– Һине беренсе башҡорт вайнеры тип атайҙар, тим Наҙгөлгә. Килешәһеңме?– Яйлап ҡолаҡҡа ята башланы, өйрәнгән кеүекмен, – тип яуапланы ул.
Ә кемдәр әле белеп етмәй, вайн ул – ҡыҫҡа видеотаҫма. Ғәҙәттә, ул ике секундтан егерме секундҡа тиклем генә төшөрөлә. Ҡағиҙә буйынса вайндар үҙ эсенә көндәлек тормошто һүрәтләгән ҡыҙыҡлы видеояҙмаларҙы ала. Икенсе төрлө уны видео форматындағы твит тип тә атайҙар, ә вайндарҙы төшөрөүселәр иһә вайнерҙар тип атала. Беҙҙең кескәй Ватаныбыҙға был яңылыҡты тәүгеләрҙән булып индереүсе һәм шул арҡылы башҡортса ҡыҙыҡлы вайндар төшөрөп көндәлек йәшәйешебеҙгә бер һынылыш индереүсе ҡыҙыбыҙ Наҙгөл Ғәлиева булыр. Быйыл “Росмолодежь” ил буйынса үткәргән форумдарҙа йөрөп, эшлекле тәжрибә туплаған Наҙгөлдөң өлгөр һәм егәрле булыуына һоҡланырға ғына ҡала.
Үҙенең эшмәкәрлеге тураһында белешкәс, ул ҡыҫҡаса түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Быйыл апрелдә баш ҡалабыҙҙа үткән “Золото Тюрков” халыҡ-ара йәштәр форумы йомғаҡтары буйынса бер нисә федераль форумда ҡатнашырға насип булды. Владимир өлкәһендә үткән “Клязьмала мәғәнәләр биләмәһе” форумының “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһенең йәш белгестәре” тигән сменаһында булдым, Ырымбурҙа 70 илдән 800 кеше ҡатнашҡан “Евразия” халыҡ-ара форумына ла барҙым. Шулай уҡ “Росмолодежь” ярҙамында ойоштороласаҡ Рәсәй төрки йәштәре ойошмаһын асыу өсөн башҡарма комитет ағзаларын һайлау тантанаһына саҡырҙылар, шунда ла ҡатнашырға ниәт итәм. Үҙемде “Форум гастролере” итеп тоям, ябайыраҡ әйткәндә.
– Ә вайн проектын тормошҡа ашырыу өсөн нимә һәм кем кәрәк булды?
– Батырлыҡ һәм яҡындарымдың дәртләндереп тороуы. Тәүҙә кешеләргә оҡшамаҫ, тәнҡит күп булыр, тип, кәмселектәр комплексы арҡаһында баҫылып ҡалғайным. Хәҙер улар кәмене. Иң беренсе видеояҙмаларымды яңғыҙым эшләнем, телефон ғына кәрәк ине. Хәҙер командам бар, был әҙерәк эште тотҡарлай, сөнки бөтәбеҙгә лә уңайлы ваҡыт һайларға, уртаға һалып һөйләшергә кәрәк. Башыңа һуҡҡан һәр идеяны томошҡа ашырып булмай.
– Был видеояҙмалар ниндәй маҡсат менән төшөрөлә?
– Инде биш йылдан ашыу бар башланғыстарым туған телгә һәм уны популярлаштырыуға килеп терәлә. Был видеоларҙы ла, ҡаҙаҡ вайнерҙарының эштәрен ҡарап, уларҙың телен яҡшы аңлай башлағас төшөрә башланым. Бик күп таныштарым, ошо вайндарҙы ҡарап, өҙөк-һурыҡ башҡортса һупалай башланы.
– Киләсәктә үҙеңде кем тип күҙ алдына килтерәһең?
– Ысынын әйткәндә, әлегә күҙ алдына килтерә алмайым. Йәшлегемде, ирекле булыуымды һәр күҙәнәгем менән тойорға өйрәнгәнмен, шуға “ғаилә” тиһәләр, сәсем үрә тора. Һуңғы йылда халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһен ентекле өйрәнәм, федераль, халыҡ-ара форумдарға йөрөйөм, проект эштәре менән шөғөлләнәм. Ҡайҙа ғына барып төртөлһәм дә, туған тел мәсьәләһе менән тығыҙ бәйләнештә булырмын тип өмөтләнәм.
Ысынлап та, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетын тамамлап, бөгөн магистратурала уҡып йөрөгән Наҙгөлдө глобаль селтәрҙә һәр йәш кеше белә, тиһәк тә хаталанмаҫмын, сөнки һәр башҡорт ҡыҙына хас булғанса тәбиғи матурлығы, ихласлығы, өҫтәүенә рухлы булыуы менән дә билдәле ул. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, уның өсөн һәр саҡ милләте, туған тел мәнфәғәте беренсе урында. Бөгөнгө көндә лә тотош башҡорт йәмғиәте ул дуҫтары ярҙамында төшөргән вайндарҙы ҡарап кинәнә бит. Һеҙ ҙә, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, “Бәйләнештә” сайтында “Ә һеҙ ҡыҙығыҙ үсекһә нимә эшләйһегеҙ?”, “Ни өсөн беҙҙән башҡа башҡортса вайнерҙар юҡ?”, “Әгәр ағайың боксер булһа...”, “Әгәр йырсы менән йәшәһәң...”, “Беренсе тапҡыр тағы ла бәләкәйерәк булмағанға үкендем” тигән һ.б. башҡортса вайндарҙы ҡарап, вайнерҙарыбыҙҙың беренсе ижад өлгөләрен баһалай алаһығыҙ.