Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рамаҙан ағайҙың тәрән ыҙаны
Рамаҙан ағайҙың  тәрән ыҙаны Алтмышынсы йылдарҙа райондың башҡарма комитетында эшләнем. Партия район комитетының беренсе секретары Рамаҙан Өмөтбаевтың йәйәүләп эшкә килгәнен бик йыш күрә торғайным. Бер көн райкомдан шылтыраталар:
– Мөхәмәтйәновҡа шәхсән үҙенә сводка менән “беренсе”гә килергә.
Тиҙ генә кәрәкле доку­менттарҙы йыйып алдым да ҙур тулҡынланыу менән Рамаҙан Ғимран улының кабинетына индем. Мин килтергән документ­тарға тиҙ генә күҙ йүгертеп сыҡты ла, уларҙы ситкә ҡуйып, төрлө һорауҙар бирә башланы ул. Һәр һорауы яңғырағандан һуң хәрбиҙәрсә етеҙлек менән тороп баҫып, яуап бирәм:
– Так точно!
Күрәһең, һәр ваҡыт һикереп тороуым зитына тейгәндер инде, беренсе секретарь иҫкәртеү яһаны:
– Мин командир, ә һин һалдат түгел. Шулай булғас, ябай граждандар кеүек һөйләшәйек.
Бик күп һорауҙар биргәндән һуң:
– Һин мине иҫләргә тейеш­һеңдер, моғайын, – тине. — “Таналыҡ” колхозына, Иҫәнгә уполномоченный итеп ебәргән саҡтарында, ағайыңдарҙа туҡтап китә инем, ә һин һәр ваҡыт минең атымды тәрбиәләй торғайның.
– Һеҙ тап шул Рамаҙан ағаймы? – тип һикереп килеп торҙом.
– Эйе, тап шул, – тине һәм ҡәнәғәтлек менән йылмайып ебәрҙе ул.
Тиҫтә йылдар үткәс, Рамаҙан Ғимран улы шул ваҡытта мине партияның район комитетына эшкә алырға йыйыныуы тура­һында һөйләне. Ләкин, үҙен Өфө ҡалаһына эшкә күсереүҙәре сәбәпле, килеп сыҡмаған.
Партия башлығы Н.С. Хрущев тарафынан илдәге сәйәси ҡоро­лош үҙгәртелгәс, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарын ҡушып, Сибай ҡалаһын уларға үҙәк итеп ҡуйҙылар. Талондар буйынса туҡланыуҙан, фатирһыҙ унда-бында күсеп йөрөүҙән бөтәһе лә ялҡты, күптәр ҡаланан ҡайтып китеп бөттө. Яңы йылдан һуң фатир бирәбеҙ, тип сираттағы алдауҙарынан һуң, 1963 йылдың 2 ғинуарында, ул ваҡытта Өфөлә бүлек мөдире булып эшләгән Р. Өмөтбаевтың кабинетына килдем һәм бөтәһен дә теҙеп һалдым.
– Партияның Сибай ҡалаһы комитетының беренсе секретары Йәнтилинды беләһеңме? – тип һораны ул.
– Ғөзәир Йыһанур улын күптән беләм, бала саҡтан.
– Нисек?
Теләмәһәм дә, һөйләп бирергә тура килде. Ул тиҙ генә Йәнтилиндың телефон номерын эҙләп тапты ла яҡташына ярҙам итмәгәне өсөн бер аҙ иҫкәртеү яһаны һәм аҙаҡ былай тип өҫтәне:
– Партияның йәш белгесе, Башҡортостан дәүләт университетында белем алған Мөхә­мәтйәнов миңә фатир мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Әйт­кәндәй, ул Иҫән ауылыныҡы. Бала сағында һин уның ата-әсәләренә килтереп ташлап киткән ҡаҙҙарыңды көттө. Тағы ла бер һөнәрен әйтәйем: ул йәш сағында минең атымды ҡараны.
Улар оҙаҡ итеп һөйләште, бер аҙ көлөшөп тә алдылар. Шунан Өмөтбаев миңә ҡараны ла:
– Ул һинең фатир мәсьәләһен хәл итергә вәғәҙәләне. Ләкин тура үҙенә мөрәжәғәт итмәгән өсөн ҡолағыңды борорға һүҙ бирҙе, — тине.
Өфөлә 12 көн булғандан һуң, имтихандарҙы уңышлы биреп, Сибайға ҡайтып төштөм. Ҡаты­ным һәм ҡыҙым яңы торла­ғыбыҙҙа йәшәй ине инде. Ул Иглинға күсеп киткән беренсе секретарҙың фатиры булып сыҡты.
