Әллә аҡрынлап һарыға һабыша башлаған япраҡтар, әллә көн билбауының тәүлек һайын ҡыҫҡара барыуы күңелдә барыбер моңһоулыҡ уята. Ә бит йәйҙең тәҡәтһеҙ эҫе булыуына ҡарамаҫтан, яҙғы ҡояшты, нурға ҡойонған урмандарҙы, ауылдың шаулашып һабанға йыйыныуын иртә көҙҙән һағына башларбыҙ әле... Ауыл тигәндән, төптәнерәк уйлағанда, үҙендә тәрән мәғәнә йөрөтә ул. Владимир Даль аңлатыуынса, баҫыу, ер тип тә ҡабул ителә ала. Рус телендәге “деревня” һүҙе орфография буйынса ла, үҙенең эске мәғәнәһе менән дә “дерево” һүҙенә яҡын тора. Ағас – иң ҙур һәм буйсан үҫемлек, ул тамырынан бер үҙәк ебәрә, ә үҙәк үҙе уға ныҡлыҡ һәм ҡеүәт биреүсе туҡымаларҙан тора.
Ошо образ ауыл тормошоноң боронғо ғаилә традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе бик һәйбәт тасуирлай кеүек. Тырышып һәм арыу-талыу белмәй эшләү, үҙ ерен һөйөү һәм ҡурсалау, тормошҡа һәм тәбиғәткә ҡарата итәғәтле һәм сабыр булыу кеүек гүзәл, быуаттар төпкөлөнән килгән сифаттар хас ауыл кешеләренә. Улар һәр халыҡта ла телде, юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм традицияларҙы төп һаҡлаусы булып ҡала.
Заманы шулайҙыр инде, ауыл тураһында хисләнеп уйланып ултырғанда ла һүҙ ихтыярһыҙҙан сәйәсәт яғына боролорға әҙер тора. Рәсми сығыштарҙа нисә ауылға газ үтеүе, тигеҙ юлдар килеүе, урамдарҙағы батҡаҡтарҙың хәтерҙә генә ҡала барыуы тураһында әйтергә онотмайҙар. Бер мәл ауыл, шағирҙар, композиторҙар “аһ!” итә торған романтикаһынан арына барып, ҡаласа йәшәргә ынтылыусы субъект рәүешенә әйләнә башлағайны. Әммә ауылда матди етештереү бөтә барғанда, хатта оло ауылдарҙың да йәшәү-йәшәмәүе йәнә икеләнеү тыуҙырғанда әлеге маһайыулы ниәттәр һүрелде. Ҡала ысынбарлығы әшәкелектәренең ауыл еренә бик тиҙ күсә барыуы һәм ундағы йәш-елкенсәктең донъяға ҡарашына, психологияһына емергес йоғонто яһауы, әлбиттә, икенсе тема, ләкин был үҙгәрештәр һәммәбеҙҙе лә хафаға һалырға тейеш.
Һабантуйҙар, шәжәрә байрамдары, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” осрашыуҙары атайсалдарыбыҙҙың күңелһеҙләнә барған тормошона бер ни ҡәҙәр йән өргәндәй. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Матур ауыл” конкурсы ла дәртле ауылдарҙы йәнә бер ҡуҙғатып ебәргәйне. Хәҙер ошо һәйбәт башланғысты, “Алтын бишек” атамаһы менән, Рәсәй-Башҡортостан каналы дауам итергә булды. Шул уҡ ваҡытта байрам-осрашыуҙарҙың асылы ауыл урамдарын сүп-сарҙан таҙартыу, баҡса текмәләрен буяу-һипләү тип ябайлаштырып ҡына ҡабул ителмәһен ине. Һүҙ туғанлыҡ, яҡташлыҡ традицияларын яңыртыу, яҡынлыҡты раҫлау, ошоноң аша рухыбыҙҙы сафландырыу тураһында бара. Хәҙер күңел нуры, иман тураһында урынлы-урынһыҙ һүҙ ҡуйыртыу ғәҙәткә инде. Халыҡты иманға ҡайтарыу өсөн мәсеттәр күтәреп ҡуйыу ғына етмәй, ауылға ысын мәғәнәһендәге мәҙәниәт усағы булырҙай клуб менән китапхана ла мотлаҡ кәрәк. Күркәм һарайҙар район үҙәктәрендә, мәҙәниәт йорттары, китапханалар ҙур ауылдарҙа төҙөлһә лә, кескәй ауылдар донъяуи мәҙәни тормоштан ситтә ҡала, ауыл халҡы йортона бикләнә, уның донъя менән аралашыуы телевизор экраны менән сикләнә. Ә теледонъяның ни ҡәҙәр хәүефле булыуын хәҙер аңлайбыҙ. Ауыл ерендә сәмле кешеләр, матур йәшәргә ихлас ынтылған ғаиләләр күбәйә. Унда колхоз менталитетлы түгел, бәлки йүнсел йәштәр быуын нығыта. Уларға дәүләттең иғтибары кәрәк.
Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында июль башында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” хәрәкәтенең башланыуына илле йыл тулыуға арналған ғәйәт күркәм осрашыу үтте, һәм уның рухы нәҡ әлеге тезисты раҫланы ла инде.
Уңған кешеләр, әлбиттә, һәр тарафта бар. Элегерәк ундайҙарҙы мин тыуған Әбйәлилемдә лә, Баймаҡта ла, Илештә лә, Ейәнсурала ла, Миәкә менән Дәүләкәндә лә – аяҡ баҫҡан еремдең барыһында ла осрата йөрөнөм. Дәүләттән һәм йәмғиәттән бер ниндәй ҙә ярҙам көтмәй, етем-еһерҙе алып тәрбиәләгән, ҡарт-ҡороға терәк булған, яңғыҙ үҙе йөҙҙәрсә төп ағас һәм ҡыуаҡ үҫтергән кешеләрҙе беләм. Илеш районының Аҡкүҙ ауылында ғүмер кисергән Әҙһәм Миңлекәев атлы ағай – шундайҙарҙың береһе. Ошо мәлдә Белорет ҡалаһын төньяҡ-көнбайыштан ҡаплап торған Мәйәрҙек тауы битләүендә көрәк-кәйлә менән генә биш саҡрымлыҡ йүгереү юлы һалған Василий Оголихин ҡарт иҫкә төштө. Шул уҡ ваҡытта күп кенә ауылдарҙа, текмә үткәргән хәлдә лә, йорт алдына, ихатаға ағас-маҙар ултыртыуҙы артыҡ мәшәҡәт тип һанайҙар.
Ағас, сәскәләр, еләк-емеш, йәшелсә үҫтермәгән йорт-ер хужаларын, ғөмүмән, аңлауы мөмкин түгел.
Ағас сабый менән бер. Һәр ағас төрөнөң үҙ талабы, үҙ көйө һәм үҙе генә ерегер урыны була. Әҙәм балаһының үҙ ғүмерендә мотлаҡ үтәргә тейешле бурыстары араһында ағас үҫтереүҙең булыуын да хәтергә алғанда, был эштең әхлаҡи әһәмиәтен баһалауы ауыр түгел. Беҙ ҙә, еңгәгеҙ менән, олоғайған көнөбөҙҙә Әбйәлил районың Ташбулат ауылындағы Теләк тауы битләүенә күтәрелгән йортобоҙ тирәһенә йөҙләп төп ағас ултырттыҡ. Утығып, үҫеп китһәләр, балаларға, туғандарға беҙҙән бер иҫтәлек булыр. Ағасҡа – тере йән, ә урманға йәнле организм итеп ҡарау өсөн ошо тәбиғи феномендың асылын йөрәгең аша үткәрергә кәрәк. “Урманды китап рәүешендә уҡыу өсөн тәүҙә ағас остарына күҙ ташламаҫҡа, ә, эйелеп, аҫтағы ваҡ-төйәккә илтифат итергә кәрәк. Гел генә юғарыға ҡарарға ынтылғас, был еңел эш түгел. Аяҡ аҫтына яратып һәм ҡыуанып ҡарау теләге тыуһын өсөн үҙең байтаҡ нәмәне кисерергә тейешһең...” Әйткәндәрҙе урмандың иң оло дуҫтарының береһе яҙыусы Михаил Пришвин аманат итеп ҡалдырған.
Эш, бәлки, аманатта ла түгелдер. Йәшеллеккә күмелеп ултырыусы ауыл-ҡалаларҙа ғүмер кисереү үҙе бер хозурлыҡ бит. Дәрт булғас, ана, Стәрлетамаҡ ҡалаһы властары ла, халҡы ла, ҙур-ҙур сәнәғәт предприятиеларының ҡала уртаһында уҡ булыуына ҡарамаҫтан, ҡаланы гөл-баҡса итеп йәшәй.
Ҡыҙғаныс, әммә Өфө, төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәре алып барылыу менән бер рәттән, Рәсәйҙә ҡасандыр иң йәшел ҡалалар иҫәбендә йөрөүен онотто. Бер йылда ғына, урамдарҙы киңәйтеү барышында, йөҙҙәрсә төп йүкә ҡырҡып ташланды. Ғөмүмән, квартал, йорт араларында йөрөп ял итерлек, балалар уйнарлыҡ урындар һаман аҙыраҡ.
Республиканың хәҙер ҡайһы тарафына юлланма, унда барып етеү ауыр түгел. Их, әгәр шул юл ситтәрен, шыҡһыҙ яланғас тау битләүҙәрен Туймазы яҡтарындағыса ағас менән күмгәндә! Ҡарар күҙгә лә йәмле, һауа ла саф була бит инде. Германияла шахта, карьер отвалдарын ағас, үлән менән ҡаплауҙарын, әлеге карьерҙарҙы күлгә әүерелдереүҙәрен күргәнем булды. Беҙҙә иһә аҡтарып ташланған урындар, ерҙең йәрәхәтен асып, ҡурҡыныс булып ята. Әбйәлил районында Асҡар – Амангилде, Асҡар – Таштимер араларын үткәндә шундай яралар әкиәти тәбиғәтте йәмһеҙләй. Ташын, балсығын, ҡомон алғандан һуң ошо урынды тәртипкә килтереү – рекультивация – законда ҡаралһа ла, һәр кемдең рухи ихтыяжына әйләнмәгән.
Ҡалала йәшәүселәрҙе һис кәмһетеүҙән түгел, ләкин башҡорт ҡәүеменең генофонды ауыл ерендә булыуын да инҡар итеп булмай. Яҙыусылар, композиторҙар, журналистар, башлыса, ауылда тыуып буй еткергән. Ғалимдар хатта ауыл балаларының һәләтлерәк булыуын раҫлай. Ә инде егәрлелек, һүҙгә тоғролоҡ, инсафлылыҡ – ауыл ерендә быуындан быуынға бирелеп килә торған күркәм сифаттар. Ауылға, тыуған төйәккә арналған шиғыр, йырҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Үҙ яғыңды һағыныу, уны юҡһынып йырлау – тәбиғи, һәр кем өсөн таныш тойғо. Ләкин ошо мәсьәлә буйынса ла бер фекер әйтке килә.
Кеше ҡайҙа ғына йөрөһә лә һәм күпме ваҡыт уҙһа ла, үҙ тамырҙарынан айырыла алмай. Үҫеп, уҡып, ҙур вазифаларға үрләп, тыуған ауылына ярҙам ҡулы һуҙып йәшәүсе кешеләр байтаҡ. Шул йәһәттән Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында буй еткереп, өс юғары уҡыу йортон тамамлап, күп йылдар республика ауыл хужалығы министры, Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары, Президент Хакимиәте етәксеһе булып эшләгән Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовты хәтергә алыр инем. Уҙаман, олоғайһа ла, әле булһа Бөрйәненең хәстәрҙәре менән йәшәй. Әйтерһең, атайсалы – уның бер йәне.
Әлбиттә, һәр кемдең дә форсаты берҙәй үк була алмай. Әммә ауылың ҡайсаҡ һинең тел ярҙамыңа, рухи мохтажлыҡ кисерә. “Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа...” йәки “Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма” тип өҙөлөп йөрөгәнсе, уны, бәлки, йышыраҡ эшләргә генә кәрәктер. Ошондай өмөт-һыҡрауҙар менән йәшәүселәрҙең хәтеренә халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың: “Автобустар гөжләп йөрөп тора, ҡайтығыҙ һуң, дуҫтар, кем тота?” – тигән һүҙҙәрен төшөргө килә.
Ауылдар ҙа, урмандар ҙа, замана дауылдарынан ҡағыла-һуғыла, юғалтыуҙар һәм ҡазалар аша, ғүмерен дауам итергә тырыша. Миңә бөйөк рус яҙыусыһы Иван Тургеневтың имениеһы Спасское-Лутовиновола ла, Ҡырымдағы Никитский ботаника баҡсаһында ла, бүтән шундай гүзәл төбәктәрҙә лә булырға насип итте. Тургеневты хәтерләгән ҡарт имәндәр ауа, барса ҡитғаларҙағы үҫемлектәрҙе үҙенә туплап, ике йөҙ гектарға йәйелеп ятҡан Никитский баҡсаһы биш-алты йыл элек янып китте. Үҙебеҙҙең Өфөләге Непейцево дендрология паркы ла үлем хәлендә. Хоҙай биргән һәм элекке быуындар хеҙмәте менән булдырылған хазинаны ниңә һаҡламайбыҙҙыр, шул хайран ҡалдыра. Рәсәйҙә, донъяла шундай урындар бар, унда ғүмереңдә бер генә булһа ла барып, Ватаның менән ниндәй тәрән тамырҙар аша тоташҡаныңды тойоп, халыҡтың бөйөк рухи мираҫына табынып ҡайтҡы килә. “Рәсәй беҙҙең һәр беребеҙһеҙ йәшәй алыр ул, әммә беребеҙ ҙә унһыҙ йәшәй алмабыҙ... Халыҡсан булмаһаң, матурлыҡ та, хәҡиҡәт тә, тормош та – бер нәмә лә юҡ”. Быны ла Тургенев әйткән.
...Көҙ етә. Ғүмер көҙө түгел, бәлки сираттағы йылдың ваҡыт эңере генә. Әҙәм балаһы шулай, көҙөн – яҙҙы, ҡышын йәйҙе һағынып йәшәй. Күшектергес ямғырҙар, уҫал бурандар уҙыр әле. Кәкүкле йәй тағы килер. Ғүмер булһа, тормоштоң дауам итеүен йәнә күрербеҙ...
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.