Башҡортостан йәмәғәтселеге, рәсми органдар еткергән фарманды үтәй барыпмы, әллә тарихи хәтергә таяныпмы, республикабыҙҙың автономиялы дәүләт статусы алыуына бер быуат тулыуҙы билдәләргә әҙерлек башланы. Хәтерле булыу, әлбиттә, һәр ҡәүемде лә күтәрә, уның әхлаҡи яҡтан өлгөргәнлеген дәлилләй. “Тарих – уҙған замандарға түңкәрелгән сәйәсәт”, – тигән һүҙ бар. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә бөйөк рус гуманисы Дмитрий Сергеевич Лихачевтың: “Ваҡыттың аяуһыҙ көсөнә фәҡәт хәтер генә ҡаршы тора ала”, – тип раҫлауы күңелгә яҡыныраҡ та, ысынбарлыҡты тулыраҡ сағылдыралыр ҙа. Шуға күрә мин дә хәтер йомғағын бер ни ҡәҙәр сисеп алырға йөрьәт иттем, сөнки ҙур дәүләт, тотош халыҡ тарихы һәр кемебеҙҙең хеҙмәте, кисерештәре, маҡсаттары менән яҙыла бит. 1993 йылда Башҡортостан үҙенә беренсе Президент һайлап, вазифа бурыстарын үтәүгә уға фатихаһын бирҙе. Йылдың аҙаҡҡы көндәрендә үткән ул тантана әле булһа күҙ алдында. Ләкин һәр байрамдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ көндәлек хәстәрҙәргә, ә йыш ҡына хәсрәткә лә әйләндереп ҡайтара торған ғәҙәте була. Шаршау ябылды, рампа уттары һүнде, тигәндәй.
Күренекле фоторәссам Рәмил Килмәмәтов ошо минуттарҙалыр Президенттың эске кисерештәр менән тулы бер мәлен күреп алған. Республика етәксеһе фотола ифрат уйсан. Һайлауҙарҙа еңеп сығыу шатлығының, яҙмыш тантанаһының эҙе лә юҡ уның йөҙөндә. Яуаплылыҡ йөгө, алдағы эштәр ауырлығы ҡеүәтле ирҙең йөҙөнә үҙ мөһөрөн һалырға ла өлгөргән.
“Уйҙар һәм ниәттәр” тип исемләнгән ине оҫта эше. Республика 1994 йылды, ысынлап та, һис ниндәй оҙайлы Яңы йыл каникулдарһыҙ башлап ебәрҙе. Ғинуар башында уҡ гәзиттәр “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ғәмәлгә индереү тураһында” Закон баҫып сығарҙы. Бер үк ваҡытта, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, башҡарма власть органдары структураларын яңыса эшләүгә көйләү дауам итте. Ҡыш айҙары, ғәҙәттәгесә, крәҫтиәндең бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре, ҡалала завод-фабрикаларҙы нисек тә туҡтатмай эшләтеү өсөн көрәш менән үтте.
Үҙаллылыҡ алған дәүләттәрен һаман йүнләп ойоштора алмаған элекке союздаш республикалар Башҡортостан менән кооператив бәйләнештәрҙе тамам өҙҙө. Мәскәү иһә, сәйәсәт менән самаһыҙ мауығып, иҡтисади, сауҙа мөнәсәбәттәренең иң мөһим булыуын онотто. Шундай шарттарҙа Рәсәй Федерацияһы төбәктәренә үҙ-ара бәйләнештәрҙе туранан-тура яйға һалыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү өсөн март аҙағында Өфөгә Сыуаш Республикаһы делегацияһы килеп төштө. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәттәре араһында вәкәләттәр даирәһен айырыу буйынса һөйләшеүҙәр дауам итте. Беренсе сиратта, нефть һәм уның продукттарын һатыуҙы килешелгән тәртиптә ойошторорға, таможня, иҡтисади хеҙмәттәшлекте юлға һалырға, енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә көстәрҙе тупларға кәрәк ине. Әйткәндәй, ул йылдың ноябрендә Башҡортостан Республикаһының “Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында” Законы матбуғатта баҫылып сыҡты. Документта билдәләнгән саралар, әлбиттә, мөһим һәм ваҡытлы ине. Законды теүәл үтәүҙе тәьмин иткән хәлдә, әлеге яман сир йәмғиәтебеҙҙе яфалауҙан туҡтарға тейеш һымаҡ күренде. Ләкин бынан һуң да тиҫтәләрсә йыл үтте, ә коррупция сигенеү генә түгел, илдең именлегенә ҡурҡыныс менән янаған дәһшәтле көскә әүерелде.
Ә, дөйөм алғанда, республика ғәҙәттәге эшлекле тормошон дауам итте. Ул йылдың мартында барлыҡ ил сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерә башлауға ҡырҡ йыл тулыуҙы билдәләне.
Сиҙәм күтәреү, билдәле булыуынса, Башҡортостан өсөн дә ғәйәт мөһим ваҡиғаға әйләнде. Урал аръяғында “Баймаҡ”, “Башҡорт”, “Маҡан”, “Матрай”, “Урал”, “Хәйбулла” сиҙәм совхоздары ойошторолдо. Ошо йылдарҙа республикабыҙҙа 565 мең гектар яңы һөрөнтө ерҙәр баҫыу әйләнешенә керетелде. Хәйбулла районындағы “Матрай” совхозы байрағын Ленин, Әбйәлил районындағы “Урал” совхозыныҡын Халыҡтар дуҫлығы ордендары биҙәне. Мин ул йылдарҙы хәтерләйем һәм Украинаның Днепропетровск өлкәһенән килгән тракторсы Сергей Музыка, Дүртөйлө районынан “Урал” совхозына килеп төпләнгән данлыҡлы комбайнсы Рәзих Ғабдрахманов менән яҡындан танышлығыма ғорурланам.
Яҙ Башҡортостан Президенты Бөтә донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайын үткәреү тураһында фарман сығарҙы. Ул йылды оло күтәренкелек менән СССР-ҙың халыҡ рәссамы Борис Домашниковтың, дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназаровтың, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейҙарын үткәрҙек. Хәтерҙә, Мостай ағайҙы хөрмәт итеп Елена Николаевская, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиевтар килгәйне. Рәсүлде Президент ҡабул итте. Һуңынан күмәкләшеп Мостай ағайҙың рухи ҡәғбәһе булған Келәшкә киттек, Ҡыҙҙар тауында ҙур усаҡ яҡтыҡ.
Август башында Башҡортостан делегацияһы Рәсәй Федерацияһы менән эштәрҙе һәм вәкәләттәрҙе аныҡлау маҡсатында Мәскәүгә осто. Кремлдә ғәйәт мөһим килешеү имзаланды. Уның әһәмиәтен аналитиктар Рәсәй менән төҙөлгән иң эстәлекле документтар иҫәбенә керетте. Миңә ошо тарихи актты республикабыҙ матбуғатында яҡтыртыу бәхете тейҙе.
Әммә бәлә бәхеттән алдараҡ йөрөй, тиҙәр бит. Мәскәү юлындағы туҙан баҫылып та өлгөрмәне, илебеҙгә ҡаза килде. Ҡойма ямғырҙан һуң Белорет районының Тирлән ҡасабаһындағы боронғо быуа йырылып китте. Тиҫтәләрсә кеше һәләк булды, 150 йортто ташҡын ағыҙып алып китте. Ярай әле, бөтөн республика бер булып, Тирләнде тиҙ генә ҡабаттан төҙөнөк. Яңы быуаһы ла бар. Донъя булғас, бәлә-ҡаза килмәй тормаҫ, ләкин Башҡортостанда уларҙы япа-яңғыҙ кисергән кешеләр табылмаҫ.
Туҡһан биште лә, шөкөр, юғары хистәргә төрөнөп, бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың йөҙ йыллығы менән башлап ебәргән инек тә, Яңы йыл тупһаһын яуызлыҡ яҡшылыҡтан алдараҡ атлаған икән. Бәләкәй Чечняла әле булһа йөрәктәребеҙгә ҡан һауҙырған һуғыш Яңы йыл төнөндә башланды.
Ваҡиғаларҙың ағышына күҙ эйәрмәй. Республика Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһына депутаттар һайларға әҙерләнәбеҙ. Закон сығарырға теләүселәр ифрат күп. Һәр береһе халыҡ өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. Был ҡәҙәр ҙә гүзәл сифатлы ағай-эне элегерәк ҡайҙа йөрөгән икән? Ул арала Төньяҡ Кавказда һуғыш ҡыҙа. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең ярты быуатлыҡ юбилейын да Кавказдағы туп тауыштары, Чечен әсәйҙәренең ҡарғышы аҫтында үткәрҙек. Ватан өсөн барған изге яу менән ватандаштар араһындағы ҡан ҡойошто йәнәш ҡуйып буламы икән?..
Ошо уҡ йылда яратҡан яҙыусыбыҙ Динис Бүләковты юғалттыҡ. Уға илле бер генә йәш тулып өлгөргәйне. Байтаҡ йылдарҙы матбуғатта бергә эшләгән ҡәләмдәшемдән, дуҫымдан яҙыу минең өсөн шәхси фажиғә булды.
Йәйҙең бер матур көнөндә Илешкә, ошо районға күп йылдар йән өрөп йөрөгән Тәлғәт ағай Рахмановтың тыуған көнөнә киттек. Тәлғәт Лотфулла улының Илеш һәм республика алдындағы абруйы хаҡында бер-ике һүҙ менән генә сикләнеп булмай. Уның эш һәм кешелек сифаттары уникаль. “Иген бураҙнала үҫеп сығырҙан элек йөрәктәребеҙҙә шытып сыға”. Был һүҙҙәрҙе ер һәм икмәк өсөн мөкиббән бирелгән кешеләр генә әйтә ала. Әйткәндәй, быйыл ағайыбыҙға туҡһан йәш!
Шулай ҡыуаныс-көйөнөстәр уртаһында ҡайнай торғас, июнь башы етте. Бөтә донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайына 601 делегат килеп төштө. Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан 148 кеше рәхим иткән, яҡын-йыраҡ илдәрҙән дә халыҡ байтаҡ. Украинанан – халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең улы Нур Ниғмәтуллин, Венгриянан – Баймаҡ ҡыҙы Зәриә Галамбош менән йәмәғәте Йожеф, АҠШ-тан – ғалим Алтон Донелли, Германиянан Феликс Мөхәмәтйәров бар. Ҡоролтайҙы асыу тантанаһында Мостай ағай күкрәгенән ташҡан хистәрен шиғырға һалды.
Оҙаҡ йылдар, оҙон юлдар буйлап
Ашҡынышып килдек, һағынышып.
Ҡоштар ҙа бит табышҡанда шулай
Ҡыуаналыр, ҡанат ҡағынышып.
Журналист хеҙмәтенең дә рәхмәтле бер яғы бар. Ғүмер баҡый тыныс тормош күрмәй командировкаларҙа йөрөү еңел түгел, әммә мосафирлыҡ михнәттәре осрашыу-күрешеүҙәр, танышлыҡ, яҡынлыҡ рәхәтлектәре булып әйләнеп ҡайта. Бер-ике тапҡыр ғына осрашып, танышып киткән ҡайһы бер мәлдәр күңел түрендә урынды мәңгелеккә ала. Һин ул кешеләрҙе һәр даим хәтерләйһең, һағынаһың, ошо танышлыҡтың ни ҡәҙәр ҡәҙерле булыуын йәшәй-йәшәй генә тәрәндән аңлайһың.
Ҡәләм тотҡан кеше өсөн үҙ мәҡәләләренең һәм очерктарының геройы йәшәгән һәр төбәк ҡәҙерле. Мөғжизә булып, шул кешеләр янына гел генә барып йөрөү, уларҙың ғүмер юлын һәм яҙмыш баҫҡыстарын байҡай барыу форсаты тейһен ине лә бит, ысынбарлыҡ ҡырыҫыраҡ. Тормош мәшәҡәттәре аяғыбыҙҙы тышаулап ҡына ҡалмай, рухыбыҙҙы ла һүрелтә, йома бара. Ә ул арала ваҡыт та, уға эйәреп, беҙҙең ғүмер ҙә үтә.
Һикһән туғыҙынсы йыл ине булһа кәрәк. Башҡортостандан байтаҡ халыҡ Татарстанда әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәре үткәрәбеҙ тип Ҡазанға сығып китте. Үҙ йомоштарым менән миңә лә юл төштө. Йәйҙең ҡыҙыу селләһе әле һүрелеп өлгөрмәгән, сабый һымаҡ иркә лә, наҙлы ла сағы. Муса Йәлил исемендәге дәүләт опера һәм балет театры ҡаршыһындағы майҙанда халыҡ эркелеп йөрөй. Яҡташтарыбыҙ шунда ҡоролған сәхнәлә маһирлығын күрһәтә. Бөрйәндә йәшәгән дуҫым, ғәжәйеп тауышлы, баһадир ҡиәфәтле Ғилман Сәфәрғәлин тәүҙә “Урал”ды, унан “Уйыл”ды йырланы ла, тамашасылар һис ҡәнәғәтләнмәҫтәй булғас, мин элегерәк ишетмәгән шиғырҙы “Баяс” көйөнә йырлап ебәрҙе:
Аҡ ҡуянҡай ҡасты – күрҙеңме?
Аҡбуҙ аттар менеп ҡыуҙыңмы?
Үтә генә ғүмер, ай, ел кеүек,
Үткән ғүмереңде һиҙҙеңме?
Ғүмерҙең самаһын, кешенең ҡәҙерен белеп йәшәһәк икән!.. Олпат, зыялы, мәҙәниәтле Ҡазан башҡорт егеттәрен һәм ҡыҙҙарын әле лә көнләшерлек ихласлыҡ менән ҡабул итә, айырылышыуҙарҙың оҙаҡҡа булмаҫына өмөт тотоп оҙатып ҡала. Өлгөр, шау-шыулы, егәрле Өфө, ғөмүмән, Татарстандан килгән ҡунаҡтарһыҙ бер көн дә йәшәмәйҙер. Ике пайтәхет араһындағы юлдың ҡарһыҙ булыуы, Ағиҙел менән Волга тулҡындарының мәңге үрелеп ағыуы – һис ниндәй үлсәүҙәргә һыймаҫ хазиналыр.
Ә Ғилман әлеге йыры менән нимәгә ишара яһаны икән? Әллә хәтерҙе ныҡ һаҡларға тигән васыяты шул булдымы?
Ғилман Сәфәрғәлиндең тауышы, тимәк, шул моңдарға һалынған рухы, әлбиттә, онотолаһы түгел. Ләкин иген иккән, балалар уҡытҡан, мәғдән сығарған, йорттар күтәргән кешеләрҙең хеҙмәте, яҙмышы, йәшәү өлгөһө лә, йыр һымаҡ, һәр ваҡыт беҙҙең менән булһасы. Беҙ балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә бөгөн дә Гәүһәр Фәйзуллина, Рифҡәт Йәнекәев, Юлай Хәсәнов, Риза Яхин, Рамаҙан Ниғмәтуллиндар тураһында һөйләп торһаҡсы.
Еңелсә уйлы кешеләрҙең шулай ҙа хәтерен яңыртыу кәрәк. Әле генә ҡәләм осонан тамған исемдәр – Баймаҡ районынан һауынсы һәм комбайнсы, Дүртөйлөнән колхоз рәйесе, Әбйәлилдән мөғәллим, Учалынан мәғдән сығарыусы экскаваторсы. Хәҙер гәзит биттәренән төшөп ҡалһалар, телевизор экрандарынан юғалһалар ҙа, Башҡортостандың даны заманында шундай кешеләрҙең хеҙмәте менән күтәрелгәйне.
Гәүһәр апай менән беҙ 1969 йылдың ҡышында танышҡан инек. Республика, геү килеп Башҡортостан автономияһына илле йыл тулыуға әҙерләнә. Бихисап саралар араһында совхоздар араһында үткәрелә торған юбилей эстафетаһы ла бар. Баймаҡтан ҙур делегация килгән, Әбйәлил районының Халыҡтар дуҫлығы орденлы “Урал” совхозы мәҙәниәт йортона йыйылғанбыҙ. Мәғлүм бит, хужалыҡта тиҫтә ярым ҡәүем вәкиллеге йәшәй, шулай булғас, сара рус телендә бара. Данлыҡлы һауынсы булараҡ, Гәүһәр Садиҡ ҡыҙына ла һүҙ бирҙеләр. Хәтерем яңылышмаһа, әлеге тантана мәлендә уға ҡырҡ биш йәш ине, өс йыл элек Социалистик Хеҙмәт Геройының алтын миҙалын таҡҡайны. Апай рус телендә һөйләй, әммә, төпкөл башҡорт ауылы ҡыҙы булғас, һөйләүе шыма ғына түгел, “юбилей” тигән һүҙҙә баҫымды тәүге ижеккә һала. Залда шырыҡ-шырыҡ көлөшкән тауыш ишетелһә лә, ирекһеҙҙән хаталаныу мәрәкә генә булып яңғырай. Тел ҡытыршылығы, ысынлап та, халыҡтарҙы йырағайтмаҫ ине, ул мөнәсәбәттәр йылылығын, йөрәктәрҙең бер-береһен аңлай алыу һәләтен дәлилләгән бер фактор ғына булды.
Ауыр эш дәртле, көслө кешеләрҙе лә аямай. Гәүһәр апай ҙа алтмышын үткәрер-үткәрмәҫтән гүр эйәһе булды. Хәйер, һәр осрашыуыбыҙ минең өсөн байрам булған байтаҡ кешене хәҙер төштә генә күрәм. Бер мәл шулай Туймазы районынан урмансы Йосоп Фәррәховҡа СССР Дәүләт премияһы биреү тураһында хәбәр килеп төштө. Ундай бүләктәрҙең яҙыусыларға, фән эшмәкәрлегенә, конструкторҙарға тапшырылыуын беләбеҙ, ә бына урмансыларҙан шундай дәрәжәгә ирешкән Йосоп Тимербай улы Башҡортостандан беренсе кеше булғандыр. Бындай ваҡиға гел генә булып тормай, шуға күрә редакциялағы һәммә эшемде ташлап Туймазыға саптым. Урман питомнигында Фәррәховты барып таптым, очерк яҙып, гәзиттә баҫтырҙым, хатта радио аша ла һөйләнем.
Ул саҡта Йосоп Фәррәхов питомникта ҡарағай үҫентеләре үҫтерһә, Николай Морозов уларҙы текә тау битләүҙәренә ултыртыу технологияһын эшләгәйне. Ә инде Николай Филиппович – үҙе бер легенда. Мин танышҡан саҡта Морозов исеме бөтөн илгә таралған урмансы ине. Әгәр Йосоп Фәррәхов менән бергәләп улар ылыҫлы ағас орлоҡтарын ҡара көҙҙән сәсеү технологияһын индерһә, Морозов, ағас ултыртып, соҡорҙарҙы ҡаплау, йылға ярҙарын, яланғас тауҙарҙы урманлы итеү буйынса баһалап бөтөргөһөҙ эш башҡарҙы.
РСФСР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы, фән һәм техника өлкәһендә РСФСР Дәүләт премияһы лауреаты донъянан киткәндә уға етмеш тә тулмай ҡалды. Үкенесле. Ҡарағайға ла өйлөк ағас булып үҫеп еткәнсе йөҙ-йөҙ егерме йыл кәрәк, ярай ҙа туймазылар рәхмәтле, хәтерле. Ҡала урамдарының береһе данлыҡлы урмансы Николай Морозовтың исемен йөрөтә. Шунда уҡ, шул хәтерҙе нығытып, уның сереү белмәҫ ҡарағастан юнып эшләнгән һәйкәле тора. Әйткәндәй, Николай Филиппович тыумышы менән урманға бик бай булмаған Ырымбур яҡтарынан. Ағас ҡәҙерен белеүе шунан килмәйме икән?
Хеҙмәт батырҙары, әлбиттә, хәҙер ҙә барҙыр, ләкин уларҙы кем белә? Телевизор һары таңдан ҡара кискә ҡәҙәр Алла Пугачева менән Максим Галкиндың ни хәлдә көн итеүен күрһәтһә, гәзиттәр байҙарҙың һөйәркәләре менән Куршавелдәрҙә “йонсоп” йөрөүе тураһында яҙһа, ҡасандыр мәғдән аҡтарған экскаваторсы Рамаҙан Ниғмәтуллин менән ғүмерен балаларға бағышлаған мөғәллим Юлай Иҙрисов, мәҫәлән, кемгә хәжәт?
Рамаҙан Муллағәли улын Учалы карьерында тәү мәртәбә күргәс тә: “Баһадирҙар шулай була икән”, – тигән фекергә килгәйнем. Ысынлап та, ҙур кәүҙәле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән был ир-арыҫлан әкиәттән ергә ҡайтҡан тау батырына оҡшағайны. Беренсе күреүемдәге шөрләүем юҡҡа булған икән. Аҙаҡ, яҡыная төшкәс, Рамаҙан ағайҙың балалар кеүек эскерһеҙ, ябай кеше булыуына инандым.
Хәбәрселәргә үҙ геройҙары менән күпселектә эштә осрашып-һөйләшергә тура килә. Ә мин был яҡҡа юл төшкәндә Ниғмәтуллиндарҙың Яңы Учалы биҫтәһендәге ҡунаҡсыл йортон хуш күрә торғайным. Ләкин был килеүемдә Рамаҙан ағай тыуып үҫкән ауылы Иманғолға алып китте. Бында “Коммунар” колхозы рәйесе булып дуҫым Рәшит Әхмәтйәнов эшләй. Әллә ваҡыты тура килдеме, әллә геройҙың кәйефе шулай булдымы, ошо осрашыуҙа мин Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың почетлы таусыһы Рамаҙан Ниғмәтуллиндың әлегәсә йомоҡ булған эске сифаттарын яңынан асҡандай булдым. Ғөмүмән, ил алдында дандары балҡып торған кешеләр көндәлек тормошта ифрат ябайлығын һаҡлап ҡала ине.
Үҙ ғүмеремдә ябайлығы менән бөйөк байтаҡ кеше менән таныштым. Был осрашыуҙар, бәлки, гәзит-журнал биттәренә тос юлдар булып та таммағандыр. Әммә, йәшәй килә, ул кешеләрҙең күңелең түрендә янып ҡалыуына ышанаһың. Баҡһаң, ошо ағайҙар, апайҙар тормошобоҙҙо яҡтыртып та, йылытып та барған икән.
Дүртөйлө районының К. Маркс исемендәге колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Рифҡәт Сәлих улы Йәнекәев тураһында ҡәнәғәтләнеп һөйләрлек бер юл да яҙа алмағаныма хәҙер үкенәм. Быны башҡалар эшләне. Рифҡәт ағай республиканың йөҙөк ҡашы булырлыҡ хужалыҡты етәкләһә лә, йөҙөнә лә, ҡылығына ла тәкәбберлектең тамсыһын да сығарманы. Уның тышҡы бөхтәлеге эске булмышы менән гармониялы берлектә ине. Ғөмүмән, “Карл Маркс”ҡа аяҡ баҫыу менән тәртип, бөхтәлек, талапсанлыҡ донъяһына килеп керәһең. Йәнекәевтең Дүртөйлөлә лә, тотош республикала ла абруйы шул ҡәҙәр булғандыр, уның хеҙмәттәше, “Победа” колхозы рәйесе Хәүис Ҡәйүмовтың: “Әгәр Рифҡәт Сәлиховтың ҡаҙаҡты бер урынға ҡаҡҡанын күрһәң, икеләнмәйсә үҙеңдекен дә шунда ҡаға алаһың”, – тип әйткәне хәтерҙә. Ышаныс һәм хөрмәтен хужалыҡ етәкселәре шулай образлы белдереү оҫталығына ла эйә ине.
“Тамыры йыраҡ ағастың ғүмере оҙаҡ”, тип раҫлаһалар ҙа, ил тотҡаһы булған ирҙәр, апалар илде иртәрәк ҡалдырып китте. Форсат төшһә, мин СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы, Әбйәлил районының Йәнгел урта мәктәбе директоры Юлай Иҙрис улы Хәсәнов менән уҡытыу, тәрбиә мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшер инем. Мәләүез районындағы данлы комбайнсы Шафиҡ ағай Бураҡанов та хәҙер баҫыуҙарҙы иңләмәй. Туймазы яҡтарында ҡарағайҙарҙы байтаҡ йылдар Фәррәховтың улы Рафаэль үҫтерҙе. Уларҙы һағынған, тормоштарын оло шәхестәр үрнәгендә үтергә тырышҡан бер мин генә түгелдер.
Ғүмер асылы – йәшәлгән йылдарҙа түгел, ә үтелгән юлдарҙа.