Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡапҡылап сығырмын тиһәм...
– Өфөләге “Хәләл” кафеһына инеп, шуға шаһит булдым: унда баҫып ашау мөмкинлеге юҡ икән. Тиҙ генә ҡапҡылап сығырмын тиһәм... Ислам быны ҡушмаймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

А. РАФИҠОВ.

Ҡыйғы районы.

Ҡапҡылап сығырмын тиһәм...Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡ тирәләй өлкән йәштә­геләр, унан балалар теҙелешеп ултырған. Әсәй алып килгән ризыҡҡа, ғаилә башлы­ғынан уҙып, берәү ҙә беренсе булып һо­нолмай...
Был күренеш күңелдәрҙә элекке замандың һағышлы иҫтәлеге генә булып ҡалды. Илаһи мәл ине ул, ғаиләнең күркәм байрамы кеүек. Баҡтиһәң, аяҡтарҙы бөкләп ултырыуҙың да үҙ хикмәте булған икән. Заман белгестәре иҫбатлауынса, был осраҡта ашҡаҙан бер аҙ ҡыҫыла, һәм унда туйған ваҡытта ла урын ҡала. Намаҙ уҡы­ғандағы кеүек ултырғанлыҡтан, йөрәк тә ял итә. Аяғөҫтө тороп йә өҫтәл янында ултырып ашағанда иһә ҡан әйләнешенә ҙур көс талап ителә. Өҫтәүенә ризыҡ валсыҡтарының иҙәнгә төшөүе ихтимал. Ә урындыҡта ултырып туҡланғанда барыһы ла ашъяулыҡта ҡала.
Ризыҡ – Раббы­быҙ биргән оло ниғмәт. “Ашағыҙ, эсе­геҙ, исраф ҡыл­мағыҙ!” – тип бойоролған “Ҡөрьән Кә­рим”дә. Исламда аҙыҡ төрҙәренә, туҡланыу ҡағиҙәләренә ҙур урын бирелгән. Бының дөрөҫлөгөнә йылдан-йыл нығыраҡ инана барабыҙ. Эйе, тормошта күп нәмә – сәләмәтлек, әҙәп-әхлаҡ, холоҡ-фиғел, асылыңа тоғролоҡ һәм башҡалар – әҙәм балаһының ашаған ризығына, уның нисек туҡланыуына бәйле. Борон, әйткәнемсә, ашъяулыҡ тирәләй бөтөн ғаилә, туған-тыумаса менән бергә ултырып ризыҡланғандар. Табын янында һәр кемдең үҙ урыны: өлкәндәр – түрҙә, йәштәр – ситтәрәк. Һүҙҙе лә атай-олатайҙар һөйләгән, уй-ниәттәрҙе белешкән, кәңәш биргән. Ризыҡҡа килгәндә, өлөшөңдө ҡалдырыу, исраф итеү гонаһ һаналған. Башҡорттоң аҙыҡ төрҙәре – ит, ҡоротло һурпа, ҡымыҙ, бал һ.б – тәнгә лә, зиһенгә лә тик файҙа килтергән, халҡыбыҙ үҙенә сит, өйрәнмәгән аш-һыуҙан ары торған. Малды һуйыу ҙа, белеүегеҙсә, тейешле ҡанундарға ярашлы атҡарылған. Ошо һәм башҡа ҡағиҙәләр ғаиләнең, милләттең, диндең бөтөнлөгөн, сәләмәтлеген һаҡлауҙың нигеҙе булып торған.
Хәҙер иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҡланыу әҙәбе ныҡ үҙгәрҙе. Заман тиҙлегенә ярашлы, күптәр, айырыуса ҡала йәштәре, аяғөҫтө килеш тиҙ генә ашауҙы ғәҙәт итеп алды. “Ҡапҡылап сыҡ” тип аталған кафелар күҙгә салынып ҡала. Йәнә шуныһы йөрәкте семтеп ала: бер тапҡыр ғына ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән пластик һауыт-һаба күбәйҙе. Ашайҙар ҙа уны ташлап китәләр. Тимәк, тамаҡ туйҙы, һауыттың кәрәге бөттө. Йәмғиәттә лә шулай, үткәнгә лә, киләсәккә лә ҡарамайынса, әлегене генә ҡайғыртып йәшәү өҫтөнлөк итә башламаҫмы?
Тарихҡа әйләнеп ҡарағанда, халҡыбыҙ ниндәй ҡурҡыныс аслыҡ осорҙарын үткән, бер киҫәк икмәккә зар-интизар булып йәшәгән. Эйе, әҙәм балаһы ашам­лыҡтың ҡәҙерен унан төрлө сәбәп буйынса мәхрүм ҡалған ваҡытта нығыраҡ аңлай. Боронғо өләсәйҙәрҙең ашъяулыҡҡа төшкән бәләкәй генә икмәк валсығын да ҡәҙерләп йотоп ҡуйыуы һаман күҙ алдында. Бөгөнгө “туйып һикереү”ҙе күрһә, ни эшләр ине икән улар?
“Ризыҡтың бәрәкәте – табаҡтағы ҡулдарҙың күплегендә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Заман тиҙлегенә һылтанып, һаулығыбыҙға, рухыбыҙға зарар килтермәйек, тыуыр нәҫелдәребеҙҙең дә сәләмәтлеген ҡайғыртайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Биргән ниғмәттәре өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп, күмәкләп ризыҡланһаҡ, бер-беребеҙгә ихтирамыбыҙ артыр, ашамлыҡҡа ла бәрәкәт килер, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә