Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ваҡытында түләмәһәң, штраф арта
2016 йылдың 3 октябренән хеҙмәт хаҡын ваҡытында йә бөтөнләй түләмәгән эш биреүселәргә штраф күләме арттырыла.

“Рәсәй Федерацияһының админис­тратив тәртип боҙоу кодексы”ның 5.27 статьяһына индерелгән үҙгә­реш­тәргә ярашлы, хеҙмәт хаҡын, эш мөнәсәбәт­тәре сиктәрендәге башҡа түләүҙәрҙе бөтөнләй йә тейешле ваҡытында бир­мәгән, йә хеҙмәт ҡануниәтендә күр­һәтелгән күләмдән әҙерәк түләгән хужаларға түбәндәгесә штрафтар ҡаралған:
– вазифа биләгәндәргә – 10 – 20 мең һум, яуаплылыҡҡа ҡабаттан тарттырылғанда – 20 – 30 мең һум. Бер – өс йылға квалификацияһынан мәхрүм ителеүе лә мөмкин;
– шәхси эшҡыуарҙарға – 1 – 5 мең һум, ҡабатланған осраҡта – 10 – 30 мең һум.
– ойошмаларға (юридик берәмек­тәргә) – 30 – 50 мең һум, ҡабатланған осраҡта – 50 – 100 мең һум.
Ҡабул ителгән документ һөҙөмтә­һендә, “Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы”ның 136-сы, 236-сы статьяларына үҙгәрештәр индерелде. Яңы талаптар күҙ көсөнә ингәс, эш хаҡын тейешле күләмдә һәм ваҡы­тында алыу буйынса судҡа мөрәжәғәт итеү ваҡыты элеккесә өс ай түгел, бер йыл буласаҡ.

Белешмә:
“Башҡортостанстат” мәғлүмәт­тәренән күренеүенсә, 2016 йылдың 1 июленә ҡарата республикалағы өс ойошмала 272 эшсегә түләнмәгән бурыс 4321 мең һум тәшкил итә. Ете ай эсендә был һан 1,4 тапҡырға, йәғни 1138 мең һумға артҡан.


Юрист түгел, табип, эшселәр кәрәк

– 2015 йылда республиканың юғары уҡыу йортон тамамлағандарҙың 75 проценты эшкә урынлашҡан, – тип белдерҙе хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Интерфакс” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында.

Ә бына әле генә ҡулдарына диплом алған хоҡуҡ белгестәре, иҡтисадсы­лар, менеджерҙар хеҙмәт урыны табыуҙа ҡыйынлыҡ кисерә. Әйткәндәй, 2015 йылдан йәштәрҙең мәшғүллек механизмы иһә юғары уҡыу йорт­тарының түгел, ә Пенсия фонды мәғлүмәттәре, хеҙмәт хаҡы кимәле буйынса билдәләнә.
Ленара Хәким ҡыҙы әйтеүенсә, 2016 йылда илдең хеҙмәт баҙарына юғары һәм урта һөнәри белем алған ике миллиондан ашыу студент сығасаҡ, был һан былтырғы менән сағыш­тырғанда 9,2 процентҡа кәмерәк. Фармация, клиник медицина, шәфҡәт туташы белгестәре буйынса урта белемгә эйә булғандарға ихтыяж ҙур. Техник йүнәлештә уҡып сыҡҡандар ҙа эште ярайһы уҡ тиҙ таба. Һәр ва­ҡыттағыса эшселәргә, IT-белгестәргә һорау ҙур. Киләсәктә ҡатнаш профес­сияға, йәғни мәғлүмәт технологияларын яҡшы үҙләштергән табиптарға йә бер нисә сит тел белгән офи­цианттарға ихтыяж артыуы мөмкин, тип фаразлай Ленара Иванова.


Тәбиғәт һауаһы –
үҙе дауа


Ҡариҙел районында балаларҙың йәйге ялын үткәреү, уларҙы физик яҡтан әҙерләү, сәләмәтлеген нығытыу кампанияһы әүҙем эшләй. Быйыл унда республиканың Көрәш сәнғәте союзы тарафынан үҙенсәлекле лагерь ойошторолдо.

Йәй башында уҡ Союздың етәксе­леге район хакимиәтенә Ҡариҙел ерендә спорт лагерын йәйелдереү ниәте менән сыға. Урындағы етәкселек уны “Урман” туристик базаһында ойоштороу мөмкинлеген хәстәрләй, күнекмәләр өсөн майҙан төҙөүҙә, юлдарҙы тигеҙләүҙә финанс ярҙам күрһәтә.
Лагерҙа бер меңдән ашыу бала ялын күркәм, файҙалы итеп үткәреү мөмкинлегенә эйә. Ундағы спортсы­ларҙың йәше 6-нан 18-гәсә булһа ла, күнекмәләр графигы хас та өлкән­дәрҙеке кеүек. Көн тәртибенә ярашлы, иртәнге, көндөҙгө һәм киске күнекмә­ләр спорт уйындары, ял, ашау менән ҡатнаш бара. Майҙандарҙа көрәш сәнғәтенең төрлө йүнәлеш­тәрендә камиллашыу өсөн барлыҡ шарттар бул­дырылған. Һыу инеү, мә­ҙәни сара­ларҙа ҡатнашыу, тирә-яҡ­тағы тәбиғәт­тең хозурлығы спортсы­ларҙың ялына дәрт-дарман өҫтәмәй ҡалмай. Лагерҙа спортҡа яңы аяҡ баҫҡандар ҙа, бығаса төрлө бәйге­ләр­ҙә ҡатнашып еңеүҙәргә өлгәш­кәндәр ҙә бар. Улар бынан көс, сәлә­мәтлек, сағыу тәьҫораттар туплап ҡайтмаҡсы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә