Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәмғиәтебеҙгә яңы һулыш
Йәмғиәтебеҙгә яңы һулыш – Һине беренсе башҡорт вайнеры тип атайҙар, тим Наҙ­гөлгә. Килешәһеңме?
– Яйлап ҡолаҡҡа ята башланы, өйрәнгән кеүекмен, – тип яуапланы ул.
Ә кемдәр әле белеп етмәй, вайн ул – ҡыҫҡа видеотаҫма. Ғәҙәттә, ул ике секундтан егерме секундҡа тиклем генә төшөрөлә. Ҡағиҙә буйынса вайндар үҙ эсенә көндәлек тормошто һүрәтләгән ҡыҙыҡлы видеояҙмаларҙы ала. Икенсе төрлө уны видео форматын­дағы твит тип тә атайҙар, ә вайндарҙы төшөрөүселәр иһә вайнерҙар тип атала. Беҙҙең кескәй Ватаныбыҙға был яңы­лыҡты тәүгеләрҙән булып индереүсе һәм шул арҡылы башҡортса ҡыҙыҡлы вайндар төшөрөп көндәлек йәшәйеше­беҙгә бер һынылыш индереүсе ҡыҙыбыҙ Наҙгөл Ғәлиева булыр. Быйыл “Росмолодежь” ил буйын­са үткәргән форумдарҙа йөрөп, эшлекле тәжрибә туплаған Наҙгөлдөң өлгөр һәм егәрле бу­лыуына һоҡланырға ғына ҡала.
Үҙенең эшмәкәрлеге тураһын­да белешкәс, ул ҡыҫҡаса түбән­дәгеләрҙе бәйән итте:
– Быйыл апрелдә баш ҡала­быҙҙа үткән “Золото Тюрков” халыҡ-ара йәштәр форумы йом­ғаҡтары буйынса бер нисә федераль форумда ҡатнашырға насип булды. Владимир өлкәһен­дә үткән “Клязьмала мәғәнәләр биләмәһе” форумының “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһенең йәш белгестәре” тигән сменаһында булдым, Ырымбурҙа 70 илдән 800 кеше ҡатнашҡан “Евразия” халыҡ-ара форумына ла бар­ҙым. Шулай уҡ “Росмолодежь” ярҙамында ойоштороласаҡ Рә­сәй төрки йәштәре ойошмаһын асыу өсөн башҡарма комитет ағзаларын һайлау тантанаһына саҡырҙылар, шунда ла ҡатна­шырға ниәт итәм. Үҙемде “Форум гастролере” итеп тоям, ябайыраҡ әйткәндә.
– Ә вайн проектын тормош­ҡа ашырыу өсөн нимә һәм кем кәрәк булды?
– Батырлыҡ һәм яҡындарым­дың дәртләндереп тороуы. Тәүҙә кешеләргә оҡшамаҫ, тәнҡит күп булыр, тип, кәмселектәр ком­плек­сы арҡаһында баҫылып ҡалғайным. Хәҙер улар кәмене. Иң беренсе видеояҙмаларымды яңғыҙым эшләнем, телефон ғы­на кәрәк ине. Хәҙер командам бар, был әҙерәк эште тотҡарлай, сөнки бөтәбеҙгә лә уңайлы ваҡыт һайларға, уртаға һалып һөйлә­шергә кәрәк. Башыңа һуҡҡан һәр идеяны томошҡа ашырып булмай.
– Был видеояҙмалар нин­дәй маҡсат менән төшөрөлә?
– Инде биш йылдан ашыу бар башланғыстарым туған телгә һәм уны популярлаштырыуға килеп терәлә. Был видеоларҙы ла, ҡаҙаҡ вайнерҙарының эштәрен ҡарап, уларҙың телен яҡшы аң­лай башлағас төшөрә башланым. Бик күп таныштарым, ошо вайндарҙы ҡарап, өҙөк-һурыҡ башҡортса һупалай башланы.
– Киләсәктә үҙеңде кем тип күҙ алдына килтерәһең?
– Ысынын әйткәндә, әлегә күҙ алдына килтерә алмайым. Йәшлегемде, ирекле булыуым­ды һәр күҙәнәгем менән тойорға өйрәнгәнмен, шуға “ғаилә” тиһә­ләр, сәсем үрә тора. Һуңғы йылда халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһен ентекле өйрәнәм, федераль, халыҡ-ара форумдарға йөрөйөм, проект эштәре менән шөғөлләнәм. Ҡайҙа ғына барып төртөлһәм дә, туған тел мәсьәлә­һе менән тығыҙ бәйләнештә булырмын тип өмөтләнәм.
Ысынлап та, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетын тамамлап, бөгөн магистратурала уҡып йөрөгән Наҙгөлдө глобаль селтәрҙә һәр йәш кеше белә, тиһәк тә хаталанмаҫмын, сөнки һәр башҡорт ҡыҙына хас булғанса тәбиғи матурлығы, ихласлығы, өҫтәүенә рухлы булыуы менән дә билдәле ул. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, уның өсөн һәр саҡ милләте, туған тел мәнфәғәте беренсе урында. Бөгөнгө көндә лә тотош башҡорт йәмғиәте ул дуҫтары ярҙамында төшөргән вайндарҙы ҡарап кинәнә бит. Һеҙ ҙә, ҡәҙерле гәзит уҡыусы­ларыбыҙ, “Бәйләнештә” сайтында “Ә һеҙ ҡыҙығыҙ үсекһә нимә эшләйһегеҙ?”, “Ни өсөн беҙ­ҙән башҡа башҡортса вай­нерҙар юҡ?”, “Әгәр ағайың боксер булһа...”, “Әгәр йырсы менән йәшәһәң...”, “Беренсе тапҡыр тағы ла бәләкәйерәк булмаған­ға үкендем” тигән һ.б. баш­ҡорт­са вайндарҙы ҡарап, вай­нер­ҙарыбыҙҙың беренсе ижад өлгөләрен баһалай алаһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә