ваҡыт үткәс, атайымдың ғәйебен тапмайынса кире ҡайтарҙылар-ҡайтарыуын, тик донъя тар-мар ителгәйне. Ул ҡайтҡас, бер әбей менән бабайға өйҙәш булып керҙек. Тик күп тә үтмәне, тағы ла кемдеңдер ялған ялыуы менән атайымды йәнә алып китеп, Себергә оҙаттылар. Шул китеүенән ҡайтманы ул, үлеп ҡалды. Оҙаҡламай йәнә бер һеңлем, Асия тыуҙы, — тип бер быуатлыҡ тарих йомғағын һүтә йөҙйәшәр әбей.
Дүрт бала менән урамда ҡалған Мөкәрәмә бер ҡыҙын туған тейешле кешеләренә аҫрауға бирергә мәжбүр була.
— Ул саҡта миңә 16 йәш ине, — тип дауам итә Ғәлиә әбей. – Асия тыуғас, колхоз рәйесе әсәйемә: “Мәрйәмдәр Сахалинға күсеп китте, өйҙәре буш тора, шунда керегеҙ. Колхозға эшкә сығырһығыҙ, аҙмы-күпме ашарығыҙға иген булыр”, — тигән. Ураҡ мәле ине. Унда барып урынлаштыҡ та баҫыуға сыҡтыҡ. Әсәйем иген ура, мин көлтәләйем. Баш баҫып эшләнек, төн еткәс кенә арманһыҙ булып ҡайтып йығылабыҙ. Икебеҙгә 70 бот иген алдыҡ шул йылда. Был беҙҙең өсөн оло байлыҡ булды…
1939 йылда атаһының ҡустыһы Хәйретдин ағаһының кәңәшен тотоп, Ғәлиә ауылдан тағы ике ҡыҙ менән Табын МТС-ына тракторсылар курсына уҡырға китә. Тик ҡыҙҙарҙың береһе уны шунда уҡ ташлап ҡайта. Уҡыуҙар тамамланғас, ауылдаш ҡыҙы менән Ғәлиәне “Мағаш” колхозына эшкә ебәрәләр.
— Юлыҡтар Арҡа тип йөрөткән баҫыу станында ҡуна ятып эшләйбеҙ. Ул саҡта тәгәрмәсле трактор ине бит, көнө-төнө тигәндәй ер һөрәбеҙ. Көнөнә бер литр һөт менән бер кило он бирәләр. Ашнаҡсы шунан өйрә бешергән була. Шуға ғына тамаҡ туямы һуң инде, ул тракторҙа эшләү йәш ҡыҙҙарға түгел, ирҙәргә лә ифрат ауыр, нисек түҙгәнбеҙҙер. Өҫтәүенә тамаҡҡа йүнле ризыҡ юҡ. Бер көндө иптәш ҡыҙым түҙмәне, трактор артынан һөрөлгән ергә ябырылған сәүкәләргә көрәк бәреп ебәргәйне, бер юлы биш-алтыһы ерҙә ятты ла ҡалды. Шуларҙы йолҡоп, таҙартып, тракторҙың радиаторындағы ҡайнар һыуҙа бешереп ашаныҡ. Ул сәүкәләрҙең ни, түш тирәһендә бер-ике семтемдәй ите булғандыр инде, шулай ҙа тамаҡ туйғандай тойолдо… — Ошо ерҙә Ғәлиә әбейҙең йәнә тауышы ҡалтыранып, күҙҙәре йәшкә мансылды.
Ете йыл эшләй Ғәлиә “Мағаш” колхозында. Һуғыштың бөтә михнәттәрен юлыҡтар менән бергә күтәрә. Баҫыуҙа эш туҡтап торған арала һарыҡ фермаһында мал ҡарай, Сахалинға утын киҫергә лә бара.
Был йылдар арауығында Ғариф атлы Юлыҡ егете менән ғаилә ҡора. Ул да һуғышҡа алынып, бер йыл самаһы тигәндә, ҡаты яраланып, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла, ауылға ҡайта. Улдары Миңлегәрәй тыуа. Тик бәхетле генә йәшәп китә алмай йәш ғаилә. Аралары боҙолоп, улдарына алты ай тула тигәндә, Ғәлиә тыуған ауылы Үтәккә ҡайтып китә. Һуғыштан һуңғы 1947 йылдар була был осор.
Бында ла балалы яңғыҙ ҡатынды һөйөнөп-шатланып ҡаршы алмайҙар. Үгәй атай янына кем һыйһын инде?!
— Йәш бала менән өйҙән-өйгә күсенеп йөрөгәнемде күреп, шул саҡтағы колхоз рәйесе Әхмәт ағай Бохаров сусҡа фермаһына эшкә төшөргә кәңәш итте.
Ауылдан байтаҡ ҡына ситтә булғанлыҡтан фермаға берәү ҙә барырға теләмәй икән. Уның йәшәрлек өйө бар ине, шуға шатланып ризалаштым, — ти Ғәлиә әбей. – 13 йыл эшләнем бында. Сусҡаларҙы, уларҙың балаларын ҡарауҙан тыш, бер йыл тауыҡтар килтереп тултырҙылар, көн һайын йомортҡа йыйып, көйәнтәләп келәткә илтеп тапшырам. Икенсе йылына тауыҡ себештәре килтерҙеләр. Уныһын эш көнө иҫәбенә халыҡҡа тараттым. Һарыҡтарҙы ла һауҙым хатта. Һөтөн ауылдағы май заводына ташый торғайным. Эй, эшләмәгән эшем ҡалманы инде, балалар. Бер ҡулым — ат, икенсеһе сыбыртҡы булып, үҙемде-үҙем сыбыртҡылап бил бөктөм...
Улы Миңлегәрәй мәктәп йәшенә етеүгә, бәләкәйерәк өй һатып алып, ауылға ҡайта Ғәлиә. Торараҡ фермалағы эшен ташлап, сөгөлдөр үҫтереүгә күсә.
Икешәр гектар бүлеп бирәләр ине. Бер йыл шулай көҙ етеп, сөгөлдөр ҡаҙған мәлдә баҫыуҙан ҡайтып килешләй мәктәп директоры Рауил тап булды (яңылышмаһам, фамилияһы Вәлиев ине шикелле). “Ғәлиә апай, һинең уңғанлығыңды, тәртипле булыуыңды беләбеҙ. Йыйыштырыусы булып мәктәпкә эшкә килмәйһеңме?” тип һүҙ ҡушты ул. Ризалаштым. Эш аралаш ҡаҙылған сөгөлдөрөмдө лә тапшырып, 40 килограмм шәкәр алдым. Ул йылдар өсөн бик күп ине был.
Хаҡлы ялға туҡтағансы эшләй Ғәлиә әбей мәктәптә. 17 йәшенән “ҡорос ат”ты ауыҙлыҡлап, башҡалар тотонорға баҙнат итмәгән эштәр уртаһында ҡайнаған ҡатынға бындағы мәшәҡәттәр бик еңел кеүек тойолғандыр инде. Ә ул саҡта мәктәптәр ҙә утын яғып йылытыла, йыйыштырыусыларға таңғы дүрттән мейескә яғырға тура килә. Шулай ҙа был осорҙо тормошоноң иң яҡты, сағыу, шатлыҡлы-бәхетле йылдары тип һанай ул. Мәктәп директорын тик рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала. Алырлыҡ та шул. Ошо йылдарҙа тап уның кәңәше һәм ярҙамы менән өй һалырға диләнкә ала.
— Урмансы “бына ошо участка һеҙҙеке була” тип билдә ҡуйыу менән Миңлегәрәй улым: “Әнкәй, былай булғас, беҙҙең дә яңы өй була”, — тип шатланып, бер ағасты ҡосаҡлап алды. Туғандарым ағасты йығып, бүрәнәләрҙе ат ҡойроғона тағып ташып, бер урынға өйөп ҡуйҙы. Колхоз трактор биргәс, уларҙы ауылға ҡайтарҙыҡ. Өмә яһап, ике яҡлы итеп бурап күтәрттек. Улым әрмегә китеүгә өйҙөң бер яғына күскәйнек инде, ул ҡайтыуға икенсе яғын да эшләтеп бөттөм.
Яңы йортҡа кергәс, шатлығымдан түгелеп-түгелеп иланым. Иларлыҡ та шул, ярты ғүмерем кеше тупһаһында, өйҙән-өйгә йөрөп үтте бит. Үҙ мөйөшөмдә һаулыҡ, именлек менән, бәхеттә генә йәшәргә яҙһын инде беҙгә, тип төндәр буйы теләй торғайным. Аллаға шөкөр, шунан һуң бәхетем асылды минең…
Бөгөн Ғәлиә әбей Шәрипова Красноусолда улы Миңлегәрәй менән килене Фәниә тәрбиәһендә бәхеткә күмелеп йәшәй. 100 йәшен тултырһа ла, хәтере шәп, теремек әле ул. Ғүмер йомғағын һүткәндә илап та ала, йырлап та ебәрә. Ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, беҙҙе лә көлдөрә.
— Әле ҡасан ғына телевизорҙан килеп, киноға төшөрҙөләр үҙемде. Урыҫса таҡмаҡ та әйттем. Был ғүмерҙәр берәү генә, матур йәшәргә кәрәк, — тип оҙон көйгә йырлағайным, ҡул сабып бер булдылар. Йәшлегемдә ауырлыҡтарҙы күп күрһәм дә, үкенмәйем, ҡартлығымдың бәхетле булыуына шатланып, улым менән киленемә, ейән-бүләсәрҙәремә бәхет, һаулыҡ, ил-көнгә тыныслыҡ-именлек кенә теләйем, доға ҡылам, — ти йөҙйәшәр әбей.