Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сабырлыҡтан тыуған мөғжизә
[/right]Сабырлыҡтан тыуған мөғжизә...Ҡоралай, башын ҡалҡытып, тирә-яҡты байҡай, янында балаһы рәхәтләнеп шым ғына ята, ҡоштар батшаһы бөркөт ҡайҙандыр аҙыҡ тешләп осоп килә, төпһә өҫтөндәге бәшмәктәр күҙҙең яуын ала, стенаға эленгән ҡоштарҙың моңо бына-бына өй эсенә таралыр кеүек... Бындай мөғжизәне үҙ ҡулдары менән тыуҙырған Ғәле Зәйнуллиндың түҙемлегенә һәм сабырлығына нисек һоҡланмаҫһың?! Күңеленә ләззәт, тыныслыҡ биргән шөғөлө ғүмерлек булмышына әүерелер, тип уйланымы икән оҫтабыҙ?
Бөрйән районының Байназар ауылында тыуып үҫкән Ғәле Зәйнуллин, Таштимер ауыл хужалығы училищеһына уҡырға инеп, артабанғы ғүмерен Әбйәлил ере менән бәйләй. Яҡташы, Бөрйән ҡыҙы Сания Ғилметдин ҡыҙы менән өйләнешеп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Педагогик белеме булмаһа ла, Ғәле Сәхи улы 1972 йылдан белем биреү системаһында эшләй, балалар ижады йортонда ағасты һырлау, юныу буйынса түңәрәк алып бара. Йәш быуынды эштең нескәлектәренә төшөндөрөү менән генә сикләнмәй, тәбиғәтте яратырға ла өйрәтә ул.
— Ағас эше оҫталыҡ ҡына түгел, сабырлыҡ та тәрбиәләй, — ти Ғәле Сәхи улы.
Уның ғорурланырлыҡ уҡыусылары бар. Мәҫәлән, Денис Архипов Сибай ҡалаһында үткән конкурста беренсе урынды яулаған. Вадим Ғафаров менән Арсен Сабырлыҡтан тыуған мөғжизәҒиззәтов әле булһа, ҡул эштәрен алып килеп күрһәтеп, уҡытыусыһын шатландырып китә.
— Минең сувенирҙар менән ҡыҙыҡһыныусылар бар, мәҫәлән, Франциянан һораусылар булды. Әлбиттә, хәҙер, хаҡлы ялға сыҡҡас, теләүселәргә ҡайһы бер эштәремде һатып ебәрәм, заказ буйынса ла эшләйем, — ти Ғәле Сәхи улы.
Йорттарының бер бүлмәһендә уның оҫтаханаһы урынлашҡан. Кәрәкле материалды тыуған яғынан — Бөрйән районынан алып ҡайта. “Иң уңайлыһы — йүкә ағасы, — ти Ғәле Зәйнуллин. — Уны, йомшаҡ булғанлыҡтан, эшкәртеүе еңел”.
Сабырлыҡтан тыуған мөғжизәЙәнлек һәм ҡош-ҡорт донъяһын яҡыныраҡ белеү теләге менән Ғәле Сәхи улы улар тураһында төрлө китап уҡый, махсус журналдар алдыра — ағасты һырлау-юныу даими камиллыҡ, ныҡышмаллыҡ, түҙемлек, ихтыяр көсө талап итә. Башлаған эшен тамамламайынса, көндәр буйы оҫтахананан сыҡмай ултырған саҡтары ла күп уның.
Ябай ағастан мөғжизә тыуҙырыусы, халҡыбыҙҙың милли шөғөлөн дауам итеүсе алтын ҡуллы оҫталарыбыҙ күңелдә ғорурлыҡ уята.
[right]Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 8

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә