Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әгәр ул ысын мөхәббәт булһа...
Әгәр ул ысын мөхәббәт булһа... Бер ваҡыт, уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында, эшселәр ятағында йәшәп алырға тура килде. Ул мәлдә ауылдан баш ҡалаға килеп республика радиоһына эшкә төшкән осором ине. Бүлмәләшемдең исеме Эдик, ул “һуғырға” ярата. Ҡаҡса кәүҙәле, ялбыр һары мыйыҡлы 40 йәштәрҙәге татар кешеһе. Уның һәр иртәһе стакан төбөндәге араҡыны ғортлатып түңкәреүҙән башланып китә. Төшкө аш мәлендә ҡайтып тамаҡ ялғап ала, сөнки эш урыны яҡын, эргәләге төҙөлөштә балта оҫтаһы булып йөрөй. Ярты стаканды түңкәрә ҡоя ла ялбыр мыйығын һыйпай-һыйпай йәнә сығып китә. Киске табыны үтә лә “бай” була. Табала һуған менән шыжлатып ҡыҙҙырылған картуф, консерва­ланған балыҡ, тоҙло ҡыяр, ҡара икмәк һәм мөлдөрәмә тулы стакан.


Эдиктың башы йомро, хужаһы мәнфәғәттәренә бик етеҙ эшләй. Мәҫәлән, хәмер шешәһенең аш-һыу шкафында оҙаҡ ултырмаҫы яҡшы билдәле. Ятаҡ булғас, бында һәммәһе лә дөйөм... Егет­тәрҙең бәғзеһе “туған, баш сатнап бара, юҡмы берәй нәмәң?” тип бүлмәнән-бүлмәгә инеп, ярты стакан булһа ла хәмер аңдып йөрөй. Бында ябай халыҡ – төҙөүселәр, слесарҙар, водителдәр, тракторсылар йәшәй. Ятаҡ ҡеүәтле генә ойошма – “Башгражданстрой” тресыныҡы. Ул – иҫке таш йорт, беренсе ҡатында ғаиләле кеше­ләр, икенсеһендә беҙҙең кеүек буйҙаҡтар көн итә.
Шулай итеп, кистәрен бүлмә­нән-бүлмәгә темеҫкенеп йөрөүсе­ләрҙән биҙрәп, Эдик бына нимә уйлап сығарҙы. Уксус шешәһен бушатты ла урынына “батырҙар эсемлеген” (үҙе шулай йөрөтә) ҡойоп ҡуйған. Егеттәр килә:
– Эдик, туған, үлтермә инде... Баш сатнап бара...
– Ана, шкафты ҡара, тапһаң – һинеке!
Әлбиттә, таба алмай. Үтенес эйәһе ары китә.
Бер мәл, Өфөлә дауаланып ҡайтырһың, тип ауылдан әсә­йемде килтерҙем. Баш ҡаланың билдәле генә бер табибы һыҙ­лаған быуындарына энә ҡаҙап шифалай. Аҙна-ун көн беҙҙә ятты. Бер көн кисләп эштән ҡайтыуға әсәйем тамам борсоуға ҡалып ултыра. Ишектән инеп тә өлгөрмәнем, һорай ҡалды:
– Улым, ул кешең эсәме әллә?
– Юҡсы...
– Юҡ түгел шул! Ул кешең араҡы ғына ла түгел, ана, уксус эсә!
Шәмбе – көтөп алған байрам. Киске тамаҡтан һуң Эдик һары мыйығын ҡап-ҡара итеп буяй. Ул ашыға, ул тулҡынлана, сөнки ул бөгөн “ҡыҙҙарға бара”. Был мәлдә уға ҡарап тороуҙары ла күңелле. Һорғолт тоноҡ күҙҙәрендә дәртле осҡондар тоҡана, арыҡ кәүҙәһе һөңгөләй турая, йонсоу йөҙөнә нур ҡуна, бар булмышына ҡот инә. Был ғәжәйеп, хатта илаһи мәлдә ул бөйөк диңгеҙсегә оҡшап китә. Океан киңлектәрендә оҙаҡ йөҙөүҙән ялҡҡан, ҡоро ергә аяҡ баҫыуҙарынан тамам ваз кискән, хәҙер инде фетнә күтәрергә әҙер командаһын дәртләндереп, Колумб та шулай талпынғандыр:
– Бар ул, бар диңгеҙҙең теге яры! Алға, алға, инәң баштары!
Иезуиттар усаҡта яндырғанда Коперник та шулай дәртләнеп һөрәнләгәндер:
– Ер ҡояш тирәләй әйләнә! Киреһенсә түгел!
Шуның кеүек беҙҙең дуҫ үҙ-үҙен ҡыуалай. Барыһы ла яҡшы булыр. Бөгөн, нәҡ бөгөн ул мө­хәббәтен табыр! Ысын мөхәб­бәтен! Шуға ул өмөтләнеп, инанып һөрәнләй:
– Ҡыҙҙарға! Ҡыҙҙарға! Кейенеп алайым әле, матур ғына итеп!
Матур ғына итеп кейенеүе шунан тора. Һары күлдәк, ялҡын­ланып торған ҡыҙыл галстук, зәңгәр төҫтәге костюм-салбар. Аяҡта иһә ҡап-ҡара туфлиҙар. Бындай сыбар төҫтәрҙән күҙ ҡамаша. Тутыйғош төҫөнә кергән кавалер ҡыйыулыҡ өсөн йәнә берҙе һалып елгәрә лә тыҡ-тыҡ баҫып сығып китә.
– Ҡыҙҙарға, ҡыҙҙарға!
“Ҡыҙҙар” тигәне Даша тигән ашнаҡсы ханымға ҡайтып ҡала. Әйтеүе буйынса, ул бик сибәр: “кәүҙә – во!, холҡо – во!, ә күҙ­ҙәре... ә күҙҙәре зәңгәр!” Шулай­ҙыр, мин бит уны күргәнем юҡ. Эдиктың үҙенең дә холҡо һәйбәт, һис ҡасан да “ҡыҙын” ятаҡҡа алып ҡайтмай, минән тартына, күрәһең.
Таң алдынан мәс килеп йығы­ла. Үҙе туҡтауһыҙ нимәлер һөй­ләй, үҙе әрләй, баҫалҡы ғына илап та ала. Ауыҙ эсендә бутҡа бешереп бытырҙап ята торғас, домп итеп иҙәнгә йығылып төшә, унан тыптыр-тыптыр килеп ике карауат араһында тәгәр­ләп йөрөй башлай. Ул ауырый, ул яна, уның “эсәктәре өтөлөп бара”, сөнки ул бөгөн эскән, сөнки ул һөйөклөһө менән талашҡан. Шуға ла туп һымаҡ ике карауат араһын ҡыҙыра. Ярай әле, бәхе­тенә, алда ял... Йәкшәмбелә көн буйы көс йыя, яраларын ялай, өҫ-башын рәткә килтерә.
Хәләл ҡатыны ла бар, “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһендә йәшәй, әйтеүенсә, улар рәсми рәүештә айырылмаған. Һирәк-һаяҡ ҡайт­ҡылап йөрөй, ләкин бергә тор­майҙар, бының үҙ сәбәптәре. Кистәрен Эдик ғаилә тормошонан ҡот осҡос хәлдәр һөйләй. Уның фекере буйынса, ҡатын-ҡыҙға һин үҙең түгел, ә һинең аша кил­гән аҡса, бала, фатир һәм “ирле ҡатын” тигән һүҙ генә кәрәк... Ул былар хаҡында бик оҫта итеп, мөкиббән китеп, ниндәйҙер ғәжә­йеп маһирлыҡ менән тасуир итә. Берсә ҡысҡырып ебәрә, берсә шыбырҙау кимәленә төшөп эс серҙәре менән бүлешә. Ҡатыны һәр һөйләгән һайын зәһәрләнә, йыртҡыслана бара. Үҙ-үҙен һый­лап ултырырға ла онотмай. Иҫе­реүе һуңғы нөктәгә барып еткәс, күҙенә йәш алып:
– Ул бит миңә тапочка менән һуҡты! Бала алдында! – тип йоҙроғо менән өҫтәлгә килтереп бәрә. Маңлай тирәһенә төртөп күрһәтә. Ҡулына ла түгел, арт һынына ла түгел, ә нәҡ бына ошо тәңгәлгә тондорған! Ҡот осҡос! Ҡайҙа тәгәрәйһең һин, эй, кешелек донъяһы! Кемгә ышанырға, ниндәй ҡиммәттәргә таянырға ҡала һуң шундай вәхшилектән һуң? Туҙанлы иҫке тапочка менән күрәләтә ҡаҡ маңлайға эләктер­һендәр әле...
Шулай зарланып ултыра тор­ғас, йәтеш кенә итеп карауатына ауып төшә, ауып төшә лә тәрән булмаған йоҡоға тала... Унан бер ярты сәғәттән кинәт һикереп килеп тора. Һәм итәгенә ут ҡап­ҡандай ҡабаланып “мин кызларга киттем” тип сығып олаға. Ҡайһы саҡта аҙна-ун көнләп ғәйеп була, танһығы ҡанғансы һәптәңләп килә. Был мәлдә ул март туйында кәләш әйттереп йөрөгән йәш бесәйҙе хәтерләтә. Куртка еңе йыр­тыҡ, ҡуян кәпәс кешенеке, бирсәткәләр төшөп ҡалған, әммә ҡыҙыл галстук урынында. Бары тик күкрәк яҡтан арҡаға күскән. Мыйыҡ һәлпәйгән, үҙе арыған, ләкин барлыҡ фиғелендә ҡәнә­ғәтлек, ләззәтле талыу ғәләмәт­тәре ярылып ята. Эйе, ул таушал­ған, ул йолҡҡосланған. Әммә ул бәхетле тиерлек, ул ҡәнәғәт.
Бер мәл Эдуардты ен, дөрө­ҫөрәге, фәрештә алыш­тырғандай булды. Эсеүен бөтөнләй таш­ламаһа ла, кәметә төштө. Алыҫ­тан балҡып торған һары күлдәк менән теткеләнә башлаған ҡыҙыл галстук шешәләш дуҫтарына бүләк ителде. Урынына яңылары һатып алынды. Ир күҙ алдында үҙгәрә башланы. Туҡ бесәй һымаҡ мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып йөрөй башланы. Алғы ике тешен ҡуйҙырҙы. Һүгенеүҙәре кәмей төштө. Хәҙер был ысынлап та зауыҡ менән кейенә: өҫтөндә зәңгәр салбар-пинжәк, аҡ күлдәк, күкһел галстук. Телмәренә “ғәфү итегеҙ, рәхим итегеҙ, зинһар” кеүек сәйер ят һүҙҙәр килеп инде. Шик юҡ, минең дуҫҡа нин­дәйҙер бик ҡөҙрәтле әҙәм, юҡ, ниндәйҙер илаһи көс йоғонто яһай башлағайны. Дөрөҫ, тиҙҙән теге яңы-яңы бөрөләнә башлаған матур һүҙҙәр ҡулланыштан төшөп ҡалды, күрәһең, эшендә егеттән көлгәндәрҙер.
– Һин уҡыған кеше, әйт әле, регистратурала ултырған ҡыҙға медсестра тип өндәшергә яраймы? – тип бер мәл минән бик төп­сөнөп һорашты.
Баҡһаң, Даша­ның ниндәйҙер йомошо менән поликлиникаға барғанда бер ҡатынға күҙе төшкән, имеш.
– Ул ултыра, мин торам. Ул ми­ңә бер ҡараны и все! Мин, блин, һоп! Ғашиҡ булдым да ҡуй­ҙым! Блин! – Эсенә һыймаған мөхәббәт хистәрен Эдик шулай хәленән килгәнсә аңлатты. Йөҙө еҙ батмустай ялтырап, нур сәсеп балҡып тора. Ул ҡатындың исеме Эльвира. Быныһын гардеробсы әбейҙән белешкән.
– Ә ул ҡыҙ, ул ҡатын нимә тине?
– Нимә тиһен, әйтмәне. Мин бит уны ситтән генә ҡарап торҙом. Ул... беләһеңме ниндәй? Фигура – во! Күҙҙәре йәшел!
Мин шаяртырға булдым. Дуҫым үпкәләне.
– Юҡ, ул Дашаға оҡшамаған. Ул һәйбәт.
– Бәлки, иптәше барҙыр? Ире?
– Юҡ! Айырылған! Разведенка!
Мин ике айға Мәскәүгә уҡырға киттем. Ул заманда Дәүләт теле­видениеһы менән радио­һының иң ҡеүәтле сағы, үҙ хеҙмәткәр­ҙәрен даими рәүештә төрлө курстарға ебәреп торалар ине. Шул арала минең дуҫ һөйгәне менән яҡындан танышҡан. Ул ғына ла түгел, бер көн эштән кө­төп алып (Эльвира тағы ла ҡай­ҙалыр иҙән йыуа икән), оҙата барған. Сәй эскәндәр. Балаһы бар, имеш, ун бер йәшлек. Уныһы шәп түгел инде, блин. Ну, ярай... Әммә ҡатын үҙе шәп! Оҙаҡ ултырып ташлаған ҡунаҡ ятаҡҡа ҡайта алмайынса, ҡышҡы һыуыҡ­та ике сәғәттән ашыу транспорт көтөп торған. Байтаҡ ваҡыт сир­ләп йөрөнө.
Бер мәл театрға билет алып ҡайтты. Өшөмәһен өсөн ҡат-ҡат гәзиткә төрөп, сәскәләр тотоп китте, ҡояштай балҡып ҡайтып инде. Хәҙер ул Эльвира менән һаташа, көнө-төнө уны һөйләй. Мөхәббәт килде минең дуҫҡа, мөхәббәт! Шашыныу-талпы­ныуҙары шул дәрәжәгә етте ки, хатта һөйгәненә арнап минән шиғыр яҙҙырып маташты. Бик ныҡышҡас, Рәми Ғарипов менән Рәшит Назаровты ҡатыштырып нимәлер әтмәләп бирҙем.
Ләкин Даша ла йоҡлап ятмай ине. Ул ғишыҡ фронтынан сығып ҡасҡан “дезертирҙы” юллап бер нисә мәртәбә ятаҡҡа килеп әй­ләнде. Тәүгеһендә минең дуҫ саҡ ҡасып ҡотолдо. Вахтер әбей алдан иҫкәртелгәйне: теге әрһеҙ ҡатын килеп инеү менән ҡысҡы­рып һөйләшә башлай:
– Юҡ, юҡ! Эдик юҡ! Эдик ҡайҙа булһын? Эдик эсеп йөрөй, бер аҙна инде күренгәне юҡ!
Беҙҙең бүлмә вахтаға яҡын, эргәлә генә, был тауышты ишетеү менән тревога ҡуба. Тиҙ генә ишекте бикләп ҡуябыҙ. Унан Эдик карауат аҫтына боҫа, мин раз­ведкаға китәм. Ханым көтөп ултыра-ултыра ла әрләй-әрләй ҡайтып китә. Эдиктың “фигура во!” тигән элекке “ҡыҙы” йыуан кәүҙәле, нәҙек иренле, боламыҡ күҙле мәрйә булып сыҡты. Записка ҡалдырып китте. Ауырлы икән, шул хаҡта яҙған. Эдик уны йәлләп фатирына бер-икене инеп сыҡты. Әммә үҙенең икенсе ҡатынды яратыуын тәки әйтмәгән:
– Йә бер нәмә эшләп ҡуйыр үҙе менән... Беләһеңме, ул ниндәй ҡыҙыу!
Даша беҙҙең ятаҡҡа башҡаса килмәне, ә минең күрше хәҙер Эльвираны әйттереү тураһында хыяллана башланы. Етеп килгән Яңы йылды бергә ҡаршыларға, аҙаҡ никах уҡытырға ниәт итте­ләр. Ҡатыны менән рәсми рәүеш­тә айырылышты. Эльвира Яңы йыл алдынан килеп икебеҙҙе лә ҡотлап китте. Артыҡ сибәр бул­маһа ла, бик һөйкөмлө, йылы ҡарашлы 30-35 йәштәрҙәге ҡатын ине. Беҙҙе үҙе бешергән бәлеш менән һыйланы. Тик был икәүҙең бәхете оҙаҡҡа һуҙылма­ны. Эльвира бер мәл осрашыуҙан сит­ләшә башланы, Эдуард иртәле-кисле вахтанан китешмәй, ҡат-ҡат шылтыратып ҡараһа ла, трубканы алманы. Минең күрше күҙгә күренеп һулыны, йәнә эсә башланы. Уксус һауытына йәнә ара­ҡы инеп ятты. Минең өгөтләүҙәр менән ризалаша, эйе, ти ул, эсергә ярамай. Эсергә түгел, ә көрәшергә тейеш ул. Үҙ бәхете өсөн. Эйе, ул барыһын да аңлап тора, ләкин ғәмәлдә “йәшел йылан” менән бер ни ҡыла алмай ине.
Аҙаҡ ҡына һөйләне. Баҡһаң, Даша, үәт бәдбәхет, һөйгәненең эшенә барған. Нимә һөйләш­кәндәрҙер инде, уныһы ҡараңғы, әммә осрашыуҙар туҡтаны. Бер мәртәбә эшенә эсеп килгән ирҙе Эльвира ҡыуып сығарған. Оло янъял ҡупҡан, бик ғауғалашып айырылышҡандар. Минең дуҫ шул осраҡтан һуң намыҫланып шылтыратмай башланы. Был хәлде дуҫым бик ауыр ҡабул итте, шуға ла артыҡ һорауҙар биреп интектермәнем, күңел яраһының бөтәшеүен көттөм.
Яңы йыл байрамдары үтте. Ғинуар урталарында Эдуардты мин үҙем эшләгән телеүҙәккә алып барҙым. Йәнәһе, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар күп – дикторҙар, хәбәрселәр, режиссерҙар. Берәй­һе менән таныштырыу ниәтендә. Тыҡ-тыҡ баҫып йөрөгән ҡупшы сибәркәйҙәрҙе бер быуа ҡарап торғандан һуң, минең дуҫ тышҡа сығырға ишараланы. Тупһа алдында тәмәке тоҡан­дырҙы, уйланып торҙо-торҙо ла тураһын әйтте:
– Ҡайттыҡ, бында бер матур ҡатын да юҡ!
Ул һаман да үҙенең һуңлап килгән мөхәббәтен онота алмай ине.
Шунан мин йәшәргә районға ҡайтып киттем. Йәнә 20 йыл самаһы үткәс, теге ятаҡҡа инеп сыҡтым. Элеккеләрҙән мине белгән ике-өс егет кенә тороп ҡалған. Яңы йөҙҙәр, яңы ғәҙәттәр, яңы еҫтәр. Ҡунаҡсыл фанер ишектәр тимергә алмашты­рыл­ған. Ҡарт буйҙаҡ Фәнид ҡарайып бөткән тимер сәйнүкте плитәгә ултыртты, тәмәке тоҡандырҙы:
– Эдикмы? Ул һин ҡайтып киткәндән һуң, йәйгә табан күсеп китте...
– Ҡайҙа?
– Икенсе эшкә. Ул бит өйләнде.
– Кемгә?
– Тәк... Кем әле ул? Дашаға...
– Йыуан мәрйәгәме, бында килеп йөрөй торғайны?
– Юҡ, ул йыуан түгел. Акушермы, врачмы шунда. Һин күрҙең уны!
– Тимәк, Эльвираға!
– Шуға! Эйе, Эльвира шул исеме... Улар ныҡ һәйбәт йәшәй. Чесноковкала өй алғандар. Былтыр заправкала күргәйнем...
Бына шулай тамамланды ысын тормоштағы ысын ваҡиға. Тимәк, мөхәббәт үҙ ваҡытын белә, бер нәмәгә ҡарамаҫтан үҙ юлын таба. Әгәр ул ысын мөхәббәт булһа...










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872