Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бала ла үҙен кеше тип атарға хоҡуҡлы
Бала ла үҙен кеше тип атарға хоҡуҡлыБашҡортостанда балалар һаны 800 меңдән артыҡ, был республика халҡының 22 проценты тигән һүҙ. Бәлиғ булмаған сабыйҙар аҫраған ғаиләләр 500 меңдән ашыу. Шундай ҙур ҡатламды киләсәктә үҙ төбәген һәм илен үҫтерә алырлыҡ итеп тәрбиәләй алабыҙмы, кескәй граждандарҙың ихтыяжы нисек ҡәнәғәтләндерелә?


Балалар тураһында хәстәрлек ғаилә­нең генә түгел, ә дәүләттең дә бурысы икәнлеге бәхәсһеҙ. Беҙҙең республикала ошо эштең нисек тормошҡа ашырылыуын контролдә тотоу Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә йөкмәтелгән. Мәғариф министрлығының, белем биреү учреж­дениеларының үҙ бурыстары булһа, вәкилдең төп эше – ҡануни шарттарҙың үтәлешен күҙәтеү.
– Был контролдең төп йүнәлештә­ренең береһе ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр менән эшләүгә ҡайтып ҡала, – ти Башҡортостандағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова. – Һуңғы биш йылда хаттар күбәйгәндән-күбәйә. 2011 йыл менән сағыштырғанда уларҙың һаны ике тапҡырға артты. Былтыр, мәҫәлән, граждандар беҙҙең вәкиллеккә 2 142 тапҡыр мөрәжәғәт итте, унан алдағы йылға ҡарағанда күрһәткес 16 процентҡа күберәк.
Килгән хаттар вәкиллек хеҙмәткәрҙә­ренә балалар донъяһындағы хәлдәрҙе анығыраҡ белеп торорға ярҙам итә, ундағы проблемалар буйынса һиҙгер үлсәгес ролен үтәй. Был өлкәлә нимәләр борсой һуң халыҡты?
Нигеҙҙә, улар тейешле матди ярҙам йәки ташлама юллауҙың ҡатмарлы булыуына, дәүләт власы һәм муниципаль органдарҙың был мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙыуына зарлана. Етемдәрҙең торлаҡҡа хоҡуғын тормошҡа ашырыу, ишле ғаиләләрҙе ер биләмәһе менән тәьмин итеү, ҡайһы бер йорттарҙа санитар-гигиена талаптарының күҙәтел­мәүе, сирле балаларҙы дарыу менән тәьмин итеүҙә килеп тыуған өҙөклөк, бәғзе ата-әсәнең алимент буйынса бурысын үтәмәүе, мәғариф учреждениеларында кескәй­ҙәрҙе физик һәм психик яҡтан йәберләү осраҡтары – ошо һәм башҡа күп төрлө сәбәптәр күрһәтелә бындай хаттарҙа. Юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ.
Беҙҙең илдә торлаҡ мәсьәләһе элек-электән киҫкен булды. Балалар хоҡуғын күҙәтеүҙе талап иткән яҙмаларҙың да 23 процентын ошо проблема алып тора (биш йыл элек хатта 32 процент ине). Мәҫәлән, муниципаль райондарҙың береһенән килгән хатта күп балалы һәм бер сабыйы инвалид булған ата-әсә торлаҡ мәсьәләһен тиҙ арала хәл итеүҙе үтенә. Авария хәлендә булған һәм оҙаҡламай һүтелергә тейешле йортта йәшәгән был ғаиләгә икенсе торлаҡ тәҡдим итәләр. Ләкин ул фатирҙың хатта тыштан инә торған ишеге лә булмай сыға, сантехникаһы һәм кухняһы ла юҡ, бүлмәләре лә ремонт талап итә. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил был торлаҡты барып тикшереп, уны йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип таба. Һөҙөмтәлә ғаиләгә өс бүлмәле фатир бирәләр. Бынан тыш, ғариза яҙған әсәне социаль торлаҡҡа мохтаждарҙың сиратһыҙ исемлегенә индерәләр.
Шул уҡ мәсьәлә буйынса тағы бер миҫал. Вәкиллеккә инвалид бала аҫраған әсә торлаҡҡа хоҡуғын боҙоуҙары тураһында хәбәр итә. Ул ошо балаһы, апаһы һәм психик сирҙән интеккән әсәһе менән ике бүлмәле фатирҙа теркәлгән икән. Ауырыу өләсәһе янында йәшәү сирле сабыйҙың торлаҡҡа хоҡуғына ҡаршы килә. Шундай шарттарҙа әсә икенсе бер фатирҙы ҡуртымға алырға мәжбүр. Вәкиллек хеҙмәткәрҙәре, торлаҡты барып ҡарағас, сара күреүҙе һорап прокуратураға хат яҙа. Һөҙөмтәлә суд муниципаль район хакимиәтенең ғаиләгә сираттан тыш торлаҡ майҙаны бирергә тейешлеге тураһында ҡарар сығара.
