Ғүмерҙә лә рулгә ултырған кеше түгелмен, шуға машинанан ҡурҡам һәм оҙон сәйәхәткә сығыуҙы үҙем өсөн ҙур батырлыҡ һанайым. Башлап сәйәхәткә юлланыуыбыҙ 2011 йылға тура килә: тәүҙә Чехия буйлап, унан һуң ике йыл поезда сәйәхәт ҡылдыҡ. Бынан ике йыл элек машинала сәфәр сығырға ризалаштым. Юҡҡа шөрләгәнмен икән, йөрөгән таш шымара тигәндәй, юлда барыһын да күрәһең, ил-йорт хәлдәрен кисерәһең, креатив фекерле яңы кешеләр менән аралашаһың.Навигатор – һәйбәт әйбер, әммә башты эшләтмәйНиһайәт, быйыл иң оҙон сәйәхәткә сыҡтыҡ: бер туҡтауһыҙ ике ай йөрөп, йәмғеһе 20 мең километр юл үттек, беҙҙең “LAND-ROWER” 1,5 тонна дизель яғыулығы ашаны. Европа халҡына Рәсәйҙә сәйәхәт итеү күпкә арзан: һумдарҙың хаҡы төшөүе быға булышлыҡ итһә лә, барыбер ер аяғы-ер башынан килгән туристар бензин, ҡунаҡханала йәшәү, ашау-эсеү, йыуыныу һәм сувенирҙар алып китеү өсөн байтаҡ аҡсаһын ҡалдырып китә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: бына ике йыл инде юлда навигаторһыҙ, карта ярҙамында йөрөйбөҙ, сөнки навигатор һәйбәт әйбер булһа ла, башты эшләтмәй, киреһенсә, уға ышанып, үҙеңдең ҡайҙа йөрөгәнеңде лә аңламайһың, йәғни мәктәптә Пифагор таблицаһын хәтерҙән түгел, ә кеҫә телефонына ҡарап белгән уҡыусыға оҡшауың ихтимал. Быйылғы сәйәхәттә Чехия – Словакия – Польша – Литва – Латвия һәм Рәсәй сиген уҙғас, илдең бөтә Европа өлөшө өлкәләре һәм уларҙың иң ҙур ҡалалары аша үттек. Өфөгә ҡайтып бер аҙна торғас, ҡабаттан ҡуҙғалдыҡ – был юлы сәфәребеҙ Байкалға илтте. Унда барғанда Силәбе, Ҡурған, Кемерово, Омск, Төмән, Новосибирск, Иркутск өлкәләрен һәм Бүрәт Республикаһын үттек, ошо өлкәләрҙең баш ҡалаларында һәм бүтән бәләкәйерәктәрендә булдыҡ. Ә Чехияға Ырымбур аша ҡайттыҡ, ундағы милли ҡәғбәбеҙ – Каруанһарайға, Ырымбур ҡалаһына ҡарап һоҡландыҡ. Былар барыһы ла беҙгә сит илдә һәм Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда юл ҡағиҙәләрен нисек үтәүҙәрен дә күрһәтте.
Сит илдә, йәғни Европала, юлдар, әлбиттә, көҙгө кеүек ялтлап ята һәм Рәсәйҙеке менән сағыштырырлыҡ та түгел. Сит илдә хатта ауылдарҙа ла ҙур ҡалаларҙағы кеүек матур юлдар булһа ла, ҡайһы берҙәрендә “ямалған”дары ла осрай. Ни өсөн? Сөнки ауыл хакимиәте ҡарап өлгөрмәгән, ә ауыл юлдары хужаның уңғанлығынан тора. Һәм тағы ла, әгәр кеше өй һалып инә икән, үҙенең йорто янынан үткән юлды ла үҙе ҡайғырта, уны үҙе төҙөй, тротуар һалыу өсөн дә кеҫәһенән түләй. Биләмәне таҙа тота, йорттар идаралығы килеп һеперһен тип көтөп ултырмай. Шуға ла ул таш тротуарҙан, таҙа юлдан йөрөй. Әгәр миҫалға Шакша биҫтәһен килтерһәк, унда йәшәүселәр бына егерме йыл инде “беҙҙе ҡайғыртмайҙар, юл төҙөмәйҙәр” тип зарлана. Ә бит кемдеңдер килеп эшләгәнен көтөп ултырғансы мәсьәләне әле тәҡдим ителгән ябай ғына ысул менән хәл итергә мөмкин, йәғни ил төкөрһә, күл була.
Европа ауылдарының барыһында ла светофорҙар һәм видеокүҙәтеүҙәр ҡуйылған, шуға күрә юл ҡағиҙәләрен боҙоусылар күп түгел, ләкин бар, тик улар тиҙ тотола. Ә Рәсәйҙә “Водитель, будь осторожен, за вами следит видеонаблюдение!” тигән иҫкәртеү элһәләр ҙә, бының алдаҡ икәнен водитель яҡшы анлай. Ошондай рекламаларҙы беҙ тайгала ла, Мәскәү менән хушлашҡас та йыш осраттыҡ.
Сит илдә трассала тиҙлекте сәғәтенә – 130, ауылдар араһынан үткәндә 50 километрҙан арттырырға ярамай. Юғиһә махсус патруль машинаһы артыңдан елдереп килеп етәсәк һәм ҙур ғына штраф һаласаҡ. Европала юлдарҙа патруллек итеүсе полицияға ришүәт биреү файҙаһыҙ, тәҡдим итеп маташһаң, төрмәгә ултыртасаҡтар, телевизорҙан күрһәтеп бөтә илгә рисуай итәсәктәр. Ә бына машинаңдың документтарын да тартып алһалар, теп-теүәл биш йыл буйы рулгә ултыра алмаясаҡһың.
Юлдағы таҙалыҡ, тәртип тураһында ла әйтеп китәйек. Европа юлдары таҙа, сүптең әҫәре лә юҡ, юл буйындағы үләндәр ҙә тигеҙ итеп киҫелгән, сәскәләр ултыртылған, хатта тауыш ҡамасауламаһын өсөн ауылдар, ҡалалар эргәһендә махсус ҡулайламалар ҡуйылған. Әйткәндәй, бындай ҡулайламалар Европаның һәр ҡалаһында бар. Беҙҙә иһә юл буйҙары сүп-сарлы һәм бысраҡ, бейек булып шайтан таяғы үҫә. Ҡайҙа ғына туҡтаһаң да, шул урындың бәҙрәфкә әйләнгәнен күрәһең, ғөмүмән, беҙҙең водителдәр тәртип һаҡламай. Бына шуның өсөн дә бөтә Рәсәй юлдарында “Водитель, помни, тебя ждут дома!”, “Водитель, не сори!”, “Водитель, будь аккуратным, не выбрасывай на дорогу мусор!”, “Водитель, уважай труд дорожников!”, “Чистота региона — в наших руках!” тигән лозунгтар эленгән. Ә сит илдә ундай социаль рекламалар бөтөнләй юҡ. Ни өсөн? Сөнки Европа дәүләттәрендә юлдарҙы, тирә-яҡ мөхитте бысратҡан водителдәрҙе аҡса менән “туҡмайҙар”, йәғни ҙур штраф түләтәләр. Бында бер ваҡытта ла кемдеңдер машина тәҙрәһенән кәнфит ҡағыҙы ташлағанын, иҫке сәйен түккәнен күрмәйәсәкһең.
Кем һуң ул водитель? Ул һинең менән мин һәм бөгөн буй еткереүсе балалар. Оҙон юлға сыҡҡан сәйәхәтсе лә, бер илдән икенсеһенә, бер өлкәнән өсөнсөһөнә аҙыҡ-түлек, хужалыҡ кәрәк-ярағы ташыусы каминьон хужалары ла шул уҡ водителдәр. Ә ниндәй осраҡта ул сүп-сар ташламай, тәртипле була? Әлбиттә, юл буйҙарында сүп-сар өсөн ҡуйылған һауыттар, ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтары булған кемптар торғанда ғына. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер кемптар, уңайлыҡтары яғынан Көнбайыштан күпкә ҡалышһа ла, Рәсәйҙә лә бар.
Әгәр юл ҡағиҙәләрен Рәсәйҙә нығыраҡ боҙалар икән тиһәгеҙ, төптө яңылышаһығыҙ. Мәҫәлән, поляктарҙың юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауын бөтә донъя белә. Быны беҙ ҙә үҙ елкәбеҙҙә күп татыныҡ. Әгәр Польша машинаһын күрәбеҙ икән, шунда уҡ һаҡлыҡ күрһәтеп уҙып китәбеҙ. Бөгөн поляк каминьондары — Көнбайыш Европала иң күп авария яһаусы машиналар.
Рәсәйҙә иң насар юлдар...
Мордва ерендәСебергә Президент В. Путин барып ҡайтҡандан һуң, хәҙер унда ла юлдар яҡшыра төшкән, бөтә өлкәләрҙә лә ҙур ремонт эштәре бара, сөнки санкцияларҙан һуң илебеҙ Көнсығыш дәүләттәре менән алыш-биреш итеүгә йөҙ борҙо. Юл ыңғайы йәнә шуны әйтер инем: ике йыл элек сүп-сар баҫҡан иген баҫыуҙары күпләп осраһа, быйыл уларҙың булмауы кәйефте күтәрҙе. Хатта себерҙәр:
– Көнбайыш Европаға ҡайтҡас әйтегеҙ: санкцияларын оҙағыраҡҡа һуҙһындар, шул арҡала эшле булдыҡ, үҙ ризығыбыҙҙы үҙебеҙ үҫтереп ашайбыҙ, – тине.
Йөрәккә май булып ятҡан ошондай фекерҙе Мәскәүҙә, Рязандә, Ижевскиҙа, Төмәндә, Иркутскиҙа, Ырымбурҙа ла ишеттек. Беҙ ҙә Рәсәй сиген үтеү менән гел үҙебеҙҙә етештерелгән май, колбаса, сыр, икмәкте һатып алдыҡ.
Был яҡтарҙа һауа торошо ла иҫ киткес тиҙ үҙгәреүсән. Беҙгә йә ҡуйы һөт кеүек томанлы, йә ел-дауыллы, ямғырлы юлдарҙа ла йөрөргә тура килде – ошондай ваҡытта туҡтап сабыр итеп көтөп торорға кәрәк ине лә бит, юҡ, ҡайһы бер водителдәр ашыға-ашыға сәфәрен дауам итә... Һәм аҙағын үҙегеҙ беләһегеҙ – аварияға эләгә. Әйткәндәй, беҙ күргән байтаҡ аварияларҙың барыһы ла каминьондар арҡаһында ине. Берәүһе бөтөнләй түңкәрелгәйне, икенсеһе юлдан сығып саҡ ҡоламай ҡыйшайып барып ултырған, өсөнсөһө йәнселгәйне, ә иҫән ҡалған ике ир машиналары янында илап ултыра. Тайгала был ҡот осҡос хәл. Етмәһә, айыуҙар күп, ә ярҙам машинаһы ҡасан килеп етә әле? Юлда ошондай бәлә-ҡазаны иҫкәртеү маҡсатында йәнселгән машиналарҙы постаментҡа ултыртһалар ҙа, күрәһең, водителдәр, был хәл минең менән булмаясаҡ, тип уйлай торғандыр инде.
Әйткәндәй, аварияларҙы каминьондар ғына түгел, мотоциклда, велосипедта йөрөүселәр ҙә яһай – уларын да күрергә тура килде. Каминьондарға бәйле авариялар Европала ла йыш булып тора һәм, ғәҙәттә, төп ғәйепле кеше – юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаусы водитель.
“Рәсәйҙә иң насар юлдар ҡайҙа?” тип һораһағыҙ, Мордва ерендә тип яуап бирәсәкмен, иң яҡшыһы ут күршебеҙ Татар-станда тип уйлайым. Тәүгеләре, ярлы йәшәйбеҙ, юлдарыбыҙ насар, ризабыҙ, тиһәләр ҙә, был килеүҙә ике йыл элек бөтөнләй үтеп булмаҫлыҡ, ҡот осҡос юлдарҙың хәле яҡшыға үҙгәрә башлағанын күрҙек.
Ә иң хәүефле юлдар Силәбе өлкәһендә булды: бында берәү ҙә юл ҡағиҙәләрен үтәргә теләмәй тигән фекер ҡалды. Мәҫәлән, тотош өлкәне үтеп, Өфөгә килеп еткәнсе водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған егерме ике осраҡты теркәнем.
Юл ҡағиҙәләрен Өфөлә лә һанға һуҡмайҙар: был айырыуса Октябрь проспектында күҙгә ташлана. Өфө ситендәге юлдар иһә ҡот осҡос! Ә бит барыһы ла баш ҡалаға ниндәйҙер биҫтәнән инә, тимәк, тәү башлап ошондағы юлдарҙы күрә, һәм уның башында Өфө юлдары яман икән тигән фекер ҡала. Әлбиттә, проспект ялтырап ята, ә ҡала сите яман. Минеңсә, Черниковка юлдарын да ҡарарға кәрәк.
Европала ришүәт алған өсөн төрмәгә ултырталар, ә беҙҙә...
Юл ҡағиҙәләре Рәсәйҙең иң эре ҡалаларында ғына түгел, Мәскәүҙең үҙендә лә боҙола. Баш ҡалабыҙҙы сыҡҡанда юлдан бер секундҡа ла күҙеңде алмайһың, айырыуса Волгоград проспекты, Ленинград шоссеһы юлдары хәтәр: ҡаршыға ташҡын булып дүрт рәт, уларға табан тағы ла шундай уҡ машиналар йылғаһы ағыла, һәм саҡ ҡына ла ситкә сыға алмайһың. Машиналар бер-береһенә терәлеп тигәндәй килә һәм авария хәүефе тыуҙыра, нервыларыңды саҡ тыйып киләһең, кемдер пипелдәтә йә ҡысҡыра, һәм был хәл Савельевка районына еткәнсе дауам итә. Машиналар ташҡыны эсендәге “Ашығыс ярҙам” машинаһының сигнал биреп, үткәреп ебәреүҙәрен һорауына ла иғтибар итмәй водителдәр. Ә бит унда, бәлки, кемдер һуңғы һулышын алалыр? Мәскәү “ҡулса”һынан сығыу ҙа ифрат ауыр булды. Беҙ, мәҫәлән, унан – ике, ә тотош Мәскәү өлкәһенән ярты көн сыҡтыҡ. 12 миллион кеше йәшәгән техноген гигант ҡалала тын алыуы ла ауыр, юл буйҙарын гөлдәр түгел, тик машина ҡаплап алған. Йыйып әйткәндә, Мәскәүҙә “Дорога – для водителя, а водитель – для дороги” тигән рекламалар яҙып эленеп ҡуйылһа ла, уларға иғтибар итеүселәр бөтөнләй юҡ кимәлдә. Әйткәндәй, был күренеш Мәскәүгә Европа яғынан ингәндә лә, сыҡҡанда ла күҙәтелә.
Юлда полиция ришүәт һораймы? Һоранылар. Европала ришүәт алған өсөн төрмәгә ултырталар, ә беҙҙә – белмәйем. Өс йыл машинала сәйәхәт итеү дәүерендә беҙҙе дүрт тапҡыр ғына туҡтаттылар: тәүгеһендә Латвияла ағастар артында йәшеренеп торған ике полицейский асыҡтан-асыҡ евро талап итте... Быйыл ошондай уҡ хәл Польшала ҡабатланды – был юлы йөҙ евро һоранылар, машинаның документтарын тартып алыу менән янанылар. Өфөлә иһә беҙҙән бер генә тапҡыр ҙа ришүәт һораусы булманы. Стәрлетамаҡта ғына бер тапҡыр туҡтатып, сит ил машинаһы икәнде күргәс, документтарыбыҙҙы күрһәтеүебеҙҙе үтенделәр, һәм эш шуның менән бөттө лә.
Рәсәйҙә беҙҙе Иркутскиҙан сыҡҡас туҡтаттылар. Ике йәш кенә полицейский евро һорағайны, мин “ҡыйыулыҡ – ярты бәхет” тигәндән сығып: “Беҙ – Чехия журналистары. Ике ил араһындағы көсөргәнешле хәлдәрҙе президентыбыҙ Милош Земан йомшартырға тырыша, Рәсәйҙе ихтирам итеп Еңеүҙең 70 йыллығына ла килде, ә һеҙ аҡса һорайһығыҙ. Мин бит ҡайтҡас юл сәйәхәтен яҙасаҡмын, чехтарға ла барыһын да һөйләйәсәкмен. Алдай белмәйем, ғәфү итегеҙ, журналист дөрөҫөн яҙырға тейеш! Йә, туғандар, һеҙгә был оҡшаймы? Үҙегеҙ хаҡында яҙыуымды теләйһегеҙме? Фамилияларығыҙҙы әйтегеҙ әле”, – тигәс, өҫтәп журналислыҡ танытмаһын да сығарып күрһәткәс, ҡул һелтәнеләр. Бына шундай хәлдәр. Төрлө илдәрҙән дүрт миҫал, ә һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Юл ҡағиҙәләрен һәр кемгә өйрәтеп буламы? Әлбиттә. Бының өсөн Европала кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһынан уҡ юл хәрәкәтенә әҙерләйҙәр, ләкин тар бүлмәлә ултырып түгел, ә махсус кейемдәрҙә урамға сығып практик ҡағиҙәләр аша өйрәнәләр. Тәрбиәселәр ҙә, балалар ҙа был ваҡытта әллә ҡайҙан күренеп торған махсус асыҡ һары кейемдә сыға һәм төрлө күнегеүҙәр эшләй, махсус рәүештә полицейский, водитель саҡырыла, юл билдәләрен “уҡыйҙар”. Тағы ла шул үтәлә: бер генә бала ла башына махсус шлем кеймәйенсә велосипедҡа ултырмай – ҡағиҙә үтәлмәһә, ата-әсәһе штраф түләй. Махсус юл кейемдәре иһә магазинда һатыла. Ҡыҫҡаһы, балалар бәләкәйҙән аҡса иҫәпләргә өйрәнә.
Быйыл Башҡортостанда ла “Алыҫтан күрен, республикам!” тигән акция башланыуы – маҡтаулы күренеш. Унда мәктәп уҡыусылары, тимәк, иртәгә рулгә ултырыусы водителдәр тәрбиәләнә. Акцияның төп маҡсаты – балалар юлда хәүефһеҙ хәрәкәт итһен, юл ҡағиҙәләре үтәлһен һәм хөрмәт ителһен, ә был үҙ сиратында аварияларҙың кәмеүенә килтерер.
Европала һәр водитель, юл аша сығыусыны ваҡыты булыу-булмауға һәм ашығыуына ҡарамаҫтан, көтөп тороп уҙғарып ебәрә. Ни өсөн? Сөнки уның машинаһы ла, үҙе лә страховкаланған. Әгәр водитель юл ҡағиҙәһен боҙа икән, зыян күреүсегә аҡса түләй. Тәүҙә мин, Рәсәй кешеһе булараҡ, машиналарҙы үҙем уҙғарып ебәрергә тырыша торғайным, аҙаҡ өйрәндем. Үҙеңде хөрмәт иткән водителгә рәхмәт йөҙөнән йылмайырға кәрәк икәнлеген дә үҙләштерҙем. Бәлки, беҙгә лә ошо тәңгәлдә Көнбайыш Европанан өлгө алырға кәрәктер?
Мәҡәләм аҙағында юлдарҙа машиналар өҫтөнән осҡан ҡоштар тураһындағы күҙәтеүҙәрем менән дә уртаҡлашмаҡсымын. Ҡарға, сәүкә, һайыҫҡан, аҡсарлаҡ, ҡарсыға, хатта төйлөгәнгә тиклем ни сәбәптәндер трассала тик машиналар өҫтөнән кәйелә, ә юлда күпме үле ҡош кәүҙәләре туҙып ята! Былар мине уйланырға мәжбүр итте һәм ниндәйҙер яуап тапҡандай булдым кеүек: баҡһаң, кешеләр юлда ҡоштарға аҙыҡ ҡалдығын ташлай икән. Ә улар шуға алдана ла, тәбиғи ғәҙәттәрен онотоп, бөжәк, селәүсен эҙләйһе урынға юл ситендә ризыҡ көтөп ултыра һәм аңғармаҫтан машина ҡорбанына әйләнә. Юлда машина тәҙрәһенән һағыҙҙарығыҙҙы ла ташламағыҙ, зинһар, ҡоштар шуны суҡый ҙа йота алмай һәләк була.
Ҡыҫҡаһы, юлдағы тәртип үҙебеҙгә бәйле: сүп-сарығыҙҙы, ҡалдыҡ-боҫтоҡ ризыҡтарығыҙҙы полиэтилен тоҡсайға һалып алығыҙ ҙа кемптағы махсус һауытҡа ташлап китегеҙ. Күпме ҡош иҫән ҡаласаҡ. Шулай итеүегеҙгә ышанам, рәхмәт.