Рамаҙан Ғимран улының шул ҡәҙәр ҙур абруйлы, һүҙендә тора белгән кеше икәнлегенә төшөн­дөм. Аҙағыраҡ беҙгә район башҡарма комитеты аҡсаһына төҙөлгән йорттан ике бүлмәле фатир бирҙеләр.
Р.Ғ. Өмөтбаевҡа бәйле тағы ла бер ваҡиға тураһында яҙып үткем килә. Бер ваҡыт алты инс­пектор-ойоштороусы райкомдың элекке бинаһының аҫҡы ҡатында ғәйбәт һата. Хрущевтың сәйә­сәте күпме аҡса түләүҙәре тураһында һөйләшеп, эскелек, ҡатын-ҡыҙ темаһына күсә генә башлағайнылар, Р. Өмөтбаев килеп инде. Ҡул биреп һаулыҡ һорашҡандан һуң ул:
– Һеҙҙең һәр берегеҙҙең һөнәри оҫталығын тикшерә­сәкмен, әңгәмә барышында ҡулъяҙмаларығыҙҙы файҙала­ныр­ға мөмкин, – тине.
Беренсе булып саҡырылған ир кеҫәһенән асыҡ ҡыҙыл төҫтәге блокнот алды ла етди төҫ һәм ҡыйыу аҙымдар менән кабинетҡа инеп китте. Ун биш минуттан килеп сыҡты ла блокнотты икенсе кешенең ҡулына тотторҙо. Бер-бер артлы инеп торҙолар, блокнот та ҡулдан-ҡулға йөрөнө. Аҙаҡ Өмөтбаевтар тегеләрҙе бергә йыйып алды ла:
– Партияның һәм Хөкүмәттең сәйәсәтен яҡшы аңлайһығыҙ. Ваҡыт менән бергә атлайһығыҙ. Ҡулығыҙҙа шулай уҡ асыҡ ҡыҙыл төҫтәге блокнот тотаһығыҙ. Ләкин шуны әйтер инем: блокнот ҡалын һәм ул берәү генә. Ә уның йоҡа һәм һәр кемдең үҙенеке булыуы кәрәк ине.
Бөтәһе лә оялышынан баштарын аҫҡа эйҙе — тәжрибәле партия эшмәкәрен алдаштырыу мөмкин түгел ине.
1964 йылдың октябрендә Хрущевты бөтә постарҙан да алдылар, илдә үҙгәрештәр булды. Ике районды кире бүлделәр, белгестәр Баймаҡҡа һәм Асҡарға ҡайтты.
70-се йылдарҙың аҙаҡта­рында Р. И. Имамов, ҡала башҡарма комитеты рәйесе булараҡ, мине Мәскәүгә Төҫлө металлургия министрлығына ебәрҙе. Ҡала Советының балалар баҡсаһын һәм машиналар эшләү заводының 80 фатирлы йортон төҙөп бөтөүгә аҡса юлларға тейеш инем. Ул ваҡытта БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Өмөтбаевты ситләп үтә алманым. Ул мине иғтибар менән тыңланы ла:
– Беренсенән, ныҡышмал бул. Икенсенән, күстәнәстәр ал. Мәскәүҙәр шулайтҡанды ярата, — тине.
Был кәңәштәр ныҡ ярҙам итте. Түбә руднигы линияһы буйынса – 100, машзавод буйынса 200 мең һум аҡса юллап алдым. Был әҙ түгел. Балалар баҡсаһы булды, 80 фатирлы йорт төҙөлдө, уның аҫтында кафе һәм район китапханаһы урынлашты. Ҡайһы бер етәкселәр был бинаны сауҙа ойошмаларына бирергә телә­гәйне, ләкин ныҡышып, иҫке китапханала тубыҡтан һыу кисеп йөрөргә мәжбүр булған хеҙмәт­кәрҙәрҙе бында күсереп урын­лаштырҙым. Етәксенән башҡа бөтәһе лә рәхмәт белдерҙе.
Бер заман Р. И. Имамов мине Өфөгә, Р. Өмөтбаев янына, ебәрҙе. Ул ваҡытта яҡташыбыҙ кинофикация идаралығы начальнигы булып эшләй ине. Миңә дүрт йыл буйы төҙөп бөтә алмаған кинотеатрға аҡса юлларға ҡушылды. Р. Өмөтбаев мине иғтибар менән тыңланы ла төҙөлөш буйынса урынба­ҫарын саҡыртты. Көтмәгәндә минең яҡшы танышым, ҡа­сандыр БАССР Юғары Советы Президиумында ойоштороу бүлеге мөдире булып эшләгән Тәлғәт Әйүпов килеп инде. Ҡул бирешеп һаулыҡ һораштыҡ.
