Юл аҙабы09.09.2016
Юл аҙабы Ғүмерҙә лә рулгә ултырған кеше түгелмен, шуға машинанан ҡурҡам һәм оҙон сәйәхәткә сығыуҙы үҙем өсөн ҙур батырлыҡ һанайым. Башлап сәйәхәткә юлланыуыбыҙ 2011 йылға тура килә: тәүҙә Чехия буйлап, унан һуң ике йыл поезда сәйәхәт ҡылдыҡ. Бынан ике йыл элек машинала сәфәр сығырға ризалаштым. Юҡҡа шөрләгәнмен икән, йөрөгән таш шымара тигәндәй, юлда барыһын да күрәһең, ил-йорт хәлдәрен кисерәһең, креатив фекерле яңы кешеләр менән аралашаһың.
Навигатор – һәйбәт әйбер, әммә башты эшләтмәй

Ниһайәт, быйыл иң оҙон сәйәхәткә сыҡ­тыҡ: бер туҡтауһыҙ ике ай йөрөп, йәмғеһе 20 мең километр юл үттек, беҙҙең “LAND-ROWER” 1,5 тонна дизель яғыулығы ашаны. Европа халҡына Рәсәйҙә сәйәхәт итеү күпкә арзан: һумдарҙың хаҡы төшөүе быға бу­лыш­лыҡ итһә лә, барыбер ер аяғы-ер башы­нан килгән туристар бензин, ҡунаҡханала йә­шәү, ашау-эсеү, йыуыныу һәм сувенирҙар алып китеү өсөн байтаҡ аҡсаһын ҡалдырып китә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: бына ике йыл инде юлда навигаторһыҙ, карта ярҙамында йөрөйбөҙ, сөнки навигатор һәйбәт әйбер булһа ла, башты эшләтмәй, киреһенсә, уға ышанып, үҙеңдең ҡайҙа йөрөгәнеңде лә аңламайһың, йәғни мәктәптә Пифагор таблицаһын хәтерҙән түгел, ә кеҫә телефонына ҡарап белгән уҡыусыға оҡшауың ихтимал. Быйыл­ғы сәйәхәттә Чехия – Словакия – Польша – Литва – Латвия һәм Рәсәй сиген уҙғас, илдең бөтә Европа өлөшө өлкәләре һәм уларҙың иң ҙур ҡалалары аша үттек. Өфөгә ҡайтып бер аҙна торғас, ҡабаттан ҡуҙғалдыҡ – был юлы сәфәребеҙ Байкалға илтте. Унда барғанда Силәбе, Ҡурған, Кемерово, Омск, Төмән, Новосибирск, Иркутск өлкәләрен һәм Бүрәт Республикаһын үттек, ошо өлкәләрҙең баш ҡалаларында һәм бүтән бәләкәйерәктә­рендә булдыҡ. Ә Чехияға Ырымбур аша ҡайттыҡ, ундағы милли ҡәғбәбеҙ – Каруанһа­райға, Ырымбур ҡала­һы­на ҡарап һоҡландыҡ. Былар барыһы ла беҙгә сит илдә һәм Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда юл ҡағиҙәләрен нисек үтәүҙәрен дә күрһәтте.
Сит илдә, йәғни Европала, юлдар, әлбит­тә, көҙгө кеүек ялтлап ята һәм Рәсәйҙеке менән сағыштырырлыҡ та түгел. Сит илдә хатта ауылдарҙа ла ҙур ҡалаларҙағы кеүек матур юлдар булһа ла, ҡайһы берҙәрендә “ямалған”дары ла осрай. Ни өсөн? Сөнки ауыл хакимиәте ҡарап өлгөрмәгән, ә ауыл юлдары хужаның уңғанлығынан тора. Һәм тағы ла, әгәр кеше өй һалып инә икән, үҙе­нең йорто янынан үткән юлды ла үҙе ҡай­ғырта, уны үҙе төҙөй, тротуар һалыу өсөн дә кеҫәһенән түләй. Биләмәне таҙа тота, йорттар идаралығы килеп һепер­һен тип көтөп ултырмай. Шуға ла ул таш тротуар­ҙан, таҙа юлдан йөрөй. Әгәр миҫалға Шакша биҫтәһен килтерһәк, унда йәшәүсе­ләр бына егерме йыл инде “беҙҙе ҡайғырт­майҙар, юл төҙөмәйҙәр” тип зарлана. Ә бит кемдең­дер килеп эшләгәнен көтөп ултыр­ғансы мәсьә­ләне әле тәҡдим ителгән ябай ғына ысул менән хәл итергә мөмкин, йәғни ил төкөрһә, күл була.
Европа ауылдарының барыһында ла светофорҙар һәм видеокүҙәтеүҙәр ҡуйылған, шуға күрә юл ҡағиҙәләрен боҙоусылар күп түгел, ләкин бар, тик улар тиҙ тотола. Ә Рә­сәйҙә “Водитель, будь осторожен, за ва­ми следит видеонаблюдение!” тигән иҫкәр­теү элһәләр ҙә, бының алдаҡ икәнен водитель яҡшы анлай. Ошондай реклама­ларҙы беҙ тайгала ла, Мәскәү менән хушлашҡас та йыш осраттыҡ.
Сит илдә трассала тиҙлекте сәғәтенә – 130, ауылдар араһынан үткәндә 50 кило­метр­ҙан арттырырға ярамай. Юғиһә махсус патруль машинаһы артыңдан елдереп килеп етәсәк һәм ҙур ғына штраф һаласаҡ. Европала юлдарҙа патруллек итеүсе полицияға ришүәт биреү файҙаһыҙ, тәҡдим итеп маташһаң, төрмәгә ултыртасаҡтар, теле­визорҙан күрһәтеп бөтә илгә рисуай итәсәктәр. Ә бына машинаңдың документтарын да тартып алһалар, теп-те­үәл биш йыл буйы рулгә ултыра алмаясаҡһың.
Юлдағы таҙалыҡ, тәртип тураһында ла әйтеп китәйек. Европа юлдары таҙа, сүптең әҫәре лә юҡ, юл буйындағы үләндәр ҙә тигеҙ итеп киҫелгән, сәскәләр ултыртылған, хатта тауыш ҡамасауламаһын өсөн ауылдар, ҡалалар эргәһендә махсус ҡулай­ла­малар ҡуйылған. Әйткәндәй, бындай ҡулай­ла­малар Европаның һәр ҡалаһында бар. Беҙҙә иһә юл буйҙары сүп-сарлы һәм быс­раҡ, бейек булып шайтан таяғы үҫә. Ҡайҙа ғына туҡтаһаң да, шул урындың бәҙрәфкә әйләнгәнен күрәһең, ғөмүмән, беҙҙең водителдәр тәртип һаҡламай. Бына шуның өсөн дә бөтә Рәсәй юлдарында “Водитель, помни, тебя ждут дома!”, “Водитель, не сори!”, “Водитель, будь аккуратным, не выбрасывай на дорогу мусор!”, “Водитель, уважай труд дорожников!”, “Чистота региона — в наших руках!” тигән лозунгтар эленгән. Ә сит илдә ундай социаль рекламалар бөтөнләй юҡ. Ни өсөн? Сөнки Европа дәүләттәрендә юлдарҙы, тирә-яҡ мөхитте бысратҡан водителдәрҙе аҡса менән “туҡ­майҙар”, йәғни ҙур штраф түләтәләр. Бында бер ваҡытта ла кемдеңдер машина тәҙрәһенән кәнфит ҡағыҙы ташлағанын, иҫке сәйен түккәнен күрмәйәсәкһең.
Кем һуң ул водитель? Ул һинең менән мин һәм бөгөн буй еткереүсе балалар. Оҙон юлға сыҡҡан сәйәхәтсе лә, бер илдән икенсеһенә, бер өлкәнән өсөнсөһөнә аҙыҡ-түлек, хужалыҡ кәрәк-ярағы ташыусы каминьон хужалары ла шул уҡ водителдәр. Ә ниндәй осраҡта ул сүп-сар ташламай, тәртипле була? Әлбиттә, юл буйҙарында сүп-сар өсөн ҡуйылған һауыт­тар, ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтары булған кемптар торғанда ғына. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер кемптар, уңайлыҡтары яғынан Көнба­йыштан күпкә ҡалышһа ла, Рәсәйҙә лә бар.
Әгәр юл ҡағиҙәләрен Рәсәйҙә нығыраҡ боҙалар икән тиһәгеҙ, төптө яңылышаһығыҙ. Мәҫәлән, поляктарҙың юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауын бөтә донъя белә. Быны беҙ ҙә үҙ елкәбеҙҙә күп татыныҡ. Әгәр Польша машинаһын күрәбеҙ икән, шунда уҡ һаҡлыҡ күрһәтеп уҙып китәбеҙ. Бөгөн поляк каминьондары — Көнбайыш Европала иң күп авария яһаусы машиналар.

Рәсәйҙә иң насар юлдар...
Мордва ерендә


Себергә Президент В. Путин барып ҡайт­ҡандан һуң, хәҙер унда ла юлдар яҡшыра төшкән, бөтә өлкәләрҙә лә ҙур ремонт эш­тә­ре бара, сөнки санкцияларҙан һуң илебеҙ Көнсығыш дәүләттәре менән алыш-биреш итеүгә йөҙ борҙо. Юл ыңғайы йәнә шуны әй­тер инем: ике йыл элек сүп-сар баҫҡан иген баҫыуҙары күпләп осраһа, быйыл улар­ҙың булмауы кәйефте күтәрҙе. Хатта себерҙәр:
– Көнбайыш Европаға ҡайтҡас әйтегеҙ: санкцияларын оҙағы­раҡҡа һуҙһындар, шул арҡала эшле булдыҡ, үҙ ризығыбыҙҙы үҙебеҙ үҫтереп ашайбыҙ, – тине.
Йөрәккә май булып ятҡан ошондай фе­кер­ҙе Мәскәүҙә, Рязандә, Ижевскиҙа, Тө­мән­дә, Иркутскиҙа, Ырымбурҙа ла ишеттек. Беҙ ҙә Рәсәй сиген үтеү менән гел үҙебеҙҙә етештерелгән май, колбаса, сыр, икмәкте һатып алдыҡ.
Был яҡтарҙа һауа торошо ла иҫ киткес тиҙ үҙгәреүсән. Беҙгә йә ҡуйы һөт кеүек томанлы, йә ел-дауыллы, ямғырлы юлдарҙа ла йөрөргә тура килде – ошондай ваҡытта туҡтап сабыр итеп көтөп торорға кәрәк ине лә бит, юҡ, ҡайһы бер водителдәр ашыға-ашыға сәфәрен дауам итә... Һәм аҙағын үҙегеҙ беләһегеҙ – аварияға эләгә. Әйткән­дәй, беҙ күргән байтаҡ аварияларҙың барыһы ла каминьондар арҡаһында ине. Берәүһе бөтөнләй түңкәрелгәйне, икенсеһе юлдан сығып саҡ ҡоламай ҡыйшайып барып ултырған, өсөнсөһө йәнселгәйне, ә иҫән ҡалған ике ир машиналары янында илап ултыра. Тайгала был ҡот осҡос хәл. Етмәһә, айыуҙар күп, ә ярҙам машинаһы ҡасан килеп етә әле? Юлда ошондай бәлә-ҡазаны иҫкәртеү маҡсатында йәнселгән маши­наларҙы постаментҡа ултырт­һалар ҙа, күрәһең, водителдәр, был хәл минең менән булмаясаҡ, тип уйлай торғандыр инде.
Әйткәндәй, аварияларҙы каминьондар ғы­на түгел, мотоциклда, велосипедта йөрөү­селәр ҙә яһай – уларын да күрергә тура кил­де. Каминьондарға бәйле авариялар Европала ла йыш булып тора һәм, ғәҙәттә, төп ғәйепле кеше – юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаусы водитель.
“Рәсәйҙә иң насар юлдар ҡайҙа?” тип һо­раһағыҙ, Мордва ерендә тип яуап бирә­сәкмен, иң яҡшыһы ут күршебеҙ Татар-с­танда тип уйлайым. Тәүгеләре, ярлы йә­шәйбеҙ, юлдарыбыҙ насар, ризабыҙ, тиһә­ләр ҙә, был килеүҙә ике йыл элек бөтөнләй үтеп булмаҫлыҡ, ҡот осҡос юлдарҙың хәле яҡшыға үҙгәрә башлағанын күрҙек.
Ә иң хәүефле юлдар Силәбе өлкәһендә булды: бында берәү ҙә юл ҡағиҙәләрен үтәргә теләмәй тигән фекер ҡалды. Мәҫә­лән, тотош өлкәне үтеп, Өфөгә килеп еткәнсе водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған егерме ике осраҡты теркәнем.
Юл ҡағиҙәләрен Өфөлә лә һанға һуҡмай­ҙар: был айырыуса Октябрь проспектында күҙгә ташлана. Өфө ситендәге юлдар иһә ҡот осҡос! Ә бит барыһы ла баш ҡалаға нин­дәйҙер биҫтәнән инә, тимәк, тәү башлап ошондағы юлдарҙы күрә, һәм уның башында Өфө юлдары яман икән тигән фекер ҡала. Әлбиттә, проспект ялтырап ята, ә ҡала сите яман. Минеңсә, Черниковка юлдарын да ҡарарға кәрәк.

Европала ришүәт алған өсөн төрмәгә ултырталар, ә беҙҙә...

Юл ҡағиҙәләре Рәсәйҙең иң эре ҡалаларында ғына түгел, Мәскәүҙең үҙендә лә боҙола. Баш ҡалабыҙҙы сыҡҡанда юлдан бер секундҡа ла күҙеңде алмайһың, айырыуса Волгоград проспекты, Ленинград шоссеһы юлдары хәтәр: ҡаршыға ташҡын булып дүрт рәт, уларға табан тағы ла шундай уҡ машиналар йылғаһы ағыла, һәм саҡ ҡына ла ситкә сыға алмайһың. Машиналар бер-береһенә терәлеп тигәндәй килә һәм авария хәүефе тыуҙыра, нервыларыңды саҡ тыйып киләһең, кемдер пипелдәтә йә ҡысҡыра, һәм был хәл Савельевка районына еткәнсе дауам итә. Машиналар ташҡыны эсендәге “Ашығыс ярҙам” маши­на­һының сигнал биреп, үткәреп ебәреүҙәрен һора­уына ла иғтибар итмәй водителдәр. Ә бит унда, бәлки, кемдер һуңғы һулышын алалыр? Мәскәү “ҡулса”һынан сығыу ҙа ифрат ауыр булды. Беҙ, мәҫәлән, унан – ике, ә тотош Мәскәү өлкәһенән ярты көн сыҡтыҡ. 12 миллион кеше йәшәгән техноген гигант ҡалала тын алыуы ла ауыр, юл буйҙарын гөлдәр түгел, тик машина ҡаплап алған. Йыйып әйткәндә, Мәскәүҙә “Дорога – для водителя, а водитель – для дороги” тигән рекламалар яҙып эленеп ҡуйылһа ла, уларға иғтибар итеүселәр бөтөнләй юҡ кимәлдә. Әйткәндәй, был күренеш Мәскәүгә Европа яғынан ингәндә лә, сыҡҡанда ла күҙәтелә.
Юлда полиция ришүәт һораймы? Һора­нылар. Европала ришүәт алған өсөн төрмәгә ултырталар, ә беҙҙә – белмәйем. Өс йыл машинала сәйәхәт итеү дәүерендә беҙҙе дүрт тапҡыр ғына туҡтаттылар: тәүгеһендә Латвияла ағастар артында йәшеренеп торған ике полицейский асыҡтан-асыҡ евро талап итте... Быйыл ошондай уҡ хәл Польшала ҡабатланды – был юлы йөҙ евро һоранылар, машинаның документтарын тартып алыу менән янанылар. Өфөлә иһә беҙҙән бер генә тапҡыр ҙа ришүәт һораусы булманы. Стәрлетамаҡта ғына бер тапҡыр туҡтатып, сит ил машинаһы икәнде күргәс, документ­тарыбыҙҙы күрһәте­үебеҙҙе үтенделәр, һәм эш шуның менән бөттө лә.
Рәсәйҙә беҙҙе Иркутскиҙан сыҡҡас туҡтат­тылар. Ике йәш кенә полицейский евро һорағайны, мин “ҡыйыулыҡ – ярты бәхет” ти­гәндән сығып: “Беҙ – Чехия журналистары. Ике ил араһындағы көсөргәнешле хәлдәрҙе президентыбыҙ Милош Земан йомшартырға тырыша, Рәсәйҙе ихтирам итеп Еңеүҙең 70 йыллығына ла килде, ә һеҙ аҡса һорайһығыҙ. Мин бит ҡайтҡас юл сәйә­хәтен яҙасаҡмын, чехтарға ла барыһын да һөй­ләйәсәкмен. Алдай белмәйем, ғәфү ите­геҙ, журналист дөрөҫөн яҙырға тейеш! Йә, туғандар, һеҙгә был оҡшаймы? Үҙегеҙ ха­ҡын­да яҙыуымды теләйһегеҙме? Фамилия­ларығыҙҙы әйтегеҙ әле”, – тигәс, өҫтәп журна­лислыҡ таныт­ма­һын да сығарып күрһәткәс, ҡул һелтәнеләр. Бына шундай хәлдәр. Төрлө илдәрҙән дүрт миҫал, ә һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Юл ҡағиҙәләрен һәр кемгә өйрәтеп буламы?

Әлбиттә. Бының өсөн Европала кескәй­ҙәрҙе балалар баҡсаһынан уҡ юл хәрәкәтенә әҙерләйҙәр, ләкин тар бүлмәлә ултырып түгел, ә махсус кейемдәрҙә урамға сығып прак­тик ҡағиҙәләр аша өйрәнәләр. Тәрбиә­селәр ҙә, балалар ҙа был ваҡытта әллә ҡайҙан күренеп торған махсус асыҡ һары кейемдә сыға һәм төрлө күнегеүҙәр эшләй, махсус рәүештә полицейский, водитель саҡырыла, юл билдәләрен “уҡыйҙар”. Тағы ла шул үтәлә: бер генә бала ла башына махсус шлем кеймәйенсә велосипедҡа ултырмай – ҡағиҙә үтәлмәһә, ата-әсәһе штраф түләй. Махсус юл кейемдәре иһә магазинда һатыла. Ҡыҫҡаһы, балалар бәләкәйҙән аҡса иҫәпләргә өйрәнә.
Быйыл Башҡортостанда ла “Алыҫтан күрен, респуб­ликам!” тигән акция башланыуы – маҡтаулы күренеш. Унда мәктәп уҡыу­сы­лары, тимәк, иртәгә рулгә ултырыусы водителдәр тәрбиә­ләнә. Акцияның төп маҡ­саты – балалар юлда хәүефһеҙ хәрәкәт ит­һен, юл ҡағиҙәләре үтәлһен һәм хөрмәт ител­һен, ә был үҙ сиратында аварияларҙың кәмеүенә килтерер.
Европала һәр водитель, юл аша сығыу­сыны ваҡыты булыу-булмауға һәм ашығы­уына ҡарамаҫтан, көтөп тороп уҙғарып ебә­рә. Ни өсөн? Сөнки уның машинаһы ла, үҙе лә страхов­каланған. Әгәр водитель юл ҡағиҙәһен боҙа икән, зыян күреүсегә аҡса түләй. Тәүҙә мин, Рәсәй кешеһе булараҡ, машиналарҙы үҙем уҙғарып ебәрергә тырыша торғайным, аҙаҡ өйрән­дем. Үҙеңде хөрмәт иткән водителгә рәхмәт йөҙөнән йылмайырға кәрәк икәнлеген дә үҙләштер­ҙем. Бәлки, беҙгә лә ошо тәңгәлдә Көнбайыш Европанан өлгө алырға кәрәктер?
Мәҡәләм аҙағында юлдарҙа машиналар өҫтөнән осҡан ҡоштар тураһындағы күҙәтеү­ҙәрем менән дә уртаҡлаш­маҡсымын. Ҡарға, сәүкә, һайыҫҡан, аҡсарлаҡ, ҡарсыға, хатта төйлөгәнгә тиклем ни сәбәптәндер трассала тик машиналар өҫтөнән кәйелә, ә юлда күпме үле ҡош кәүҙәләре туҙып ята! Былар мине уйланырға мәжбүр итте һәм ниндәйҙер яуап тапҡандай булдым кеүек: баҡһаң, кешеләр юлда ҡоштарға аҙыҡ ҡалдығын ташлай икән. Ә улар шуға алдана ла, тәбиғи ғәҙәттәрен онотоп, бөжәк, селәүсен эҙләйһе урынға юл ситендә ризыҡ көтөп ултыра һәм аңғармаҫтан машина ҡорбанына әйләнә. Юлда машина тәҙрәһенән һағыҙҙарығыҙҙы ла ташламағыҙ, зинһар, ҡоштар шуны суҡый ҙа йота алмай һәләк була.
Ҡыҫҡаһы, юлдағы тәртип үҙебеҙгә бәйле: сүп-сарығыҙҙы, ҡалдыҡ-боҫтоҡ ризыҡтары­ғыҙҙы полиэтилен тоҡсайға һалып алығыҙ ҙа кемптағы махсус һауытҡа ташлап китегеҙ. Күпме ҡош иҫән ҡаласаҡ. Шулай итеүегеҙгә ышанам, рәхмәт.





Вернуться назад