[/right]
...Ҡоралай, башын ҡалҡытып, тирә-яҡты байҡай, янында балаһы рәхәтләнеп шым ғына ята, ҡоштар батшаһы бөркөт ҡайҙандыр аҙыҡ тешләп осоп килә, төпһә өҫтөндәге бәшмәктәр күҙҙең яуын ала, стенаға эленгән ҡоштарҙың моңо бына-бына өй эсенә таралыр кеүек... Бындай мөғжизәне үҙ ҡулдары менән тыуҙырған Ғәле Зәйнуллиндың түҙемлегенә һәм сабырлығына нисек һоҡланмаҫһың?! Күңеленә ләззәт, тыныслыҡ биргән шөғөлө ғүмерлек булмышына әүерелер, тип уйланымы икән оҫтабыҙ?
Бөрйән районының Байназар ауылында тыуып үҫкән Ғәле Зәйнуллин, Таштимер ауыл хужалығы училищеһына уҡырға инеп, артабанғы ғүмерен Әбйәлил ере менән бәйләй. Яҡташы, Бөрйән ҡыҙы Сания Ғилметдин ҡыҙы менән өйләнешеп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Педагогик белеме булмаһа ла, Ғәле Сәхи улы 1972 йылдан белем биреү системаһында эшләй, балалар ижады йортонда ағасты һырлау, юныу буйынса түңәрәк алып бара. Йәш быуынды эштең нескәлектәренә төшөндөрөү менән генә сикләнмәй, тәбиғәтте яратырға ла өйрәтә ул.
— Ағас эше оҫталыҡ ҡына түгел, сабырлыҡ та тәрбиәләй, — ти Ғәле Сәхи улы.
Уның ғорурланырлыҡ уҡыусылары бар. Мәҫәлән, Денис Архипов Сибай ҡалаһында үткән конкурста беренсе урынды яулаған. Вадим Ғафаров менән Арсен
Ғиззәтов әле булһа, ҡул эштәрен алып килеп күрһәтеп, уҡытыусыһын шатландырып китә.
— Минең сувенирҙар менән ҡыҙыҡһыныусылар бар, мәҫәлән, Франциянан һораусылар булды. Әлбиттә, хәҙер, хаҡлы ялға сыҡҡас, теләүселәргә ҡайһы бер эштәремде һатып ебәрәм, заказ буйынса ла эшләйем, — ти Ғәле Сәхи улы.
Йорттарының бер бүлмәһендә уның оҫтаханаһы урынлашҡан. Кәрәкле материалды тыуған яғынан — Бөрйән районынан алып ҡайта. “Иң уңайлыһы — йүкә ағасы, — ти Ғәле Зәйнуллин. — Уны, йомшаҡ булғанлыҡтан, эшкәртеүе еңел”.
Йәнлек һәм ҡош-ҡорт донъяһын яҡыныраҡ белеү теләге менән Ғәле Сәхи улы улар тураһында төрлө китап уҡый, махсус журналдар алдыра — ағасты һырлау-юныу даими камиллыҡ, ныҡышмаллыҡ, түҙемлек, ихтыяр көсө талап итә. Башлаған эшен тамамламайынса, көндәр буйы оҫтахананан сыҡмай ултырған саҡтары ла күп уның.
Ябай ағастан мөғжизә тыуҙырыусы, халҡыбыҙҙың милли шөғөлөн дауам итеүсе алтын ҡуллы оҫталарыбыҙ күңелдә ғорурлыҡ уята.
[right]
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.