Ҡаланың тауығы булғансы, ауылдың әтәсе бул30.08.2016
Ҡаланың тауығы булғансы,  ауылдың әтәсе бул Әллә аҡрынлап һарыға һабыша башлаған япраҡтар, әллә көн билбауының тәүлек һайын ҡыҫҡара барыуы күңелдә барыбер моңһоулыҡ уята. Ә бит йәйҙең тәҡәтһеҙ эҫе булыуына ҡарамаҫтан, яҙғы ҡояшты, нурға ҡойонған урмандарҙы, ауылдың шаулашып һабанға йыйыныуын иртә көҙҙән һағына башларбыҙ әле...


Ауыл тигәндән, төптәнерәк уйла­ғанда, үҙендә тәрән мәғәнә йөрөтә ул. Владимир Даль аңлатыуынса, баҫыу, ер тип тә ҡабул ителә ала. Рус те­лендәге “деревня” һүҙе орфография буйынса ла, үҙенең эске мәғәнәһе менән дә “дерево” һүҙенә яҡын тора. Ағас – иң ҙур һәм буйсан үҫемлек, ул тамырынан бер үҙәк ебәрә, ә үҙәк үҙе уға ныҡлыҡ һәм ҡеүәт биреүсе туҡымаларҙан тора.
Ошо образ ауыл тормо­шо­ноң боронғо ғаилә традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ғаи­ләләге мөнә­сәбәттәрҙе бик һәйбәт тасуирлай кеүек. Тырышып һәм арыу-талыу бел­мәй эшләү, үҙ ерен һөйөү һәм ҡурсалау, тормошҡа һәм тәби­ғәткә ҡарата итәғәтле һәм сабыр булыу кеүек гүзәл, быуаттар төпкөлөнән килгән сифаттар хас ауыл кеше­ләренә. Улар һәр халыҡта ла телде, юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм традицияларҙы төп һаҡлаусы булып ҡала.
Заманы шулайҙыр инде, ауыл тураһында хисләнеп уйланып ул­тыр­ғанда ла һүҙ ихтыярһыҙҙан сәйәсәт яғына боролорға әҙер тора. Рәсми сығыштарҙа нисә ауылға газ үтеүе, тигеҙ юлдар килеүе, урам­дарҙағы батҡаҡтарҙың хәтерҙә генә ҡала барыуы тураһында әйтергә онотмай­ҙар. Бер мәл ауыл, шағир­ҙар, композиторҙар “аһ!” итә торған романтикаһынан арына барып, ҡаласа йәшәргә ынтылыусы субъект рәүешенә әйләнә башла­ғайны. Әммә ауылда матди етеш­тереү бөтә бар­ғанда, хатта оло ауыл­дарҙың да йәшәү-йәшәмәүе йәнә икеләнеү тыуҙырғанда әлеге маһа­йыулы ниәттәр һүрелде. Ҡала ысынбарлығы әшәкелек­тәренең ауыл еренә бик тиҙ күсә барыуы һәм ундағы йәш-елкенсәктең донъяға ҡара­шына, психологияһына емергес йоғонто яһауы, әлбиттә, икенсе тема, ләкин был үҙгәрештәр һәммәбеҙҙе лә хафаға һалырға тейеш.