Вәкиллек күрһәтелгән барлыҡ дәлилдәрҙе тикшерә һәм балаларҙың, өлкәндәрҙең законлы мәнфәғәттәрен яҡларға ярҙам итә. Уларға прокуратура, эске эштәр органдары ла ҡушыла. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил граждандарҙы Өфөләге хеҙмәт урынында ла, район­дарға барып та ҡабул итә. Былтыр, мәҫәлән, республиканың ҡала һәм ауылдарында уҙғарылған осрашыуҙарҙа 30 кешенең мөрәжәғәте тыңланған.
Балалар учреждениеларына тикшереү менән барыу ҙа халыҡтан килгән “сигнал”дар нигеҙендә башҡарыла. Былтыр вәкиллек ошондай ойошмаларға 27 тапҡыр эш сәфәре менән сыҡты. Асыҡланған етешһеҙлектәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса тейешле органдарға хәбәр ебәрелде. Бәлиғ булмағандарҙың йәшәү хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы тәҡдимдәр шунда уҡ үтәлә, ҡалған кәмселектәрҙе төҙәтеү сараһы ла күрелә.
Үҫеп килгән быуындың хәүефһеҙле­ген, сәләмәт, белемле булып өлгөрөп етеүен хәстәрләү еңел эш түгел. Техниканы һәм технологияларҙы элек күҙ алдына ла килтерә алмаған бейеклеккә күтәреү, камиллаштырыу кешенең үҙен үҙгәртеүгә ҡарағанда күпкә анһатыраҡ. Әҙәм балаһын йүргәктә сағында уҡ тәрбиәләй башлау талап ителә. Артабан был тәрбиә саралары ҡатмарлаша ғына, заман да яңыларын өҫтәй бара.
Бөгөн балалар, мәҫәлән, бик күп ваҡытын Интернетта үткәрә. Социаль селтәрҙә аралашыу файҙанан тыш ғәйәт ҙур зыян да килтерә. Был хәүефте һаман да тейешенсә баһалап еткермәйбеҙ әле. Ошо афәткә нисек ҡаршы торорға? Был йүнәлештә ниндәй ҙә булһа проекттар әҙерләнәме?
– Был проблема үтә лә мөһим һәм яҡын киләсәктә шулай булып ҡалыр ҙа, моғайын, – ти Милана Марат ҡыҙы. – Мәктәп компьютерҙарында хәүефле сайттарҙан һаҡланыу өсөн махсус фильтрҙар ҡуйылған. Әммә бала урамға сыҡҡас та кеҫәһендәге “айфон”ды алып, Интернетҡа тоташа. Ҡурҡыныс йоғонтонан балаларҙы ҡурсалауҙың бер генә юлы бар. Теләһә ниндәй йоғошло сирҙән һаҡланыу өсөн медицина профилактикаһы булған кеүек, баланы ла ата-әсәләрҙең, яҡын туғандарының, педагогтарҙың тейешле аңлатыу эше алып барыуы ғына ҡотҡара ала. Ул Интернетҡа ингәндә үҙенең формалаша башлаған донъяуи ҡарашына нигеҙләнеп эш итә. Бына ошо ҡарашты бала күңелендә алдан уҡ дөрөҫ йүнәлештә тыуҙыра башларға, уның психологик һаулығын хәстәрләргә кәрәк.
Ә бит ҡайһы бер ата-әсә быны бик аңлап та етмәй: баланың ҡулына смартфон тотторалар, Интернеттан сайттарҙы асып бирәләр һәм күңелдәре тыныслана, баланы уйнатырға ла кәрәкмәй, ололарҙың “ҡулы бушай”. Тора-бара сабый ошо виртуаль донъя менән яңғыҙы ҡалыуға күнегә, ул үҙ проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һорарлыҡ, сер бүлешерлек бер кеше лә таба алмай. Ә Интернетта рәхим ит: ниндәй генә кәңәш юҡ, уларҙың ҡайһыһы изге ниәттән сығып бирелә, ә ҡайһыһы үҫмерҙе суицидҡа этәрә – йәш аҡыл әле уларҙы аныҡ ҡына төшөнә лә алмай. Артабан инде һуң була...
“Һәр бала үҙен кескәй саҡта уҡ кеше тип атарға хоҡуҡлы. Ул шәхестең айырып алғыһыҙ хоҡуғына – ихтирамға – эйә”, тигән күренекле поляк педагогы, яҙыусыһы һәм табибы Януш Корчак. Шундай ҡарашта торһаҡ ҡына киләсәк быуындарыбыҙ ихтирамлы, рухи яҡтан сәләмәт буласаҡ.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә