Алтмышынсы йылдарҙа райондың башҡарма комитетында эшләнем. Партия район комитетының беренсе секретары Рамаҙан Өмөтбаевтың йәйәүләп эшкә килгәнен бик йыш күрә торғайным. Бер көн райкомдан шылтыраталар:
– Мөхәмәтйәновҡа шәхсән үҙенә сводка менән “беренсе”гә килергә.
Тиҙ генә кәрәкле документтарҙы йыйып алдым да ҙур тулҡынланыу менән Рамаҙан Ғимран улының кабинетына индем. Мин килтергән документтарға тиҙ генә күҙ йүгертеп сыҡты ла, уларҙы ситкә ҡуйып, төрлө һорауҙар бирә башланы ул. Һәр һорауы яңғырағандан һуң хәрбиҙәрсә етеҙлек менән тороп баҫып, яуап бирәм:
– Так точно!
Күрәһең, һәр ваҡыт һикереп тороуым зитына тейгәндер инде, беренсе секретарь иҫкәртеү яһаны:
– Мин командир, ә һин һалдат түгел. Шулай булғас, ябай граждандар кеүек һөйләшәйек.
Бик күп һорауҙар биргәндән һуң:
– Һин мине иҫләргә тейешһеңдер, моғайын, – тине. — “Таналыҡ” колхозына, Иҫәнгә уполномоченный итеп ебәргән саҡтарында, ағайыңдарҙа туҡтап китә инем, ә һин һәр ваҡыт минең атымды тәрбиәләй торғайның.
– Һеҙ тап шул Рамаҙан ағаймы? – тип һикереп килеп торҙом.
– Эйе, тап шул, – тине һәм ҡәнәғәтлек менән йылмайып ебәрҙе ул.
Тиҫтә йылдар үткәс, Рамаҙан Ғимран улы шул ваҡытта мине партияның район комитетына эшкә алырға йыйыныуы тураһында һөйләне. Ләкин, үҙен Өфө ҡалаһына эшкә күсереүҙәре сәбәпле, килеп сыҡмаған.
Партия башлығы Н.С. Хрущев тарафынан илдәге сәйәси ҡоролош үҙгәртелгәс, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарын ҡушып, Сибай ҡалаһын уларға үҙәк итеп ҡуйҙылар. Талондар буйынса туҡланыуҙан, фатирһыҙ унда-бында күсеп йөрөүҙән бөтәһе лә ялҡты, күптәр ҡаланан ҡайтып китеп бөттө. Яңы йылдан һуң фатир бирәбеҙ, тип сираттағы алдауҙарынан һуң, 1963 йылдың 2 ғинуарында, ул ваҡытта Өфөлә бүлек мөдире булып эшләгән Р. Өмөтбаевтың кабинетына килдем һәм бөтәһен дә теҙеп һалдым.
– Партияның Сибай ҡалаһы комитетының беренсе секретары Йәнтилинды беләһеңме? – тип һораны ул.
– Ғөзәир Йыһанур улын күптән беләм, бала саҡтан.
– Нисек?
Теләмәһәм дә, һөйләп бирергә тура килде. Ул тиҙ генә Йәнтилиндың телефон номерын эҙләп тапты ла яҡташына ярҙам итмәгәне өсөн бер аҙ иҫкәртеү яһаны һәм аҙаҡ былай тип өҫтәне:
– Партияның йәш белгесе, Башҡортостан дәүләт университетында белем алған Мөхәмәтйәнов миңә фатир мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Әйткәндәй, ул Иҫән ауылыныҡы. Бала сағында һин уның ата-әсәләренә килтереп ташлап киткән ҡаҙҙарыңды көттө. Тағы ла бер һөнәрен әйтәйем: ул йәш сағында минең атымды ҡараны.
Улар оҙаҡ итеп һөйләште, бер аҙ көлөшөп тә алдылар. Шунан Өмөтбаев миңә ҡараны ла:
– Ул һинең фатир мәсьәләһен хәл итергә вәғәҙәләне. Ләкин тура үҙенә мөрәжәғәт итмәгән өсөн ҡолағыңды борорға һүҙ бирҙе, — тине.
Өфөлә 12 көн булғандан һуң, имтихандарҙы уңышлы биреп, Сибайға ҡайтып төштөм. Ҡатыным һәм ҡыҙым яңы торлағыбыҙҙа йәшәй ине инде. Ул Иглинға күсеп киткән беренсе секретарҙың фатиры булып сыҡты.
Рамаҙан Ғимран улының шул ҡәҙәр ҙур абруйлы, һүҙендә тора белгән кеше икәнлегенә төшөндөм. Аҙағыраҡ беҙгә район башҡарма комитеты аҡсаһына төҙөлгән йорттан ике бүлмәле фатир бирҙеләр.
Р.Ғ. Өмөтбаевҡа бәйле тағы ла бер ваҡиға тураһында яҙып үткем килә. Бер ваҡыт алты инспектор-ойоштороусы райкомдың элекке бинаһының аҫҡы ҡатында ғәйбәт һата. Хрущевтың сәйәсәте күпме аҡса түләүҙәре тураһында һөйләшеп, эскелек, ҡатын-ҡыҙ темаһына күсә генә башлағайнылар, Р. Өмөтбаев килеп инде. Ҡул биреп һаулыҡ һорашҡандан һуң ул:
– Һеҙҙең һәр берегеҙҙең һөнәри оҫталығын тикшерәсәкмен, әңгәмә барышында ҡулъяҙмаларығыҙҙы файҙаланырға мөмкин, – тине.
Беренсе булып саҡырылған ир кеҫәһенән асыҡ ҡыҙыл төҫтәге блокнот алды ла етди төҫ һәм ҡыйыу аҙымдар менән кабинетҡа инеп китте. Ун биш минуттан килеп сыҡты ла блокнотты икенсе кешенең ҡулына тотторҙо. Бер-бер артлы инеп торҙолар, блокнот та ҡулдан-ҡулға йөрөнө. Аҙаҡ Өмөтбаевтар тегеләрҙе бергә йыйып алды ла:
– Партияның һәм Хөкүмәттең сәйәсәтен яҡшы аңлайһығыҙ. Ваҡыт менән бергә атлайһығыҙ. Ҡулығыҙҙа шулай уҡ асыҡ ҡыҙыл төҫтәге блокнот тотаһығыҙ. Ләкин шуны әйтер инем: блокнот ҡалын һәм ул берәү генә. Ә уның йоҡа һәм һәр кемдең үҙенеке булыуы кәрәк ине.
Бөтәһе лә оялышынан баштарын аҫҡа эйҙе — тәжрибәле партия эшмәкәрен алдаштырыу мөмкин түгел ине.
1964 йылдың октябрендә Хрущевты бөтә постарҙан да алдылар, илдә үҙгәрештәр булды. Ике районды кире бүлделәр, белгестәр Баймаҡҡа һәм Асҡарға ҡайтты.
70-се йылдарҙың аҙаҡтарында Р. И. Имамов, ҡала башҡарма комитеты рәйесе булараҡ, мине Мәскәүгә Төҫлө металлургия министрлығына ебәрҙе. Ҡала Советының балалар баҡсаһын һәм машиналар эшләү заводының 80 фатирлы йортон төҙөп бөтөүгә аҡса юлларға тейеш инем. Ул ваҡытта БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Өмөтбаевты ситләп үтә алманым. Ул мине иғтибар менән тыңланы ла:
– Беренсенән, ныҡышмал бул. Икенсенән, күстәнәстәр ал. Мәскәүҙәр шулайтҡанды ярата, — тине.
Был кәңәштәр ныҡ ярҙам итте. Түбә руднигы линияһы буйынса – 100, машзавод буйынса 200 мең һум аҡса юллап алдым. Был әҙ түгел. Балалар баҡсаһы булды, 80 фатирлы йорт төҙөлдө, уның аҫтында кафе һәм район китапханаһы урынлашты. Ҡайһы бер етәкселәр был бинаны сауҙа ойошмаларына бирергә теләгәйне, ләкин ныҡышып, иҫке китапханала тубыҡтан һыу кисеп йөрөргә мәжбүр булған хеҙмәткәрҙәрҙе бында күсереп урынлаштырҙым. Етәксенән башҡа бөтәһе лә рәхмәт белдерҙе.
Бер заман Р. И. Имамов мине Өфөгә, Р. Өмөтбаев янына, ебәрҙе. Ул ваҡытта яҡташыбыҙ кинофикация идаралығы начальнигы булып эшләй ине. Миңә дүрт йыл буйы төҙөп бөтә алмаған кинотеатрға аҡса юлларға ҡушылды. Р. Өмөтбаев мине иғтибар менән тыңланы ла төҙөлөш буйынса урынбаҫарын саҡыртты. Көтмәгәндә минең яҡшы танышым, ҡасандыр БАССР Юғары Советы Президиумында ойоштороу бүлеге мөдире булып эшләгән Тәлғәт Әйүпов килеп инде. Ҡул бирешеп һаулыҡ һораштыҡ.
– Мөхәмәтйәновтың бөтә ерҙә лә дуҫтары, таныштары бар, – тине Р. Өмөтбаев. Әйүпов ҡалаларға, райондарға шылтыратып, беҙҙең төҙөлөш өсөн аҡса эҙләгән арала Р. Өмөтбаев менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Рамаҙан Ғимран улының хәтере шул тиклем шәп булыуына ғәжәпләндем. Ул етәкселәрҙе, ябай кешеләрҙе генә түгел, минең дүрт ағайымды һәм атай-әсәйемде лә иҫләй ине.
– Минең менән дуҫ булмағандар юғары вазифанан китеп бөткәс кенә, ижадтарымды күрерһегеҙ, – тип ҡуйҙы.
Шулай итеп, кинотеатр төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды. Ваҡыт үткәс, Р. Өмөтбаевтың роман һәм повестары бер-бер артлы донъя күрҙе. Шулай итеп, беҙ уны яҙыусы итеп танып белә башланыҡ. “Һарығолаҡ” хикәйәһе буйынса ике сериялы нәфис фильм төшөрөлдө. “Ысыҡтан эйелә ҡылған”, “Перелом”, “Генерал Күсимов” тигән әҫәрҙәре сыҡты. Р. Өмөтбаев бер нисә тапҡыр БАССР Юғары Советы депутаты һәм Президиум ағзаһы булып һайланды. Баймаҡта, Сибайҙа һәм Асҡарҙа уның исемен йөрөткән урамдар бар. Мәктәптәр һәм мәҙәниәт йорттарына исеме бирелгән.
Рамаҙан Ғимран улының ҡатыны Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙын да белә инем. Ул район китапханаһында эшләне, әүҙем китап уҡыусы булараҡ баһалап, миңә ике тапҡыр приз тапшырҙы. Өфөлә уҡыған саҡтарымда кәрәкле китаптар менән ярҙам итә торғайны, ҡайһы берҙәрен бер нисә көнгә йәшереп тә биреп ебәрә ине.
Бер көн Иҫәндән Баймаҡҡа ҡайтырға сыҡҡанда юлда рюкзак йөкмәгән бер егетте ултыртып алдым. Ул Рауил Рамаҙан улы Өмөтбаевтың улы булып сыҡты. Өфөнән Баймаҡҡа тиклем йәйәүләп ҡайтҡаны булыуы тураһында һөйләне егет. Әле тау аша ял йорто эргәһендә урынлашҡан Ҡараташ тауына барып етеп, кире ҡайтып килеүен белдерҙе.
Бер мәл район хакимиәте хаҡлы ялдағы Р.Ғ. Өмөтбаевты һабантуйға саҡырҙы һәм, яҡшы танышы булараҡ, миңә уны оҙатып йөрөргә ҡушылды. Тирмә биләмәһенә инеү менән беҙҙе ҙур алҡыштар менән ҡаршы алдылар, һаулыҡ һорашып, һыйлай башланылар. Иҫтәлектәргә төшөп киттек. Шул ваҡытта Рамаҙан Ғимран улының халыҡ араһында абруйлы икәненә, уны яратыуҙарына тағы ла бер тапҡыр инандым.
Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы. Ул “Сибай”, “Урал” кеүек боронғо халыҡ йырҙарын матур итеп башҡара ине. Оҫта итеп бейей торғайны, бигерәк тә “Перовский”ҙы. Бер нисә йыл телевизорҙан да күрһәттеләр уның был бейеүен.
1996 йылдың 23 ғинуарында Р.Ғ. Өмөтбаевтың “Баймакский машзавод на перекрестках истории” исемле китабына исем туйы үткәрҙеләр. Сараға район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов һәм ошо юлдар авторы саҡырылғайны. Яҙыусы, тарихсы һәм һоҡланғыс кеше булараҡ Р. Өмөтбаев хаҡында бик күп матур һүҙҙәр әйтелде. Ул шунда миңә ҡултамғаһы ҡуйылған китабын бүләк итте.
Был беҙҙең һуңғы осрашыуыбыҙ булды. Ике яратҡан йөрәк — Рамаҙан һәм Мөхтәрәмә — был донъяны бер көндө, 1997 йылдың 24 авгусында, ташлап китте. Айырма бары тик 12 сәғәт булды. Баймаҡтар Өмөтбаевты бер ҡасан да онотмаҫ, һәр ваҡыт матур хәтирәләр менән иҫкә алыр.