– Мөхәмәтйәновтың бөтә ерҙә лә дуҫтары, таныштары бар, – тине Р. Өмөтбаев. Әйүпов ҡалаларға, райондарға шылтыратып, беҙҙең төҙөлөш өсөн аҡса эҙләгән арала Р. Өмөтбаев менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Рамаҙан Ғимран улының хәтере шул тиклем шәп булыуына ғәжәпләндем. Ул етәкселәрҙе, ябай кешеләрҙе генә түгел, минең дүрт ағайымды һәм атай-әсәйемде лә иҫләй ине.
– Минең менән дуҫ булма­ғандар юғары вазифанан китеп бөткәс кенә, ижадтарымды күрерһегеҙ, – тип ҡуйҙы.
Шулай итеп, кинотеатр төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды. Ваҡыт үткәс, Р. Өмөт­баевтың роман һәм повестары бер-бер артлы донъя күрҙе. Шулай итеп, беҙ уны яҙыусы итеп танып белә башланыҡ. “Һары­ғолаҡ” хикәйәһе буйынса ике сериялы нәфис фильм төшөрөлдө. “Ысыҡтан эйелә ҡылған”, “Перелом”, “Генерал Күсимов” тигән әҫәрҙәре сыҡты. Р. Өмөтбаев бер нисә тапҡыр БАССР Юғары Советы депутаты һәм Президиум ағзаһы булып һайланды. Баймаҡта, Сибайҙа һәм Асҡарҙа уның исемен йөрөткән урамдар бар. Мәктәптәр һәм мәҙәниәт йорттарына исеме бирелгән.
Рамаҙан Ғимран улының ҡатыны Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙын да белә инем. Ул район китап­ханаһында эшләне, әүҙем китап уҡыусы булараҡ баһалап, миңә ике тапҡыр приз тапшырҙы. Өфөлә уҡыған саҡтарымда кәрәкле китаптар менән ярҙам итә торғайны, ҡайһы берҙәрен бер нисә көнгә йәшереп тә биреп ебәрә ине.
Бер көн Иҫәндән Баймаҡҡа ҡайтырға сыҡҡанда юлда рюкзак йөкмәгән бер егетте ултыртып алдым. Ул Рауил Рамаҙан улы Өмөтбаевтың улы булып сыҡты. Өфөнән Баймаҡҡа тиклем йәйәүләп ҡайтҡаны булыуы тураһында һөйләне егет. Әле тау аша ял йорто эргәһендә урынлашҡан Ҡараташ тауына барып етеп, кире ҡайтып килеүен белдерҙе.
Бер мәл район хакимиәте хаҡлы ялдағы Р.Ғ. Өмөтбаевты һабантуйға саҡырҙы һәм, яҡшы танышы булараҡ, миңә уны оҙатып йөрөргә ҡушылды. Тирмә биләмәһенә инеү менән беҙҙе ҙур алҡыштар менән ҡаршы алдылар, һаулыҡ һорашып, һый­лай башланылар. Иҫтәлектәргә төшөп киттек. Шул ваҡытта Рамаҙан Ғимран улының халыҡ араһында абруйлы икәненә, уны яратыуҙарына тағы ла бер тапҡыр инандым.
Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы. Ул “Сибай”, “Урал” кеүек боронғо халыҡ йырҙарын матур итеп башҡара ине. Оҫта итеп бейей торғайны, бигерәк тә “Перовский”ҙы. Бер нисә йыл телевизорҙан да күрһәттеләр уның был бейеүен.
1996 йылдың 23 ғинуарында Р.Ғ. Өмөтбаевтың “Баймакский машзавод на перекрестках истории” исемле китабына исем туйы үткәрҙеләр. Сараға район хакимиәте башлығы И.Х. Сит­дыҡов һәм ошо юлдар авторы саҡырылғайны. Яҙыусы, тарихсы һәм һоҡланғыс кеше булараҡ Р. Өмөтбаев хаҡында бик күп матур һүҙҙәр әйтелде. Ул шунда миңә ҡултамғаһы ҡуйылған китабын бүләк итте.
Был беҙҙең һуңғы осра­шыуыбыҙ булды. Ике яратҡан йөрәк — Рамаҙан һәм Мөхтәрәмә — был донъяны бер көндө, 1997 йылдың 24 авгусында, ташлап китте. Айырма бары тик 12 сәғәт булды. Баймаҡтар Өмөтбаевты бер ҡасан да онотмаҫ, һәр ваҡыт матур хәтирәләр менән иҫкә алыр.



Автор: И. МӨХӘМӘТЙӘНОВ, хеҙмәт ветераны.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә