Ваҡытында түләмәһәң, штраф арта02.08.2016
2016 йылдың 3 октябренән хеҙмәт хаҡын ваҡытында йә бөтөнләй түләмәгән эш биреүселәргә штраф күләме арттырыла.
“Рәсәй Федерацияһының административ тәртип боҙоу кодексы”ның 5.27 статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хеҙмәт хаҡын, эш мөнәсәбәттәре сиктәрендәге башҡа түләүҙәрҙе бөтөнләй йә тейешле ваҡытында бирмәгән, йә хеҙмәт ҡануниәтендә күрһәтелгән күләмдән әҙерәк түләгән хужаларға түбәндәгесә штрафтар ҡаралған:
– вазифа биләгәндәргә – 10 – 20 мең һум, яуаплылыҡҡа ҡабаттан тарттырылғанда – 20 – 30 мең һум. Бер – өс йылға квалификацияһынан мәхрүм ителеүе лә мөмкин;
– шәхси эшҡыуарҙарға – 1 – 5 мең һум, ҡабатланған осраҡта – 10 – 30 мең һум.
– ойошмаларға (юридик берәмектәргә) – 30 – 50 мең һум, ҡабатланған осраҡта – 50 – 100 мең һум.
Ҡабул ителгән документ һөҙөмтәһендә, “Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы”ның 136-сы, 236-сы статьяларына үҙгәрештәр индерелде. Яңы талаптар күҙ көсөнә ингәс, эш хаҡын тейешле күләмдә һәм ваҡытында алыу буйынса судҡа мөрәжәғәт итеү ваҡыты элеккесә өс ай түгел, бер йыл буласаҡ.
Белешмә:
“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 2016 йылдың 1 июленә ҡарата республикалағы өс ойошмала 272 эшсегә түләнмәгән бурыс 4321 мең һум тәшкил итә. Ете ай эсендә был һан 1,4 тапҡырға, йәғни 1138 мең һумға артҡан.
Юрист түгел, табип, эшселәр кәрәк
– 2015 йылда республиканың юғары уҡыу йортон тамамлағандарҙың 75 проценты эшкә урынлашҡан, – тип белдерҙе хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Интерфакс” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында.
Ә бына әле генә ҡулдарына диплом алған хоҡуҡ белгестәре, иҡтисадсылар, менеджерҙар хеҙмәт урыны табыуҙа ҡыйынлыҡ кисерә. Әйткәндәй, 2015 йылдан йәштәрҙең мәшғүллек механизмы иһә юғары уҡыу йорттарының түгел, ә Пенсия фонды мәғлүмәттәре, хеҙмәт хаҡы кимәле буйынса билдәләнә.
Ленара Хәким ҡыҙы әйтеүенсә, 2016 йылда илдең хеҙмәт баҙарына юғары һәм урта һөнәри белем алған ике миллиондан ашыу студент сығасаҡ, был һан былтырғы менән сағыштырғанда 9,2 процентҡа кәмерәк. Фармация, клиник медицина, шәфҡәт туташы белгестәре буйынса урта белемгә эйә булғандарға ихтыяж ҙур. Техник йүнәлештә уҡып сыҡҡандар ҙа эште ярайһы уҡ тиҙ таба. Һәр ваҡыттағыса эшселәргә, IT-белгестәргә һорау ҙур. Киләсәктә ҡатнаш профессияға, йәғни мәғлүмәт технологияларын яҡшы үҙләштергән табиптарға йә бер нисә сит тел белгән официанттарға ихтыяж артыуы мөмкин, тип фаразлай Ленара Иванова.
Тәбиғәт һауаһы –
үҙе дауа
Ҡариҙел районында балаларҙың йәйге ялын үткәреү, уларҙы физик яҡтан әҙерләү, сәләмәтлеген нығытыу кампанияһы әүҙем эшләй. Быйыл унда республиканың Көрәш сәнғәте союзы тарафынан үҙенсәлекле лагерь ойошторолдо.
Йәй башында уҡ Союздың етәкселеге район хакимиәтенә Ҡариҙел ерендә спорт лагерын йәйелдереү ниәте менән сыға. Урындағы етәкселек уны “Урман” туристик базаһында ойоштороу мөмкинлеген хәстәрләй, күнекмәләр өсөн майҙан төҙөүҙә, юлдарҙы тигеҙләүҙә финанс ярҙам күрһәтә.
Лагерҙа бер меңдән ашыу бала ялын күркәм, файҙалы итеп үткәреү мөмкинлегенә эйә. Ундағы спортсыларҙың йәше 6-нан 18-гәсә булһа ла, күнекмәләр графигы хас та өлкәндәрҙеке кеүек. Көн тәртибенә ярашлы, иртәнге, көндөҙгө һәм киске күнекмәләр спорт уйындары, ял, ашау менән ҡатнаш бара. Майҙандарҙа көрәш сәнғәтенең төрлө йүнәлештәрендә камиллашыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Һыу инеү, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу, тирә-яҡтағы тәбиғәттең хозурлығы спортсыларҙың ялына дәрт-дарман өҫтәмәй ҡалмай. Лагерҙа спортҡа яңы аяҡ баҫҡандар ҙа, бығаса төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып еңеүҙәргә өлгәшкәндәр ҙә бар. Улар бынан көс, сәләмәтлек, сағыу тәьҫораттар туплап ҡайтмаҡсы.