Һабантуйҙар, шәжәрә байрамдары, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” осра­шыу­ҙары атай­салдарыбыҙҙың күңелһеҙләнә барған тормошона бер ни ҡәҙәр йән өргәндәй. Баш­ҡорт­остан юлдаш телеви­дение­һының “Матур ауыл” конкурсы ла дәртле ауылдарҙы йәнә бер ҡуҙ­ғатып ебәр­гәйне. Хәҙер ошо һәйбәт башлан­ғысты, “Алтын бишек” ата­маһы менән, Рәсәй-Башҡортостан каналы дауам итергә булды. Шул уҡ ваҡытта байрам-осра­шыуҙарҙың асылы ауыл урамдарын сүп-сарҙан таҙартыу, баҡса текмәләрен буяу-һипләү тип ябайлаштырып ҡына ҡабул ителмәһен ине. Һүҙ туғанлыҡ, яҡташлыҡ традицияларын яңыртыу, яҡын­лыҡты раҫлау, ошоноң аша ру­хыбыҙҙы сафландырыу тура­һында бара. Хәҙер күңел нуры, иман тураһында урынлы-урынһыҙ һүҙ ҡуйыртыу ғәҙәткә инде. Халыҡты иманға ҡайтарыу өсөн мәсеттәр күтә­реп ҡуйыу ғына етмәй, ауылға ысын мәғәнәһендәге мәҙәниәт усағы булырҙай клуб менән китапхана ла мотлаҡ кәрәк. Күркәм һарайҙар район үҙәктә­рендә, мәҙәниәт йорттары, китапханалар ҙур ауылдарҙа төҙөлһә лә, кескәй ауылдар донъяуи мәҙәни тормоштан ситтә ҡала, ауыл халҡы йортона бикләнә, уның донъя ме­нән аралашыуы телевизор экраны менән сикләнә. Ә теле­донъяның ни ҡәҙәр хәүефле булыуын хәҙер аңлайбыҙ. Ауыл ерендә сәмле кешеләр, матур йәшәргә ихлас ынтылған ғаиләләр күбәйә. Унда колхоз менталитетлы түгел, бәлки йүн­сел йәштәр быуын нығыта. Улар­ға дәүләттең иғтибары кәрәк.
Әбйәлил районының Ҡаҙ­маш ауылында июль башында “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!” хәрәкәтенең башланыуына илле йыл тулыуға арналған ғәйәт күркәм осрашыу үтте, һәм уның рухы нәҡ әлеге тезисты раҫланы ла инде.
Уңған кешеләр, әлбиттә, һәр тарафта бар. Элегерәк ундай­ҙарҙы мин тыуған Әбйәли­лемдә лә, Бай­маҡта ла, Илеш­тә лә, Ейәнсурала ла, Миәкә менән Дәүләкәндә лә – аяҡ баҫҡан еремдең барыһында ла осрата йөрөнөм. Дәүләттән һәм йәмғиәттән бер ниндәй ҙә ярҙам көтмәй, етем-еһерҙе алып тәрбиә­ләгән, ҡарт-ҡороға терәк булған, яңғыҙ үҙе йөҙҙәрсә төп ағас һәм ҡыуаҡ үҫтергән кешеләрҙе беләм. Илеш районының Аҡкүҙ ауылында ғүмер кисергән Әҙһәм Миңлекәев атлы ағай – шун­дайҙарҙың береһе. Ошо мәлдә Белорет ҡалаһын төньяҡ-көн­байыштан ҡаплап торған Мә­йәр­ҙек тауы битләүендә көрәк-кәйлә менән генә биш саҡрым­лыҡ йүгереү юлы һалған Василий Оголихин ҡарт иҫкә төштө. Шул уҡ ваҡытта күп кенә ауылдарҙа, текмә үткәргән хәлдә лә, йорт алдына, ихатаға ағас-маҙар ултыртыуҙы артыҡ мәшәҡәт тип һанайҙар.
Ағас, сәскәләр, еләк-емеш, йәшелсә үҫтермәгән йорт-ер хужаларын, ғөмүмән, аңлауы мөмкин түгел.
Ағас сабый менән бер. Һәр ағас төрөнөң үҙ талабы, үҙ көйө һәм үҙе генә ерегер урыны була. Әҙәм балаһының үҙ ғүмерендә мотлаҡ үтәргә тейешле бурыстары ара­һында ағас үҫтереүҙең булыуын да хәтергә алғанда, был эштең әхлаҡи әһәмиәтен баһалауы ауыр түгел. Беҙ ҙә, еңгәгеҙ менән, олоғайған көнөбөҙҙә Әбйәлил районың Ташбулат ауылындағы Теләк тауы битлә­үенә күтәрелгән йортобоҙ тирә­һенә йөҙләп төп ағас ултырт­тыҡ. Утығып, үҫеп китһәләр, бала­ларға, туғандарға беҙҙән бер иҫтәлек булыр. Ағасҡа – тере йән, ә урманға йәнле организм итеп ҡарау өсөн ошо тәбиғи феномендың асылын йөрәгең аша үткәрергә кәрәк. “Урманды китап рәүешендә уҡыу өсөн тәүҙә ағас остарына күҙ ташламаҫҡа, ә, эйелеп, аҫтағы ваҡ-төйәккә илтифат итергә кәрәк. Гел генә юғарыға ҡарарға ынтылғас, был еңел эш түгел. Аяҡ аҫтына яратып һәм ҡыуанып ҡарау теләге тыуһын өсөн үҙең байтаҡ нәмәне кисерергә тейешһең...” Әйткәндәрҙе урмандың иң оло дуҫтарының береһе яҙыусы Михаил Пришвин аманат итеп ҡалдырған.
Эш, бәлки, аманатта ла түгелдер. Йәшеллеккә күмелеп ултырыусы ауыл-ҡалаларҙа ғүмер кисереү үҙе бер хозурлыҡ бит. Дәрт булғас, ана, Стәрлетамаҡ ҡалаһы влас­тары ла, халҡы ла, ҙур-ҙур сәнәғәт предприя­тиеларының ҡала уртаһында уҡ булыуына ҡарамаҫтан, ҡаланы гөл-баҡса итеп йәшәй.
Ҡыҙғаныс, әммә Өфө, төҙө­лөш һәм төҙөкләндереү эштәре алып барылыу менән бер рәттән, Рәсәйҙә ҡасандыр иң йәшел ҡалалар иҫәбендә йө­рөүен онотто. Бер йылда ғына, урамдарҙы киңәйтеү барышында, йөҙҙәрсә төп йүкә ҡырҡып ташланды. Ғөмүмән, квартал, йорт араларында йөрөп ял итерлек, балалар уйнарлыҡ урындар һаман аҙыраҡ.
Республиканың хәҙер ҡайһы тарафына юлланма, унда барып етеү ауыр түгел. Их, әгәр шул юл сит­тәрен, шыҡһыҙ яланғас тау бит­ләүҙәрен Туймазы яҡтарындағыса ағас менән күмгәндә! Ҡарар күҙгә лә йәмле, һауа ла саф була бит инде. Германияла шахта, карьер отвалдарын ағас, үлән менән ҡаплауҙарын, әлеге карьерҙарҙы күлгә әүерелде­реүҙәрен күргәнем булды. Беҙҙә иһә аҡтарып таш­ланған урындар, ерҙең йәрәхәтен асып, ҡурҡыныс булып ята. Әбйәлил районында Асҡар – Амангилде, Асҡар – Таштимер араларын үткәндә шундай яралар әкиәти тәбиғәтте йәмһеҙ­ләй. Ташын, балсығын, ҡомон алғандан һуң ошо урынды тәртипкә килтереү – рекультивация – законда ҡаралһа ла, һәр кемдең рухи ихтыяжына әйләнмәгән.
Ҡалала йәшәүселәрҙе һис кәм­һетеүҙән түгел, ләкин башҡорт ҡәүеменең генофонды ауыл ерендә булыуын да инҡар итеп булмай. Яҙыусы­лар, композиторҙар, журналис­тар, башлыса, ауылда тыуып буй еткергән. Ғалимдар хатта ауыл балаларының һәләтлерәк булыуын раҫлай. Ә инде егәрлелек, һүҙгә тоғролоҡ, инсафлылыҡ – ауыл ерендә быуындан быуынға бирелеп килә торған күркәм сифаттар. Ауылға, тыуған төйәккә арнал­ған шиғыр, йырҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Үҙ яғыңды һағыныу, уны юҡһынып йырлау – тәбиғи, һәр кем өсөн таныш тойғо. Ләкин ошо мәсьәлә буйынса ла бер фекер әйтке килә.
Кеше ҡайҙа ғына йөрөһә лә һәм күпме ваҡыт уҙһа ла, үҙ тамыр­ҙарынан айырыла алмай. Үҫеп, уҡып, ҙур вазифа­ларға үрләп, тыуған ауылына ярҙам ҡулы һуҙып йәшәүсе кешеләр байтаҡ. Шул йәһәттән Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында буй еткереп, өс юғары уҡыу йортон тамамлап, күп йылдар республика ауыл хужалығы министры, Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урын­баҫары, Президент Хакимиәте етәксеһе булып эшләгән Исмәғил Әхмә­ҙулла улы Ғәбитовты хәтергә алыр инем. Уҙаман, олоғайһа ла, әле булһа Бөрйәненең хәстәрҙәре менән йәшәй. Әйтерһең, атайсалы – уның бер йәне.
Әлбиттә, һәр кемдең дә форсаты берҙәй үк була алмай. Әммә ауылың ҡайсаҡ һинең тел ярҙамыңа, рухи мохтажлыҡ кисерә. “Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа...” йәки “Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма” тип өҙөлөп йөрөгәнсе, уны, бәлки, йышыраҡ эшләргә генә кәрәк­тер. Ошондай өмөт-һыҡрауҙар менән йәшәүсе­ләрҙең хәтеренә халыҡ шағиры Әнғәм Атна­баевтың: “Автобустар гөжләп йөрөп тора, ҡайтығыҙ һуң, дуҫтар, кем тота?” – тигән һүҙҙәрен төшөргө килә.
Ауылдар ҙа, урмандар ҙа, замана дауылдарынан ҡағыла-һуғыла, юғал­тыуҙар һәм ҡазалар аша, ғүмерен дауам итергә тырыша. Миңә бөйөк рус яҙыусыһы Иван Турге­невтың имениеһы Спасское-Лутовиновола ла, Ҡырымдағы Никитский ботаника баҡсаһын­да ла, бүтән шундай гүзәл төбәктәрҙә лә булырға насип итте. Тургеневты хәтерләгән ҡарт имәндәр ауа, барса ҡитғаларҙағы үҫемлектәрҙе үҙенә туплап, ике йөҙ гектарға йәйелеп ятҡан Никитский баҡсаһы биш-алты йыл элек янып китте. Үҙебеҙҙең Өфөлә­ге Непейцево дендрология паркы ла үлем хәлендә. Хоҙай биргән һәм элекке быуындар хеҙмәте менән булдырылған хазинаны ниңә һаҡламайбыҙ­ҙыр, шул хайран ҡалдыра. Рәсәйҙә, донъяла шундай урындар бар, унда ғүме­реңдә бер генә булһа ла барып, Ватаның менән ниндәй тәрән тамырҙар аша тоташҡаныңды тойоп, халыҡтың бөйөк рухи мираҫына табынып ҡайтҡы килә. “Рәсәй беҙҙең һәр беребеҙһеҙ йәшәй алыр ул, әммә беребеҙ ҙә унһыҙ йәшәй алмабыҙ... Халыҡсан булма­һаң, матурлыҡ та, хәҡиҡәт тә, тормош та – бер нәмә лә юҡ”. Быны ла Тургенев әйткән.
...Көҙ етә. Ғүмер көҙө түгел, бәлки сираттағы йылдың ваҡыт эңере генә. Әҙәм балаһы шулай, көҙөн – яҙҙы, ҡышын йәйҙе һағынып йәшәй. Күшектергес ямғырҙар, уҫал бурандар уҙыр әле. Кәкүкле йәй тағы килер. Ғүмер булһа, тормоштоң дауам итеүен йәнә күрербеҙ...

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Вернуться назад